Википедия:Ҡыҙыҡ мәғлүмәт/Архив/2017
Архив: 2013 | 2014 | 2015 | 2016 | 2017 | 2018 | 2019 | 2020 | 2021 |
ғинуар 2017
үҙгәртергә- Мәскәүҙәге кенәз Владимир, Столыпин, Чехов, Александр I һәйкәлдәрен башҡорт сығышлы скульптор Салауат Щербаков эшләгән.
- Республикала йөрәккә тәүге операция 1935 йылда хирург Нурлығаян Байтирәков тарафынан башҡарыла.
- Кинорежиссёр Нәсүр Йөрөшбаев һәм Германияла йәшәүсе рәссам Ирек Баишев Халыҡтарҙың 1813 йылғы һуғышы ҡатнашҡан башҡорт яугирҙарына Лейпцигта һәйкәл ҡуя (һүрәтте ҡарағыҙ).
- Исмәғил Бикмөхәмәттең Һиндостанға сәйәхәте 30 йылға һуҙылып китә.
- Тирмән ташы тәгәрмәстән алдараҡ барлыҡҡа килгән тигән фекер бар. Тирмән ташына ҡарап тәгәрмәс эшләй башлаған булыуҙары ла ихтимал.
- Африкалағы Конго йылғаһы экваторҙы ике мәртәбә киҫеп үтә.
30 апрель — 2 июль 2017
үҙгәртергә- «Башҡортостан» милли паркы биләмәһендәге Иманай мәмерйәһендә ғалимдар мәмерйә арыҫланы, ҡыҙыл бүре, гималай айыуы, йөнтәҫ мөгөҙморон һәм дикобраздың һөйәктәрен таба.
- Боронғо төркиҙәрҙең ҡырлап, өсмөйөшләп яҙылған алфавитын боронғо германдарҙың имләһе һымаҡ рун яҙыуы тип атайҙар.
- ВКП(б)-ның Башҡортостан өлкә комитеты һәм БАССР-ҙың Халыҡ комиссарҙары советы яңы ойоштороласаҡ Салауат Юлаев исемендәге 1292-се Башҡорт танкыға ҡаршы истребитель артиллерия полкын ут тотоу ҡеүәтен көсәйтеү маҡсатында 16-сы Башҡорт гвардия кавалерия дивизияһына тапшырылыуын һорап СССР-ҙың Оборона халыҡ комиссарына мөрәжәғәт итә, әммә был ниәт тормошҡа ашырылмай ҡала.
- Свердловск киностудияһы «Совет Уралы» («Советский Урал») киножурналы өсөн башҡорт макизары хаҡында документаль фильм төшөргән.
- Саҡмағош батыры Беренсе донъя һәм Граждандар һуғыштарында, 1921—1922 йылдарҙа Урта Азияла баҫмасыларҙың ҡораллы көстәрен юҡ итеүҙә, 1938 йылғы Хәсән күле буйында совет‑япон ҡораллы конфликтында, 1939—1940 йылдарҙа совет-фин һәм Бөйөк Ватан һуғыштарында ҡатнашҡан.
- Әлеге ваҡытта Башҡортостанда 229 махсус һаҡланыусы тәбиғәт биләмәһе, шул иҫәптән 3 ҡурсаулыҡ, 1 милли парк, 5 тәбиғәт паркы, 29 заказник, 182 тәбиғәт ҡомартҡыһы, 1 ботаник баҡса, 7 дауалау-һауыҡтырыу урындары һәм курорты бар.
- Евро валютаһы банкноттары дизайнын австрия рәссамы Роберт Калина уйлап тапҡан. Артабан ул Босния һәм Герцеговина маркаһы, Сүриә фунты (2010 йылдағы модификация), Әзербайжан манаты банкноттары дизайнын тәҡдим итә.
- Ҡарман ДРЭС-ы эргәһендә балыҡсылыҡ хужалығында йылына 700 кг бикре ыуылдырығы етештерелә.
- «Көтөлмәгәнлек тик яҡшы әҙәбиәттә булмай, ә Тормош мәғәнәһеҙ ваҡиғалар менән тулы». Ремарк Эрих Мария, Триумф аркаһы (1945).
- Java телендә яҙылған программалар виртуаль Java-машина (JVM) башҡара торған байт-кодҡа «тәржемә» ителә. Java-машина — интерпретатор кебе, бай-кодты эшкәртеп, инструкцияларҙы компьютерға тапшыра. Программаларҙың бындай юл менән эшләүе байт-кодтың компьютер архитектураһынан һәм операцион системала бәйһеҙлеген килтерә. Шуның өсөн Java-Java программа-машина булған барлыҡ йыһаздарҙа ла башҡарыла ала.
- Хәҙерге әзербайжан әлифбаһы төрөк әлифбаһы нигеҙендә төҙөлгән. Ул 32 хәрәфтән тора. Шул иҫәптән 29 хәреф төрөк әлифбаһынан, 3 хәреф телдең үҙенсәлекле өндәрен билдәләй — Ә ә, Х Х, Q q хәрефтәре.
25 август 2017
үҙгәртергә- Ғалимдар фекеренсә башҡорт этнонимы «биш ҡәбилә, биш уғыр» тип аңлатылған һәм beshgur, bashgur формаларынан барлыҡҡа килгән. Хәҙерге телдәге Sh өнөнөң болғар телендәге L өнөнә тура килеүе нигеҙендә, башҡорт (bashgur) һәм булғар (bulgar) этнонимдары эквивалентлы булып тора.
- Беҙҙең эраға тиклем VII—VI меңлеккә ҡараған Муллино II һәм Дәүләкән II торамаларында йорт атының иң боронғо ҡалдыҡтары табылған. Был йылҡы малының тәүге тапҡыр Көньяҡ Уралда ҡулға эйәләштерелеүен дәлилләй.
- Һундарҙың юлбашсыһы Аттила уға туғандаш булған халыҡ — башҡорттар менән килешеү төҙөгән.
- Ырымбур өлкәһенеӊ Кваркен ауылы исеменең барлыҡҡа килеүе Финляндия һәм Швеция араһындағы Ботния ҡултығының Кваркен утрауҙары атамаһына бәйле. Ауылға был исемде 1808—1809 йылдарҙағы Рус-швед һуғышында ҡатнашҡан яйыҡ казактары биргән.
- Конго йылғаһыныӊ уӊ ярында Конго Республикаһының баш ҡалаһы Браззавиль урынлашҡан. Уныӊ ҡаршыһында, йылғаныӊ һул ярында, Конго Демократик Республикаһының баш ҡалаһы Киншаса урынлашҡан.
- Латин яҙыуы нигеҙендәге башҡорт алфавитында хәҙер «и» хәрефе менән билдәләнгән ҡалын өнгә ьj (мәҫәлән, sagьjr — шағир), ә нәҙегенә i (мәҫәлән, ike — ике) тура килгән. Был алфавитта башҡорт телендәге барлыҡ 10 һуҙынҡы өндөң дә билдәләмәһе булған.
14 cентябрь 2017
үҙгәртергә- Һынташты мәҙәниәтенә ҡараған Арҡайым ҡаласығында кешеләр беҙҙең эраға тиклем 3-сө мең йыллыҡ аҙағы — 2-се мең йыллыҡ башында көн иткән.
- XVI быуатта ирәкте ҡәбиләһенең башлығы Иҫән хан балыҡсы, гәрә, ирәкте, ҡайпан, байҡы, таҙлар һәм уран башҡорт ырыуҙары һәм ҡәбиләләре берләшмәһенең етәксеһе булған.
- Бал ҡорто һауаға үҙенең ауырлығынан 6 тапҡыр ҙурыраҡ йөктө күтәрә ала.
- 1979 йылда Бельгия астрономы А. Дебеоне тарафынан асылған Салауат бәләкәй планетаһы Ҡояштан уртаса 392 миллион километр, ә Ерҙән яҡынса 201 миллион километр алыҫлыҡта урынлашҡан.
- Башҡортостан Республикаһының географик үҙәге Ағиҙел һәм Еҙем йылғалары араһында Ғафури районы Ерек ауылы эргәһендә урынлашҡан.
- Бөйөк Ватан һуғышы барышында ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Муса Гәрәев 250-нән ашыу хәрби осош яһай.
- Өфөлә тәүге кино сеансы 1901 йылда була, ә тәүге даими эшләүсе кинотеатр 1908 йылда асыла.
- «Шайморатов генерал» йырының авторы башҡорт теленең стилистикаһы һәм грамматикаһы буйынса хеҙмәттәр яҙа.
- Мөфтөй Мөхәмәтйәр Солтанов, башҡорт милли-азатлыҡ эшмәкәре Искәндәрбәк Солтанов һәм музыка белгесе Мөхәммәтмансур Солтанов сығышы менән башҡорт дворян нәҫеле Солтановтарҙан булғандар.
октябрь 2017
үҙгәртергә- 100 йыл элек 1917 йылдың 15 (28) ноябрендә Башҡорт үҙәк шураһы Башҡортостан автономияһы ойошторолоуы тураһында 2-се һанлы фарман сығара һәм 16 (29) ноябрендә бының тураһында иғлан итә. Шул уҡ йылдың декабрендә милли-территориаль автономия III Бөтә башҡорт ҡоролтайы тарафынан раҫлана.
- Ғалимдар фекеренсә башҡорт этнонимы «биш ҡәбилә, биш уғыр» тип аңлатылған һәм beshgur, bashgur формаларынан барлыҡҡа килгән. Хәҙерге телдәге Sh өнөнөң болғар телендәге L өнөнә тура килеүе нигеҙендә, башҡорт (bashgur) һәм булғар (bulgar) этнонимдары эквивалентлы булып тора.
- Беҙҙең эраға тиклем VII—VI меңлеккә ҡараған Мулла II һәм Дәүләкән II торамаларында йорт атының иң боронғо ҡалдыҡтары табылған. Был йылҡы малының тәүге тапҡыр Көньяҡ Уралда ҡулға эйәләштерелеүен дәлилләй.
- Һундарҙың юлбашсыһы Аттила уға туғандаш булған халыҡ — башҡорттар менән килешеү төҙөгән.
- Конго йылғаһыныӊ уӊ ярында Конго Республикаһының баш ҡалаһы Браззавиль урынлашҡан. Уныӊ ҡаршыһында, йылғаныӊ һул ярында, Конго Демократик Республикаһының баш ҡалаһы Киншаса урынлашҡан.
- Латин яҙыуы нигеҙендәге башҡорт алфавитында хәҙер «и» хәрефе менән билдәләнгән ҡалын өнгә ьj (мәҫәлән, sagьjr — шағир), ә нәҙегенә i (мәҫәлән, ike — ике) тура килгән.
ноябрь 2017
үҙгәртергә- Беренсе штрих-код һағыҙ төргәгенә баҫтырылған булған.
- Ишембай районы биләмәһендә урынлашҡан Левашёв ҡәберлеге Уралда тәүге мосолман археологик ҡомартҡыһы тип иҫәпләнә.
- XVIII быуатта диңгеҙселәр көнөнә 30 г лимон һуты эсергә тейеш булған.
- Марсель Сәлимов беренсе шиғырын 1957 йылда 2 синыфта уҡығанда мәктәп стена гәзетаһы өсөн яҙа.
- Гиннесстың рекордтар китабына ингән иң ҙур ҡыҫтыбыйҙы 2011 йылда Өфөлә «Аҡбуҙат» рестораны ашнаҡсылары бешерә.