Гәрә (гәрәле, гәрәй) — башҡорт ҡәбиләһе. Телдәре башҡорт теле төньяҡ-көнбайыш диалектының түбәнге ағиҙел-ыҡ һөйләшенә ҡарай.

Гәрә

Тамғалары
Һаны һәм йәшәгән урыны

Барлығы: билдәһеҙ
Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Тел

башҡорт (төньяҡ-көнбайыш диалект)

Дин

ислам

Ырыу-ҡәбилә ҡоролошо

үҙгәртергә
  • Иҙел (Ил) Гәрә (аралар: аҡ түбәтәй, зәйнулла, мөйтән, мутин, мөҡсин, мәхмүт, тояҡ, хәсән)
  • Урман Гәрә (аралар: алдар, байгилде, балтач, балтҡы, башҡорт, ғәбиҙулла, даят, ҡазанкешесе, ҡанкилде, килделәр, ҡолмәмәт, култами, ҡушыҡ гәрә, тауыш, ташбулат, типтәр, туйкеш, туҡбирҙе, хәйҙәр, шаҙырбай, янбуса).

«Гәрә» этнонимы башҡорттарҙан тыш ҡаҙаҡтарҙа, ҡырым татарҙарында, монголдарҙа, төркмәндәрҙә һәм башҡа халыҡтарҙа билдәле[1].

Рәшит-әт-дин билдәләүенсә, кирәиттар — күп һанлы һәм көслө төрки берләшмә булып, Ҡытай сигендә үҙ дәүләтен төҙөгәндәр. Был дәүләт 1202 йылда монголдар менән баҫып алына. XIII быуатта монголдарға эйәреп, Жуси улусының үҙәгенә, кирәит һәм ҡуңғрат ҡәбиләләре күсенәләр, бында ҡыпсаҡтар менән аралашып уларҙың телдәрен үҙләштерәләр. Һуңынан ҡайһы бер Көнсығыш Европа һәм Урта Азия халыҡтары составына, шул иҫәптән башҡорттарҙың составына гәрә һәм гәрәй-ҡыпсаҡ ырыуҙары булараҡ инәләр[2]. «Сыңғыҙнәмә дәфтәре»ндә Сыңғыҙхандың үҙенән власть атрибуттарын алған ҡайһы бер башҡорт ҡәбиләләренең башлыҡтары атап үтелә:­ Ҡыят бей, Ҡуңғрат бей, Уйшин Майҡы бей, Урҙас бей, Тамъян бей, Ҡыпсаҡ бей, Юрматы бей, Кирәит бей, Мөйтән бей, Бөрйән бей, Ҡалдар бей, Һалйот бей, Ҡатай бей[3]. Ю. М. Йосопов фекеренсә, XIV быуаттың икенсе яртыһында Башҡортостанда сәйәси ойошма — «Тура-хан ханлығы» барлыҡҡа килгән, бында төп ролде кирәит-ҡуңғраттар уйнаған[4].

Гәрәләрҙең риүәйәттәре буйынса, улар Урал буйына ҡыпсаҡтар менән бер үк ваҡытта килгәндәр. Улар башта Ағиҙел тамағы буйындағы районда — үҙҙәре һаманда «ил-гәрә» йәғни «гәрә иле» тип атаған урында көн иткәндәр. Бында гәрәләр йәнәйҙәрҙе һиҙелерлек ҡыҫырыҡлап, уларҙың күбеһен ырыу составында ассимилияцияланған. Аҙағыраҡ, XIV—XV быуаттарҙа ҡәбиләнең бер өлөшө Ағиҙелдең аръяғыдағы урмандарға — Беүә һәм Тере Танып йылғалары араһына үтеп инәләр, һәм «урман-гәрә» исемен алалар[1][5].

Гәрәләрҙең ерҙәре байлар, бүләр, ирәкте, йылан, йәнәй, ҡырғыҙ, таҙ, уран һәм ыуаныш ҡәбиләләре биләмәләренә күрше була. Башҡортостандың Рус дәүләтенә ҡушылыуынан һуң, ҡәбиләнең аҫаба ерҙәре Ҡазан даруғаһының Гәрәй улусын тәшкил итә, һуңынан ул Ил-Гәрәй һәм Урман-Гәрәй улустарына бүленә. Гәрә ҡәбиләһе башҡорттары барлыҡ башҡорт ихтилалдарында әүҙем ҡатнашҡандар[6]. П. И. Рычков мәғлүмәттәренә ярашлы XVIII быуат уртаһында Гәрәй улусында 273 йорт иҫәпләнгән. Гәрәләрҙең ерҙәре XVIII—XIX быуаттарҙа Бөрө һәм Минзәлә өйәҙҙәренә, ә 1798—1854 йылдарҙа, Башҡортостанда идара итеүҙең кантон системаһы осоронда — 5-се (10-сы, 11-се) һәм 11-се (12-се) башҡорт кантондарына ҡарай[1].

Урынлашыуы

үҙгәртергә
Гәрә башҡорттарының тораҡ пункттары[7][8][9][10]
РФ субъекты Район Тораҡ пункттар
Башҡортостан Илеш районы Иҫке Айыу, Иҫке Бейектау, Иҫке Хажи (Хажи), Теләкәй
Краснокама районы Баръяҙыбаш, Баҫҡытау, Иҫке Аткүл, Иҫке Бөртөк, Иҫке Йәнйегет, Иҫке Ҡабан, Иҫке Ҡайынлыҡ, Иҫке Уразай, Иҫке Әшит, Ҡуян, Ҡыҙғау, Таҡталасыҡ, Әшит, Яңғыҙнарат, Яңы Аҡтанышбаш, Яңы Балтас, Яңы Бөртөк, Яңы Йәнйегет, Яңы Ҡабан, Яңы Нуғай, Яңы Ҡайынлыҡ, Яңы Суғанаҡ, Яңы Уразай, Яңы Хажи
Ҡалтасы районы Буралы (Яңы Аткүл), Бурһыҡ, Гәрәй, Шәрип, Яңы Әшит
Тәтешле районы Асыуйылға, Борғонбаш, Иҫке Аҡбулат, Иҫке Күрҙем (Күрҙем), Ҡашҡаҡ, Сараштыбаш, Түбәнге Ҡоҙаш, Шишмә, Шулған
Яңауыл районы Асауҙыбаш, Иҫке Алдар, Йөгәмеш, Ҡушимән, Ҡыҙылъяр, Мәсәғүт, Сибәҙе, Сәлих, Тау, Түбәнге Сат, Урал, Үрге Сат, Юсыҡ, Ямаҙы, Яңы Алдар
Татарстан Аҡтаныш районы Бурһыҡ, Илчебай, Ирмәш, Иҫке Балтас (Балтач), Иҫке Жиәш (Зиәш), Иҫке Теләкәй, Ҡуян, Мерәс, Таҡталасыҡ, Түбән Аҡтанышбаш, Түбән Гәрәй (Иҫке Гәрәй), Түбән Таҡталасыҡ, Түмержә, Уразай, Шәрип, Әжәкүл, Юғары Аҡтанышбаш, Ямалы (Татар Ямалысы), Яңы Балтач, Яңы Гәрәй (Юғары Гәрәй), Яңы Жиәш (Ҡаратал)

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. 1,0 1,1 1,2 Йәнғужин Р. З. Гәрә // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  2. Кузеев Р. Г. Происхождение башкирского народа: Этнический состав, история расселения. — М.: Наука, 1974. — С. 180—182. — 572 с.
  3. История башкирских родов, 2014, с. 33
  4. История башкирских родов, 2014, с. 32
  5. Кузеев Р. Г. Происхождение башкирского народа: Этнический состав, история расселения. — М.: Наука, 1974. — С. 360. — 572 с.
  6. История башкирских родов, 2014, с. 34—39
  7. История башкирских родов, 2014, с. 76—136
  8. Асфандияров А. 3. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Уфа: Китап, 2009. — 744 с. — ISBN 978-5-295-04683-4.
  9. Асфандияров А. 3. Аулы мензелинских башкир. — Уфа: Китап, 2009. — 600 с. — ISBN 978-5-295-04952-1.
  10. Асылгужин Р. Р. Некоторые аспекты этнодемографических процессов в полиэтничном регионе // Ватандаш. — 2007. — № 7. — ISSN 1683-3554.

Һылтанмалар

үҙгәртергә

Видеояҙмалар

үҙгәртергә