Мәлләтамаҡ
Мәлләтамаҡ — Рәсәй Федерацияһы Татарстан Республикаһының Мөслим районындағы ауыл. Мәлләтамаҡ ауыл биләмәһенең административ үҙәге.
Ауыл | |
Мәлләтамаҡ татар. Мәлләтамак | |
Ил | |
---|---|
Федерация субъекты | |
Муниципаль район | |
Ауыл биләмәһе | |
Координаталар | |
Халҡы |
602 кеше (2002) |
Милли состав | |
Сәғәт бүлкәте | |
Почта индексы |
423976 |
Һанлы танытмалар | |
Автомобиль коды |
- |
Код ОКАТО | |
Код ОКТМО | |
Номер в ГКГН | |
География
үҙгәртергәАуыл Мәллә йылғаһы буйында, Мөслим ауылынан көнбайышҡа табан 8 км алыҫлыҡта урынлашҡан[1].
Тарих
үҙгәртергәМәлләтамаҡ — ирәкте ырыуы башҡорттарының ауылы[2]. XVII быуатта нигеҙләнгән[1]. 11-се башҡорт кантоны, Ырымбур губернаһы Минзәлә өйәҙе Ирәкте улусының үҙәге була. 1865 йылда был өйәҙ Өфө губернаһына инә.
ХХ быуат башында ауылда Ирәкте улусы идаралығы, 2 мәсет, 3 мәктәп, һыу тирмәне, хужалыҡ магазины, 3 бакалея кибете теркәлгән[3][1].
1920 йылдан Татар АССР-ының Минзәлә кантоны, 1930 йылдан — Мөслим районы, 1963 йылдан — Сарман районы, 1965 йылдан — йәнә Мөслим районы составына керә[1].
Халҡы
үҙгәртергә1795 йылда ир енесле 70 башҡорт, 80 типтәр, 76 яһаҡлы татар; 1859 йылда — 232 башҡорт һәм типтәр; 1912 йылда — 332 аҫаба башҡорт, 584 типтәр, 212 керҙәш башҡорт («госкрестьян из башкир») йәшәй[3].
1870 | 1897 | 1913 | 1920 | 1926 | 1938 | 1949 | 1958 | 1970 | 1979 | 1989 | 2002 |
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
609 | 796 | 1128 | 1184 | 854 | 1325 | 963 | 832 | 865 | 734 | 667 | 602 |
Инфраструктура
үҙгәртергәИгенселек, малсылыҡ үҫешкән. Мәктәп, мәҙәниәт йорто, китапхана, мәсет бар[1].
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 1,2 1,3 1,4 1,5 1,6 Татарская энциклопедия.
- ↑ История башкирских родов. Иректы. Том 12 / С. И. Хамидуллин, Ю. М. Юсупов, Р. Р. Шайхеев, И. Р. Саитбатталов, В. Г. Волков, А. А. Каримов, А. М. Зайнуллин, Б. С. Арманшин, В. Н. Муратова, Ф. Ф. Гайсина, Г. Ю. Галеева, Г. Д. Султанова. — Уфа: ГУП РБ Уфимский полиграфкомбинат, 2015. — С. 117-118. — 456 с. — ISBN 978-5-85051-645-1.
- ↑ 3,0 3,1 Асфандияров А. З. Аулы мензелинских башкир. — Уфа: Китап, 2009. — С. 526—528. — 600 с. — ISBN 978-5-295-04952-1.