Салауз-Мухан
Салауз-Мухан[2] (Салауыз; татар. Салауз-Мухан, рус. Салауз-Мухан) — Рәсәй Федерацияһы Татарстан Республикаһы Мөслим районы ауылы.
Салауз-Мухан | |
Дәүләт | Рәсәй |
---|---|
Административ-территориаль берәмек | Митряевское сельское поселение[d][1] |
Почта индексы | 423991 |
География
үҙгәртергәАуыл Ыҡ йылғаһы буйында, Мөслим ауылынан көньяҡ-көнсығышҡа табан 7 км алыҫлыҡта урынлашҡан[3].
Тарих
үҙгәртергәАуылға ирәкте ырыуы башҡорттары нигеҙ һала. Һуңыраҡ ауылда керҙәш булып башҡорттарҙың ҫарайлы-мең ырыуы вәкилдәре төпләнә. 1701 йылдан билдәле. Ауыл Ирәкте улусының Абдулбин түбәһенә ҡарай, һуңыраҡ был улус Ырымбур губернаһы Минзәлә өйәҙенә ҡарай. 1865 йылда Минзәлә өйәҙе Өфө губернаһына инә[4].
XX быуат башында мәсет, мәктәп, һыу тирмәне теркәлгән[3].
1920 йылда ауыл яңы ойошторолған Татар АССР-ының Минзәлә кантоны составына керә. 1930 йылдан Мөслим районы, 1963 йылдан — Сарман районы, 1965 йылдан — йәнә Мөслим районы составында була[3].
Халҡы
үҙгәртергә1816 йылда ауылда 17 башҡорт (ир затлы) һәм 79 типтәр, 1870 йылда — 446 башҡорт, 1912 йылда — 22 башҡорт һәм 1002 типтәр иҫәпләнгән[4].
1870 | 1897 | 1920 | 1926 | 1938 | 1949 | 1958 | 1970 | 1989 | 2002 | 2008 |
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
446 | 812 | 1026 | 1001 | 866 | 663 | 522 | 864 | 522 | 434 | 405 |
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ ОКТМО (урыҫ)
- ↑ Камалов А. А., Камалова Ф. У. Атайсал. — Уфа: Башкирское издательство «Китап», 2001. — С. 394. — 544 с. — ISBN 5-295-02882-8.
- ↑ 3,0 3,1 3,2 3,3 Татарская энциклопедия.
- ↑ 4,0 4,1 Асфандияров А. З. Аулы мензелинских башкир. — Уфа: Китап, 2009. — С. 536—537. — 600 с. — ISBN 978-5-295-04952-1.