Яңғыҙнарат (Тәтешле районы)
Яңғыҙнарат (рус. Ялгыз-Нарат) — Башҡортостандың Тәтешле районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 462 кеше[1].
Ауыл | |
Яңғыҙнарат | |
Ил | |
---|---|
Федерация субъекты | |
Муниципаль район | |
Координаталар | |
Сәғәт бүлкәте | |
Һанлы танытмалар | |
Автомобиль коды |
02, 102 |
ОКАТО коды | |
ОКТМО коды | |
ГКГН номеры | |
Почта индексы — 452845, ОКАТО коды — 80250865001.
Халыҡ һаны
үҙгәртергәБөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
Иҫәп алыу йылы һәм көнө | Бөтә халыҡ | Ир-егеттәр | Ҡатын-ҡыҙҙар | Ир-егеттәр өлөшө (%) | Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%) |
1897 йыл 9 февраль ( 26 ғинуар) | |||||
1920 йыл 26 август | |||||
1926 йыл 17 декабрь | |||||
1939 йыл 17 ғинуар | |||||
1959 йыл 15 ғинуар | |||||
1970 йыл 15 ғинуар | |||||
1979 йыл 17 ғинуар | |||||
1989 йыл 12 ғинуар | |||||
2002 йыл 9 октябрь | |||||
2010 йыл 14 октябрь | 462 | 233 | 229 | 50,4 | 49,6 |
Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.
- 1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
- 1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
Ауылдағы халыҡ һаны буйынса мәғлүмәтте халыҡ иҫәбе буйынса алыу урынлы. Бөтә ил күләмендә үткән 1897, 1920, 1939, 1959, 1970, 1979, 1989, 2002, 2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса мәғлүмәттәр бар һәм асыҡ ҡулланыуҙа табырға була. Ҡайһы бер китаптарҙы электрон төрҙә асып ҡарап була. 1926 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса һәр ауыл тураһында мәғлүмәт осрағаны юҡ әле. Унан башҡа Өфө виләйәтендә 1865, 1879, 1886 йылдарҙа урындағы халыҡ иҫәбе алынған. Тағы ла ревиз яҙмалары аша мәғлүмәт бар.
- 1859 һәм 1865 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.I. Уфимская губерния, 1877. — Уфа:Китап, 2002. — 432 с. ISBN 5-295-03188-8 (ч. I). ISBN 5-295-03133-0.
- Өфө виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1859 һәм 1865 йылдарға ҡарата бар.
- 1866 йыл — Список населенных мест. Ч. II. Оренбургская губерния, 1866. — Уфа: Китап, 2006. — 260 с. ISBN 5-295-03815-7 (ч. II). ISBN 5-295-03133-0.
- Ырымбур виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1866 йылға ҡарата бар.
- 1897 йыл — Перепись населения. т.45 кн.01 Уфимская губерния. Н.А.Тройницкий (ред.)(С.-Петербург, 1901)
- Был китапта Өфө виләйәте ауылдары буйынса мәғлүмәт бар. 500 кешенән күберек булған ауылдар исемлеге.
- 1920 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.III. Башреспублика, 1926. — Уфа. Китап, 2002. — 400 с. ISBN 5-295-03091-1 (ч. III). ISBN 5-295-03133-0.
- Был китап 1926 йылға ҡарата төҙөлгән, әммә халыҡ иҫәбе 1920 йылға ҡарата бирелгән.
- 1939 йыл — БАССР. Административно-территориальное деление на 1 июня 1940 года – Уфа:Государственное издательство, 1941. – 387 с.
- Был китапта 1939 йылғы иҫәп алыу буйынса һәр ауыл буйынса мәғлүмәт бар.
- 1989 һәм 2002 йылдар — Башҡортостан Республикаһы ауылдарында 1989 һәм 2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны.
- 2010 йыл — Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- Население Башкортостана: XIX-XXI века: статистический сборник / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республики Башкортостан. — Уфа:Китап, 2008. — 448 с.: ил. ISBN 978-5-295-04439-7
- 1897 йылғы халыҡ иҫәбенән башлап ҡалалар, ҡала төрөндәге ҡасабалар, райондар, район үҙәктәре буйынса халыҡ һаны бар.
Географик урыны
үҙгәртергә- Район үҙәгенә тиклем (Тәтешле): 34 км
- Яҡындағы тимер юл станцияһы (Көйәҙе): 59 км
Ауыл тарихы
үҙгәртергәАуылға 18 быуат аҙағында Бөрө өйәҙе Ирәкте улусы Иҫке Соҡор ауылы башҡорттары ерҙәрендә нигеҙ һалынған.[2] Тибел йылғыһа буйында урынлашҡан ауылдың икенсе исеме Хәмит. Иҫке Соҡор ауылының бүлендеге. IV (1783 йыл) һәм V (1795 йыл) ревизиялар араһында үҙ аллы торамаға әйләнә. V ревизия был бүлендек ауыл итеп һанаған, унда 67 аҫаба башҡорт, йәғни Ирәкте аҫаба ерҙәре хужаларының 11 йорто булған. [3]
1816 йылда 18 йортта 47 ир кеше иҫәпкә алынған. Мәсет барлығы күрһәтелгән. VIII ревизия һөҙөмтәһендә 24 йортта 145 башҡорт күрһәтелгән. 1859 йылда 44 йортта 242 аҫаба иҫәпкә алына. 1870 йылғы мәғлүмәттәр буйынса бында 52 йорт һәм 275 кеше йәшәгән. Мәсет һәм уның эргәһендә мәктәп эшләгән. 1920 йылғы халыҡ иҫәбен алыу 146 йортта 744 башҡортто күрһәткән.
Ривизия мәғлүмәттәренән күренеүенсә, ауыл бер милләтле булған. Ауылдың икенсе исеменә килгәндә, ул, һис шикһеҙ, Соҡор ауылында йәшәүсе Хәмит Шәрип улы Кейеков менән бәйле. Ул 1775 йылдың 5 декабрендә Өфө сауҙагәре Подьячевтан 300 һумлыҡ тауарҙы бурысҡа алыуы менән билдәле.
Ауыл хужалығы тураһында 1842 йылғы мәғлүмәттәр буйынса 145 башҡортҡа 240 бот ужым һәм 264 бот яҙғы иген сәселгән. 2 тирмән булған. 22 йортҡа (145 кеше) 59 ат, 64 һыйыр, 78 һарыҡ, 72 кәзә тура килгән. Умартасылыҡ менән дә шөғөлләнгәндәр.[3]
Башҡорт энциклопедияһындағы 2002 йылғы мәғлүмәткә ярашлы, ауылда башҡорттар йәшәй, урта мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана, мәсет бар.[2]
Ҡыҙыҡлы факттар
үҙгәртергә1783 йылғы зауряд-сотник Зөлҡәрнәй Сәлимкәевтың 1812 йылғы Ватан һуғышында ҡатнашҡан. Ул 10-сы башҡорт полкы составында Пруссия биләмәһендә һуғышҡан. «1812 йылғы Ватан һуғышы иҫтәлегенә» көмөш миҙалы алған. Уның улдарының исемдәре лә билдәле: Фазулла, Нәсибулла, Фәтҡулла, Ғәләүетдин. Ветеран 1842 йылда һуғышта ҡатнашыусыларҙы иҫәпкә алғанда иҫән булған.[3]
Билдәле шәхестәре
үҙгәртергә- Алпаев Зөлҡәрнәй Сәлимкәй улы (1783 — ?) — зауряд-сотник. 1812 йылғы Ватан һуғышында һәм 1813—1814 йылдарҙағы рус армияһының сит ил походтарында ҡатнашыусы.
- Кәримов Ҡәүи Кәрим улы (1947 т.) — тарихсы. Тарих фәндәре докторы (2000), профессор (2001). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы (1993), СССР‑ҙың мәғариф отличнигы (1990), Башҡортостан Республикаһының белем биреү отличнигы (1997), РФ-тың почётлы юғары профессональ белем биреү хеҙмәткәре (2006).
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Яңғыҙнарат (Тәтешле районы) // Башкирская энциклопедия. — Уфа: ГАУН РБ «Башкирская энциклопедия», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-306-8. (рус.)
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- ↑ 2,0 2,1 Яңғыҙнарат (Тәтешле районы) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ 3,0 3,1 3,2 Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — ISBN 978-5-295-04683-4. стр.307
Портал «Башҡортостан ауылдары» | |
Башҡортостан Республикаһы Законы (№ 22-з, 16 июль, 2008 йыл.) Викикитапханала | |
Проект «Башҡортостан ауылдары» |