Гренландия
Гренла́ндия (гренланд телендә Kalaallit Nunaat, дан. Grønland) — Ерҙәге иң ҙур утрау[1]. Төньяҡ Американың төньяҡ-көнсығышында урынлашҡан, шуға күрә физик география күҙлегенән уға ҡарай. Сәйәси йәһәттән Европаға ҡарай, сөнки эргә-тирәләге бәләкәй утрауҙар менән бергә Данияға ҡараған административ автономиялы берәмекте барлыҡҡа килтерә[2][3][4]. Атлантик һәм Төньяҡ Боҙло океандар менән йыуыла. Уның майҙаны 2 166 086 км² тәшкил итә[5] — төньяҡтан көньяҡҡа — 2700 км, көнбайыштан көнсығышҡа табан — 1300 км. Майҙаны буйынса иң бәләкәй материк — Австралиянан өс тапҡырға бәләкәйерәк[6].
Гренландия | |
---|---|
дат. Grønland | |
Характеристики | |
Майҙаны | 2 166 086 км² |
Иң бейек нөктәһе | 3694 м |
Халҡы | 55 992 чел. (2019) |
Урынлашыуы | |
72° с. ш. 40° з. д.HGЯO | |
Йыуыусы акваторилар | Атлантик океан, Төньяҡ Боҙло океан |
Гренландия Викимилектә |
Утрауҙың иң ҙур тораҡ пункты — Нуук (Готтоб), 17 984 кеше (2019)[7]. Ҡала Гренландияның көнбайыш өлөшөндәге ярымутрауҙа урынлашҡан.
Утрауҙың иң төньяҡ нөктәһе, 84-се киңлектән көньяҡтараҡ урынлашҡан Моррис-Джесуп мороно, 1900 йылда Каффеклуббен утрауы асылғанға тиклем, Төньяҡ полюсҡа иң яҡын ҡоро ер майҙаны тип һанала.
Көньяҡ нөктәһе 59-сы төньяҡ киңлеккә яҡын.
Тарихы
үҙгәртергәУтрауҙы европалылар асҡанға тиклем Гренландияла арктик халыҡтар йәшәгән, әммә скандинавтар килеүгә уның тәүге тороусылары юҡҡа сыҡҡандар һәм утрау кешеһеҙ була. Гренландияның ерле халҡы тип йыш ҡына атаған эскимостар-калаалиттар, утрауҙа скандинав тораҡ пункттары ике йөҙ инде булған XIII быуатта ғына унда килеп сығалар. Әммә, уларҙан айырмалы рәүештә, эскимостар шул ваҡыттан алып утрауҙы ташлап китмәгәндәр һәм унда даими йәшәгәндәр. Гренландия эскимостарының ата-бабалары — Туле мәҙәниәтен йөрөтөүселәр. Туле мәҙәниәте беҙҙең эраның яҡынса 1000 йылында Аляскала барлыҡҡа килә һәм унан бөтә Төньяҡ Канадаға тарала, ун өсөнсө быуатта Гренландияға барып етә. Шул уҡ ваҡытта элек Канаданың төньяҡ-көнсығышын һәм Гренландияның төньяҡ-көнбайышын биләгән Дорсет мәҙәниәтен алмаштыра. Фольклорҙа һәм исланд яҙма сығанаҡтарында эскимостар менән Көнсығыш торамаһында, Көнбайыш тормаһында һәм Ивиттуутта йәшәгән скандинав күскенселәре араһында ҡатмарлы бәйләнеш булыуы тураһында дәлилдәр бар.
Гренландияны европалылар 982 йылда аса, ул саҡта утрауға норвег викингтары Эрик Торвальдсон Рыжий етәкселегендә төшәләр, ул ҡарымта арҡаһында Исландияны ташлап китергә мәжбүр була. Эрик бында колонияға нигеҙ һала һәм утрауға «Йәшел ер» тигәнде аңлатҡан исем бирә. Бер версия буйынса, күскенселәрҙе күберәк йәлеп итеү маҡсатында бындай урынһыҙ атама «реклама» булараҡ бирелгән; икенсеһе әйтеүенсә, ул ваҡытта утрау ысынлап та үҫемлектәр менән ҡапланған булған. Һуңынан Эриктың улы Лейф көнбайышҡа табан экспедицияларҙы дауам итә һәм Винландты — хәҙерге Канаданы аса. Ул шулай уҡ Гренландияға христианлыҡты алып килә һәм унда йәшәүселәрҙе суҡындыра. Ул ваҡытта гренландтар Норвегия граждандары тип иҫәпләнә, уның составындп шулай уҡ Исландия ла була. Скандинавтарҙың тораҡ пункттары ваҡыт үтеү менән тарҡала һәм 1408 йылдан юҡҡа сығалар тиерлек.
1536 йылда Норвегия һәм уның сит ерҙәрҙәге бөтә биләмәләре Дания менән берләшмәгә инә. Дания утрауҙы үҙенеке тип иғлан итә һәм 1605 йылда яңынан колонизация башлай. 1814 йылда берләшмә тарҡалғандан һуң Норвегия Даниянан айырыла, әммә Гренландия уның составында ҡала.
Икенсе донъя һуғышы ваҡытында Дания Гренландияның ғәмәлдәге контролен юғалта. Һуғыш тамамланғас, Дания утрауҙы яңынан үҙ контроле аҫтына ала, әммә колониаль статусын бөтөрә. 1953 йылда Гренландия Дания короллегенең бер өлөшө тип иғлан ителә һәм ил парламентында вәкиллек ала, ә 1979 йылда эске эштәр буйынса киң автономия ала. 1973 йылдың 1 ғинуарында Гренландия Дания менән бергә Европа иҡтисади берләшмәһе составына инә, ә 1985 йылда референдум йомғаҡтары буйынса унан сыға, шул уҡ ваҡытта уның менән бәйле дәүләт статусын һаҡлап ҡала.
Геологияһы
үҙгәртергәГренландия тулыһынса тиерлек Канада ҡалҡанының төньяҡ-көнсығыш өлөшөндә урынлашҡан, тик көнсығышта һәм төньяҡта каледон йыйырсыҡлығы зонаһы үҫешкән. Ҡалҡанды тәшкил иткән тау тоҡомдары архей һәм иртә проторозой дәүеренең гнейстары, кварциттары, мәрмәрҙәре, граниттар һәм урта проторозой дәүере вулканоген-ултырмаларынан һалынған. Каледонидтарҙың көнсығыш зонаһы ҡалҡандан тәрән һынылыш менән айырылған.
Файҙалы ҡаҙылмалар архей-иртә проторозой дәүере тау тоҡомдары менән сикләнгән (Гренландияның көньяғындағы криолит; Гренландияның көнбайышында графит, мәрмәр); һоро күмер ятҡылыҡтары мезозой менән бәйле. Көнсығыш каледонид зонаһында ҡурғаш-цинк һәм уран мәғдәне ятҡылыҡтары табылған. Шулай уҡ нефть һәм газ запастары асыҡланған.
Климаты
үҙгәртергәГренландияның яр буйы райондарының климаты үҙгәреүсән. Көньяҡ-көнбайыш яр буйында иң йомшаҡ климат. Какортокта июлдә уртаса температура +9,6°C, Нуукта — +8,3°C, ә ғинуар айында - -7,8°C һәм -10,7°C. Йәй көндәрендә ҡайһы берҙә температура +21°C-тан саҡ ҡына юғарыраҡ була, әммә йыш ҡына йәйҙең иң ҡыҙған мәлендә лә температура 0°C тирәһе тора. Иң түбән температура утрау үҙәгендә күҙәтелә, ҡышын боҙ ҡатламында температура йыш ҡына -60°C түбән төшә,ә йәйен -12°C-тан юғары күтәрелмәй.
Көнбайыш яры ла һыуыҡ. Питуффикта ғинуарҙың уртаса температураһы -27°C. Бында йыш ҡына боҙ ҡатламы өҫтөнән сәғәтенә 70 км тиҙлек менән көслө ел иҫә. Ҡыш Диско утрауынан төньяҡтараҡ көнбайыш яр буйында ла ҡултыҡтар һәм фьордтар туңа. Гренландияның көньяҡ-көнбайыш ярында яуым-төшөм байтаҡ. Какортокта уртаса йыллыҡ яуым-төшөм — 1080 мм, Нуукта — 660 мм, алыҫ төньяҡта — ни бары 100—200 мм. Йәй көнө яр буйында йыш ҡына томандар була[8].
Ҡалҡандың сикке өлөшөндә йәйге иреү һәм айсбергтарҙың бүленеүе арҡаһында боҙ сығымы Гренландия эсендә боҙ йыйылыу менән ҡапланмай, шуға күрә боҙлоҡ тиҙ кәмей — 2000 йылдан алып 2008 йылға тиклем боҙлоҡ 1500 гигатоннға кәмей[9], был йыл һайын Донъя океаны кимәленең 0,46 мм-ға күтәрелеүенә тиң[10]. Гренландияның боҙ ҡатламындағы һыу запасы (2,5·106 км³) Бөтә донъя океанының кимәлен 7 м-ға күтәреү өсөн етерлек[11]. Һуңғы 23 мең йыл эсендә Гренландия боҙлоҡтары иреү сәбәпле, Бөтә донъя океанының кимәле 4,6 метрға күтәрелә[12].
Флора
үҙгәртергәГренландияла үҫемлектәр боҙһоҙ урындарҙа киң таралған. Көньяҡта кәкре ҡайынлыҡтар, миләш, ерек, тал һәм артыш ағаслыҡтары, шулай уҡ күрән һымаҡтар, арса һәм ҡыяҡлы һымаҡтар туғайҙары бар. 80° тиклем төньяҡ киңлектә тундра өҫтөнлөк итә, көньяҡта — ҡыуаҡлыҡ (кәрлә ҡайын, күк көртмәле, һаҙ емеше һәм башҡалар), төньяҡта — мүк-лишайниктар, төньяҡ яр буйында — арктик сүллектәрҙең һирәк үҫемлектәре.
Яр буйҙарында төньяҡ боландар, мускуслы үгеҙ (төньяҡта), аҡ айыу (гербта һүрәтләнгән), аҡ төлкө, поляр бүре, лемминг, яр буйы һыуҙарында — гренланд кит, гренланд тюлень, морж һәм башҡалар (барлығы 30 төр һөтимәрҙәр). Ҡоштарҙан бигерәк тә гагалар, аҡсарлаҡтар һәм ағуналар киң таралған. Балыҡтарҙан треска, мойва, палтус, сёмга, акула аулау әһәмиәтенә эйә. Шулай уҡ креветкалар промыслаһы бара. Бөжәктәр класынан, 13 отрядтан 700-гә яҡын төр табылған, шуларҙың 300-ҙән ашыуы — ҡуш ҡанатлылар, 90 — яры ҡанатлылар (шул иҫәптән иңкештең 2 төрө, Bombus hyperboreus һәм Bombus polaris ), 60 — ҡуңыҙҙар (шул иҫәптән Atheta groenlandica — Гренландияның эндемигы), 50 — күбәләктәр. Үрмәксе һымаҡтар — 100, сөсө һыу ҡыҫала һымаҡтары яҡынса 60 төр, Collembola — 40[13], ҡандала Nysius groenlandicus[13].
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Joshua Calder’s World Island Info
- ↑ LOV nr 473 af 12/06/2009 om Grønlands Selvstyre. ru:Закон об автономии Гренландии № 473 от 12 июня 2009 года (вступил в силу 21 июня 2009) (билдәһеҙ). retsinformation.dk. Дата обращения: 18 июнь 2019. Архивировано из оригинала 6 ноябрь 2018 года.
- ↑ Selvstyreloven. Lov om Grønlands Selvstyre (билдәһеҙ). Danske Love.
- ↑ Датский парламент одобрил закон о расширенной автономии Гренландии . NEWSru.com (20 май 2009). Дата обращения: 18 июнь 2019.
- ↑ Facts about Greenland - Naalakkersuisut (ингл.). naalakkersuisut.gl — The Government of Greenland, official site. Дата обращения: 23 июнь 2021. 2021 йыл 24 июнь архивланған.
- ↑ Encyclopedia britannica.com (ингл.). britannica.com. Дата обращения: 2021-31-05.
- ↑ Grønlands Statistik (билдәһеҙ). Grønlands Statistik. Дата обращения: 4 май 2020.
- ↑ ГРЕНЛАНДИЯ — Кругосвет энциклопедияһынан
- ↑ Скорость таяния льдов Гренландии превзошла все прогнозы
- ↑ Partitioning Recent Greenland Mass Loss
- ↑ Элементы — новости науки: Гренландия всё быстрее теряет свой лед
- ↑ Уровень Мирового океана повысился на пять метров из-за таяния ледников Гренландии
- ↑ 13,0 13,1 «The Biodiversity of Greenland — a country study». // Dorte Bugge Jensen & Kim Diget Christensen (Eds.) — Technical Report No. 55, December 2003. Pinngortitaleriffik, Grønlands Naturinstitut.2003. — pp.1-165 (210). ISBN 87-91214-01-7 ISSN:1397-3657
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Гренландия // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
- Возгрин В. Е. Гренландия и гренландцы. — М.: Мысль, 1984. — 160 с. — 60 000 экз.
- Скотт Дж. Ледниковый щит и люди на нём / Пер. с англ. Т. Л. Ровинской; Отв. ред. С. В. Обручев; Худ. Н. И. Гришин. — М.: Географгиз, 1959. — 112, [8] с. — (Путешествия. Приключения. Фантастика). — 100 000 экз.