Тоҡомбәтов Усман Ғитиәтулла улы

(Усман Тоҡомбәтов битенән йүнәлтелде)

Тоҡомбәтов Усман Ғитиәтулла улы (Ғосман Тоҡомбәт, нем. Osman Tokumbet; 8 февраль 1888 йыл1950 йыл) — сәйәсәт һәм йәмәғәт эшмәкәре. Башҡортостан мөхтәриәтенең предпарламенты — Кесе Ҡоролтайҙың ағзаһы.

Тоҡомбәтов Усман Ғитиәтулла улы
Тыуған көнө

8 февраль 1888({{padleft:1888|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:8|2|0}})

Тыуған урыны

Пермь губернаһы, Шадринск өйәҙе, Яңы ауылы

Вафат булған көнө

1950({{padleft:1950|4|0}})

Вафат булған урыны

Берлин ҡалаһы

Гражданлығы

Германия Германия

Подданлығы

Рәсәй империяһы Рәсәй империяһы

Тормош иптәше

Нина (Әминә)

Балалары

Мөхтәр

Биографияһы

үҙгәртергә
 
1920 йылда Тбилисила төрки һәм Кавказ халыҡтары эмигранттарының осрашыуы.
Баҫып торалар (һулдан уңға): Усман Тоҡомбәтов, Ғүмәр Тереғолов, Солтан Алдиев
Ултыралар (һулдан уңға): Мостафа Шоҡай, Әхмәт Цаликов, Шәриф Манатов.

Усман Ғитиәтулла улы Тоҡомбәтов 1888 йылдың 8 февралендә Пермь губернаһы Шадринск өйәҙе Яңы (Новая) ауылында тыуған. Милләте башҡорт[1].

Атаһы Ғитиәтулла Сәйфулла улы Тоҡомбәтов (1852-?) сығышы менән обер-офицерҙар ғаиләһенән, 1876 йылда Өфө татар уҡытыусылар мәктәбен тамамлағандан һуң Шадринск өйәҙендә уҡыта. Әсәһе Гөлниса Ғүмәр ҡыҙы Чанышева сығышы менән Өфө губернаһы дворяндарынан.

1899—1910 йылдарҙа Өфө ирҙәр гимназияһында уҡый. 1910 йылда Санкт-Петербург университетының юридик факультетына уҡырға керә, Өфө губерна земствоһы стипендиаты булараҡ, 1910—1911 уҡыу йылында уҡыуға түләүҙән азат ителә. 1915 йылдың декабрендә тамамлаусы таныҡлыҡ менән университеттан китә.

Беренсе донъя һуғышы башында флот прапорщиктары мәктәбенә уҡырға инә. 1916 йылдың 23 октябрендә адмиралтейство буйынса прапорщик званиеһын ала.

1917 йылғы Февраль инҡилабы ваҡытында Петроградта йәшәй, милли хәрәкәткә әүҙем ҡушыла. Бөтә Рәсәй ваҡытлы мосолман хәрби шураһын ойоштороуҙа һәм уның эшмәкәрлегендә ҡатнаша. Бөтә Рәсәй Ойоштороу йыйылышына кандидат була. Ике мосолман хәрби съезын әҙерләүҙә һәм уларҙың эшендә ҡатнаша. 1917 йылдың июлендә Ҡазанда уҙған съезда Хәрби шура рәйесе Ильяс Алкиндың урынбаҫары итеп һайлана, Петроградта мосолман хәрби ойошмалары менән етәкселек итә. Мосолман хәрби ойошмалары вәкиле булараҡ, бер үк ваҡытта Петроград эшсе һәм һалдат депутаттары Советы составына инә.

1917 йылдың 4 декабрендә Петроград асыҡ китапханаһында һаҡланған һәм фараз буйынса өсөнсө хәлифә Усман (574—656) тарафынан үҙ ҡулы менән яҙылған Ҡөрьәнде мосолмандарға ҡайтарыуҙы һорап Милләттәр буйынса халыҡ комиссариатына мөрәжәғәт итә. РСФСР-ҙың Милләттәр буйынса халыҡ комиссары И. В. Сталин һәм Халыҡ Комиссарҙары Советы рәйесе В. И. Лениндан рөхсәт алғас, Ҡөрьәнде Өфөгә алып килә. Хәлифә Усмандың Ҡөрьәне Өфөлә 1924 йылға тиклем һаҡлана — ошо йылда үҙәк властар ҡарарына ярашлы изге китап Ташкент музейына ебәрелә.

1917 йылдың декабрендә Ырымбурҙа Башҡортостан мөхтәриәтен раҫлаған III Бөтә башҡорт ҡоролтайы эшендә ҡатнаша. Съезд барышында Башҡортостан мөхтәриәтенең предпарламенты — Кесе Ҡоролтайҙың ағзаһы итеп һайлана.

1918 йылдың ғинуар-февралендә II Бөтә Рәсәй мосолман хәрби съезында ҡатнаша. 28 февралдә Хәрби шураның етәкселәре (Ильяс һәм Йыһангир Алкиндар менән бергә) иҫәбендә ҡулға алына, һуңынан иреккә сығарыла.

Рәсәйҙә Граждандар һуғышы осоронда Германияла була (ҡайһы бер мәғлүмәттәр буйынса II Бөтә Рәсәй мосолман хәрби съезы тарафынан мосолман хәрби әсирҙәренә ярҙам күрһәтеү өсөн ебәрелә), артабан Төркиәгә китә. 1920-се йылдар башында Әнүәр паша етәкселегендәге Төркиә делегацияһы составында Рәсәйгә килә. Бында рәссам Нина Головина менән таныша һәм уның менән никахҡа инә. 1923 йылда Финляндияға китә, аҙаҡ Германияла йәшәй. Ул сит илгә үҙе менән ҡиммәтле документтарҙы ла алып сыға, Әхмәтзәки Вәлиди үҙенең «Хәтирәләр»ен яҙғанда уларҙы файҙаланған[2].

Эмиграцияла Ғәлимйән Иҙриси тирәһендәге тупланған эмигрант төркөмөнә керә. Әхмәтзәки Вәлиди менән бәйләнеш тота, шул уҡ ваҡытта Ғаяз Исхаҡи, Фоат Туҡтаров һәм «Иҙел-Урал» төркөмөнә ҡарата оппозицияла була. Польша разведкаһы мәғлүмәттәре буйынса, Усман һәм Нина Тоҡомбәтовтар СССР-ҙың махсус органдары (ОГПУ) менән хеҙмәттәшлек иткән.

1924 йылдың декабрендә Берлинда Төркиә, Афғанстан, Иран һәм Мысыр илселектәре ярҙамы менән «Хоҙайҙы хөрмәтләү мосолман берекмәһе» (нем. Verein fuer islamische Gottesverehrung) булдырыла, уның рәйесе итеп Ғәлимйән Иҙриси ҡуйыла, йәмғиәт етәкселегенә шулай уҡ Усман Тоҡомбәтов та инә. Йәмғиәттең төп маҡсаттары: Ислам традицияларын һәм йолаларын үтәү, мосолман мөхитендәге бәхәстәрҙе хәл итеү һәм Германияла йәшәүсе мосолмандар араһында ҡәрҙәшлек мөнәсәбәттәре булдырыу.

1920-се йылдар аҙағында такси хеҙмәтендә эшләй. Ҡайһы бер мәғлүмәттәргә ярашлы, 1920-1930-сы йылдарҙа Бохара Совет Республикаһының милке һәм совет разведкаһы контроле аҫтында булған пансионат менән етәкселек итә, был пансионатта Рәсәйҙән килгән күп кенә мосолман эмигранттары, Берлинда уҡыған совет мосолман студенттары йәшәй. 1930-сы йылдарҙың тәүге яртыһында Көнсығыш сауҙа нәшриәтендә (Orienthandelsverlag GmbH, Berlin, W15) эшләй. Төрөк-немец сауҙа мөнәсәбәттәре буйынса ҡулланманы төҙөүселәренең береһе була.

1950 йылда вафат булған.

Ҡатыны — Нина Головина (Әминә Тоҡомбәтова (Тоҡомбәт); 16.10.1899, Тиволи — 18.04.1947, Берлин) — 1924—1947 йылдарҙа Берлинда театр рәссамы булып эшләй[1][3].

Улы — Мөхтәр (1921—1981).

Әҫәрҙәре

үҙгәртергә
  • Tokumbet Osman. Alman-Türk Sanayi ve Ticaret Kılavuzu [Deutsch-Turkischen Industrie- und Handelsfuehrers]. – Berlin, 1935.  (нем.)(авторҙаш)

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  • Гайнетдинов Р. Б. Деятельность татаро-башкирских эмигрантских организаций и центров в 1900 — начале 1930-х годов: Канд. дисс. — Казань, 1993. — С. 64.
  • Усманова Д. М. Токумбетов Усман Гидиятуллович // Ислам в Санкт-Петербурге: энциклопедический словарь. — М.: Медина, 2016. — С. 243-244.