Портал:Техника

Техника (греч. τέχνη — «оҫталыҡ, һәләт») — Ижтимағи хеҙмәттә ҡулланылған төрлө эш ҡоралы, ҡорамалы, саралары, шулай уҡ кеше эшмәкәрлегенең уларҙы яһау, ҡулланыу һәм камиллаштырыу менән бәйле өлкәһе; тәбиғәттә булмаған һәм кеше тарафынан эшләнгән төрлө ҡорал, механизм һәм ҡулайламаларға бирелгән дөйөм исем. Бынан тыш «техника» һүҙе «бер нимә эшләү методы»н аңлата — мәҫәлән: живопись техникаһы, бәрәнге үҫтереү техникаһы, һ.б.

Техниканың төп тәғәйенләнеше — кешене ауыр бер төрлө эштән азат итеү, уға ижад эше өсөн күберәк ваҡыт ҡалдырыу, көндәлек тормошто еңеләйтеү.

Төлө техник ҡоролмалар эштең эффектлылығын, хеҙмәт етештереүсәнлеген күтәрергә, тәбиғәт ресерстарын рациональ файҙаланырға, төрлө ҡатмарлы эш барышында хаталаныуҙы кәметергә булышлыҡ итә...

Бүлендек порталдар

Категориялар

Мобиль технологиялар категорияһы табылманы
ярҙамсы категориялар юҡ
Яңы мәҡләләр

Нисек ярҙам итә алам

Портал:Техника/Нисек ярҙам итә алам

Шәп мәҡәлә

Benz Velo — Беренсе автомобилдәрҙәң береһе

Автомоби́ль ( бор. грек. αὐτο — үҙе һәм лат. mobilis — хәрәкәт итеүсе), автомаши́на, автотранспорт сараһы, дөйөм алғанда автотехника — моторлы, рельсһыҙ, кәмендә дүрт тәгәрмәсле юл транспорты. Төрҙәргә бүленеше: еңел автомобиль, йөк автомобиле, автобус, троллейбус, бронетранспортёр. Ауыл хужалығы машиналары һәм мотоциклдар автомобиль булып иҫәпләнмәй. Ябай телмәрҙә автомобиль һүҙе урынына башлыса машина тип әйтәләр.

Механик транспорт сараһы, ғәҙәттә юлдарҙа кеше йәки йөк ташыу йәки ошо транспорт сараларын юлдарҙа тартып барыу өсөн ҡулланыла. Был термин тролейбустарҙы, йәғни электр үткәргестәре менән тоташтырылған рельсһыҙ транспорт сараларын үҙ эсенә ала; әммә ауыл хужалығы машиналары был иҫәпкә инмәй, сөнки улар өсөн кеше һәм йөк ташыу ярҙамсы эшмәкәрлек кенә булып тора.

— Ст. 1, Юл хәрәкәте конвенцияһы (Вена, 8 ноябрь 1968 йыл)

дауамы

Шәп рәсем

XIX быуат аҙағы XX быуат башындағы күмерле үтек
Һайланған шәхес

Никола Те́сла (сер. Никола Тесла1856 йылдың 10 июлендә Австрия империһының, хәҙерге Хорватияның Смилян ҡалаһында тыуған — 1943 йылдың 7 ғинуарында АҠШ-та Нью-Йорк ҡалаһында вафат— физик, инженер, электротехника һәм радиотехника өлкәһендә уйлар табыусы. Австро-Венгрияла бала сағы үткән, 1891 йылда АҠШ граждаглығы алғас, Франция һәм АҠШ-та эшләгән.

XIX —XX быуат башында электричество һәм магнетизм үҙенсәлектәрен өйрәнеүҙә фәнни-революцион өлөшө менән билдәле. Тесланың патенттары һәм теоретик хеҙмәттәренә нигеҙләнеп ҡоролған, алмаш токта эшләүсе ҡоролмалар, күп фазалы электр двигателдәре, сәнәғәт революцияһының икенсе этабын барлыҡҡа килтерә... дауамы...

Беләһегеҙме

Темалар

Проекттар