Метрәй (Мөслим районы)

Метрәй — Рәсәй Федерацияһы Татарстан Республикаһының Мөслим районындағы ауыл. Метрәй ауыл биләмәһенең административ үҙәге.

Ауыл
Метрәй
татар. Метрәй
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Татарстан

Муниципаль район

Мөслим

Ауыл биләмәһе

Метрәй

Координаталар

55°14′ с. ш. 53°20′ в. д.HGЯO

Халҡы

612 человек (2002)

Милли состав

татарҙар[1]

Сәғәт бүлкәте

UTC+4

Почта индексы

423310 

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

-

Код ОКАТО

92 202 812 002

Код ОКТМО

92 642 435 101

Номер в ГКГН

0158603

Картаны күрһәтергә/йәшерергә
Метрәй (Рәсәй)
Метрәй
Метрәй
Метрәй (Мөслим районы) (Татарстан)
Метрәй

Географик урынлашыуы

үҙгәртергә

Ауыл Ҡаҙансы йылғаһы буйында, Мөслим ауылынан көнсығышҡа табан 4 км алыҫлыҡта урынлашҡан[1].

Метрәй — ирәкте (табын) ырыуы башҡорттарының ауылы[2]. XVIII быуаттың 1-се яртыһында нигеҙләнгән[1]. 11-се башҡорт кантоны, Ырымбур губернаһы Минзәлә өйәҙе Ирәкте улусы составында була. 1865 йылда был өйәҙ Өфө губернаһына инә.

ХХ быуат башында ауылда 2 мәсет, 2 мәктәп, 3 һыу тирмәне, хужалыҡ магазины, 3 бакалея кибете теркәлгән[3][1].

1920 йылдан Татар АССР-ының Минзәлә кантоны, 1930 йылдан — Мөслим районы, 1963 йылдан — Сарман районы, 1965 йылдан — йәнә Мөслим районы составына керә[1].

1795 йылда ир енесле 107 башҡорт; 1816 йылда — 139 башҡорт, 8 типтәр; 1834 йылда — 206 башҡорт, 9 типтәр; 1859 йылда — 411 башҡорт (шуларҙың 10-һы сығышы менән Вятка губернаһы Сарапул өйәҙенең байлар ырыуы салағош түбәһе башҡорттарынан); 1870 йылда — 509 башҡорт ; 1912 йылда — 1088 аҫаба башҡорт, 229 типтәр йәшәй[3].

Йылдар буйынса халыҡ иҫәбе
(Сығанаҡ: [1])
18701897191319201926193819581970197919892002
5099491317129812481460750864703653612

Инфраструктура

үҙгәртергә

Игенселек, малсылыҡ үҫешкән. Мәктәп, мәҙәниәт йорто, китапхана бар[1].

Билдәле шәхестәре

үҙгәртергә
  • Ибраев Йәрмөхәмәт Әлмөхәмәт улы — йорт старшинаһы, зауряд-сотник. 3-сө башҡорт полкы составында 1806—1807 йылдарҙа Францияға ҡаршы Пруссия кампанияһында ҡатнаша[3].

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. 1,0 1,1 1,2 1,3 1,4 1,5 1,6 Татарская энциклопедия.
  2. История башкирских родов. Иректы. Том 12 / С. И. Хамидуллин, Ю. М. Юсупов, Р. Р. Шайхеев, И. Р. Саитбатталов, В. Г. Волков, А. А. Каримов, А. М. Зайнуллин, Б. С. Арманшин, В. Н. Муратова, Ф. Ф. Гайсина, Г. Ю. Галеева, Г. Д. Султанова. — Уфа: ГУП РБ Уфимский полиграфкомбинат, 2015. — С. 120-121. — 456 с. — ISBN 978-5-85051-645-1.
  3. 3,0 3,1 3,2 Асфандияров А. З. Аулы мензелинских башкир. — Уфа: Китап, 2009. — С. 531—533. — 600 с. — ISBN 978-5-295-04952-1.