Яңы Соҡор (рус. Новочукурово) — Башҡортостандың Тәтешле районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 98 кеше[1]. Почта индексы — 452832, ОКАТО коды — 80250810006.

Ауыл
Яңы Соҡор
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башҡортостан

Муниципаль район

Тәтешле районы

Координаталар

56°19′25″ с. ш. 55°36′46″ в. д.HGЯO

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

02, 102

ОКАТО коды

80 250 810 006

ОКТМО коды

80 650 410 126

Картаны күрһәтергә/йәшерергә
Яңы Соҡор (Рәсәй)
Яңы Соҡор
Яңы Соҡор
Яңы Соҡор (Башҡортостан Республикаһы)
Яңы Соҡор

Халыҡ һаны

үҙгәртергә

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль ( 26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар
2002 йыл 9 октябрь
2010 йыл 14 октябрь 98 50 48 51,0 49,0

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу (2002) мәғлүмәте буйынса — күпселек башҡорттар (94 %) йәшәй[2].

Географик урыны

үҙгәртергә

Әри йылғаһы (Беүә йылғаһы ҡушылдығы) буйында урынлашҡан ауыл.[3]

  • Район үҙәгенә тиклем (Тәтешле): 30 км
  • Ауыл советы үҙәгенә тиклем (Аҡсәйет): 8 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Көйәҙе): 15 км

Ауыл тарихы

үҙгәртергә

Ауылға 18 быуат аҙағында Бөрө өйәҙе Ирәкте улусы Соҡор ауылы (хәҙерге Иҫке Соҡор ауылы) башҡорттары ерҙәрендә нигеҙ һалына.[3], 1775 йылға тиклем ауыл иҫәпләнмәй. Яңы Соҡор ауылы исеме үк белдереп тора. 1795 йылғы ревизия ауылда 8 йортта 20 ир-ат һәм 18 ҡатын-ҡыҙ йәшәй тип теркәгән. Халыҡтың һәммәһе лә аҫаба башҡорт булған. Ауыл киләсәктә лә бер милләтле халыҡ булып һаҡланған. Мәҫәлән, 1811 йылда - 39, 1816 йылда - 45, 1834 йылда - 87, 1850 йылда - 105, 1859 йылда - 171, 1870 йылда - 206, 1920 йылда 482 башҡорт йәшәгән.[4]

Һылтанмалар

үҙгәртергә
  • Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник. — Уфа: ГУП РБ Издательство «Белая Река», 2007. — 416 с.— ISBN 978-5-87691-038-7(рус.)
  • Асфандияров А. З. История сел и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. Уфа: Китап, 2009. — 744 с. ISBN 978-5-295-04683-4 (рус.)

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә