Мөслим (Мөслим районы)

Мөслим (Вәрәш) — Рәсәй Федерацияһы Татарстан Республикаһы Мөслим районы үҙәге. Мөслим ауыл советы составына керә һәм уның үҙәге булып тора.

Ауыл
Мөслим
татар. Мөслим
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Татарстан

Муниципаль район

Мөслим

Ауыл биләмәһе

Мөслим

Координаталар

55°18′03″ с. ш. 53°08′12″ в. д.HGЯO

Беренсе мәртәбә телгә алынған

1748 йыл

Элекке исеме

Вәрәш

Халҡы

7348[1] кеше (2010)

Милли состав

Татарҙар

Конфессиональ составы

Мосолмандар

Сәғәт бүлкәте

UTC+4

Телефон коды

+7 +7

Почта индексы

423970

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

-

Код ОКАТО

92 242 843 001

Код ОКТМО

92 642 443 101

Номер в ГКГН

0012623

Картаны күрһәтергә/йәшерергә
Мөслим (Рәсәй)
Мөслим
Мөслим
Мөслим (Мөслим районы) (Татарстан)
Мөслим

География

үҙгәртергә

Ауыл Ыҡ йылғаһы буйында урынлашҡан.

Мөслим — Ирәкте улусы типтәрҙәре һәм татар сығышлы ҡаҙна крәҫтиәндәренең ауылы. Тәүге тапҡыр 1772 йылда телгә алына. Ауыл һуңыраҡ Ырымбур губернаһы Минзәлә өйәҙе составында була. 1865 йылда Минзәлә өйәҙе Өфө губернаһына керә. Ауылда 2 тимерлек, хужалыҡ магазины, һыу һәм ел тирмәндәре теркәлгән. Ике мәсет һәм мәҙрәсә теркәлгән[2].

1920 йылда ауыл яңы ойошторолған Татар АССР-ының Минзәлә кантоны составына керә. 1930 йылдан Мөслим районы үҙәге, 1963 йылдан — Сарман районы составында, 1965 йылдан — йәнә Мөслим районы үҙәге[3].

1762 йылда ауылда ир енесле 36 йән типтәр; 1840 йылда ир енесле 246 йән типтәр һәм 103 дәүләт крәҫтиәндәре; 1859 йылда 825 типтәр иҫәпләнгән. 1870 йылда 176 ихатала — 882 типтәр һәм 202 татар; 1902 йылда 301 йортта — ир енесле 840 типтәр һәм элекке дәүләт крәҫтиәндәре; 1905 йылда 348 йортта 1698 кеше теркәлгән[2].

1870 1897 1913 1920 1926 1938 1949 1958 1970 1979 1989[3]
1084 1552 1996 1898 1304 2452 2323 2557 3623 4509 6202
Халыҡ иҫәбе
1959[4]1970[5]1979[6]1989[7]2002[8]2010[1]
320940214799620673927348

Инфраструктура

үҙгәртергә

Ауылда һөт эшкәртеү заводы, агрохимсервис, ауыл хужалығы техникаһы һәм төҙөлөш предприятиелары эшләй. Ауылда һөнәри училище, 2 урта мәктәп, лицей, музыка мәктәбе, мәҙәниәт йорто, 2 китапхана, мәсет бар[3].

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. 1,0 1,1 Численность и размещение населения республики Татарстан. Итоги всероссийской переписи населения 2010 года
  2. 2,0 2,1 Асфандияров А. З. Аулы мензелинских башкир. — Уфа: Китап, 2009. — С. 534. — 600 с. — ISBN 978-5-295-04952-1.
  3. 3,0 3,1 3,2 Татарская энциклопедия.
  4. Всесоюзная перепись населения 1959 года
  5. Всесоюзная перепись населения 1970 года. Архивировано 3 февраль 2012 года. Всесоюзная перепись населения 1970 года
  6. Всесоюзная перепись населения 1979 года. Архивировано 3 февраль 2012 года.
  7. Всесоюзная перепись населения 1989 года. Численность городского населения. Архивировано 22 август 2011 года.
  8. Всероссийская перепись населения 2002 года. Том. 1, таблица 4. Численность населения России, федеральных округов, субъектов Российской Федерации, районов, городских поселений, сельских населённых пунктов - райцентров и сельских населённых пунктов с населением 3 тысячи и более. Архивировано 3 февраль 2012 года.