Солтанов Мансур Ислам улы

музыкант
(Мөхәммәтмансур Солтанов битенән йүнәлтелде)

Солтанов Мансур Ислам улы (25 апрель 1875 йыл19 декабрь 1919 йыл) — Рәсәй империяһы һәм Совет Рәсәйе музыканты, флейтасы, фольклорсы, башҡорттарҙан тәүге профессиональ музыкант, башҡорт халҡының музыкаль ижадын йыйыусы һәм өйрәнеүсе. 1906 йылдан Ҙур театр оркестры, Ҡырым симфоник оркестры музыканты, 1912 йылдан Һарытау консерваторияһы уҡытыусыһы. Башҡорт дворяндары Солтановтар нәҫеленән.

Солтанов Мансур (Мөхәммәтмансур) Ислам улы
Тыуған көнө

25 апрель 1875({{padleft:1875|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:25|2|0}})

Тыуған урыны

Өфө губернаһы, Минзәлә өйәҙе, Мәстей ауылы

Вафат булған көнө

19 декабрь 1919({{padleft:1919|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:19|2|0}}) (44 йәш)

Вафат булған урыны

Һарытау

Гражданлығы

Рәсәй империяһы Рәсәй империяһы

Эшмәкәрлеге

фольклорсы

Биографияһы

үҙгәртергә

Мансур (тулы исеме — Мөхәммәтмансур) Ислам улы Солтанов 1875 йылдың 25 апрелендә Өфө губернаһы Минзәлә өйәҙе (хәҙерге Татарстан Республикаһы Аҡтаныш районы) Мәстей ауылында (ХХ быуаттың 70-се йылдарында бөткән) башҡорт дворяны Солтановтар ғаиләһендә тыуған.

Башҡорт[1][2][3]. Мансур Солтановтың исеме лә ошо уҡ арҙаҡлы шәхестәр менән бер рәттә тора. Дөрөҫ, әлеге көндәргә тиклем уның килеп еткән ғилми-ижади мираҫы күләм яғынан ҙур түгел, ләкин шәхес һәм юғары әҙерлекле белгес булараҡ та, иң тәү башлап үҙ халҡының йыр-моң байлығын профессиональ кимәлдә өйрәнеүсе сифатында ла ул тарихыбыҙҙа лайыҡлы урын алырға хаҡлы.

Мансурҙың атаһы Ислам Солтанов үҙ заманында билдәле башҡорт эшмәкәре, Өфөләге Диниә назаратының мөфтие Мөхәммәтйәр Солтанов менән бер туған була. Ислам Солтановтың икенсе ҡатынынан ике ҡыҙ, дүрт малай үҫә. Солтановтар асылда Өфөлә йәшәй, ә йәйге мәлдәрҙә тыуған ауылдарына ҡайтып, ҡымыҙ эсеп, йыр, ҡурай моңдары тыңлап, ырыуҙаштары менән аралашыу Мансурҙың күңелендә онотолмаҫлыҡ яҡты иҫтәлектәр ҡалдыра. Ғаиләлә белемгә ынтылыш, башҡорттоң милли йолаларына тоғролоҡ, музыка менән ҡыҙыҡһыныу көслө була. Ислам Солтановтың өс улы — Шәйех, Әмир һәм Яҡуп — Ырымбур кадет корпусында, ҡыҙҙары Зөһрә менән Әминә Өфөлә гимназияла уҡый. Мансур Өфө реаль училищеһына уҡырға керә. Был йылдарҙа ул Өфө музыка һөйөүселәр йәмғиәте ағзаһы дирижер С. П. Копылов етәкселегендәге уҡыусылар оркестрының сығыштарында ҡатнаша. Училищены тамамлау менән, ғаилә традицияһы буйынса һәм, әлбиттә, дворян балаһы булараҡ, Ырымбурҙағы кадетлыҡ корпусына уҡырға инергә тейеш була. Әммә Мансур Солтанов үҙенең ғүмерен музыкаға арнарға ҡарар итә. 1897 йылда Мәскәү консерваторияһына уҡырға инә. Бында ул профессор В. В. Крейчмандың флейта класында шөғөлләнә. Консерваторияла Мансур шулай уҡ С. И. Танеев, Г. Э. Конюс, Н. М. Ладухин, Ф. Ф. Кенеман етәкселегендә төплө музыкаль-теоретик әҙерлек ала. Студент йылдарында ул сағыу оҫталыҡҡа өлгәшкән виртуоз флейтасы булараҡ танылыу таба, яуаплы концерттарҙа сығыш яһай. Уҡыуҙың һуңғы өс йылында исемле (И. И. Маслов исемендәге) стипендия ала. Консерваторияны 1903 йылда көмөш миҙал менән тамамлай. Ошо уҡ йылда Мансур Солтанов Мәскәү ҡыҙы Т. А. Фувакинаға өйләнә һәм, ҡатынының сәләмәтлеге насар булыу сәбәпле, Ҡырымға китергә мәжбүр була. Әйткәндәй, 1906 йылда ул конкурс буйынса Мәскәүҙең Ҙур театры оркестрына ҡабул ителә. Әммә Мәскәүҙә урынлашырға тура килмәй. Ҡырымда М. Солтанов ун йылдан артыҡ симфоник оркестр составында флейтасы булараҡ сығыш яһай. Унда шулай уҡ һуңынан башҡорт халыҡ йырҙарын өйрәнеүҙә һәм башҡорт профессиональ музыкаһын үҫтереүҙә билдәле эҙ ҡалдырасаҡ А. А. Эйхенвальд (1875—1952) етәкселегендәге симфоник оркестр концерттарында ҡатнаша.

1912 йылда Мансур Солтановты Һарытау консерваторияһына уҡытыусылыҡ эшенә саҡыралар. Уның артабанғы эшмәкәрлеге тулыһынса ошо уҡыу йорто менән бәйле. Консерваторияла М. Солтанов флейта, музыка теорияһы һәм сольфеджио буйынса дәрестәр алып бара, ҡаланың мәҙәниәт тормошонда ҡатнаша, флейтасы булараҡ симфоник оркестр, тынлы музыка ҡоралдары квартеты составында концерттарҙа сығыш яһай. Уға ҡала симфоник оркестрында атаҡлы композитор А. Глазунов етәкселегендә лә сығыш яһарға тура килә. Замандаштары уны етди холоҡло, яҡшы тәрбиәле кеше, талапсан педагог һәм нескә күңелле, илһамлы музыкант булараҡ хәтерләйҙәр. Уның уҡыусыларынан И. В. Салтыҡов һуңынан башҡорт, сыуаш, татар көйҙәрен йыйыусы музыка белгесе булараҡ киң танылыу таба. Мансур Солтанов кесе йәштән үк халыҡ көйҙәренә, ҡурай моңона оло мөхәббәт тойғоһо менән йәшәй. Тыуған яҡҡа ҡайтҡан саҡтарында, ҡурайсылар менән осрашып, йылдың-йылы бик күп көйҙәр яҙып ала. Күренекле башҡорт тел белгесе, Башҡортостандың атҡаҙанған фән эшмәкәре Закир Шакиров уның тураһында, мәҫәлән, ошолай тип иҫкә ала:

«Мансур Ислам улы Солтановты мин тәүге тапҡыр әллә 1914, әллә 1915 йылда Аҡкүл пристанендә күрҙем. Беҙ пароход көтә инек, миңә Ҡазанға, ә уға Һарытауға китергә кәрәк ине. Беҙ Кама тамағына тиклем бергә барҙыҡ. Ул башҡорттар араһынан сыҡҡан күтәренке күңелле, мәҙәниәтле матур кешеләрҙең береһе ине. Юлда барғанда ул флейтанан айырылмаҫ булды. Мин уның һеңлеләре Әминә һәм Зөһрә менән яҡындан таныш инем… Һеңлеләре һөйләүенсә, Солтанов халыҡты, уның йырын, моңон бик яратҡан. Унда башҡорт йырҙарын һәм инструменталь көйҙәрен йыйыу менән шөғөлләнгән. Был эштә уға Сәлимгәрәй Йәнтүрин булышлыҡ иткән»[4].

Шулай итеп, Мансур Солтановтың ҡулында бик күп халыҡ көйҙәренең яҙмалары туплана. 1916 йылда ул ошо яҙмалар нигеҙендә тәүге йыйынтығын баҫтырып сығара. Йыйынтыҡтың титул битендә рус һәм төрки телдәрендә: «Башҡорт һәм татар көйләре. Нотаға салды Саратов консерваториясының мөғәллиме Мансур Султанов» тигән һүҙҙәр яҙылған. «Беренсе баҫма» тип тә билдәләнгән. Тимәк, бәләкәй күләмле айырым-айырым баҫмалар серияһы итеп уйланылған булып сыға. Әммә, үкенескә ҡаршы, тиҙҙән донъялар үҙгәреп китә, ә 1919 йылдың 19 декабрендә М. И. Солтанов тиф ауырыуынан вафат булып ҡала. Ауыр заманаларҙа унан ҡалған ҡулъяҙмалар юҡҡа сыға. Өҫтәүенә Мансур Ислам улының ижади эшмәкәрлеге бик һуңлап өйрәнелә башлай. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, республикабыҙҙың күренекле фольклор белгесе Л. П. Атанованың тырышлығы менән 60—70-се йылдарҙа М. Солтанов тураһында аҙмы-күпме фактик материалдар йыйнала (иҫтәлектәр яҙып алына, архивтарҙан документаль сығанаҡтар өйрәнелә) һәм тәү башлап күренекле милли музыка белгесе һәм эшмәкәренең ижадын һәм тормош юлын яҡтыртҡан мәҡәләһе донъя күрә[5].

Мансур Солтановтың «Башҡорт һәм татар көйҙәре» йыйынтығы үҙ ваҡытында рус, башҡорт һәм татар музыка йәмәғәтселеге иғтибарын йәлеп итә. Уның хаҡында «Русская музыкальная газета» (СПб., 1916, № 7) һәм «Тормош» (Өфө, 1916, 4 март) гәзите яҙып сыға. Йыйынтыҡҡа индерелгән ун көйҙөң тәүге икеһе — «Салауат» тураһындағы башҡорт халыҡ көйҙәренең киң танылған варианттары. Артабан тарихи башҡорт халыҡ көйө «Каруанһарай» (№ 3), дүртенсе итеп «Көйөргәҙе» көйө урынлаштырылған. 5-се көй «Ҡарлығанҡай» тип атала. Был әҫәр «Ҡарғалы көйө» (№ 9) һәм «Омский» (№ 10) тигән көй менән бер үк типта булһа кәрәк. 6-сы көйҙөң исемен «Кәбән өҫтө» тип уҡырға мөмкин. 7-се көй — «Уңған ирҙәр». Л. П. Атанова уны жанр йәһәтенән марш тип атай һәм башҡорт халҡының тарихи «Бүгәсәү» йәки «Оло юл» («Оло юлдың туҙаны») көйҙәре менән оҡшаш, тип иҫәпләй. «Еҙнәкәй» (№ 8) иһә, шул уҡ авторҙың фекеренсә, башҡорттоң етеҙ темплы типик ҡыҫҡа көй өлгөһө. «Мансур Солтанов, — тип билдәләй Л. П. Атанова, — үҙенең барлығы ун ғына көйҙән торған кескенә йыйынтығында үҙ дәүерендәге инструменталь халыҡ музыкаһының репертуар өлгөһөн биреүгә өлгәшкән. Халыҡ көйҙәрен һәм уларҙы башҡарыу үҙенсәлеген билдәләү йәһәтенән М. Солтанов юғары профессиональ культураға өлгәшкән музыка белгесе һәм башҡарыусы булараҡ күҙ алдына баҫа. Йыйынтыҡҡа ингән көйҙәр, жанр күҙлегенән төрлө һәм яңғыраштары менән индивидуаль булыуҙарына ҡарамаҫтан, күбеһенсә дөйөм интонацион-ритмик үҙенсәлектәре, башҡарыу манераһының уртаҡлығы йәһәтенән айырылып тора. Шуның өсөн дә М. Солтановтың йыйынтығы XX быуат баштарындағы башҡорт музыка фольклорының ҡиммәтле бер ҡомартҡыһы иҫәпләнә». Бынан бер быуат элек үк махсус юғары белемле күренекле профессиональ музыкант, халҡыбыҙҙың музыкаль фольклорын йыйыусы булып танылған Мансур Ислам улы Солтановтың исеме милли мәҙәниәтебеҙ тарихында ғәйәт күркәм урында тора.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Рәшит Шәкүр. Арҙаҡлы башҡорттар. Ғилми-биографик очерктар. Тулыландырылған 2-се баҫмаһы. — Өфө: Китап, 2005. — 376 с. — ISBN 5-295-02098-3. Архивировано 21 февраль 2014 года.
  2. Асфандияров А. З. Султановы // Башкирская энциклопедия. — Уфа: ГАУН РБ «Башкирская энциклопедия», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-306-8.
  3. Хөсәйенов Ғ. Б. Башҡорт дворяндары династиялары: Солтановтар, Сыртлановтар. 2020 йыл 25 сентябрь архивланған. // «Ватандаш». 2002. № 7. С. 99—122.
  4. Атанова Л. П. Собиратели и исследователи башкирского музыкального фольклора. Уфа, 1992. 140-сы бит.
  5. Народное творчество башкир. Өфө, 1976. 160—167-се биттәр.
  • Әҙәбиәт: Атанова Л. П. Собиратели и исследователи башкирского музыкального фольклора. — Уфа. 1992. — 138—144-се биттәр;
  • Юмагузин В. Мансур Солтанов — первый профессиональный музыкант из башкир // Ватандаш. 1996. — № 2. — 168—173-сө биттәр.

Һылтанмалар

үҙгәртергә