Портал:Нуриман районы
Нуриман районыНуриман районы (рус. Нуримановский район) – Башҡортостандағы муниципаль район. Ҡариҙел йылғаһының һул яры буйлап түбәнге ағымында урынлашҡан. Көньяҡ-көнсығышта Силәбе өлкәһе менән сиктәш. 1930 йылдың авгусында Иҫке Күл районы итеп ойошторолған, 1933 йылда хәҙерге исеме бирелә. Район үҙәге — Ҡыҙылъяр ауылы, Өфөнән — 100 км, иң яҡын тимер юл станцияһы Иглиндән 40 км алыҫлыҡта ята. Халыҡ һаны 2010 йылда 21,5 мең кеше (1970 — 34,3 мең; 1979 — 28,1 мең; 1989 — 22,9 мең; 1995 — 22,4 мең). Районда 2 ҡасаба — Ҡыҙыл Шишмә (3,1 мең кеше), Павловка (1989 — 3,9 мең кеше) һәм 50 ауыл бар. Халҡының күпселеген башҡорттар, татарҙар, урыҫтар, мариҙар тәшкил итә.
Һайланған мәҡәләБөгөнгө рәсемНуриман районы ауылдарыҠыҙылъяр (рус. Красная Горка) — Башҡортостандың Нуриман районындағы ауыл; Башҡортостан Республикаһы Нуриман районының һәм Ҡыҙылъяр ауыл советының административ үҙәге. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны — 4280 кеше[1]. Почта индексы — 452440, коды — 80245815001. Нуриман районы географияһыТерриторияһы төньяҡлап — Өфө яйлаһында, ә көньяҡлап Ағиҙел буйы убалы тигеҙлегендә ята. Территорияһының 78 процентын урман биләй. Ҡариҙел йылғаһы үҙенең ҡушылдыҡтары менән гидрографик селтәр барлыҡҡа килтерә. Тупрағы: һоро урман, аҡһыл һоро, ҡара һоро урман, кәҫле-көлһыу. Тәбиғәт ҡомартҡылары: һыу сәтләүеге үҫкән Упҡанлы күле; Ҡыҙыл Шишмә карст сығанағы; Саруа күле шишмәһе. Районда аҡ шыршы, ҡарағай, ҡайын, йүкә, имән һәм уҫаҡ урмандары үҫә. Доломит (Ильин), эзбизташ (Ҡыҙыл шишмә), ҡом-ҡырсынташ ҡатнашмаһы (Ҡыҙылъяр, Түбәнге Ахлыстин), кирбес балсығы (Ҡыҙылъяр) ятҡылыҡтары табылған. Нуриман районы иҡтисадыНуриман — урман сәнәғәте һәм ауыл хужалығы районы. 205,5 мең гектар ере урман менән ҡапланған. Ағас әҙерләүселәр: Башҡортостан Республикаһы Урман хужалығы министрлығының Нуриман урман хужалығы, хужалыҡ-ара урман хужалығы, “Башлеспром”дың Яманйылға урман сәнәғәте хужалығы (Ҡыҙыл Шишмә ҡасабаһы), Саруа ағас әҙерләү бүлексәһе (“Башнефть” АНК) һ.б. Ҡариҙел йылғаһында — Павловка ГЭС-ы, Ҡыҙылъярҙа РТП һәм май заводы эшләй. 44,6 мең гектарҙы (район территорияһының 16,9 проценты) ауыл хужалығы ерҙәре биләй, шул иҫәптән һөрөнтө ерҙәр — 27,8 мең, сабынлыҡтар — 6,8 мең, көтөүлектәр 10,0 мең гектар. Районда эре панелле йорттар төҙөү тресының ярҙамсы хужалығы (Өфө ҡалаһы) бар. Төп тармаҡтары — һөт-ит йүнәлешендәге мал үрсетеү, сусҡасылыҡ, игенселек, картуф үҫтереү. Умартасылыҡ үҫешкән. Зарур мәҡәләләрНуриман районында тыуған шәхестәрҒәлин Фәнүр Зөфәр улы (1 ноябрь 1947 — 27 ноябрь 2017) — ғалим-химик, химия фәндәре докторы (1993), профессор (1999), Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1999), Башҡортостан Республикаһы Фәндәр Академияһының мөхбир ағзаһы (2012). Фәнүр Зөфәр улы Ғәлин 1947 йылдың 1 ноябрендә Башҡорт АССР-ының Нуриман районы Ҡыҙылъяр ауылында уҡытыусылар ғаиләһендә тыуған. Нуриман районы шәхестәре Нуриман районының почетлы граждандары
Афған, Чечен һуғышында һәләк булғандарНуриман районы етәкселәреКатегорияларБеләһегеҙме…Яңы мәҡәләләрПроекттарПортал мөхәррирҙәреЯңы башлаусыларға ярҙамНисек ярҙам итергә
|