Иҫән хан (Әсән хан) — башҡорт ханы, башҡорттарҙың ирәкте ҡәбиләһе башлығы.

Биографияһы

үҙгәртергә

Иҫән хан (Әсән хан) сығышы менән ирәкте (ҡара табын) ҡәбиләһе башҡорттарынан, Майҡы бей нәҫеленән. Ғәли Соҡоройҙың «Тәзкирәти әл-әхуан вә әл-әхбәб» («Энеләр һәм дуҫтар өсөн нәсихәт») тигән әҫәре буйынса, уның шәжәрәһе артабанғыса булған: Майҡы бей → Ҡаратабын бей → Әхмәтшәйех бей → Абдулла бей → Сулман → Ҡулман → Дүрмән → Хоҙайғул → Хоҙайәр → Дәүләтбай → Иҫән бей[1]. Ғалимдар 1523 йылда ҡазан ханы Сәхипгәрәй тарафынан Әхмәтшәйех бейгә биргән ярлыкҡа таянып, был шәжәрәлә хронологик яҡтан буталсылыҡ барлығын билдәләп үтә — XVI быуаттың 1-се яртыһында йәшәгән Абдулла бей һәм шул уҡ быуаттың 2-се яртыһында йәшәгән Иҫән хан араһында быуындарҙың бик күп булыуы быға дәлил итеп килтерелә[2].

XVI быуатта Ҡазан ханлығы тарханы булып хеҙмәт итә[3]. Ирәктеләрҙең бер өлөшө Ыҡ йылғаһы үҙәненән Тере Танып бассейнына күсеүен Иҫән бей ҡәбилә башлығы булған осорға тура килтерәләр[2]. Р. Ғ. Кузеев тарафынан яҙып алынған риүәйәттәр буйынса, Ыҡ буйында йәшәүсе Иҫән бей үҙенең улдары менән йыш ҡына Танып буйҙарына һунарға йөрөй. Бер ваҡыт бында таҙлар ҡәбиләһе аҡһаҡалы Таҙ бабайҙы осрата һәм уның менән дуҫлашып китә, Таҙ бабай Иҫәнде ғүмерлеккә Танып буйында йәшәргә ҡалырға саҡыра һәм Иҫән бей быға ризалаша, уның улдары Таҙ-бабайҙың ҡыҙҙарына өйләнә. Иҫән бей Мәскәүгә Аҡ батшаға (Иван Грозныйға) бара һәм ерҙәренә аҫабалыҡ хоҡуғын ала[4][5].

XVI быуаттың 1-се яртыһында Башҡортостандың төньяғында байҡы, балыҡсы, гәрә, ирәкте, ҡайпан, таҙлар, уран башҡорт ҡәбиләләре берләшмәһе етәксеһе — башҡорт ханы була. Беүә һәм Тере Танып йылғаларынан Ағиҙел һәм Бөрө йылғаларының түбәнге ағымындағы территорияға тиклем үҙ хакимлығын урынлаштыра[3].

Батша Иван IV ғәскәрҙәре Ҡазан ханлығын яулап алғандан һуң Иҫән хан урыҫ батшаһы подданныйлығын ала[3].

Иҫән хандың ҡәбере хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Тәтешле районы Иҫке Соҡор ауылы эргәһендә урынлашҡан[4].

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Тәзкирәти әл-әхуан вә әл-әхбәб // Йырауҙар, сәсәндәр, мәғрифәтселәр / Төҙөүсеhe И. Ә. Шарапов. — Өфө: Китап, 2007. — 224-се бит.
  2. 2,0 2,1 История башкирских родов. Иректы. Том 12 / С. И. Хамидуллин, Ю. М. Юсупов, Р. Р. Шайхеев, И. Р. Саитбатталов, В. Г. Волков, А. А. Каримов, А. М. Зайнуллин, Б. С. Арманшин, В. Н. Муратова, Ф. Ф. Гайсина, Г. Ю. Галеева, Г. Д. Султанова. — Уфа: ГУП РБ Уфимский полиграфкомбинат, 2015. — С. 27. — 456 с. — ISBN 978-5-85051-645-1.
  3. 3,0 3,1 3,2 Йосопов Ю. М. Иҫән хан // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  4. 4,0 4,1 Кузеев Р. Г. Происхождение башкирского народа: Этнический состав, история расселения. — М.: Наука, 1974. — С. 320—321. — 572 с.
  5. История башкирского народа: в 7 т./ гл. ред. М. М. Кульшарипов. — Уфа: Гилем, 2011. — Т. III. — С. 30. — 476 с. — ISBN 978-5-7501-1301-9.

Һылтанмалар

үҙгәртергә