Ҡатмыш (Мөслим районы)
Ҡатмыш (Вәрәш-Ҡатмыш; татар. Катмыш, рус. Катмыш) — Рәсәй Федерацияһы Татарстан Республикаһы Мөслим районы ауылы.
Ҡатмыш | |
Дәүләт | Рәсәй |
---|---|
Административ-территориаль берәмек | Муслюмовское сельское поселение[d][1] |
Почта индексы | 423970 |
География
үҙгәртергәАуыл Ҡатмыш күле буйында, Мөслим ауылынан төньяҡ-көнбайышҡа табан 3 км алыҫлыҡта урынлашҡан[2].
Тарих
үҙгәртергәАуылға ирәкте ырыуы башҡорттары нигеҙ һала. Ауыл Ирәкте улусына ҡарай, һуңыраҡ был улус Ырымбур губернаһы Минзәлә өйәҙенә ҡарай. 1865 йылда Минзәлә өйәҙе Өфө губернаһына инә. 1866 йылда ырыу улустары бөтөрөлгәс, ауыл Ирәкте административ-территориаль улусы составына керә[3].
1920 йылда ауыл яңы ойошторолған Татар АССР-ының Минзәлә кантоны составына керә. 1930 йылдан Мөслим районы, 1963 йылдан — Сарман районы, 1965 йылдан — йәнә Мөслим районы составында була[2].
Халҡы
үҙгәртергә1859 йылда ауылда 59 ир затлы керҙәштәр һәм дәүләт крәҫтиәндәре; 1912 йылда — 221 дәүләт крәҫтиәндәре (башҡорттарҙан һәм татарҙарҙан) һәм 12 керҙәш башҡорт иҫәпләнгән[3].
1870 | 1913 | 1920 | 1926 | 1938 | 1949 | 1958 | 1970 | 1979 | 1989 | 2002 |
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
135 | 233 | 268 | 206 | 244 | 268 | 224 | 222 | 210 | 187 | 203 |
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ ОКТМО (урыҫ)
- ↑ 2,0 2,1 2,2 Татарская энциклопедия.
- ↑ 3,0 3,1 Асфандияров А. З. Аулы мензелинских башкир. — Уфа: Китап, 2009. — С. 525—526. — 600 с. — ISBN 978-5-295-04952-1.