Солтанов Мөхәмәтйәр Мөхәмәтшәриф улы
Мөхәмәтйәр Мөхәмәтшәриф улы Солтанов (1837—1915) — башҡорт дин әһеле. Ырымбур мосолман Диниә назараты мөфтөйө (1886—1915).
Мөхәмәтйәр Мөхәмәтшәриф улы Солтанов | |||||
Дин: | |||||
---|---|---|---|---|---|
Титул: | |||||
Осор: |
1886—1915 | ||||
Тыуыу выҡыты: | |||||
Тыуған урыны: |
Мәстей ауылы, Минзәлә өйәҙе, Өфө губернаһы (хәҙерге Татарстан Республикаһының Аҡтаныш районы) | ||||
Үлеү ваҡыты: | |||||
Вафат булған урыны: | |||||
Ил: | |||||
Бүләктәре: |
| ||||
[[commons:Category: Muhammadjar Sultanov Викимилектә|Мөхәмәтйәр Мөхәмәтшәриф улы Солтанов]] на Викискладе |
Биографияһы
үҙгәртергәСолтанов Мөхәмәтйәр Мөхәмәтшәриф улы 1837 йылда билдәле башҡорт дворян нәҫеле Солтановтар ғаиләһендә тыуған[1]. Атаһы Мөхәмәтшәриф Баязит улы (1810—1874) башҡорт кантоны башлығы булып хеҙмәт иткән[2]. Мөхәмәтйәр Солтановтың шәжәрәһе артабанғыса: Тоҡсаба → Шаһҡолой (Шаһвәли) → Тәүкил → Тәңребирҙе (Төркәйбирҙе) → Юлбирҙе → Аҡъюл → Ҡотлош → Күҙәй → Туҡтар → Субан → Мөхәмәт (Мәмәт) → Солтан → Ғәбделйәлил (1750—?) → Баязит (1774—1823) → Мөхәмәтшәриф (1810—1874) → Мөхәмәтйәр (1837—1915)[3].
Ҡазан гимназияһын тамамлай[3]. 1856 йылда Ҡазан университетының хоҡуҡ факультетында уҡый[4], әммә сирләп китеп уны ташлай[3][5].
Минзәлә өйәҙендәге 18-се башҡорт кантонлығында хеҙмәт итеп урядник чинын ала. 1857—1859 йылдарҙа Башҡорт ғәскәре командующийы янындағы канцелярияла һыҙмасы булып хеҙмәт итә, зауряд-хорунжий чинын ала[3]. 1861 йылдан — 20-се башҡорт, ә 1863 йылдан 7-се Минзәлә кантондары башлығы була[4]. 1866 йылда подпоручик чинында отставкаға сыға[6].
Башҡортостанда идара итеүҙең кантон системаһы бөтөрөлгәс, 1866—1885 йылдарҙа Өфө губернаһының Бәләбәй һәм Минзәлә өйәҙҙәренең мировой аралашсыһы, мировой судьяһы вазифаларын башҡара[4].
1885 йылда Ырымбур мосолман Диниә назараты мөфтөйө С. Ш. Тәвкилев вафат булғас, губерна властары императорға мосолмандарҙың яңы етәксеһе итеп Мөхәмәтйәр Солтанов һәм Мирсәлих Биксурин кандидатураларын императорға раҫларға тәҡдим итәләр. Һөҙөмтәлә Солтанов 1886 йылдың 2 ғинуарындағы император Александр III указына ярашлы Ырымбур мосолман диниә назараты мөфтөйө итеп тәғәйенләнә[7].
1886 йылдан төрмәләр буйынса Өфө губернаһы попечителлек комитеты директоры[4].
1893 йылда хаж ҡыла. Истанбулда хәлифә һәм Ғосман империяһы солтаны Ғәбделхәмит II менән ҡабул ителә. Бейрут ҡалаһында ислам догматикаһы буйынса курстарҙы тамамлай.
1915 йылдың 12 июнендә Өфөлә вафат була. Беренсе йәмиғ мәсете территорияһында ерләнгән.
Ғаиләһе
үҙгәртергә- 1-се ҡатынынан балалары: Арыҫланғәли, Мәҙинә, Мәрйәм, Искәндәрбәк;
- 2-се ҡатыны Мәрйәм Шәйхелислам ҡыҙынан балалары: Сәлимгәрәйбәк, Фатима, Бибизөләйха, Суфия, Баязит[3].
Бүләктәре
үҙгәртергә- I дәрәжәләге Изге Станислав ордены (1888).
- II дәрәжәләге «Ғосманиә» ордены (1893).
- I дәрәжәләге Изге Анна ордены (1896).
- Изге апостол Андрей Первозванный ордены (1898).
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Азаматов Д. Д. Султанов Мухамедьяр Мухаметшарипович.// Башкортостан: краткая энциклопедия. — Уфа: Башкирская энциклопедия, 1996. — С. 551. — 672 с. — ISBN 5-88185-001-7.
- ↑ Әсфәндиәров Ә. З. Солтановтар // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ 3,0 3,1 3,2 3,3 3,4 Хөсәйенов Ғ. Б. Башҡорт дворяндары династиялары: Солтановтар, Сыртлановтар // Ватандаш. — 2002. — № 7. — С. 99—122. — ISSN 1683-3554.
- ↑ 4,0 4,1 4,2 4,3 Азаматов Д. Д. Солтанов Мөхәмәтйәр Мөхәмәтшәриф улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ Хабутдинов А. Ю. Российские муфтии: от екатерининских орлов до ядерной эпохи (1788–1950) / отв. ред. Д. В. Мухетдинов. — Н.-Новгород: НИМ «Махинур», 2006. — 60 с. (рус.)
- ↑ Салауатов А. Мөфтөй Мөхәмәтйәр Солтанов . «Киске Өфө» (23 март 2015). Дата обращения: 25 сентябрь 2015.
- ↑ Пятый муфтий ОМДС Мухамедьяр Султанов . Региональное Духовное Управление Мусульман Челябинской области при ЦДУМ России. Дата обращения: 25 сентябрь 2015.
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Юнусова А. Б., Азаматов Д. Д. 225 лет Центральному духовному управлению мусульман. Исторические очерки. — Уфа: Уфимский полиграфкомбинат, 2013. — 400 с. (рус.)
Һылтанмалар
үҙгәртергәСолтанов Мөхәмәтйәр Мөхәмәтшәриф улы Викимилектә |
- Азаматов Д. Д. Солтанов Мөхәмәтйәр Мөхәмәтшәриф улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- Хөсәйенов Ғ. Б. Башҡорт дворяндары династиялары: Солтановтар, Сыртлановтар // Ватандаш. — 2002. — № 7. — С. 99—122. — ISSN 1683-3554.
Алдан килеүсе: Сәлимгәрәй Тәвкилев |
Ырымбур мосолман Диниә назараты мөфтөйө 1886—1915 |
Һуңынан килеүсе: Мөхәммәтсафа Баязитов |