Уҫы даруғаһы
Уҫы даруғаһы — Башкортостандың тарихи административ-территориаль берәмеге[1].
Урынлашҡан урыны |
Өфө өйәҙе ( 1708 йылға тиклем) |
---|---|
Тарҡалыуы |
1798 |
Урыҫ дәүләте һәм Рәсәй империяһы дәүерендә лә, Себер, Ҡаҙан, Нуғай даруғалары менән бергә Өфө өйәҙе биләмәләрен дүрт өлөшкә бүлеп торған.
Һәр даруға үҙ сиратында олоҫтарға бүленгән.
Уҫы даруғаһы Өфөнән төньяҡтараҡ урынлашҡан.
Көньяҡ-көнбайышта Ҡаҙан даруғаһы, көнсығышта Себер даруғаһы, көньяҡта Нуғай даруғаһы, төньяҡ-көнбайыштан һәм төньяҡтан Ҡазан өйәҙе сиктәш булған.
Ағиҙел һәм Ҡариҙел араһында тар ғына һыҙатты биләп торған.
XVIII быуатҡа тиклем Уҫы даруғаһы — 4 улустан, XVIII быуаттан һуң 3 улустан (Ғәйнә, Ирәкте, Уран) торған.
1798 йылда идара итеүҙең кантон системаһы индерелгәс, даруға бүленеше бөтөрөлә.
Уса даруғаһы улустарыҮҙгәртергә
- Таҙлар — Ҡыҙғына (Кизгеня) йылғаһы буйында; имән урманы һәм яландар.
- Уран — Буй йылғаһы буйында; ҙур урмандар, яландар ҙа бар.
- Ғәйнә — Тол буйында; ҙур урмандар, ҙур булмаған яландар, тауҙар бар; урман артындағы был олоҫҡа тиклем 60 саҡрым, Өфө ҡалаһы яғынан һаҙлыҡтар аша арба юлы юҡ.
- Ирәкте — Танып һәм башҡа йылғалар буйында; урман, ҙур булмаған яландар[2].
Шулай уҡ ҡарағыҙҮҙгәртергә
ИҫкәрмәләрҮҙгәртергә
- ↑ Статья «Дорога» в Башкортостан: Краткая энциклопедия(недоступная ссылка)
- ↑ Руденко Сергей Иванович:«Башкиры. Историко-этнографические очерки» (2006) 2016 йылдың 5 сентябрь көнөндә архивланған.
ӘҙәбиәтҮҙгәртергә
- Руденко Сергей Иванович: «Башкиры. Историко-этнографические очерки» (2006) [1] 2016 йылдың 5 сентябрь көнөндә архивланған.
ҺылтанмаларҮҙгәртергә
- Әсфәндиәров Ә. З. Уҫы даруғаһы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- Понятие «дорога» в истории Башкортостана
- [2]
Был Башҡортостан тураһында тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ. |