Тирмән ташы — таштан йәки ҡаты ағастан игендән ярма йә он тарттырыу өсөн парлап эшләнгән ике яҫы ҡалын түңәрәктән торған көнкүреш ҡорамалы. Ҡул тирмәнендә күберәк бойҙай, арыш тарттырғандар. Төрлө минералдарҙан уның ярҙамында буяу онтағы ла эшләгәндәр.

Өҫкө тирмән ташы. Аҫҡы ташта сатраш һыҙаты юҡ.
Һыу тирмәнендә кукурузды тарттырыу, төньяҡ Албания.

Тирмән ташына йышыраҡ кремнийлы, ваҡ бөртөклө, көпшәк, әммә шуға ҡарамаҫтан ныҡлы ҡомташ ҡулланылған. Кремнийлы эзбизташ файҙаланылыуы ла билдәле.[1]

Тирмән ташы

үҙгәртергә
 
Ҡабарынҡы биҙәктәрҙе тигеҙләү

Тирмән ташында он тарттырғыс бураҙналар бар. Уларҙан вағыраҡ улаҡтар тарала. Был бураҙналар һәм улаҡтар игенде ваҡларға һәм тыш яҡҡа ҡойолоп сығырға ярҙам итә. Йыш ҡулланғанда, улар йышыла һәм яңынан ситтәрен үткерләп тороуҙы талап итә.

Тирмән ташын парлап тотоналар. Аҫҡыһын ҡуҙғалмаҫлыҡ итеп беркетәләр. Өҫкөһөн махсус беркетелгән тотҡос ярҙамында бороп йөрөтәләр, һәм тап ул игенде онтай ҙа инде. Был таштарҙа ҡалҡып торған һыҙаттар була, улар игенде он хәленә килтерә.

Тирмән таштары бер-береһенә дөрөҫ тап килергә тейеш, шул осраҡта ғына сифатлы он килеп сыға.

Тирмән ташы өсөн йышылып, онталып бармаған ҡаты ҡомташ файҙаланылған. Бындай таш йыш осрамай, шуға күрә ярайһы ҡыйбат торған.

 
Башҡорттарҙа ағас ҡул тирмәне
 
Шотландия ауылында ташлап ҡуйылған тирмән таштары.

Неолит кешеһе ҡул тирмәнен төрлө орлоҡ, сәтләүек онтап, ризыҡ әҙерләү өсөн ҡулланған. Төрлө буяуҙар әҙерләү өсөн файҙаланылған. Металл иретеү килеп сыҡҡансы уларҙы шулай уҡ тирмән ҡулланып онтағандар.

Фольклорҙа һәм әҙәбиәттә

үҙгәртергә
  • Барсынһылыу тирмән ташы ҡәҙәрле ташты тау башынан Алпамышаға тәгәрәтеп ебәрә[2].
  • А. Мағазов. Әйләнә тирмән ташы — Өфө, 1996[3].

Ҡыҙыҡлы факттар

үҙгәртергә

Тирмән ташы тәгәрмәстән алдараҡ барлыҡҡа килгән тигән фекер бар. Тирмән ташына ҡарап тәгәрмәс эшләй башлаған булыуҙары ла ихтимал.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Bucksch Herbert. Dictionary Geotechnical Engineering, Vol. 1. — Springer-Verlag. — P. 80. — ISBN 978-3540581642.
  2. https://web.archive.org/web/20110831051515/http://www.bashskazki.ru/page441.html
  3. А. Мағазов. Әйләнә тирмән ташы — Өфө, 1996

Һылтанмалар

үҙгәртергә