Нобель премияһын алған ҡатын-ҡыҙҙар исемлеге
Был исемлеккә Нобель премияһына (шул иҫәптән иҡтисад буйынса Нобель иҫтәлеге премияһына) лайыҡ булған ҡатын-ҡыҙҙар ингән.
Нобель премияһы йыл һайын Швеция Король фәндәр академияһы һәм Норвегия Нобель комитеты тарафынан химия, физика, әҙәбиәт, тыныслыҡты нығытыу һәм физиология йәки медицина өлкәһенә ғәйәт ҙур өлөш индергән шәхестәргә тапшырыла[1]. Премиялар 1895 йылда Альфред Нобель ихтыяры менән булдырыла, ул премияның суммаһы Нобель фонды ҡарамағында булырға тейешлеген билдәләй. Тағы бер премия, Швеция дәүләт банкының иҡтисад фәндәре буйынса Нобель иҫтәлеге премияһы, 1968 йылда Швеция Үҙәк банкы тарафынан иҡтисад өлкәһе өсөн булдырыла[2]. Һәр премияны айырым комитет тапшыра; Швеция Король фәндәр академияһы — физика, химия һәм иҡтисад, Каролина институты — физиология йәки медицина, ә Норвегия Нобель комитеты тыныслыҡ премияларын бирә[3]. Һәр лауреат миҙал, диплом һәм аҡсалата бүләк ала, уның күләме йылдар дауамында үҙгәреп тора[2]. 1901 йылда беренсе Нобель премияһы лауреаттарына 150 782 швед кронаһы бирелә, ул 2007 йылдың декабрендә 7 731 004 швед кронаһына тиң була. 2008 йылда еңеүселәргә 10 000 000 швед кронаһы бүләк ителә[4]. Наградалар Стокгольмда йыл һайын 10 декабрҙә Нобелдең вафат булыу көнөндә ойошторолған тантанала тапшырыла.
2012 йыл башына Нобель премияһы һәм иҡтисад буйынса Нобель иҫтәлеге премияһы 549 тапҡыр бирелгән була: 23 тапҡыр — ойошмаларға, 830 тапҡыр — кешеләргә. Нобель премияһы лауреаты булған 826 кеше араһында (дүртеһе — икешәр тапҡыр) 43 ҡатын-ҡыҙ бар[5]. Беренсе ҡатын-ҡыҙ лауреат, Мария Кюри, премияға ике тапҡыр лайыҡ була: 1903 йылда физика буйынса (ире Пьер Кюри һәм Анри Беккерель менән берлектә) һәм 1911 йылда химия буйынса. Мария Кюриҙың ҡыҙы Ирен Жолио-Кюри ҙа 1935 йылда химия буйынса Нобель премияһына лайыҡ була. Наградланған ҡатын-ҡыҙҙар һаны йәһәтенән 2009 йыл рекордлы[6] — Нобель премияһын биш ҡатын-ҡыҙ, шул иҫәптән ҡатын-ҡыҙҙар араһында иҡтисад буйынса беренсе лауреат Элинор Остром ала[7]. 2014 йылда Нобелдең тыныслыҡ премияһы 17 йәшлек Малала Юсуфзайға бирелә, ул — премия тарихында иң йәш лауреат[8].
Лауреаттар
үҙгәртергәЙыл | Фото | Лауреат | Премия бирелгәндә йәше | Ил | Категория | Нигеҙләү |
---|---|---|---|---|---|---|
1903 | Мария Склодовская-Кюри (1867—1934) (Пьер Кюри һәм Анри Беккерель менән) |
36 | Франция | Физика | «Профессор Анри Беккерель тарафынан табылған радиация күренештәрен тикшергәндә асҡан экстраординар мөмкинлектәрҙе таныу билдәһе итеп»[9] | |
1905 | Берта фон Зутнер (1843—1914) | 62 | Австро-Венгрия | Тыныслыҡ премияһы | Халыҡ-ара тыныслыҡ бюроһы ойошмаһының почётлы президенты, Берн, Швейцария; «Бөтһөн ҡорал!» романы авторы[10] | |
1909 | Сельма Лагерлёф (1858—1940) | 51 | Швеция | Әҙәбиәт | «Әҫәрҙәренә хас юғары идеализм, сағыу күҙаллау һәм рухи үткерлекте таныу билдәһе итеп»"[11] | |
1911 | Мария Склодовская-Кюри (1867—1934) | 44 | Франция | Химия | «Радий һәм полонийҙы асҡан өсөн»[12] | |
1926 | Грация Деледда (1871—1936) | 55 | Италия короллеге | Әҙәбиәт | «Тыуған утрауындағы тормошто һығылмалы асыҡлыҡ менән һүрәтләгән һәм кеше проблемаларын тәрәнлек һәм аңлап сискән идеалистик илһамлы китаптары өсөн»[13] | |
1928 | Сигрид Унсет (1882—1949) | 46 | Норвегия | Әҙәбиәт | «Башлыса урта быуаттар осоронда Төньяҡтың тормошон колоритлы һүрәтләгәне өсөн»[14] | |
1931 | Джейн Аддамс (1860—1935) (Николас Батлер менән) |
71 | АҠШ | Тыныслыҡ премияһы | Социолог; Women’s International League for Peace and Freedom ойошмаһы президенты[15] | |
1935 | Ирен Жолио-Кюри (1897—1956) (Фредерик Жолио-Кюри менән) |
38 | Франция | Химия | «Яңы радиоактив элементтарҙы синтезлаған өсөн»[16] | |
1938 | Перл Бак (1892—1973) | 46 | АҠШ | Әҙәбиәт | «Ҡытайҙағы крәҫтиәндәр тормошон ысын мәғәнәһендә бай һәм эпик итеп һүрәтләгәне һәм биографик шедеврҙары өсөн»[17] | |
1945 | Габриэла Мистраль (1889—1957) | 56 | Чили | Әҙәбиәт | «Ҡеүәтле эмоциялар менән илһамландырып, уның исемен бөтә Латин Америкаһының идеалистик ынтылыштарының символына әүерелдергән лирик поэзияһы өсөн»[18] | |
1946 | Эмили Болч (1867—1961) (Джон Мотт менән) |
79 | АҠШ | Тыныслыҡ премияһы | Элекке тарих һәм социология профессоры; Women’s International League for Peace and Freedom ойошмаһының халыҡ-ара почётлы президенты[19] | |
1947 | Герти Тереза Кори (1896—1957) (Карл Кори һәм Бернардо Усай менән) |
51 | АҠШ | Физиология һәм медицина | «Гликогендың каталитик конверсияһы курсын асҡан өсөн»[20] | |
1963 | Мария Гёпперт-Майер (1906—1972) (Ханс Йенсен һәм Юджин Вигнер менән) |
57 | АҠШ | Физика | «Ядро тышлығы структураһына ҡағылышлы асыштар өсөн»[21] | |
1964 | Дороти Ходжкин (1910—1994) | 54 | Бөйөк Британия | Химия | «Мөһим биохимик матдәләр өсөн рентген ысулдарының ҡулланыла алыуын билдәләгән өсөн»[22] | |
1966 | Нелли Закс (1891—1970) (Шмуэл Агнон менән) |
75 | Швеция | Әҙәбиәт | «Израиль яҙмышына нигеҙләнгән таң ҡалдырғыс лирик һәм драматик әҫәрҙәр өсөн»[23] | |
1976 | Бетти Уильямс (1943 йылғы) (Мейрид Корриган менән) |
32 | Бөйөк Британия | Тыныслыҡ премияһы | Төньяҡ Ирландияла тыныслыҡ өсөн хәрәкәтте (ингл. Northern Ireland Peace Movement; һуңыраҡ атамаһы — Тыныс кешеләр берләшмәһе, ингл. Community of Peace People) нигеҙләүселәр[24] | |
Мейрид Корриган (1944 йылғы) (Бетти Уильямс менән) |
33 | Бөйөк Британия | ||||
1977 | Розалин Сасмен Ялоу (1921—2011) (Роже Гиймен һәм Эндрю Шалли менән) |
56 | АҠШ | Физиология һәм медицина | «Пептид гормондарына радиоиммун анализ өсөн»"[25] | |
1979 | Тереза Әсә (1910—1997) | 69 | Һиндостан | Тыныслыҡ премияһы | «Мөхәббәт Миссионеры ҡәрҙәштәре» лидеры, Калькутта[26] | |
1982 | Альва Мюрдаль (1902—1986) (Альфонсо Роблес менән) |
80 | Швеция | Тыныслыҡ премияһы | Элекке министр, дипломат, яҙыусы[27] | |
1983 | Барбара Мак-Клинток (1902—1992) | 81 | АҠШ | Физиология һәм медицина | «Мобиль генетик элементтарҙы асҡан өсөн»[28] | |
1986 | Рита Леви-Монтальчини (1909—2012) (Стэнли Коэн менән) |
77 | Италия | Физиология һәм медицина | «Нервылар үҫеүе факторын асҡан өсөн»[29] | |
1988 | Гертруда Элайон (1918—1999) (Джеймс Блэк һәм Джордж Хитчингс менән) |
70 | АҠШ | Физиология һәм медицина | «Дарыу ҡулланыуҙың мөһим принциптарын асҡан өсөн»[30] | |
1991 | Надин Гордимер (1923 йылғы) | 68 | КАР | Әҙәбиәт | «Таң ҡалғыс яҙма эпосы өсөн — Альфред Нобель һүҙенсә — бөтә кешелеккә бик ҙур файҙаһы өсөн»[31] | |
Аун Сан Су Чжи (1945 йылғы) | 46 | Мьянма | Тыныслыҡ премияһы | «Демократия һәм кеше хоҡуҡтары өсөн көрәше өсөн»[32] | ||
1992 | Ригоберта Менчу (1959 йылғы) | 33 | Гватемала | Тыныслыҡ премияһы | «Социаль ғәҙеллек һәм ерле халыҡтар хоҡуҡтарын хөрмәт итеүгә нигеҙләнгән этно-мәҙәни татыулашыу мәнфәғәтендәге эшен таныу хөрмәтенә»[33] | |
1993 | Тони Моррисон (1931 йылғы) | 62 | АҠШ | Әҙәбиәт | «Романдарының алыҫҡа ҡараусы һәм поэтик булыуы, Америка ысынбарлығының мөһим аспекттарын раҫлауы өсөн»[34] | |
1995 | Христиана Нюслайн-Фольхард (1942 йылғы) (Эдвард Льюис һәм Эрик Вишаус менән) |
53 | Германия | Физиология һәм медицина | «Иртә яралғы үҫешенә генетик контролде тормошҡа ашырыуға ҡағылышлы асыштары өсөн»[35] | |
1996 | Вислава Шимборская (1923—2012) | 73 | Польша | Әҙәбиәт | «Ирониялы теүәллек менән тарихи һәм биологик контексты кеше ысынбарлығы фрагменттарында донъяға сығарған шиғриәт өсөн»[36] | |
1997 | Джоди Уильямс (1950 йылғы) (Пехотаға ҡаршы миналарҙы тыйыу өсөн халыҡ-ара хәрәкәт менән) |
47 | АҠШ | Тыныслыҡ премияһы | «Пехотаға ҡаршы миналарҙы тыйыу һәм зарарһыҙландырыу буйынса эштәре өсөн»[37] | |
2003 | Ширин Эбади (1947 йылғы) | 56 | Иран | Тыныслыҡ премияһы | «Демократия һәм кеше хоҡуҡтары, айырыуса Иранда ҡатын-ҡыҙҙар һәм балалар хоҡуҡтары өсөн көрәшкә индергән өлөшө өсөн»[38] | |
2004 | Эльфрида Елинек (1946 йылғы) | 64 | Австрия | Әҙәбиәт | «Романдарында һәм драмаларында уға ғына хас тел аһәңе менән социаль клишеларҙың абсурдлығын һәм мәжбүр итеүсән хакимлығын фашлаусы музыкаль күп тауышлылыҡ өсөн»[39] | |
Вангари Маатаи (1940—2011) | 58 | Кения | Тыныслыҡ премияһы | «Тотороҡло үҫешкә, демократия һәм тыныслыҡҡа индергән өлөшө өсөн»[40] | ||
Линда Бак (1947 йылғы) (Ричард Эксел менән) |
57 | АҠШ | Физиология һәм медицина | «Асыштары: одорант рецепторы һәм еҫ һиҙеү системаһын ойоштороу»[41] | ||
2007 | Дорис Лессинг (1919—2013) | 88 | Бөйөк Британия | Әҙәбиәт | «Бүлгеләнгән цивилизацияны скептицизм, ҡомар һәм күрәҙәсел ҡөҙрәт менән тикшереүгә дусар иткән ҡатын-ҡыҙ тәжрибәһен хикәйәләүсегә»[42] | |
2008 | Франсуаза Барре-Синусси (1947 йылғы) (Харальд цур Хаузен һәм Люк Монтанье менән) |
61 | Франция | Физиология һәм медицина | «Кеше иммунодефициты вирусын асҡан өсөн»[43] | |
2009 | Элизабет Блэкбёрн (1948 йылғы) (Кэрол Грейдер һәм Джек Шостак менән) |
56 | Австралия, АҠШ |
Физиология һәм медицина | «Хромосомаларҙың теломерҙар менән һаҡланыу механизмдарын һәм теломераза ферментын асҡан өсөн»[44] | |
Кэрол Грейдер (1961 йылғы) (Элизабет Блэкбёрн һәм Джек Шостак менән) |
48 | АҠШ | ||||
Ада Йонат (1939 йылғы) (Венкатраман Рамакришнан һәм Томас Стейц менән) |
61 | Израиль | Химия | «Рибосома структураһын һәм функцияларын тикшергән өсөн»[45] | ||
Герта Мюллер (1953 йылғы) | 56 | Румыния Германия |
Әҙәбиәт | «Поэзияла һәм прозала фәҡирҙәрҙе эскерһеҙ һүрәтләгәне өсөн»[46] | ||
Элинор Остром (1933—2012) (Оливер Уильямсон менән) |
76 | АҠШ | Иҡтисад | «Иҡтисади ойоштороу өлкәһендәге тикшеренеүҙәре өсөн»[47] | ||
2011 | Элен Джонсон-Серлиф (1938 йылғы) (Лейма Гбови һәм Тавакуль Карман менән) |
73 | Либерия | Тыныслыҡ премияһы | «Ҡатын-ҡыҙҙар хоҡуҡтары һәм хәүефһеҙлеге өсөн көрәштә һәм тыныслыҡ урынлаштырыуҙа ҡатнашҡан өсөн»[48] | |
Лейма Гбови (1972 йылғы) (Тавакуль Карман һәм Элен Джонсон-Серлиф менән) |
39 | Либерия | ||||
Тавакуль Карман (1979 йылғы) (Лейма Гбови һәм Элен Джонсон-Серлиф менән) |
32 | Йемен | ||||
2013 | Элис Манро (1931 йылғы) | 82 | Канада | Әҙәбиәт | «Хәҙерге заман хикәйә оҫтаһына»[49] | |
2014 | Малала Юсуфзай (1997 йылғы) (Кайлаш Сатьярти менән) | 17 | Пакистан | Тыныслыҡ премияһы | «Балаларҙы һәм йәштәрҙе баҫыуға ҡаршы һәм бөтә балаларҙың белем алыуға хоҡуғы өсөн көрәшкәне өсөн»[50] | |
Мэй-Бритт Мозер (1963 йылғы) (Джон О’Киф һәм Эдвард Мозер менән) | 51 | Норвегия | Физиология һәм медицина | «Аралыҡта ориентирлашырға мөмкинлек биргән мейе күҙәнәктәре системаһын асҡан өсөн»[51] | ||
2015 | Ту Юю (1930 йылғы) (Уильям Кэмпбелл һәм Сатоси Омура менән)) | 84 | ҠХР | Физиология һәм медицина | «Малярияны дауалауҙың яңы ысулдары өлкәһендәге асыштары өсөн»[52] | |
Светлана Алексиевич (1948 йылғы) | 67 | Беларусь | Әҙәбиәт | «Күп тауышлы ижады — беҙҙең замандағы ыҙаланыуҙарға һәм ҡаһарманлыҡҡа һәйкәл өсөн»[53] | ||
2018 | Донна Стрикленд (1959 йылғы) (Артур Эшкин һәм Жерар Муру менән) | 59 | Канада | Физика | «За их метод получения высокоинтенсивных, сверхкоротких оптических импульсов»[54] | |
Фрэнсис Арнольд (1956 йылғы) (Грег Уинтер һәм Джордж Смит менән) | 62 | АҠШ | Химия | «Ферменттарҙың йүнәлтелгән эволюцияһы өсөн»[55] | ||
Надя Мурад (1993 йылғы) (Дени Муквеге менән) | 25 | Ираҡ | Тыныслыҡ премияһы | «За их попытку прекратить использование сексуального насилия в качестве оружия в войнах и вооружённых конфликтах»[56] |
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Alfred Nobel – he Man Behind the Nobel Prize . Нобелевский фонд. Дата обращения: 14 ғинуар 2012. Архивировано 21 март 2012 года.
- ↑ 2,0 2,1 The Nobel Prize . Нобелевский фонд. Дата обращения: 14 ғинуар 2012. Архивировано 21 март 2012 года.
- ↑ The Nobel Prize Awarders . Нобелевский фонд. Дата обращения: 14 ғинуар 2012. Архивировано 21 март 2012 года.
- ↑ Денежный эквивалент Нобелевской премии. Справка
- ↑ Nobel Laureates Facts . Нобелевский фонд. Дата обращения: 14 ғинуар 2012. Архивировано 3 февраль 2012 года.
- ↑ РИА Новости, 2.10.2009: Среди Нобелевских лауреатов 2009 года рекордно много женщин
- ↑ «Российская газета», 12.10.2009: Впервые нобелевским лауреатом по экономике стала женщина
- ↑ Malala Yousafzai becomes youngest-ever Nobel Prize winner (10 October 2014). 10 октябрь 2014 тикшерелгән.
- ↑ Nobel Peace Physics 1903 . Нобелевский фонд. Дата обращения: 14 ғинуар 2012. Архивировано 21 март 2012 года.
- ↑ Nobel Peace Prize 1905 . Нобелевский фонд. Дата обращения: 14 ғинуар 2012. Архивировано 21 март 2012 года.
- ↑ Nobel Prize in Literature 1909 . Нобелевский фонд. Дата обращения: 14 ғинуар 2012. Архивировано 21 март 2012 года.
- ↑ The Nobel Prize in Chemistry 1911 . Нобелевский фонд. Дата обращения: 14 ғинуар 2012. Архивировано 21 март 2012 года.
- ↑ Nobel Prize in Literature 1926 . Нобелевский фонд. Дата обращения: 14 ғинуар 2012. Архивировано 21 март 2012 года.
- ↑ Nobel Prize in Literature 1928 . Нобелевский фонд. Дата обращения: 14 ғинуар 2012. Архивировано 21 март 2012 года.
- ↑ Nobel Peace Prize 1931 . Нобелевский фонд. Дата обращения: 14 ғинуар 2012. Архивировано 21 март 2012 года.
- ↑ The Nobel Prize in Chemistry 1935 . Нобелевский фонд. Дата обращения: 14 ғинуар 2012. Архивировано 21 март 2012 года.
- ↑ Nobel Prize in Literature 1938 . Нобелевский фонд. Дата обращения: 14 ғинуар 2012. Архивировано 21 март 2012 года.
- ↑ Nobel Prize in Literature 1945 . Нобелевский фонд. Дата обращения: 14 ғинуар 2012. Архивировано 21 март 2012 года.
- ↑ Nobel Peace Prize 1946 . Нобелевский фонд. Дата обращения: 14 ғинуар 2012. Архивировано 21 март 2012 года.
- ↑ Nobel Prize in Physiology or Medicine 1947 . Нобелевский фонд. Дата обращения: 14 ғинуар 2012. Архивировано 21 март 2012 года.
- ↑ The Nobel Prize in Physics 1963 . Нобелевский фонд. Дата обращения: 14 ғинуар 2012. Архивировано 21 март 2012 года.
- ↑ The Nobel Prize in Chemistry 1964 . Нобелевский фонд. Дата обращения: 14 ғинуар 2012. Архивировано 21 март 2012 года.
- ↑ Nobel Prize in Literature 1966 . Нобелевский фонд. Дата обращения: 14 ғинуар 2012. Архивировано 21 март 2012 года.
- ↑ Nobel Peace Prize 1976 . Нобелевский фонд. Дата обращения: 14 ғинуар 2012. Архивировано 21 март 2012 года.
- ↑ Nobel Prize in Physiology or Medicine 1977 . Нобелевский фонд. Дата обращения: 14 ғинуар 2012. Архивировано 21 март 2012 года.
- ↑ Nobel Peace Prize 1979 . Нобелевский фонд. Дата обращения: 14 ғинуар 2012. Архивировано 21 март 2012 года.
- ↑ Nobel Peace Prize 1982 . Нобелевский фонд. Дата обращения: 14 ғинуар 2012. Архивировано 21 март 2012 года.
- ↑ Nobel Prize in Physiology or Medicine 1983 . Нобелевский фонд. Дата обращения: 14 ғинуар 2012. Архивировано 21 март 2012 года.
- ↑ Nobel Prize in Physiology or Medicine 1986 . Нобелевский фонд. Дата обращения: 14 ғинуар 2012. Архивировано 21 март 2012 года.
- ↑ Nobel Prize in Physiology or Medicine 1988 . Нобелевский фонд. Дата обращения: 14 ғинуар 2012. Архивировано 21 март 2012 года.
- ↑ Nobel Prize in Literature 1991 . Нобелевский фонд. Дата обращения: 14 ғинуар 2012. Архивировано 21 март 2012 года.
- ↑ Nobel Peace Prize 1991 . Нобелевский фонд. Дата обращения: 14 ғинуар 2012. Архивировано 21 март 2012 года.
- ↑ Nobel Peace Prize 1992 . Нобелевский фонд. Дата обращения: 14 ғинуар 2012. Архивировано 21 март 2012 года.
- ↑ Nobel Prize in Literature 1993 . Нобелевский фонд. Дата обращения: 14 ғинуар 2012. Архивировано 21 март 2012 года.
- ↑ Nobel Prize in Physiology or Medicine 1995 . Нобелевский фонд. Дата обращения: 14 ғинуар 2012. Архивировано 21 март 2012 года.
- ↑ Nobel Prize in Literature 1996 . Нобелевский фонд. Дата обращения: 14 ғинуар 2012. Архивировано 21 март 2012 года.
- ↑ Nobel Peace Prize 1997 . Нобелевский фонд. Дата обращения: 14 ғинуар 2012. Архивировано 21 март 2012 года.
- ↑ Nobel Peace Prize 2003 . Нобелевский фонд. Дата обращения: 14 ғинуар 2012. Архивировано 21 март 2012 года.
- ↑ Nobel Prize in Literature 2004 . Нобелевский фонд. Дата обращения: 14 ғинуар 2012. Архивировано 21 март 2012 года.
- ↑ Nobel Peace Prize 2004 . Нобелевский фонд. Дата обращения: 14 ғинуар 2012. Архивировано 21 март 2012 года.
- ↑ Nobel Prize in Physiology or Medicine 2004 . Нобелевский фонд. Дата обращения: 14 ғинуар 2012. Архивировано 21 март 2012 года.
- ↑ Nobel Prize in Literature 2007 . Нобелевский фонд. Дата обращения: 14 ғинуар 2012. Архивировано 21 март 2012 года.
- ↑ Nobel Prize in Physiology or Medicine 2008 . Нобелевский фонд. Дата обращения: 14 ғинуар 2012. Архивировано 21 март 2012 года.
- ↑ Nobel Prize in Physiology or Medicine 2009 . Нобелевский фонд. Дата обращения: 5 октябрь 2009. Архивировано 21 март 2012 года.
- ↑ Nobel Prize in Chemistry 2009 . Нобелевский фонд. Дата обращения: 6 октябрь 2009. Архивировано 21 март 2012 года.
- ↑ Nobel Prize in Literature 2009 . Нобелевский фонд. Дата обращения: 8 октябрь 2009. Архивировано 21 март 2012 года.
- ↑ Nobel Prize in Economics 2009 . Нобелевский фонд. Дата обращения: 12 октябрь 2009. Архивировано 21 март 2012 года.
- ↑ Nobel Peace Prize 2011 . Нобелевский фонд. Дата обращения: октябрь 2011. Архивировано 21 март 2012 года.
- ↑ The Nobel Prize in Literature 2013 . Нобелевский фонд. Дата обращения: 4 ноябрь 2013.
- ↑ The Nobel Peace Prize 2014 . www.nobelprize.org. Дата обращения: 8 октябрь 2015.
- ↑ The 2014 Nobel Prize in Physiology or Medicine. Press Release . Нобелевский комитет (6 октябрь 2014). Дата обращения: 6 октябрь 2014.
- ↑ Youyou Tu - Facts . Nobel Media AB (2015). Дата обращения: 25 ғинуар 2016.
- ↑ The Nobel Prize in Literature 2015 . www.nobelprize.org. Дата обращения: 8 октябрь 2015.
- ↑ Donna Strickland - Facts . Nobel Media AB (2018). Дата обращения: 2 октябрь 2018.
- ↑ The Nobel Prize in Chemistry 2018 . www.nobelprize.org. Дата обращения: 5 октябрь 2018.
- ↑ The Nobel Peace Prize 2018 . www.nobelprize.org. Дата обращения: 8 октябрь 2018.