Иҫке Ғүмәр (Ырымбур өлкәһе)

Иҫке Ғүмәр (рус. Старогумирово) — Ырымбур өлкәһе Новосергиевка районы ауылы. Ҡотош ауыл биләмәһенә керә.

Ауыл
Иҫке Ғүмәр
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Ырымбур өлкәһе

Муниципаль район

Новосергиевка районы

Милли состав

башҡорттар

Цифровые идентификаторы
Автомобиль коды

56

ОКАТО коды

53 231 819 003

ОКТМО коды

53 631 419 111

ТарихҮҙгәртергә

Тәүге тапҡыр 1795 йылда телгә алына[1]. Революцияға тиклем Иҫке Ғүмәр ауылы Ырымбур губернаһы Ырымбур өйәҙе Бөрйән улусы ҡарамағында була[1].

Ауылға Ирәндек башҡорттары нигеҙ һала, 1739—1741 йй. билдәле[2]. Тәүге төпләнеүсенең исеме менән аталған (Ғүмәр Иҫәкәй), уның ҡартатайы Алдар батыр. 1782 йылдан — Йомран-Табын улусы 9-сы башҡорт кантоны, Быҙаулыҡ өйәҙе, Өфө наместниклығы. 1795 — 9-сы башҡорт кантоны, һуңға 10-сы, 34 йорт. 1851 йылдан — Йомран-Табын улусы 9-сы башҡорт кантоны, Быҙаулыҡ өйәҙе, Һамар губернаһы.

Революциянан һуң Башҡорт АССР-ының Туҡ-Соран кантоны составына керә, ә 1923 йылдан республиканың Бәләбәй кантоны ҡарамағында була. ВЦИК ҡарарына ярашлы 1924 йылдың 21 октябрендә Ҡаҙаҡ АССР-ы составына бирелә. 1934 йылдан Ырымбур өлкәһе ҡарамағында була.

ХалҡыҮҙгәртергә

1795 1834 1866 1900[1]
118 239 232 427
Халыҡ иҫәбе
2010[3]
137

2002 йылғы йән иҫәбен алыу мәғлүмәттәренә ярашлы ауылда башлыса башҡорттар (94 %) йәшәй[4].

УрамдарыҮҙгәртергә

  • 461218 йылға аръяғындағы урамы
  • 461218 Туғай урамы

ИҫкәрмәләрҮҙгәртергә