Верхнеурал өйәҙе
Верхнеурал өйәҙе (Үрге Урал өйәҙе), 1781 йылда Өфө наместниклығы составында ойошторола.
Верхнеурал өйәҙе (Үрге Урал өйәҙе)
|
Административ уҙәге — Верхнеурал ҡалаһы.
Тарих
үҙгәртергәӨйәҙгә Өфө провинцияһының көньяҡ-көнсығыш өлөшө инә. 1796 йылда алып Ырымбур губернаһы составында. Административ уҙәге — Верхнеурал ҡалаһы. Идара итеүҙең кантон системаһы индерелгәс, Верхнеурал өйәҙе территорияһында 6‑сы башҡ. кантоны ойошторола; Ырымбур һыҙығының 1—2‑се дистанциялары частары урынлаша. 1866 йылда өйәҙ территорияһында 237 торама пункт, 4 стан була. 1890 йылда — 9 олоҫ (Белорет, Күбәләк-Тиләү, Ҡағы, Ҡатай, Тамъян-Түңгәүер, Типтәр-Учалы, Тирлән, Үҙән, Әүжән-Петровск) һәм 9 станица (Березин, Варшавка, Велико-Петровск, Верхнеурал, Ҡарағай, Ҡыҙыл, Магнит, Наследницкий, Николаевка), 1917 йылда 10 олоҫ теркәлгән. Халыҡтың төп өлөшө игенселек менән шөғөлләнгән. 10‑ға яҡын йәрминкә үткәрелә. 94 мәсет, 34 сиркәү һәм 5 часовня була (1866). Өйәҙ 1919 йылда бөтөрөлә, территорияһы Тамьян-Ҡатай кантоны һәм Силәбе губернаһы составына инә. 1919 йылда төҙөлгән БАССР-ҙын Тамъян-Ҡатай кантонына Верхнеурал өйәҙе ҡараған Тамъян, Ҡатай, Тәңгәүер, Күбәләк, Телеү (үҙәге — Ҡарағужа), Көҙәй (үҙәге -Һөйәрғол), Ҡарағай-Ҡыпсаҡ, Бөрйән, Учалы-типтәр (үҙәге — Учалы) олоҫтары инә[2].
География
үҙгәртергә1784 йылда Верхнеурал өйәҙе төньяҡ өлөшө — Троицк өйәҙенә, 1865 йылда көнбайышы — Өфө өйәҙенә һәм Стәрлетамаҡ өйәҙенә, көньяғы Орск өйәҙенә инә. XVIII быуат аҙағында төньяҡ-көнбайышта — Өфө өйәҙе, төньяҡ-көнсығышта — Троицк өйәҙе, көнсығышта — Урта ҡаҙаҡ йөҙө, көньяҡта — Ырымбур өйәҙе, көнбайышта Стәрлетамаҡ өйәҙе менән сиктәш була. Майҙаны — 49 962 км² (1897).
Халҡы
үҙгәртергәХалҡы: 1795 йылда — 30157 кеше (шул иҫәптән 18790 башҡорттар), 1897 йылда — 223245 (башҡорттар — 44025, мишәрҙәр — 2528, мордвалар — 2945, татарҙар — 12102, типтәрҙәр — 13276, урыҫтар — 146126 һәм башҡа). XIX быуат аҙағында өйәҙҙә 112787 крәҫтиән иҫәпләнә, мещандар — 25768, дворяндар — 869 һәм башҡа; мосолмандар — 56705, православие динендәгеләр — 157321 (шул иҫәптән 1129 старообрядсы) һәм башҡа.
Милләт | Халыҡ, кеш. | % |
---|---|---|
Башҡорттар | 44 025 | 19,72 |
Урыҫтар | 146 126 | 65,45 |
Татарҙар | 12 102 | 5,42 |
Мишәрҙәр | 2528 | 1,13 |
Типтәрҙәр | 13276 | 5,95 |
Мордвалар | 2945 | 1,32 |
Бөтәһе | 223 245 | 100,00 |
Иҡтисад
үҙгәртергәXX быуат башында Белорет заводы, Ҡағы заводы, Тирлән заводы, Үҙән заводы, Үрге Әүжән-Петровск заводы эшләй.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергәҺылтанмалар
үҙгәртергә- Башҡорт энциклопедияһы — Верхнеурал өйәҙе 2019 йыл 24 декабрь архивланған. (Тикшерелеү көнө: 5 март 2018)
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Список населённых мест по сведениям 1866 года. Т.28: Оренбургская губерния. СПб., 1871;
- Волости и гмины 1890 года. Оренбургская губерния. СПб., 1890;
- Первая всеобщая перепись населения Российской империи, 1897 г. Т.28: Оренбургская губерния. Т.28. СПб., 1904.