Вәрәшбаш (Татарстан)

Вәрәшбаш — Рәсәй Федерацияһы Татарстан Республикаһының Мөслим районындағы ауыл. Вәрәшбаш ауыл биләмәһенең административ үҙәге.

Ауыл
Вәрәшбаш
татар. Вәрәшбаш
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Татарстан

Муниципаль район

Мөслим

Ауыл биләмәһе

Вәрәшбаш

Координаталар

55°21′ с. ш. 53°15′ в. д.HGЯO

Халҡы

330 человек (2000)

Милли состав

татарҙар[1]

Сәғәт бүлкәте

UTC+4

Почта индексы

423979 

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

-

Код ОКАТО

922 428 170 01 

Код ОКТМО

92 642 417 101

Картаны күрһәтергә/йәшерергә
Вәрәшбаш (Рәсәй)
Вәрәшбаш
Вәрәшбаш
Вәрәшбаш (Татарстан) (Татарстан)
Вәрәшбаш

Географик урынлашыуы үҙгәртергә

Ауыл Вәрәш йылғаһы буйында, Мөслим ауылынан төньяҡҡа табан 9 км алыҫлыҡта урынлашҡан[1].

Тарихы үҙгәртергә

Вәрәшбаш (Шилселе) — ирәкте (табын) ырыуы башҡорттарының ауылы[2]. 1815 йылда нигеҙләнгән[3]. 11-се башҡорт кантоны, Ырымбур губернаһы Минзәлә өйәҙе Ирәкте улусы составында була. 1865 йылда был өйәҙ Өфө губернаһына инә.

1848 йылда һәм артабанғы йылдарҙа мәсет һәм мәктәп; 1870 йылда 3 һыу тирмәне теркәлгән[3][1].

1920 йылдан Татар АССР-ының Минзәлә кантоны, 1930 йылдан — Мөслим районы, 1963 йылдан — Сарман районы, 1965 йылдан — йәнә Мөслим районы составына керә[1].

Халҡы үҙгәртергә

1816 йылда ир енесле 65 башҡорт; 1848 йылда — 214 башҡорт һәм типтәр; 1859 йылда — 320 башҡорт һәм типтәр; 1870 йылда — 387 башҡорт, 53 типтәр; 1912 йылда — 485 башҡорт, 578 типтәр йәшәй[3].

Йылдар буйынса халыҡ иҫәбе
(Сығанаҡ: [1])
18701897192019261938194919581970197919892000
44087811691157975738630609626374330

Инфраструктура үҙгәртергә

Игенселек, малсылыҡ үҫешкән. Мәктәп, мәҙәниәт йорто, китапхана бар[1].

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. 1,0 1,1 1,2 1,3 1,4 1,5 Татарская энциклопедия.
  2. История башкирских родов. Иректы. Том 12 / С. И. Хамидуллин, Ю. М. Юсупов, Р. Р. Шайхеев, И. Р. Саитбатталов, В. Г. Волков, А. А. Каримов, А. М. Зайнуллин, Б. С. Арманшин, В. Н. Муратова, Ф. Ф. Гайсина, Г. Ю. Галеева, Г. Д. Султанова. — Уфа: ГУП РБ Уфимский полиграфкомбинат, 2015. — С. 120. — 456 с. — ISBN 978-5-85051-645-1.
  3. 3,0 3,1 3,2 Асфандияров А. З. Аулы мензелинских башкир. — Уфа: Китап, 2009. — С. 512—515. — 600 с. — ISBN 978-5-295-04952-1.