Юғары Табын[2] (татар. Югары Табын, рус. Верхний Табын) — Рәсәй Федерацияһы Татарстан Республикаһы Мөслим районы ауылы.

Юғары Табын
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Нижнетабынское сельское поселение[d][1]
Почта индексы 423977
Карта

География үҙгәртергә

Ауыл Табын йылғаһы буйында, Мөслим ауылынан төньяҡ-көнбайышҡа табан 18 км алыҫлыҡта урынлашҡан[3].

Тарих үҙгәртергә

Ауылға ҫарайлы-мең ырыуы башҡорттары нигеҙ һала. Ауыл Ҫарайлы-Мең улусына ҡарай, һуңыраҡ был улус Ырымбур губернаһы Минзәлә өйәҙенә ҡарай. 1865 йылда Минзәлә өйәҙе Өфө губернаһына инә. 1866 йылда ырыу улустары бөтөрөлгәс, башта ауыл Ирәкте, ә артабан Нөркәй административ-территориаль улусы составына керә[4].

XX быуат башында 2 хужалыҡ магазины, 3 бакалея кибет, 2 мәсет, мәктәп теркәлгән[4][3].

1920 йылда ауыл яңы ойошторолған Татар АССР-ының Минзәлә кантоны составына керә. 1930 йылдан Мөслим районы, 1963 йылдан — Сарман районы, 1965 йылдан — йәнә Мөслим районы составында була[3].

Халҡы үҙгәртергә

1795 йылда ауылда 135 башҡорт; 1859 йылда — 436 башҡорт, типтәр һәм дәүләт крәҫтиәне; 1912 йылда — 1022 башҡорт иҫәпләнгән[4].

Йылдар буйынса халыҡ иҫәбе
(Сығанаҡ: [3])
17951859187018971912192019261938194919581970197919892000
13543650182710221109845899671546526458399380

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. ОКТМО (урыҫ)
  2. Камалов А. А., Камалова Ф. У. Атайсал. — Уфа: Башкирское издательство «Китап», 2001. — С. 395. — 544 с. — ISBN 5-295-02882-8.
  3. 3,0 3,1 3,2 3,3 Татарская энциклопедия.
  4. 4,0 4,1 4,2 Асфандияров А. З. Аулы мензелинских башкир. — Уфа: Китап, 2009. — С. 546-549. — 600 с. — ISBN 978-5-295-04952-1.