112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы
112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы — 1941 йылдың декабрендәге И. В. Сталин бойороғо буйынса ойошторолған дивизия. Дивизия командиры итеп 42 йәшлек тәжрибәле кадровый офицер полковник Миңлеғәле Шайморатов тәғәйенләнә. 1943 йылдың 14 февраленән 16-сы гвардия кавалерия дивизияһы, 1943 йылдың 21 сентябренән 16-сы Чернигов гвардия кавалерия дивизияһы исемендә.
112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы | ||||||
112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы | ||||||
Наградалары: |
| |||||
---|---|---|---|---|---|---|
Ғәскәр: | ||||||
Ғәскәр төрө: | ||||||
Ойошторолған: | ||||||
Һуңынан килеүсе: |
Булдырыу тарихы
үҙгәртергәДивизия төҙөлөп бөткәндә уның составындағы яугирҙарҙың 81,4 проценты — башҡорттар, 14,5 проценты — татарҙар, 3,3 проценты урыҫтар һәм башҡа милләт вәкилдәре була.
1941 йылдың 25 декабрендә полковник Миңлеғәле Шайморатов дивизия командиры вазифаһын үтәй башлай. Артабан 1942 йылдың ғинуарына тиклемге ваҡыт эсендә полктарҙың фронттан һәм башҡа хәрби округтарҙан саҡыртылған даими командирҙары — майор Таһир Күсимов, майор Гәрәй Нафиҡов, майор Ғариф Макаев дивизия ҡарамағына килә.
1942 йылдың апреленән 1943 йылдың февраленә ҡәҙәр дивизияның башҡорт телендә үҙ баҫмаһы — «Ҡыҙыл атлылар» гәзите сыға.
1942 йылдың 22 мартында БАССР-ҙың Юғары Советы Президиумы рәйесе Рәхим Ибраһимов дивизияға БАССР Юғары Советы Президиумы һәм Халыҡ Комиссарҙары Советының байрағын тапшыра.
Хәрби юлы
үҙгәртергә1942 йылдың 2 июленән дивизия Брянск фронтының 3-сө армияһы составында хәрби хәрәкәттәрҙә, Сталинград һуғышында ҡатнаша. Күрһәткән батырлыҡтары өсөн дивизияның 213 һалдаты һәм командиры хөкүмәт наградаларына лайыҡ була.
Дивизия 400 километрҙан ашыу хәрби юл үтеп, йөҙҙән ашыу ауыл-ҡаланы азат итеүҙә ҡатнаша, 3000 тиерлек дошман һалдатын һәм офицерын, 56 танкыһын, 6 самолетын, 6000 автомашинаһын юҡ итә.
1942 йылдың 10 июлендә 294-се полк командиры майор Гәрәй Нафиҡов һәләк була.
1943 йылдың 14 февралендә 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы «16-сы гвардия кавалерия дивизияһы» итеп үҙгәртелә.
1943 йылдың 23 февралендә дивизия командиры генерал-майор М. Шайморатов һәләк була. Дивизия менән полковник Григорий Белов етәкселек итә башлай.
1943 йылдың 21 сентябрендә Черниговты азат итеүҙә күрһәткән батырлығы өсөн дивизияға «Чернигов» исеме бирелә.
Днепр янындағы яуҙа ҡатнашҡан өсөн дивизияның 1,4 мең һалдаты һәм командиры орден һәм миҙалдар менән бүләкләнә, 54 кеше «Советтар Союзы Геройы» исеменә лайыҡ була.
1943 йылдың ноябрендә Белоруссия ҡалаларын һәм ауылдарын азат итеүҙә, 1944 йылдың 8 ғинуарынан 14-енә тиклем Мозырь рейдында ҡатнаша һәм Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән наградлана.
Украина ҡалаларын һәм ауылдарын азат итеүҙә ҡатнашҡан өсөн дивизия — II дәрәжә Суворов ордены, ә 58-се һәм 62-се гвардия атлылар полкы, 60-сы гвардия атлылар полкы һәм 148-се артиллерия-миномётсылар полкы, Томашув-Мазовецкий ҡалаһын азат итеүҙә ҡатнашҡан өсөн Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән наградлана.
1945 йылдың 10 февраленән 4 апреленә тиклем дивизия — Көнсығыш Померан, 1945 йылдың 19 апреленән 5 майға тиклем Берлин стратегик операцияһында ҡатнаша. II дәрәжә Кутузов ордены менән наградлана.
Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында дивизия Дондан Эльбаға тиклем 4 мең километрҙан ашыуыраҡ ер үтә. Һуғышта күрһәткән ҡаһарманлығы өсөн Юғары Баш командующийҙың бойороҡтарында 15 тапҡыр билдәләнә. Ленин ордены менән бүләкләнә.
Командирҙары
үҙгәртергә- 1941 йылдың декабре — 1943 йылдың 23 феврале — полковник, 1942 йылдың ноябренән — генерал-майор Миңлеғәле Шайморатов
- 1943 йылдың феврале — 1945 йыл — полковник, 1943 йылдың октябренән — генерал-майор Г. А. Белов
Буйһоноу
үҙгәртергәДатаһы | Фронт (округ) | Армия | Корпус (группа) | Иҫкәрмәләр |
---|---|---|---|---|
июль 1942 йыл | Брянск фронты | 3-сө армия | 8-се кавалерия корпусы | |
октябрь 1942 йыл | Көньяҡ-Көнбайыш фронты | 5-се танк армияһы | 8-се кавалерия корпусы | |
2 февраль 1943 йыл | 3-сө гвардия армияһы | 7-се гвардия кавалерия корпусы | ||
15 апрель 1943 йыл — 30 август 1943 йыл | Баш командование ставкаһы резервы | 7-се гвардия кавалерия корпусы | ||
1943 йылдың авгусынан | 61-се армия | 7-се гвардия кавалерия корпусы | ||
март 1944 йыл | 47-се армия | 7-се гвардия кавалерия корпусы | ||
ғинуар 1945 йыл | 1-се Белорус фронты | 33-сө армия | 7-се гвардия кавалерия корпусы |
Полктар составы һәм командирҙары
үҙгәртергә(командирҙар буйынса мәғлүмәттәр етерлек түгел)
- 58-се гвардия Томашув Ҡыҙыл Байраҡ, Суворов ордены кавалерия полкы, булдырылған саҡта 275-се кавалерия полкы.
- 1942 йылдың ғинуарынан майор, һуңғараҡ полковник Кусимов Т. Т.
- 60-сы гвардия Ҡыҙыл Байраҡ, Суворов ордены кавалерия полкы, булдырылған саҡта 294-се кавалерия полкы.
- 1942 йылдың ғинуарынан 1942 йылдың 10 июленә тиклем майор Нафиҡов Г. А.
- 1943 йылдың апреленә (?) тиклем подполковник Фондеранцев Г. Е.
- 1943 йылдың июленән (?) подполковник Горлатов И. Ф.
- 62-се гвардия Ҡыҙыл Байраҡ, Александр Невский ордены кавалерия полкы, булдырылған саҡта 313-сө кавалерия полкы.
- 1942 йылдың ғинуарынан майор Макаев Г. Д.
- 1943 йылдың июленән (?) подполковник Маркарян М. Г.
- 148-се Томашув артиллерия-миномёт Ҡыҙыл Байраҡ, Богдан Хмельницкий ордены полкы (1943 йылға тиклем (???) 101-се атлы артдивизион)
- подполковник Хәбиров С. Х.
- 32-се танк полк (1944 йылдан составында)
- 80-се айырым Медик-санитар Эскадрон
- 1942 йылдың февраленән өсөнсө ранг военврачы (1943 йылдан — полковник) Каракинов Петр Андреевич
- 944-се Дәүләт банкының ялан почтаһы (1942 йылдың 3 сентябренә ҡарата)
Наградалары
үҙгәртергә- Ленин ордены (1945 йыл)
- Ҡыҙыл Байраҡ ордены (1944 йыл)
- II дәрәжә Суворов ордены (1944 йыл)
- II дәрәжә Кутузов ордены (1945 йыл)
Хәтер
үҙгәртергә- 1942 йылдың 31 июлендә «Красная звезда» гәзитендә шағир Константин Симонов башҡорт кавалерия дивизияһы яугирҙары тураһында «В башкирской дивизии»[1] мәҡәләһен яҙа [1] 2020 йыл 20 февраль архивланған..
- Башҡортостан Республикаһы Мәҙәниәт министрлығы ҡарамағындағы 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы музейы (Өфө, Дим районы, Левитан урамы, 27-се йорт).
- Дивизияның 30-йыллығы хөрмәтенә 1972 йылда Өфөлә 112-се Башҡорт кавалерия (16-сы гвардия Чернигов) дивизияһы яугирҙарына һәйкәл асылған.
- Өфөлә 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһын булдырыу буйынса штабы урынлашҡан йортта мемориаль таҡтаташ асылған.
- 112-се Башҡорт (16-сы гвардия Чернигов) кавалерия дивизияһының бөтә 78 Советтар Союзы Геройы исемдәре менән мемориаль таҡтаташ Башҡортостан Республикаһының Милли музейы бинаһында ҡуйылды (Өфө ҡалаһы, Совет урамы, 14-се йорт)
- Белая Калитва ҡалаһы янында "Үлемһеҙлек бейеклеге"ндә Советтар Союзы Геройы лейтенант А.Атаев етәкселегендә 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугирҙары батырлыҡ күрһәткән урында мрамор обелискыһы ҡуйылған.
- Дивизияның беренсе командиры М. М. Шайморатовҡа тыуған ауылында һәйкәл ҡуйылды, автор — скульптор Б. Д. Фузеев.
- «Еңеү һыбайлылары» документаль фильмы (режиссёр: Әмир Тойғонов; сценаристар: Сәлимә Батисова, Әмир Тойғонов; сығарыу йылы: 2005; «Башкортостан» киностудияһы Өфө)[2]
- Өфөлә Башҡорт кавдивизияһы урамы бар.
- Башҡорт кавдивизияһы тыҡрығы — Өфөнөң Дим районыны Балаково ҡасабаһында.
- 2012 йылдың 7 авгусында дивизияны булдырыуҙың 70-йыллығына арналған Өфө — Чернигов — Берлин — Өфө маршруты буйлап халыҡ-ара автойөрөш старт алды[3]
- 2018 йылдың сентябрендә Луганск Халыҡ Республикаһы дивизияға арналған «Чернухино атлы рейды» Почта маркаһын сығарҙы. Марка "Луганск өлкәһенең немец илбаҫарҙарынан азат ителеүенең 75-йыллығына блогына инә[4].
- Силәбе өлкәһе Арғаяш районында Силәбе-Ҡыштым автоюл буйындағы Бажикаево ауылы тирәһендә 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһына һәйкәл ҡуйылған.
- Липецк өлкәһенең Икенсе Тербуны ауылында 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы булдырыуының 76-йыллығына арналған митинг үтте. 1949—1950 йылдарҙа Башкавдивизияның 246 яугиры ошо ауылдағы туғанлыҡ ҡәберендә ерләнә. Ҡәберлек өҫтөндә таш һәйкәл — дүрт ҡырлы киҫелгән пирамида ҡуйыла. 1961 йылдың 2 майынын 11 майына тиклем обелиск янында теҙ сүккән яугир скульптураһы ҡуйыла[5].
- 2016 йылдың 8-9 майында «Башҡортостан ерҙәштәр берекмәһе» янындағы Башҡорт милли-мәҙәни «Аҡ тирмә» үҙәге ағзалары Икенсе Тербуны ауылындағы ҡәберлектә булып ҡайтҡандан һуң, уларҙың башланғысы менән Рәсәй Федерацияһы ҡарамағындағы Башҡортостан Республикаһы тулы хоҡуҡлы вәкиллеге ярҙамында 2018 йылдың 10 ноябрендә ҡәберлектәге һәйкәл яңыртыла: гипсобетон статуя урынында Урал оҫталары ижад иткән бронза һалдат фигураһы ҡалҡа, яңы обелискиҙа дивизия атлыларының тулы исемлеге барлыҡҡа килә[5].
Дивизияның юғары наградаға лайыҡ булыусы яугирҙары
үҙгәртергәДивизияның 3860 һалдат һәм офицеры орден һәм миҙалдар менән бүләкләнә. 78 яугирға «Советтар Союзы Геройы» исеме бирелә һәм биш һуғышсы Дан орденының тулы кавалеры була.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ В башкирской дивизии
- ↑ о фильме на сайте киностудии «Башкортостан»(недоступная ссылка)
- ↑ По боевому пути легендарной шаймуратовской //«Вечерняя Уфа» № 152 (12050), 9 августа 2012 г.
- ↑ Почта ЛНР к 75-летию освобождения Луганщины ввела в обращение новые марки (рус.), МИА «Исток» (4 сентябрь 2018). 5 сентябрь 2018 тикшерелгән. 2018 йыл 6 сентябрь архивланған.
- ↑ 5,0 5,1 В Липецкой области открыли памятник воинам 112-й Башкавдивизии
Әҙәбиәт
үҙгәртергәҺылтанмалар
үҙгәртергә112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы Викимилектә |
- Бикмеев М. А. Черниговская кавалерийская дивизия // Башкирская энциклопедия. — Уфа: ГАУН РБ «Башкирская энциклопедия», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-306-8.
- 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының данлы юлы – һандарҙа һәм факттарҙа // Йәшлек : гәзит.
- Ғәҙилә Бүләкова. Ҡаһармандар рухына бағышлап // Башҡортостан : гәзит. — 2012.
- Айҙар Ноғаманов. Яугирҙар ҡаһарманлығын тарих һаҡлай // Йүрүҙән : гәзит. — 2011.
- Приказ: взять Дебальцево 2020 йыл 25 февраль архивланған.
- 112-я Башкирская кавалерийская дивизия
- О героях 112-й Башкавдивизии писали