Википедия:Ҡыҙыҡ мәғлүмәт/Архив/2020
Архив: 2013 | 2014 | 2015 | 2016 | 2017 | 2018 | 2019 | 2020 | 2021 |
ноябрь 2020
үҙгәртергә- Йылан ҡәбиләһе башҡорттары өс ырыуҙан тора: Эске, Иҙел һәм Тышҡы (Ҡыр), уларҙың телдәре төньяҡ-көнбайыш диалектының танып һәм түбәнге ағиҙел-ыҡ һөйләштәренә ҡарай.
- Цинь династияһы императоры Цинь Ши Хуан мавзолейы янында күмелгән Терракота ғәскәре бер-береһенә оҡшамаған 6 меңдән ашыу яугир һәм ат скульптураларынан тора, уның байтаҡ өлөшө әле ҡаҙып алынмаған.
- Башҡорттарҙан тәүге медицина докторы Мәтәл һәм Әсән ауылдарында табип булып эшләй.
- Содалы иң ҙур күл Төркиәлә урынлашҡан.
- Ҡәнифә юлының икенсе атамаһы — Каруан юлы. Ул Яйыҡ йылғаһы аша сығып, Ҡаҙағстан аша Урта Азияға барып сыға. Ырымбур башҡорттары юлдың ул өлөшөн «Мысыр юлы» тип атаған. Гөбөрлө йылғаһы кисеүен «Мысыр кисеүе» тип йөрөткәндәр.
- Һоро торналар — 8000 метрға күтәрелеп Гималай тауҙары аша оса алған берҙән-бер ҡош.