Һайланған мәҡәлә
|
Рун — боронғо германдарҙың яҙмаһы. I—II быуаттарҙан алып XII быуаттар араһында — хәҙерге Дания, Швеция һәм Норвегияла, X—XIII быуаттарҙа — Исландия һәм Гренландияла, ә швед провинцияһы Даларнала XIX быуат башынаса ҡулланылған. Рундар (символдар) ташта, металда, ағаста, һөйәктә ырып, уйып яҙылған, уның үҙенсәлекле ҡырлы формаһы ырып яҙыуға көйләнгән.
Европа илдәрендә христиан дине ҡабул ителгәс, латин яҙмаһы рун яҙмаһын ҡыҫырыҡлап сығарған. «Рун» термины боронғо герман телендәге run («сер») тамырына бәйләп аңлатыла. Донъяла рун хәрефтәренән торған бөтәһе 5 000-ләп яҙыу табылған, шуларҙың иң ҙур өлөшө — Швецияла. Бынан тыш, Урта быуаттарҙағы Европала рун календарҙары булған.
Боронғо төркиҙәрҙең ҡырлап, мөйөшләп яҙылған алфавитын да рун тип йөрөтәләр.
↪ дауамы…:
Исемлек (120) | Үҙгәртеү
|
Яҡшы мәҡәлә
|
Ҡулаев Мөхәмәтхан Сәхипгәрәй улы (7 февраль 1873 йыл — 1959 йыл) — Башҡорт милли хәрәкәте эшмәкәре, телсе, табип. Башҡорт Хөкүмәте Рәйесе (26.01.1919—03.1919). Беренсе донъя һәм граждандар һуғыштарында ҡатнашыусы. СССР-ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1943).
Мөхәмәтхан Сәхипгәрәй улы (Мстислав Александрович) Ҡулаев 1873 йылдың 7 февралендә Ырымбур губернаһы Орск өйәҙе Үҫәргән улусының (хәҙерге Ырымбур өлкәһе Ҡыуандыҡ районы) Ейәнсура ауылында тыуған. Әсәһе Йәнифә Садыҡ ҡыҙы һәм атаһы Сәхипгәрәй Муса улы урта хәлле крәҫтиәндәре булғандар. Ҡартатаһы — Муса Торһонбай улы башҡорттарҙың үҙ ирке өсөн көрәштә ҡатнашып, ситтә йөрөп вафат була. Сығышы менән үҫәргән ырыуы башҡорттарынан.
Башта ауылдарындағы мәсет янындағы мәҙрәсәлә һәм рус-башҡорт мәктәбендә уҡый. Артабан 1886—1896 йылдарҙа Ырымбур гимназияһында белем ала һәм уны алтын миҙал менән тамамлай. 1896—1902 йылдарҙа Ҡазан Император университетының медицина факультетында «Башҡорт стипендияһы»на уҡый. Шул уҡ ваҡытта 1899—1900 йылдарҙа Ҡазан университеты эргәһендәге Археология, тарих һәм этнография йәмғиәтенең Өфө губернаһы Стәрлетамаҡ өйәҙенә, Ырымбур губернаһы Верхнеурал һәм Орск өйәҙҙәренә экспедицияларында ҡатнаша, башҡорт һәм татар йырҙарын, мәҡәлдәрен, әйтемдәрен, йомаҡтарын һәм әкиәттәрен йыя. Университетҡа тик христиандар ғына алынғас динен алмаштырырға мәжбүр була, һәм христиан динен алып Мстислав Александрович тип исемен үҙгәртергә ризалыҡ бирә. Башҡа мәғлүмәт буйынса, уҡыған осорҙа хәлле генә бер рус ҡыҙына өйләнер өсөн исемен һәм динен алыштыра, уларҙың өс ҡыҙы тыуа.
1902 йылда Ҡазан губернаһы Тәтеш өйәҙенең Кесе Ялсыҡай ауылының земство дауаханаһына табип итеп тәғәйенләнә. 1903—1913 йылдарҙа Ҡазандың Александровск ҡала дауаханаһында һәм башҡа һаулыҡ һаҡлау учреждениеларында эшләй.
1910 йылда медицина докторы дәрәжәһенә имтихандар тапшыра, әммә хеҙмәтен ваҡытында тамамлап өлгөрә алмай. 1913 йылда Варшава ҡалаһына эшкә күсерелә. 1914—1917 йылдарҙа Беренсе донъя һуғышында ҡатнаша, Көньяҡ-Көнбайыш фронтының 275-се запас ялан госпиталенең баш табибы булып хеҙмәт итә. 1917 йылда Ҡазанға ҡайтып Шамовск ҡала дауаханаһының терапевт бүлегендә өлкән ординатор булып эшләй.
Юныс Бикбов саҡырыуы буйынса Ырымбурға килә. 1918 йылдың авгусынан алып Башҡорт Хөкүмәтендә эшләй һәм башҡорт милли хәрәкәтенә ҡушылып китә. 1919 йылдың 26 ғинуарында хөкүмәт рәйесе һәм Башҡортостан хәрби-революцион комитеты ағзаһы итеп һайлана.
↪ дауамы…
Исемлек (111) | Үҙгәртеү
|
|
|
14 ноябрь юбилярҙары
|
- Никифоров Кузьма Фёдорович (1924—3.08.1986), сауҙа өлкәһе хеҙмәткәре. 1955 йылдан Башҡортостан республика ҡулланыусылар йәмғиәте союзы (Башпотребсоюз) ойошмаларының яуаплы хеҙмәткәре, шул иҫәптән 1966—1986 йылдарҙа — Дыуан райпоһының идара рәйесе. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Башҡорт АССР‑ының атҡаҙанған сауҙа хеҙмәткәре (1981). Ленин (1986), Октябрь Революцияһы (1976), 2‑се дәрәжә Ватан һуғышы (1985) һәм «Почёт Билдәһе» (1971) ордендары кавалеры.
- Кулагин Юрий Захарович (1929—20.10.1983), ғалим-ботаник, дендроэколог. 1960 йылдан Башҡорт дәүләт университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1965—1970 йылдарҙа ботаника кафедраһы мөдире, 1970—1983 йылдарҙа СССР Фәндәр академияһы Башҡортостан филиалы Биология институтының лаборатория мөдире. Биология фәндәре докторы (1964), профессор (1967). Башҡорт АССР‑ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1979).
- Лемаев Николай Васильевич (1929—24.12.2000), хужалыҡ эшмәкәре, ғалим-инженер‑технолог. 1950—1960 йылдарҙа Яңы Өфө нефть эшкәртеү заводында цех начальнигы, баш инженер урынбаҫары. 1963 йылдан — «Нижнекамскнефтехим» берекмәһенең генераль директоры, 1985 йылдан — СССР нефть эшкәртеү һәм нефтехимия сәнәғәте министрының беренсе урынбаҫары, 1985—1990 йылдарҙа СССР химия һәм нефть эшкәртеү сәнәғәте министры. РСФСР-ҙың VIII—XI саҡырылыш Юғары Советы депутаты. Техник фәндәр докторы (1982). Социалистик Хеҙмәт Геройы (1980). РСФСР-ҙың атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре (1985), СССР-ҙың атҡаҙанған нефтехимигы (1979), СССР-ҙың атҡаҙанған уйлап табыусыһы (1982), Татарстан Республикаһының атҡаҙанған химигы (1998). Сығышы менән хәҙерге Һамар өлкәһе Пестравка районының Ҡыҙылъяр ауылынан.
- Самодумова Маргарита Васильевна (1929—29.07.2016), педагог. 1955—2005 йылдарҙа Өфө ҡалаһының хәҙерге 62‑се лицейы уҡытыусыһы. Ленин (1981) һәм Октябрь Революцияһы (1976) ордендары кавалеры. Сығышы менән Кострома ҡалаһынан.
- Водопьянов Владимир Васильевич (1949), ғалим-математик. 1978 йылдан Өфө авиация институты һәм Өфө дәүләт авиация техник университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1995 йылдан — дөйөм фәндәр факультеты деканы. Техник фәндәр докторы (2009), профессор (2009). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған халыҡ мәғарифы хеҙмәткәре (1997), Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2007). Сығышы менән Ҡытай Халыҡ Республикаһының Порт-Артур ҡалаһынан.
- Грешнов Владимир Михайлович (1949), ғалим-инженер-механик. 1974 йылдан Өфө авиация институты һәм Өфө дәүләт авиация техник университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1988—2003 йылдарҙа металдарҙы баҫым ярҙамында эшкәртеү машиналары һәм технологияһы кафедраһы мөдире, 2007 йылдан — теоретик механика кафедаһы мөдире. Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы академигы, физика-математика фәндәре докторы (1992), профессор (1993). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2007).
|
|