Ботния ҡултығы (фин. Pohjanlahti, швед. Bottniska viken) — Финляндияның көнбайыш яр буйы менән Швецияның көнсығыш яр буйы араһында урынлашҡан Балтик диңгеҙенең төньяҡ өлөшөндәге ҡултыҡ.

Ботния ҡултығы
фин. Pohjanlahti, швед. Bottniska viken
Координаты: пропущена долгота
Юғарылағы акваторияБалтик диңгеҙе
Илдәр
Майҙаны117 000 км²
Иң ҙур тәрәнлек295 м
Уртаса тәрәнлек60 м
Ҡойоусы йылғаТурнеэльвен, Далэльвен
Балтик диңгеҙе
Точка
Ботния ҡултығы
 Ботния ҡултығы Викимилектә

География

үҙгәртергә

Ҡултыҡ тоҙлолоғо көньяҡтан төняҡҡа ҡарай бик ныҡ кәмей.

Ҡултыҡ оҙонлоғо 700 км-ҙан ашыу, максималь киңлеге яҡынса 240 км. Урта өлөшөндә (Норра-Кваркен боғаҙында) киңлеге тарайып 75 км-ға барып етә. Максималь тәрәнлеге — 295 м.

Ҡултыҡ яр буйҙары йырғыланған, улар тирәһендә күп утрауҙар һәм шхерҙар урынлашҡан. Иң ҙур утрауҙары — Аланд, Хайлуото, Реплот һәм Эугму (барыһы ла — Финляндия), Гресё, Хертсён һәм Хольмён (барыһы ла — Швеция).

Ҡултыҡҡа ҡойоусы иң ҙур йылғалар — Кокемяэнйоки, Кюрёнйоки, Оулуйоки, Иййоки, Кемийоки, Турнеэльвен, Каликсэльвен, Лулеэльвен, Питеэльвен, Шеллефтеэльвен, Умеэльвен, Онгерманэльвен, Индальсэльвен, Юнган, Юснан, Далэльвен.

Төп порттары: Раума, Пори, Вааса, Коккола, Оулу, Кеми (барыһы ла — Финляндия), Евле, Худиксвалль, Сундсвалль, Умео, Лулео (барыһы ла — Швеция).

Ҡултыҡта боҙланыуҙан һуңғы осорҙа ер ҡабығының күтәрелеүе күҙәтелә. Тикшеренеүҙәргә ярашлы ҡултыҡтың төньяҡ өлөшөндә ҡоро ер бер быуат эсендә яҡынса 90 см-ға, ә көньяғында — 20 см-ға күтәрелә[1]. Яҡынса 2000 йылдан һуң Ботния ҡултығы күлгә әйләнәсәге күҙалланған[1].

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә