Ҡыпсаҡ кантоны
Ҡыпсаҡ кантоны (рус. Кипчакский кантон) — Башҡортостан кантоны.
Ҡыпсаҡ кантоны | |
---|---|
Ҡыпсаҡ кантоны | |
Ил | Башҡортостан автономияһы Башҡортостан АССР-ы |
Үҙәге | Мораҡ ауылы |
Ойошторолған | 1919 |
Рәсми телдәр | башҡорт теле |
Административ үҙәге — Мораҡ ауылы.
Тарихы
үҙгәртергә1917 йылдың декабрендә III Бөтә башҡорт ойоштороу ҡоролтайы «Башҡортостандың автономиялы идараһы тураһында» ҡарарын ҡабул итә, уға ярашлы Башҡортостан мөхтәриәте туғыҙ кантондан тора: Барын-Табын, Бөрйән-Түңгәүер, Ете ырыу, Иҫкен-Ҡатай, Ҡыпсаҡ, Ҡыуаҡан, Тамъян, Туҡ-Соран һәм Үҫәргән[1][2]. 1919 йылдың башына ҡарата Башҡортостан мөхтәриәте 13 кантондан тора: Арғаяш, Бөрйән-Түңгәүер, Дыуан, Ете ырыу, Көҙәй, Ҡошсо, Ҡыпсаҡ, Табын, Тамъян-Ҡатай, Туҡ-Соран, Үҫәргән, Юрматы һәм Ялан[3].
1919 йылдың 20 мартындағы «Үҙәк Совет власы менән Башҡорт хөкүмәте араһында Башҡорт совет автономияһы тураһында килешеү»гә ярашлы республика территорияһы 13 кантондан тора, уның араһында Ҡыпсаҡ кантоны ла була.
1919 йылдың июнендә кантон бөтөрөлә, территорияһы Ҡыпсаҡ-Ете ырыу кантонына инә.
Халҡы
үҙгәртергәГеография
үҙгәртергәКантонға Ырымбур өйәҙенең Бөрйән-Ҡыпсаҡ, Бошман-Һыуын-Ҡара-Ҡыпсаҡ, 1‑се һәм 2‑се Ҡара-Ҡыпсаҡ, Семён-Петровский һәм Йомағужа улустары инә. Төньяҡта Юрматы кантоны, төньяҡ-көнсығышта — Бөрйән-Түңгәүер кантоны, көньяҡ-көнсығышта — Үҫәргән кантоны, көньяҡта — Ырымбур өйәҙе, көнбайышта Ете ырыу кантоны менән сиктәш була.
Кантон башҡармаһы (ревкомы) рәйестәре
үҙгәртергә- Миһран Сыртланов (1918)
Шулай уҡ ҡарағыҙ
үҙгәртергәИҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ История башкирского народа: в 7 т./ гл. ред. М. М. Кульшарипов; Ин-т истории, языка и литературы УНЦ РАН. — Уфа: Гилем, 2010. — Т. V. — С. 128. — 468 с.
- ↑ Әсфәндиәров Ә. З. Кантон // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ Азнагулов В. Г., Хамитова З. Г. Парламентаризм в Башкортостане: история и современность. — Уфа: ГРИ «Башкортостан», 2005. — С. 72. — 304 с.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Нуғаева Ф. Ғ. Ҡыпсаҡ кантоны // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.