Өфө директорияһы
Рәсәйҙең Ваҡытлы хөкүмәте менән бутамаҫҡа.
Ваҡытлы Бөтә Рәсәй хөкүмәте Директория Өфө директорияһы | |
---|---|
Дөйөм мәғлүмәт | |
Ил | Рәсәй |
Нигеҙләнгән | 23 сентябрь, 1918 йыл |
Рәсәйҙең Ваҡытлы хөкүмәте | |
Бөтөрөлгән | 18 ноябрь, 1918 йыл |
Дауамсы | Рәсәй хөкүмәте |
Штаб-квартира | Өфө, 1918 йылдың 9 октябренән һуң — Омск |
Ответственные министры | П. В. Вологодский, Министрҙар Советы рәйесе В. А. Виноградов, Министрҙар Советы рәйесе урынбаҫары |
хөкүмәт рәйесе | П. В. Вологодский |
Аҫтындағы идара | Министрҙар Советы |
Ваҡытлы Бөтә Рәсәй хөкүмәте (рәсми булмаған исемдәре — «Директория», «Өфө директорияһы») — Рәсәй көнсышының большевиктарға ҡаршы төрлө көстәрҙең мәжбүри һәм шаҡтай тотороҡһоҙ компромисы һөҙөмтәһендә Өфө ҡалаһында 1918 йылдың 23 сентябрендә Дәүләт кәңәшмәһендә булдырылған Рәсәй дәүләт власының юғары органы. Ваҡытлы Бөтә Рәсәй хөкүмәте үҙен 1917 йылдың 7 ноябрендә Октябрь революцияһы тыуҙырған мәжбүри рәүештәге тәнәфестән һуң үҙенең эшмәкәрлеген яңыртҡан сираттағы, яңы составтағы Ваҡытлы хөкүмәте сифатында күрә ине[1].
Ойошторолоуы һәм функциялары
үҙгәртергәБольшевиктарҙан азат ителгән төрлө демократик «хөкүмәттәренең» территорияларында иң мөһим ролдәрҙе ике хөкүмәт уйнай: Һамарҙағы Ойоштороу йыйылышы ағзалары комитеты Һәм Омсктағы Выҡытлы Себер хөкүмәте. Уларҙың һәр береһенең ҡораллы көстәре була: Комучтың — Халыҡ армияһы, Себер хөкүмәтенең — Себер армияһы. 1918 йылдың июнь айында улар араһында башланған берҙәм хакимиәт булдырыу тураһында һөйләшеүҙәр һуңғы нәтижәгә тик Өфөлә сентябрь йыйылышында килтерҙе. Һөҙөмтәлә 5 кешенән торған берләшкән коллегиаль хөкүмәт — эсерҙар партияһы лидерҙарының береһе, элекке ваҡытта Ваҡытлы хөкүмәтенең министры Н. Д. Авксентьев рәйеслеге аҫтында Директория булдырыла[1].
Бөтә Рәсәй юғары власын ойоштороу тураһында акт[2] Ваҡытлы Бөтә Рәсәй хөкүмәте "Бөтә Рәсәй Ойоштороу йыйылышы саҡырылғанға тиклем Бөтә Рәсәй дәүләтендә юғары властың берҙән-бер эйәһе була. Актта өлкә хөкүмәттәренең ваҡытлыса килеп сыҡҡан шарттарҙа үтәргә тура килгән юғары властың бөтә функцияларын Ваҡытлы Бөтә Рәсәй хөкүмәтенә беренсе талап менән кире ҡайтарылыуы күҙ уңында тотола, тип белдерелә. Шулай итеп, төбәк берекмәләренең суверенитеты юҡҡа сығарыла, уға алмашҡа «өлкәләрҙең киң автономияһы» индерелә һәм уның сиктәре тулыһынса «Ваҡытлы Бөтә Рәсәй хөкүмәтенең тәрән аҡыллығына» бәйле була.
Ваҡытлы Бөтә Рәсәй хөкүмәтенә Ойоштороу йыйылышы саҡырылыуын тиҙләтеүгә булышлыҡ итеү һәм артабан да уға илдәге берҙән-бер юғары власть булараҡ һис шикһеҙ буйһоноу йөкмәтелә.
Рәсәйҙең милли — дәүләт ҡоролошо нигеҙҙәре федератив принциптарынан сығып эш ителергә тейеш була: иреккә сыҡҡан Рәсәйҙең ҡоролоуы географик һәм иҡтисади, шулай уҡ этник билдәләре булған айырым өлкәләренең киң автономия хоҡуҡтарын, артабан федератив нигеҙҙә дәүләт ойошмаһын тулы ҡанлы Ойоштороу Йыйылышын булдырып…, айырым территория биләмәгән милли аҙсылыҡтар өсөн мәҙәни — милли үҙбилдәләнешкә хоҡуҡтарын таныуҙа нигеҙләнә..
Армияға ҡарата Актта, сәйәси партияларҙың йоғонтоһонан азат булған, көслө, һуғышҡа һәләтле, берҙәм Рәсәй армияһын тергеҙеүе кәрәклеге һәм шул уҡ ваҡытта «хәрбиләргә сәйәси ойошмалары ярамағанлығы һәм армияның сәйәсәттән ситләштереүе» тураһында әйтелә .
Дәүләт берҙәмлеге һәм Рәсәй бойондороҡһоҙлоғо буйынса кисектергеһеҙ тип һаналған бурыстар:
1. Совет власынан Рәсәйҙе азат итеү өсөн көрәш;
2. Рәсәйҙең көсләп тартып алынған, төшөп ҡалған һәм тарҡау өлкәләрҙе ҡайтанан берләштереү;
3. Февраль революцияһынан һуң Рәсәй исеменән һәм уның башҡа өлөштәренән , ғөмүмән, Рәсәй Ваҡытлы Хөкүмәтенән тыш ниндәй булһа ла власть тарафынан төҙөлгән Брест һәм башҡа халыҡ-ара килешеүҙәрҙе танымау һәм Антанта державалары менән килешеүле мөнәсәбәттәрҙе тергеҙеү;
4. Герман коалицияһына ҡаршы һуғышты дауам итеү.
Составы
үҙгәртергәВаҡытлы Бөтә Рәсәй хөкүмәте составына биш ағза һәм уларҙың биш урынбаҫары һайлана — Директория ағзаларының персональ дублерҙары, уларҙың бер өлөшө Өфөнән байтаҡ ҙур арала була..
1918 йылдың ноябрь ваҡиғаларына тиклемге эшмәкәрлеге
үҙгәртергә1918 йылдың 9 октябрендә Ваҡытлы Бөтә Рәсәй хөкүмәте һөжүм иткән совет ғәскәрҙәре ҡаланы баҫып алыу хәүефе арҡаһында Өфөнө ҡалдырып китә һәм Омскиға күсенә.
13 октябрҙә Омскиға Ҡара диңгеҙ флотының элекке командующийы вице-адмирал А. В. Колчак килә, һуңғараҡ ул Ваҡытлы Бөтә Рәсәй хөкүмәте составына инә.
4 ноябрҙә Ваҡытлы Бөтә Рәсәй хөкүмәте барлыҡ өлкә хөкүмәттәренә береһен дә ҡалдырмай Өлкә хөкүмәттәрен һәм Өлкә Вәкәләтле Учреждениеларын ашығыс рәүештә тарҡатыу талабы менән һәм идаралыҡ буйынса бөтә вәкәләттәрҙе Бөтә Рәсәй хөкүмәтенә тапшырыу тураһында мөрәжәғәт итә. Шул уҡ көндә Ваҡытлы Себер хөкүүмәте министрлыҡтары һәм үҙәк идаралыҡтары базаһында Директорияның башҡарма органы булдырыла — П. В. Вологодский етәкселегендәге Бөтә Рәсәй министрҙар Советы. Бындай дәүләт хакимиәтенең үҙәкләштереүе, иң беренсе нәүбәттә, көрәш йылдарында Бөйөк һәм Берҙәм Рәсәйҙең яңырыуы өсөн ватандың һуғышсан ҡеүәтен тергеҙеү һәм бөтә Рәсәй масштабында тылды ойоштороу һәм армияны тәьмин итеү өсөн шарттар булдырыу кәрәклеге сәбәпсе була.
Ошо ғәмәлдәр ярҙамында Рәсәй көнсығышында булған бөтә өлкә, милли һәм казак хөкүмәттәрен юҡҡа сығарылды һәм шунан менән формаль рәүештә большевиктарға ҡаршы булған көстәрҙе бергә туплауға ирешелде.
1918 йылдың 4 ноябрендә төҙөлгән «Бөтә Рәсәй» министрҙар Советы:
- П. В. Вологодский (рәйес),
- В. А. Виноградов (рәйес урынбаҫары),
- А. В. Колчак (хәрби һәм диңгеҙ министры),
- Ю. В. Ключников (сит эштәр министрлығы идарасыһы),
- А. Н. Гаттенбергер (эске эштәр министрлығы идарасыһы,
- И. И. Серебренников (тәьмин итеү министры),
- И. А. Михайлов (финанстар министры),
- Н. С. Зефиров (аҙыҡ-түлек министры),
- С. С. Старынкевич (юстиция министры),
- Л. А. Устругов (юл бәйләнеше министры),
- В. В. Сапожников (халыҡ мәғарифы министры),
- Л. И. Шумиловский (хеҙмәт министры),
- Н. И. Петров (игенселек министы),
- Н. Н. Щукин (сауҙа һәм сәнәғәт министрлығының ваҡытлыса идарасыһы),
- Г. А. Краснов (дәүләт контролеры),
- Г. Г. Тельберг (Иинистрҙар Советы эштәре идарасыһы)
Күбеһенсә уң үҙәкле министрҙар Советы сәйәси төҫ буйынса байтаҡҡа «һул» Директориянан ҡырҡа айырыла. Уң сәйәси курсты ҡыйыу яҡлаған Совмин эшмәкәрҙәренең лидеры финанстар министры И. А. Михайлов була, уға Г. К. Гинс, Н. И. Петров, Г. Г. Тельберг ярҙам күрһәтәләр. Нәҡ ошо төркөм бер генә кеше ҡулына бирелгән хәрби диктатура формаһындағы көслө һәм бер төрлө хакимлыҡты урынлаштырыуҙы маҡсат иткән заговорҙың ядроһы була китә.
Директорияның абруйы булмай, уның хакимлығыбик бушаҡ һәм көсһөҙ була. Офицерҙар составы күпселек өлөшөндә Директорияға ҡарата дошмандарса мөнәсәбәттә була, сөнки Директорияла улар ерәндергес "керенщина"ның ҡабатланыуын күрәләр. Өҫтәүенә Директорияны даими рәүештә эске ҡапма-ҡаршылыҡтар тарҡата, бының өсөн либераль пресса Директорияны мыҫҡыллап Крыловтың мәҫәленән аҡҡош, ҡыҫала һәм суртан менән сағыштыра ине. Директорияның хәрби уңышһыҙлыҡтары ла уның хакимлығының аҙағын яҡынайта ине.
Хөкүмәт абруйы бигерәк тә Директорияның эсер етәкселегенең үҙенең урындағы партия ойошмаларына төбәлгән инструкция нәшер итеүһенә бәйле булған ғауға ныҡ ҡаҡшата. Инструкцияла эсерҙар партияһы ағзаларына Ойоштороу йыйылышы ағзалары тирәһендә тупланырға, ҡоралланырға һәм һәр моментта уң көстәргә яуап бирергә әҙер булырға төҡдим ителгән ине. Был тәҡдим эсерҙар үҙ ҡораллы формированиеларын булдырырға тейеш тигән өндәү тип ҡабул ителә. генерал Болдырев Авксентьевтан һәм Зензиновтан аңлатыуҙарын талап итә. Мәсьәләне онотторорға тырышалар, әммә килеп сыҡмай, һәм Директория дошмандары эсерҙарҙы хакимлыҡты тартып алыу өсөн заговор әҙерләүҙә ғәйепләй башлайҙар[3].
Эшмәкәрлегенең туҡтатылыуы
үҙгәртергәДиректория үҙенең эшмәкәрлеген 1918 йылдың 17 ноябренән 18 ноябргә ҡараған төндәге ваҡиғалар һөҙөмтәһендә туҡтата. Был төндә Омскта тупланған казак частарының хәрбиҙәр төркөмө тарафынан Директория рәйесе Н. Д. Авксентьев, Директория ағзаһы В. М. Зензинов, Директория ағзаһы урынбаҫары А. А. Аргунов, шулай уҡ эске эштәр министры иптәше, йәшерен хеҙмәте етәксеһе Е. Ф. Роговский ҡулға алыналар. Бөтә ҡулға алынған кешеләр социалист — революционерҙар Партияһы ағзалары була.
18 ноябрҙең иртәһендә Директорияның ике ағзаһы — П. В. Вологодский һәм В. А. Виноградов —ҡатнашлағында министрҙар Советы ғәҙәттән тыш ултырышына йыйылған тыуған хәл буйынса фекер алышып, һәм Директорияны ғәмәлдән сыҡҡан тип таный һәм хакимлыҡты бөтә тулылылығында үҙ өҫтөнә алыуы тураһында иҡлан итә. Министрҙар Советы хәрби һәм гражданлыҡ хакимлығы хәрби һәм йәмәғәтселек даирәләрендә абруй ҡаҙанған бер кеше ҡулдарында тупланырға тейеш тигән һығымтаға килә. Юғары хакимлыҡты булдырыу министрҙар Советы ярҙамына таянған бер кешегә ваҡытлыса тапшырыу һәм ошо кешегә «Юғары хаким» исемен биреү буйынса принципиаль ҡарар ҡабул ителә, артабан «Рәсәйҙә дәүләт хакимлығының ваҡытлы ҡоролошо тураһында Положениеһы» эшкәртелә һәм ҡабул ителә («18 ноябрь конституцияһы» тип исемләнгән). Положение, атап әйткәндә, Юғары хакимдың һәм министрҙар Советы араһындағы мөнәсәбәттәрҙең тәртибен билдәләй[4]
Совмин ағзаларының йәшерен тауыш биреүе буйынса Юғары хаким вазифаһына вице — адмирал А. В. Колчак һайлана һәм бер үк ваҡытта званиеһында тулы адмиралға тиклем үрләтелә. Колчак ризалығын белдерә һәм үҙенең беренсе бойороғо менән үҙен Юғары башкомандующий итеп иғлан итә. Тарихҡа Омск йәки Колчак хөкүмәте исеме аҫтында ингән яңы хөкүмәт булдырыла. Ул 1920 йылдың 4 ғинуарына тиклем ғәмәлдә була.
Ҡулға алынған Директория ағзалары 1918 йылдың 20 ноябрендә сит илгә ҡыуылалар, уларҙы поездға тейәп, Ҡытайға сығаралар.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
үҙгәртергә- Главы Российского государства (1918—1920)
- Российское правительство (1919)
- Российское государство (1918—1920)
Һылтанмалар
үҙгәртергәӘҙәбиәт
үҙгәртергә- Временное Всероссийское правительство (23 сентября — 18 ноября 1918 г.). Сборник документов и материалов / Сост. и науч. ред. В. И. Шишкин. Новосибирск: Новосибирский государственный университет, 2010. 362 с.
- Шишкин В. И. Из истории формирования Совета министров Временного Всероссийского правительства (октябрь 1918 г.) // Вестник НГУ. Серия: История, филология. Новосибирск, 2007. Т. 6. Вып. 1 (история). С. 209—217.
- Шишкин В. И. Военный и морской министр Временного Всероссийского правительства А. В. Колчак // Вестник НГУ. Серия: История, филология. Новосибирск, 2008. Т. 7. Вып. 1 (история). С. 54-65.
- Шишкин В. И. Формирование Совета министров Временного Всероссийского правительства (24 сентября — 4 ноября 1918 г.) // Известия Омского государственного историко-краеведческого музея. Омск, 2008. № 14. С. 265—284.
- Шишкин В. И. Губернские (областные) комиссары Временного Сибирского, Временного Всероссийского и Российского правительства, управ¬ляю¬щие губерниями и областями Российского правительства (июнь 1918—1919) // Историческая энциклопедия Сибири. Новоси¬бирск, 2009. Т. 3. С. 676.
- Шишкин В. И. Отечественная историография Временного Всероссийского правительства // Материалы Всероссийской научной конференции «Сибирское общество в контексте мировой и Российской истории (ХIХ-ХХ вв.)», посвященной 200-летию со дня рождения генерал-губернатора Восточной Сибири Н. Н. Муравьева-Амурского. 1 октября 2009 г. Иркутск, 2010. С. 434—444.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 В. 2013 йыл 15 октябрь архивланған.
- ↑ Акт об образовании всероссийской верховной власти, принятый на государственном совещании в Уфе
- ↑ Зырянов П. Н. Адмирал Колчак, верховный правитель России / Павел Зырянов. — 4-е изд. — М.: Молодая гвардия, 2012. — 637[3] с.: ил. — (Жизнь замечательных людей: сер. биогр.; вып. 1356).
- ↑ Положение о временном устройстве государственной власти в России, утверждённое советом министров 18 ноября 1918 г.