Ырымбур өйәҙе
Ырымбур өйәҙе
|
Ырымбур өйәҙе, 1781 йылда Өфө наместниклығы составында ойошторола.
Административ уҙәге — Ырымбур ҡалаһы.
Тарих
үҙгәртергәӨйәҙгә Өфө провинцияһының көньяҡ өлөшө инә. 1796 йылда алып Ырымбур губернаһы составында. Административ уҙәге — Ырымбур ҡалаһы. 1919 йылда 9 улус Ете ырыу кантоны, 5 улус — Ҡыпсаҡ кантоны, 1 улус Туҡ-Соран кантоны — АСБР составына инә. Өйәҙ 1928 йылда бөтөрөлә, территорияһы Үрге Урал өлкәһе составына инә.
География
үҙгәртергәXVIII быуат аҙағында өйәҙе төньяҡ‑көнбайышта — Боғорослан һәм Бәләбәй өйәҙҙәренә, төньяҡта — Стәрлетамаҡ өйәҙенә, көнсығышта — Урта жузда, көньяҡта — Кесе жузда, көнбайышта — Быҙаулыҡ өйәҙенә менән сиктәш була. Майҙаны — 32 691,1 верста² (1897), 30 551[1] км² (1926).
Халҡы
үҙгәртергәXVIII быуат аҙағында 58 325 кеше (шул иҫәптән башҡорттар 19 048), 1897 йылда — 555 653 (башҡорттар — 56 576, йәһүдтәр — 1 218, мордвалар — 26 180, татарҙар — 47 989, типтәрҙәр — 2 656, урыҫтар — 380 094, украиндар — 29 942, немецтар — 4 884 һәм башҡа). XIX быуат аҙағында өйәҙҙә 370 968 крәҫтиән иҫәпләнә, мещандар — 74376, дворяндар — 6963 һәм башҡа; мосолмандар — 108 472, православие динендәгеләр — 439 895 (шул иҫәптән 17 720 старообрядсы) һәм башҡа.
Милләт | Халыҡ, кеш. | % |
---|---|---|
Башҡорттар | 56 576 | 10,18 |
Урыҫтар | 380 094 | 68,40 |
Татарҙар | 47 989 | 8,64 |
Типтәрҙәр | 2 656 | 0,48 |
Йәһүдтәр | 1 218 | 0,22 |
Мордвалар | 26 180 | 4,71 |
Немецтар | 4 884 | 0,88 |
Украиндар | 29 942 | 5,39 |
Бөтәһе | 555 653 | 100,00 |
Иҡтисад
үҙгәртергәХалыҡтың төп өлөшө игенселек, малсылыҡ, умартасылыҡ менән шөғөлләнгән. XX быуатта башында суйыниретеү заводы, 5 шарапҡыуыу заводы, 2 һыра ҡайнатыу, 10 кирбес һуғыу, 10 тире иләү заводы һәм башҡа предприятиелар эшләй. Өйәҙҙә 7 ҙур йәрминкәләр үткәрелгән. 1877 йылда өйәҙ аша Ырымбур тимер юлы (Ырымбур — Батраки участкаһы), 1913 йылда Троицк тимер юлы (Ырымбур — Орск) үтә. 122 мәсет, 97 сиркәү һәм 4 часовня (1866) иҫәпләнгән.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 Всесоюзная перепись населения 1926 г. РСФСР и ее регионы. Населенные места. Наличное городское и сельское население .
- ↑ Демоскоп Weekly. Первая всеобщая перепись населения Российской Империи 1897 г. Наличное население в губерниях, уездах, городах Российской Империи (без Финляндии) . Архивировано 25 февраль 2012 года.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Ырымбур өйәҙе 2020 йыл 22 ғинуар архивланған.
- Ырымбур өйәҙе 2015 йыл 2 апрель архивланған.
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Волостныя, станичныя, сельскія, гминныя правленія и управленія, а также полицейскіе станы всей Россіи съ обозначеніем мѣста ихъ нахожденія. — Кіевъ: Изд-во Т-ва Л. М. Фишъ, 1913.