Верхнеурал

Рәсәйҙәге ҡала

Верхнеурал Cиләбе өлкәһендәге ҡала, Верхнеурал районы үҙәге. Яйыҡ ярында урынлашҡан, элекке башҡортса атамаһы Талғала (тал 'ива'+ҡала 'крепость, город' мәғәнәһендә)[1].

Ҡала
Верхнеурал
Верхнеуральск
Флаг Герб
Флаг Герб
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Силәбе өлкәһе

Муниципаль район

Верхнеурал районы

Координаталар

53°53′00″ с. ш. 59°13′00″ в. д.HGЯO

Башлыҡ

Колонюк Вячеслав

Нигеҙләнгән

1734

Ҡала с

1781

Телефон коды

+7 35143

Почта индексы

457670

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

74, 174

ОКАТО коды

75 217 501

ОКТМО коды

75 617 101 001

Рәсми сайт

verhneuralsk.ru

Верхнеурал (Рәсәй)
Верхнеурал
Верхнеурал
Верхнеурал (Силәбе өлкәһе)
Верхнеурал
Герб (1782)
Николай соборы, Верхнеурал

1781—1919 йылдарҙа Верхнеурал өйәҙе үҙәге. 1735 йылда нигеҙ һалына.

19 быуаттың 60-сы йылдарынан алып Ырымбур казак ғәскәренең 2-се хәрби бүлеге үҙәге була.

1786 йылда 300 хужалыҡ, шул иҫәптән хәрби хеҙмәткәрҙәргә һәм отставкалағы чиндарға ҡараған — 280, мещан һәм сауҙагәрҙәргә ҡараған 4 хужалыҡ иҫәпләнгән. 1811 йылда 700 кеше йәшәгән, 1897 йылда — 11103 кеше (башҡорттар — 212, мордвалар — 296, татарҙар — 948, урыҫтар — 9471).

Халҡы малсылыҡ, игенселек, сауҙа, һөнәрселек менән шөғөлләнгән.

19 быуат аҙағында 18 һөнәрселек предприятиеһы булған.

Йыл һайын йәрминкәләр үткәрелгән. 1866 йылда мәхәллә училищеһы, дауахана, мәсет, 3 сиркәү эшләгән.

1891 йылда ҡалала Николай II булып китә. 1918 йылдың февраль—мартта Граждандар һуғышы барышында унда А. И. Дутов штабы, август—ноябрҙә Башҡортостан автономияһының Тамъян-Ҡатай кантоны башҡарма комитеты урынлашҡан.

1918 йылдың яҙында — 1919 йылдың йәйендә ҡала бер нисә тапҡыр казактар, партизандар, РККА частары ҡулына күсә. 1919 йылдан алып Силәбе губернаһы составында.

Верхнеурал ҡәлғәһе тарихы

үҙгәртергә

Верхнеурал ҡәлғәһе 1735 йылда Таймаҫ Шәимов булышлығында И. К. Кирилов тарафынан Яйыҡ йылғаһы үрге ағымында Себер даруғаһы Ҡара-Табын олоҫы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә Ырымбур сик һыҙығының хәрби-нығытмалы торамаһы булараҡ нигеҙ һалына. Яйыҡ йылғаһының исеме менән аталған. 18 быуаттың 40‑сы йылдары башына тиклем — Үрге Яйыҡ пристане, 1775 йылға тиклем Үрге Яйыҡ ҡәлғәһе исеме менән билдәле була. Халҡы башлыса малсылыҡ, игенселек, ваҡ һөнәрселек менән шөғөлләнгән. 50‑се йылдарҙа Верхнеурал ҡәлғәһе аша ЕкатеринбургЫрымбур оло юлы үтә. Гарнизон пехота һәм 2 драгун ротаһынан торған. 200‑гә яҡын хужалыҡ, 2 сиркәү булған. Крәҫтиәндәр һуғышы (1773—75) барышында 1773 йылдың декабрендә ҡәлғәгә баш күтәреүселәр һөжүм итә, 1774 йылда хөкүмәт ғәскәрҙәре тупланыу үҙәктәренең береһе була. Өфө наместниклығын ойоштороу тураһындағы 1781 йылғы указы буйынса, өйәҙ ҡалаһы статусын ала һәм Верхнеурал өйәҙенең үҙәгенә әүерелә.

Билдәле шәхестәре

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Миржанова, С. Ф.. Кубалякский говор башкирского языка [Текст] : Автореферат дис. на соискание ученой степени кандидата филологических наук / Башк. гос. ун-т им. 40-летия Октября. — Уфа : [б. и.], 1967. — 21 с.
  2. Апрелков Алексей Васильевич. Портал «Челябинская область»(недоступная ссылка) (рус.) (Тикшерелеү көнө: 26 март 2021)

Һылтанмалар

үҙгәртергә