Ҡыҫтыбый — башҡорт милли аш-һыуының бер төрө. Татарҙарҙа, шулай уҡ Урта Азияның күп кенә халыҡтары аш-һыуында ла осрай. Ҡыҫтыбый сөсө ҡамырҙан бешерелә. Эслеккә тары, ҡарабойҙай бутҡаһы, картуф иҙмәһе ҡулланыла.

Кыҫтыбый

Милли аш-һыу

Милли аш-һыу

Авторы
Тыуған иле

Башҡортостан

Компоненттар
Төп

эслек, май, ҡамыр

Викимилектә медиафайлдар Кыҫтыбый

Атаманың килеп сығышы

үҙгәртергә

Атаманың нигеҙендә эш барышын аңлатҡан «ҡыҫтырыу» йәки «ҡыҫыу» һүҙе тора. Сыуаш телендәкастампи, марыйса кыстывий, удмурттарҙа кыстыбыйтип йөрөтөлә[1].

Нисек бешерелә

үҙгәртергә

Ҡамырын йомортҡа һытып һөткә йәки сей ҡатыҡҡа баҫалар. Таба ҙурлығына самалап ҡамырҙы бәләкәй генә йоморсаҡтарға бүлеп сығалар. Йоҡа ғына итеп йәймә йәйәләр. Ҡоро табала йәймәләрҙең ике яғын да бешереп алалар. Йәймәләр һыуынмаҫ элек (һыуынһа һынырға мөмкин) яртыһына эслек һалалар. Икенсе яртыһы менән ҡаплайҙар, йәғни ҡыҫалар, тик ситтәрен бөрмәйҙәр.

Өҫтәлгә бирер алдынан тышын иретелгән һары йәки шыйыҡ май менән майлайҙар. Көндәлек аҙыҡ итеп тә, ҡунаҡҡа һый итеп тә әҙерләйҙәр. Эслеге төрлөсә булһа ла, ҡамыры бер үк төрлө әҙерләнә.

Рецепт: (бер порцияға)

үҙгәртергә

Эслек өсөн: Һөт — 150 мл., Тары- 50 г., Һарымай- 20 г., Тоҙ.

Ҡамыр өсөн: Он- 1 стакан. Һөт йәки сей ҡатыҡ — 1 стакан, 1 йомортҡа, тоҙ.

Ҡыҙыҡлы мәғлүмәт

үҙгәртергә

Донъялағы иң ҙур ҡыҫтыбый 2011 йылда Башҡортостанда бешерелә һәм Гиннесс китабына индерелә. Уның диаметры 2 метр 10 см була. Ҡыҫтыбыйҙы ҙурлығы 6,25 квадрат метр булған табала баш ҡаланың «Аҡбуҙат» ресторан комплексы ашнаҡсылары бешерә. Ҡамырын йәйеү өсөн 2,5 метр оҙонлоғондағы уҡлауҙы "«Ағиҙел» Башҡортостан художество промыслаһы" дәүләт унитар предприятиеһы оҫталары эшләп бирә. [2].

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә