Портал:Бөрйән районы


Бөрйән районы порталына рәхим итегеҙ!

үҙгәртергә 

Бөрйән районы

Бөрйән районы — Башҡортостандың көньяҡ-көнсығыш районы. Башҡортостан (Көньяҡ) Уралының иң аҙ үҙләштерелгән үҙәк өлөшөндә урынлашҡан. 1930 йылда ойошторолған. Майҙаны 4442 км². Үҙәге — Иҫке Собханғол ауылы. Халыҡ һаны 2010 йылда 18,1 мең кеше (1970 — 14,2 мең; 1979 — 14,1 мең; 1989 — 14,2 мең; 1995 — 15,1 мең кеше). Күпселек башҡорттар йәшәй. 35 ауыл бар. Улар араһынан халыҡ сағыштырмаса күп йәшәгән ауылдар: Иҫке Собханғол (3,7 мең, 1989) һәм Байназар (1,2 мең кеше).

Район территорияһы көнсығышта һыу айырғыс Уралтау һыртына, Көнбайышта Ҡалыу һыртына барып терәлә. Улар араһында Ҡыраҡа һәм Юрматау һырттары ята. Айырым урындарҙа абсолют бейеклек 850—1040 метрға етә. Район территоряһының ҡап уртаһынан тиерлек төньяҡтан — көньяҡ-көнбайышҡа табан Ағиҙел йылғаһы, көнбайыш сигенән Нөгөш йылғаһы аға. Ер аҫтында барит, төҙөлөш таштары, һәүер таштар, кирбес сеймалы, ҡом, мергель, доломит, магнезит ятҡылыҡтары бар, ләкин улар геологик йәһәттән бөтөнләй тиерлек тикшерелмәгән.

үҙгәртергә 

Һайланған мәҡәлә

Россия Федерацияһы Башҡортостан Республикаһы Бөрйән муниципаль районы байрағы

Йәшел туҡыманың уртаһына һары алтымөйөш ҡуйылған, уның эсендә айыу һүрәте, ул ҡыҙыл төҫтә. Алтымөйөш ситтәрендә алтын төҫтә тамғалар һүрәтләнгән.

Гербҡа нигеҙләнеп эшләнгән байраҡ композицияһында Бөрйән районының тәбиғитәнең һәм тарихи үҫешенең үҙенсәлектәре сағылған.

Район үҙенең тәбиғәт һәм боронғо мәҙәниәт ҡомартҡылары менән билдәле. Башҡорт дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығы һәм Башҡорт ҡурсаулығы «Шүлгән-таш» Бөрйән территорияһында урынлашҡан.

үҙгәртергә 

Бөгөнгө рәсем

үҙгәртергә 

Бөрйән районы тораҡ пункттары‎

Байназар — Башҡортостандың Бөрйән районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 1313 кеше.

Ҡарағай-Ҡыпсаҡ улусына ҡараған ауылдарҙың иң боронғоһо — Байназар ауылы. Хәҙер ул Башҡортостандың Бөрйән районына ҡарай, Байназар ауыл советы биләмәһе үҙәге.

Өфө наместничествоһының 1786 йылғы картаһында утар булараҡ күрһәтелгән. 1812 йылда бында хәҙерге Әбйәлил районы 1-се Асҡар ауылынан 30 ғаилә күсеп килгән. Улар Таңатар йылғаһы буйлап күскән тиҙәр. Биш йыл үтеүгә тағы 3, 1858 й. — 14 ғаилә килгән. Шулар араһында Асҡар Бейешевтың ейәне — Аллағол Мөхәмәтйәр улы ла булған. 12 ғаилә бер йылдан тәүге йәшәгән еренә күсә. дауамы...

Бөрйән районы тораҡ пункттары

үҙгәртергә 

Бөрйән районы географияһы‎

Мәсемтау — Бөрйән районында урынлашҡан Көньяҡ Уралдың тау массивы. Бейеклеге 1040,3 м. 1000 м-ға еткән Көньяҡ Уралдың көньяҡ сигендәге тау һырты, Бөрйән районының иң бейек нөктәһе. Баҙал тауының көнбайышында, Ағиҙел йылғаһының уң ярында урынлашҡан.

Мәсем Аҡбуҙат Аҡбуҙат эпосының персонажы.

Бөрйән районы географияһы тураһында мәҡәләләр

үҙгәртергә 

Зарур мәҡәләләр

үҙгәртергә 

Бөрйән районында тыуған шәхестәр

Дәүләтбирҙина Тәнзилә Сәлих ҡыҙы (3 август 1964) — башҡорт шағиры, драматург һәм журналист. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2014). Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың Яҙыусылар (1992) һәм Журналистар (2000) союздары ағзаһы.

Тәнзилә Сәлих ҡыҙы Дәүләтбирҙина 1964 йылдың 3 авгусында Башҡорт АССР-ының Белорет районы (хәҙер Башҡортостан Республикаһының Бөрйән районына ҡараған) Тимер ауылында уҡытыусы ғаиләһендә тыуған.

1981 йылда, Иҫке Монасип урта мәктәбен тамамлағандан һуң, Башҡорт дәүләт университетына уҡырға инә. 1986—1987 йылдарҙа Республика халыҡ ижады һәм мәҙәни-ағартыу эше ғилми-методик үҙәгендә эшләй. 1987—1993 йылдарҙа «Аманат» журналында хеҙмәт итә.

үҙгәртергә 

Категориялар

үҙгәртергә 

Бәләһегеҙме…

үҙгәртергә 

Яңы мәҡәләләр

Баҙал тауы. Тауҙың исеме ҡайҙан килеп сыҡҡанын бер кем әйтә алмай. Республика кимәлендәге ер-һыу атамалары тураһындағы китаптарҙа ла, гәзит биттәрендә лә күренмәй. Тауҙағы ҡаяларҙың, итәгендәге яландарының исемдәре борон-борондан йәшәгән башҡорттарҙан киләлер. д а у а м ы Викидәреслектә

Мәсем тауы географик тоҙатошо, һауаһы, үҫемлектәр донъяһы яғынан үҙенсәлекле тау ул. Йәйен еләҫ, һалҡынса, томанһыҙ. Ләпәкәй, серәкәй кеүек бөжәктәр унда булмай, булһа ла, бик һирәк. д а у а м ы Викидәреслектә

үҙгәртергә 

Нисек ярҙам итергә

  • Бөрйән районы ауылдарын, йылғаларын, күлдәрен, тауҙарын һәм башҡа тәбиғәт ҡомартҡыларын, иҫтәлекле урындарын фотоға төшөрөп викимилеккә тейәргә
  • «Бөрйән районы» тураһындағы мәҡәләләрҙе тулыландырырға
  • Бөрйән районы географик объекттары, шәхестәре тураһында яңы мәҡәләләр яҙырға
  • Бөрйән районының барлыҡ ауылдары тарихын яҙырға
үҙгәртергә 

Проекттар