Портал:Башҡорт әҙәбиәте
«Башҡорт әҙәбиәте» порталына рәхим итегеҙ! |
Инеш
Башҡорт әҙәбиәт ғилеме — нәфис әҙәбиәтте кешелек һәм башҡорт халыҡ мәҙәниәте күренеше булараҡ өйрәнеүсе фән, XIX быуаттың 2-се яртыһында нигеҙ һалынған фән. Төп тармаҡтары: әҙәбиәт теорияһы, әҙәбиәт тарихы. Ҡайһы бер ғалимдар шулай уҡ әҙәбиәт ғилеменең төп тармағына фольклористиканы ла индерә. Әҙәбиәт ғилемендә бик күп йүнәлештәр бар, шул иҫәптән — психоаналитик һәм психиатрия йүнәлештәре. Ярҙамсы дисциплина булып библиография, текстология, палеография тора.
Бөгөнгө рәсем
Бөгөнгө мәҡәлә
XX быуат башында әҙәби гимн йыры, шиғри мөрәжәғәт йәки шиғри хат һымаҡ яҙма татар телендә Ғәрәп яҙмаһы нигеҙендә яҙылған. Беренсе тапҡыр 1931 йылда баҫыла. Башҡорт мәғрифәтсеһе Закир Шакиров уның авторы Аҡмулла тип иҫәпләй.
Далала, башҡорттар һәм ҡаҙаҡтар араһында ил гиҙеп, балалар уҡытып йөрөгәндә яҙылған.
Шағир, Салауат Юлаевтан ҡала беренсе тапҡыр, халыҡҡа «Минең башҡорттарым!» тип мөрәжәғәт итә. 1990-сы һәм 2000-се йылдарҙа шиғыр әүҙем рәүештә популярлаша һәм шағирҙың портреты менән бергә башҡорт гимназияларына ингән ерҙә урынлаштырыла.
Беләһегеҙме…
- 1917 йылғы Октябрь революцияһынан һуң башҡорт әҙәбиәтендә ике йүнәлеш барлыҡҡа килә: Беренсе йүнәлеш башында Шәйехзада Бабич, Хәбибулла Ғәбитов, Сөләймәновтар тора. Икенсе йүнәлештә Дауыт Юлтый, Авзал Таһиров, Мәжит Ғафури, Шәһит Хоҙайбирҙиндар.
- 1920 йылдарҙа яңы башҡорт әҙәбиәтенең үҫеүе һәм ойошоуы шыма ғына бармай. Проза әҫәрҙәре ныҡ үҫеш ала. Мәжит Ғафури «Ҡара йөҙҙәр», «Тормош баҫҡыстары», Авзал Таһиров «Ташҡын даръя тармағында», Имай Насыри «Гөлдәр», «Һөжүм» тигән башҡорт халҡының ауыр үткәнен, уның яҡты киләсәген һүрәтләгән повестар, романдар ижад ителә.
Сығанаҡ:www.wikiplanet.click
Һылтанмалар
- Викикитапхана (ингл. Wikisource, рус. Викитека) — ирекле китапхана — «Викимедиа фондының» коммерция булмаған проекты, төрлө телдәрҙә алып барылған, даими тулыландырылыусы ирекле яҙмаларҙы таратыу маҡсаты менән төҙөлгән китапхана. Башҡорт Викикитапханаһы бында.
- Башҡортостан Республикаһының милли электрон китапханаһы
- Аудиокитапхана — «Ашҡаҙар» радиоһының рәсми сайтындағы аудиокитапхана.
- Китаптар — «Башҡорт проекттары» ирекмәндәре тарафынан йыйылған электрон китапхана. (Иғтибар! Автор хоҡуҡтары иҫәпкә алынмаған. Дәғүәләр булыуы ихтимал.)
- «Ихтика» электрон китапханаһының «Вконтакте» социаль селтәрендәге төркөмө. — Искәндәр Шакиров йыйған электрон китаптар. (Иғтибар! Автор хоҡуҡтары иҫәпкә алынмаған. Дәғүәләр булыуы ихтимал.)
- Бәйләнештә социаль селтәрендә «Башҡортса аудиокитаптар»
Бөгөнгө өҙөмтә
Ил иртәһен уйлаһын, Ил иртәһе — ишәккә тип, Ҡулын һелтәп ҡуймаһын; Туйған ерҙә йөрөгәндә Тыуған ерҙән туймаһын!
— Рәми Ғарипов, «Йырҙарыма ҡайтам»
Категориялар
Был ай башҡорт әҙәбиәтендә:
Апрель
- 1 апрель 1957 — шағыр Хисмәт Юлдашев тыуған.
- 4 апрель (1861—1918) — башҡорт мәғрифәтсеһе Кейеков Ғарифулла Мөхәмәтғәли улы тыуған.
- 9 апрель (1936—2016) — шағир-яҙыусы, тәржемәсе һәм журналист Дәүләтов Ғәлим Абдулла улы тыуған.
- 16 апрель (1926—2003) — ғалим-тел белгесе, филология фәндәре кандидаты Әкрәм Бейеш тыуған.
- 18 апрель (1893—1937) — Башҡортостандың күренекле йәмәғәт һәм дәүләт эшмәкәре Дауыт Юлтый тыуған.
Яңы мәҡәләләр
Хикмәт (ғәр. نحكمة) — тапҡыр мәғәнәле һәм өгөт-нәсихәт, фәлсәфәүи йөкмәткеле кескәй жанр; ғәжәп ҙур аҡыл, тәрән белем[1]; ниҙеңдер асылын тәшкил иткән эске мәғәнә, йәшерен сәбәп; ғиллә.
Поэзияла ике һәм дүрт юллы хикмәттәр ҙур урын тота. Бөтә доъяға киң билдәле Ғүмәр Хәйәм хикмәттәре шуның классик өлгөләре.
Боронғо төрки поэзияһынан Әхмәт Йәсәүи, Сөләймән Баҡырғани хикмәттәре башҡорт һәм татар халҡф араһында киң таралған. Беҙең поэзияла Мәүлә Ҡолой хикмәт жанры оҫтаһы.
Хәҙерге заман шағирҙарынан Фәйзи Ғүмәров байтаҡ тапҡыр хикмәттәр яҙа.
Туғандаш порталдар
Туғандаш проекттар
- ↑ Арабские и персидские слова в башкирском языке (А. Г. Биишев, 2009)