Ҡазан Император университеты

Ҡазан император университеты (1804—1917) — рус. Императорский Казанский университет — Рәсәй империяһы императорының ун ике университетының береһе.

Ҡазан Император университеты
Нигеҙләү датаһы 5 (17) ноябрь 1804
Рәсем
Ҡыҫҡаса атамаһы Казанский университет һәм 喀山大学
Ректор Илья Фёдорович Яковкин[d], Иван Осипович Браун[d], Гавриил Ильич Солнцев[d], Григорий Борисович Никольский[d], Карл Фёдорович Фукс[d], Лобачевский Николай Иванович, Иван Михайлович Симонов[d], Осип Михайлович Ковалевский[d], Александр Михайлович Бутлеров[d], Николай Осипович Ковалевский[d], Николай Никитич Булич[d], Константин Васильевич Ворошилов[d][1], Дмитрий Иванович Дубяго[d], Николай Матвеевич Любимов[d], Николай Павлович Загоскин[d], Григорий Фёдорович Дормидонтов[d], Евграф Григорьевич Осокин[d], Евграф Григорьевич Осокин[d], Кремлёв, Николай Александрович[d] һәм Кремлёв, Николай Александрович[d]
Дәүләт  Рәсәй империяһы
Административ-территориаль берәмек Ҡазан
Ғәмәлдән сыҡҡан дата 1917
Ойошма хеҙмәткәрҙәре категорияһы Категория:Преподаватели Императорского Казанского университета[d]
Карта

Император университеты барлыҡҡа килеү датаһы тип император Александр I Раҫлау грамотаһына ҡул ҡуйған 1804 йылдың 5 декабре иҫәпләнә. Бер үк ваҡытта Император университетының университетҡа киң үҙидаралыҡ — профессорҙарҙы, декандарҙы, ректор һайлау мөмкинлеге һәм башҡа өлкәләрҙә үҙаллылыҡ биргән Ҡаҙан университеты Уставына ҡул ҡуйылған.

Блаженной памяти Августейшая Прабабка Наша Государыня Императрица Елизавета Петровна, шествуя по стезям великого Преобразователя России, между прочими славными подвигами благоволила основать в Казани 1758 года Гимназию и даровать ей некоторые права, незадолго пред тем Московскому Университету пожалованные. Предположив, сообразно просвещения настоящих времен, в сём самом месте учредить Университет, дабы существование сего благотворного заведения соделать навсегда неприкосновенным и даровать ему возможность к достижению важного назначения образования полезных граждан на службу Отечества и распространения в нём нужных познаний.

— Из Утвердительной Грамоты Казанского университета.

Рәсәйҙең иң тәүге университеттарының береһе. Рәсми рәүештә 1814 йылда 4 бүлексә менән асылған: әхлаҡи һәм сәйәси фәндәр, физика һәм математика, табиплыҡ йәки медицина, телмәр фәндәре, шулай уҡ көнсығыш телдәре кафедраһы була. 28 профессор, 12 адъюнкт, 3 лектор һәм 3 сәнғәт уҡытыусыһы эш башлай.

Химия, математика һәм лингвистик мәктәптәре менән донъя кимәлендә танылыу алыуҙан тыш, Ҡаҙан университетының ғорурлығы, XIX быуаттың тәүге яртыһында Европалағы шәрҡиәтте өйрәнеү үҙәге була (1854 йылда Ҡаҙан университетының шәрҡиәт бүлексәһе Петербург университетына күсерелә).

Раҫлағандан алып тотош ун йыл буйына университет үҙенең Уставы менән файҙалана алмай, ә гимназия директоры И. Ф. Яковкин, Уставҡа һылтанып үҙ хоҡуҡтарын яҡлаған өс профессорҙы эшенән бушата — был власҡа ҡаршы сығыу тип баһалай.[2]. Уға попечитель С. Я. Румовский ышана һәм ҡурсалай. Университетта башлыса аҙ һанлы сит ил профессорҙары уҡыта.

Был осорҙа университет (1804—1814) Ҡаҙан гимназияһының юғары синыфтары уҡыусыларынан ғына тора. Үҙ ғалимдары булмағанлыҡтан, сит илдекеләр менән тулыландырырға тура килә: Браун, Бартельс, Литтров, Броннер һәм[3].

Ҡаҙан университеты статусында төп үҙгәрештәр тәүге попечителе С. Я. Румовский вафат булғандан һәм Ҡаҙан уҡыу округының яңы попечителе итеп М. А. Салтыковты тәғәйенләнгәндән һуң булған. Бөтә яманлыҡтарҙың сәбәбе Яковкин икәнен Салтыков аңлай, шул ваҡытта уҡ уның менән тәүге бәрелеш була. Михаил Александрович немец профессорҙар менән яҡынлаша, улар, ысынлап та, университет составында иң яҡшы белгестәр булған. Шуғаса университетҡа бүленгән бик күп аҡсалар ҡайҙа киткәне лә иҫәптә булмаған. 1814 йылдың башында ла мәрхүм попечитель ҡул ҡуйып өлгөргән бойороҡ буйынса Яковкин мәғариф министрлығынан байтаҡ аҡса алырға өлгөргән. Әммә был уның һуңғы тантанаһы була.

Устав ҡулланыла башлай һәм , һәм 5 (17) июль 1814 тантанаһынан һуң классик университет составындағы дүрт бүлексә «тулыһынса асыла». Университетҡа Профессорҙар советы идара итә башлай.

Иң яҡшы профессорҙар булып элеккесә немецтар ҡала, әммә улар ҙа етмәй. Уҡыу башлыса латин телендә алып барыла, ә студенттар был телде лә, немец телен дә етерлек белмәй. Әммә Ҡаҙан математик мәктәбенә башланғыс һалған Лобачевский һәм Симонов кеүек профессорҙарының лайыҡлы вариҫтары булған бер нисә студент табыла. Урыҫлашҡан немец профессоры К.Фукс шулай уҡ университеттың башҡа профессорҙарынан, башта натуралист, һуңынан «терапия һәм медиктар» профессоры булараҡ айырылып сыҡҡан [4].

1816 йылда профессорҙарҙың үҙ белгеслегенән тыш буш торған кафедраларҙа ярты окладҡа эшләргә рөхсәт иткән ҡарар ҡабул ителә. Был лекциялар күп файҙа килтерә алмай, шулай ҙа буш торғандан яҡшыраҡ була. Салтыков осоронда университетты тамамлаған рус профессорҙары барлыҡҡа килә (Г. И. Солнцев))[5] студенттар һаны (1814 йыл) бик тиҙ үҫә һәм дүрт тапҡырға тиерлек арта (1819—161 кеше).

1818 М. А. Салтыков үҙ теләге менән Сит ил эштәре коллегияһында ғына ҡалыу шарты ҡуйып вазифаһын ҡалдыра һәм отставкаға китә.

1819 йылда ревизор булып М. Л. Магницкий килергә йыйынғанын һәм халыҡ мәғарифы министры итеп А. Н. Голицын тәғәйенләнеү тураһында имеш-мимештәр Михаил Александровичты тиҙләтеп отставкаға китергә мәжбүр итә.

Ревизия үткәргән университеттың М. Л. Магницкий бик насар һығымталар яһай һәм университетты ябырға кәрәк тип белдерә, әммә император Александр I бының менән ризалашмай һәм уның үҙенә был етешһеҙлектәрҙе төҙәтергә ҡуша. 1819 йылда Ҡаҙан уҡыу округы попечителе вазифаһын ҡабул итеп, Магницкий үҙенә оҡшамаған профессорҙарҙы эштән ҡыуа, хоҡуҡ профессоры һәм ректор Г. И. Солнцевты тәбиғи фәндәрҙе «Инжилдән сығып уҡытмаған өсөн» университет судына бирә.

Университет советы попечитель ҡулындағы өнһөҙ ҡоралға әүерелә. Профессор һәм кафедра кандидаттары араһында мәкер һәм аяҡ салыуҙар хөкөм һөрә. Студенттар һаны байтаҡҡа кәмей; ата-әсәләр балаларын университетҡа алып барырға теләмәй, хәрби башланғыс мәктәбен үтергә мәжбүр булған бөтә тыңлаусылар ҙа университет етәкселеге һәм полицияһы күҙәтеүе аҫтында торған.

Күп тә үтмәҫтән, 1826 йылда генерал П. Ф. Желтухин үткәргән университет ревизияһы һөҙөмтәһендә Ҡаҙан университетындағы Магницкийҙың был эшмәкәрлеге йүнәлешенең емергес булыуы рәсми рәүештә таныла. Магницкийҙы 1827 йылда М. Н. Мусин-Пушкин алмаштыра, ул университетты ихлас яратҡан һәм үҙенә уның абруйын күтәреү бурысын ҡуйған. Уға етди ярҙамсы 1827 йылдан 1846 йылға тиклем университеттың ректоры булып эшләйәск билдәле геометр Н. И. Лобачевский йөҙөндә табыла.

Лобачевский ректор булған саҡта Ҡаҙан университетынан Н. Н. Зинин, А. М. Бутлеров, О. М. Ковалевский, В. П. Васильев кеүек күренекле ғалимдар сыға.

1825 йылда университеттың төп корпусы төҙөлә, ә 1830 йылда университет комплексы ансамблен: китапхана бинаһы, химия лабораторияһы, анатомик театр, астрономик обсерватория, клиникалар һәм башҡаларҙы төҙөү тамамланды.

Юғары уҡыу йорто ҙур мәғариф һәм фән үҙәгенә әйләнә.

1834 йылдан Учёные записки Казанского университета ғилми журналы сыға башлай.

1835 йылда индерелгән Николай I уставы буйынса өс факультет ойошторола: философия (телмәр һәм физика-математика бүлеге), юридик һәм табиплыҡ.

1837 йылда университетта Рәсәйҙә беренсе ҡытай теле кафедраһы ойошторола[6].

1844 йылда Ҡаҙан университеты профессоры Карл Клаус яңы химик элемент — рутенийҙы аса (уны Рәсәй хөрмәтенә шулай атайҙар) — был батша Рәсәйендә асылған берҙән-бер химик элемент була.

1835 йылғы университет уставы йоғонтоһонда студенттар һаны ла бик тиҙ арта. 1848 йылғы тарихи ваҡиғалар арҡаһында иһә был һан 1850-нән 309-ға тиклем төшә. Ҡырым кампанияһынан һуң студенттар һаны тағы ла арта башлай, Ҡаҙан университетында 1856 йылда 680 студент уҡый.

1835 йылдан алып Көнсығыш телдәрен бөтә университетының философия факультеттарында уҡытылған, Ҡаҙан университетында иһә был күпкә көсәйтелгән — 1837 йылда ҡытай теле кафедраһын ойошторолған, 1839 йылда фарсы һәм әрмән телдәре инә, 1842 йылдан — санскрит теле өйрәнелә башлай.

1850 йылда Санкт-Петербург университетында Шәрҡиәт факультеты асылыу менән бәйле, Ҡаҙан университетының бөтә материалдары һәм коллекцияһы тулыһынса баш ҡалаға ебәрелә.

Инде Ҡаҙан университетында Шәрҡиәт телдәре буйынса уҡытыу туҡтатылғас та, 1861 йылда ғәрәп һәм төрки-татар теле уҡытыу индерелә. Ҡаҙан университетында себер губерналарына табиптар һәм уҡытыусылар әҙерләү өсөн 50-гә тиклем ҡаҙна стипендияһы булдырыу ҡаралған булған.

1863 йылда Александр II индергән устав буйынса дүрт факультетын ойошторолған:

  • тарих-филология,
  • физика-математика,
  • юридик,
  • медицина.

1875—1883 йылдарҙа университетта Ҡаҙан лингвистик мәктәбе формалашҡан.

1884 йылдың 1 ғинуарына — 892, 1891 йылдың 1 ғинуарына — 714, 1892 йылдың 1 ғинуарына — 737, 1893 йылдың 1 ғинуарына — 803 студент була.

Ҡаҙан университетының профессор персоналы 1893-94 уҡыу йылы башына 109 кешенән торған: 44 ординар профессор (шул иҫәптән 7 атҡаҙанған), 22 экстраординар, 39 приват-доцент.

XX быуат башында

үҙгәртергә

XX быуат башында Ҡаҙан университетында бер нисә яңы клиника төҙөлгән. Быға булышлыҡ күрһәткән астроном В. П. Энгельгардт исеме бирелгән астрономик обсерватория асыла. Уҡытыусылар персоналы 200-гә тиклем арта. Студенттар һаны 2000 кешегә тиклем етә. Университет типографияһы иһә оҙайлы ваҡыт Рәсәй көнсығышына хеҙмәт күрһәтә.

Фән һәм тормош өсөн университетта булған ғилми йәмғиәттәр — химия, математика, шәрҡиәт, археология, тарих һәм этнография, лингвистика, тәбиғәтте өйрәнеүселәр йәмғиәте, , невропатолог һәм психиатрҙар йәмғиәте, юридик йәмғиәт, табиптар йәмғиәте, педагогик йәмғиәт күп көс һалған [7].

Мосолмандарҙың уҡытылыуы

үҙгәртергә

Ҡаҙан Император университеты эшләп килгән осор дауамында Ҡаҙан мәғариф өлкәһе империяның көнсығышында йәшәгән халыҡтар ихтыяждарына яраҡлаштырылған, һәм Ҡаҙан университеты улар менән «бөйөк урыҫ» (великорус) халҡы араһында бәйләнеш булараҡ ҡаралған. 1836 йылда Ҡаҙан медицина университетына Ырымбур мосолмандарынан 20 уҡыусы ҡабул итеү маҡсатында махсус ҡағиҙәләр эшләнә, быға тиклем улар Ҡаҙан гимназияһында курс тамамларға тейеш була; 1849 йылда был кешеләргә медицина факультетында ғына уҡырға рөхсәт бирелеүе раҫлана; 1863 йылда Ҡаҙанда ғына түгел, бүтән гимназияларҙа лә тулы курс тамамлаған мосолмандарға Ҡаҙан университетына инергә рөхсәт итәләр.

Ырымбур хәрби кантонсылар батальонында уҡыған башҡорт малайҙарын шулай уҡ Ҡаҙан университетына ҡабул итеүгә әҙерләгәндәр.

Ректорҙар

үҙгәртергә

Шулай уҡ ҡарағыҙ

үҙгәртергә

История Казанского университета

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Звёздочкина Н. В., Ситдикова Г. Ф. История развития кафедры физиологии человека и животных Казанского университета за 140 лет, A History of the Department of Human and Animal Physiology at the Kazan University over 140 years (урыҫ) // Историко-биологические исследования — 2016. — Т. 8, вып. 4. — С. 90—103. — ISSN 2076-8176; 2500-1221
  2. Соловьевъ И. М. Русскіе университеты въ ихъ уставахъ и воспоминаніяхъ современниковъ.. — С.-Петербургъ: Книгоиздательство типо-литографіи "Энергія", 1913.
  3. Энциклопедический словарь братьев А. и И. Гранат, 1914, с. 126
  4. Энциклопедический словарь братьев А. и И. Гранат, 1914, с. 127
  5. Салтыков, Михаил Александрович // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
  6. Триста лет китайского языка в России 2012 йыл 18 август архивланған.
  7. Энциклопедический словарь братьев А. и И. Гранат, 1914, с. 130
  8. Казанский Университет в биографиях ректоров. Дата обращения: 27 апрель 2019. Архивировано из оригинала 1 ғинуар 2017 года. 2017 йыл 1 ғинуар архивланған.
  9. «профессор-директор» Казанского императорского университета
  10. Первый избранный ректор
  11. Избран, первый ректор из выпускников университета
  • Казанский университет // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
  • Соловьевъ И. М. Русскіе университеты въ ихъ уставахъ и воспоминаніяхъ современниковъ.. — С.-Петербургъ: Книгоиздательство типо-литографіи "Энергія", 1913.
  • Сухомлинов М. И. Русские университеты, учреждённые в начале царствования имп. Александра I. — Спб., 1865.
  • Эймонтова Р. Г. Русские университеты на грани двух эпох. — М., 1985.
  • Российские университеты в XVII—XX веках. — Воронеж, 1998 — Вып.3, 1998 — Вып.5, 2000. Вып.5.
  • Андреев А. Ю. Российские университеты XVIII — первой половины XIX века в контексте университетской истории Европы
  • Михайловский А. И. — Преподаватели, учившиеся и служившие в императорском Казанском университете (1804—1904 г.г.) ч. 1-ая. 1901г. [1]
  • Михайловский А. И. — Преподаватели, учившиеся и служившие в императорском Казанском университете (1865—1884 г.г.) ч. 1-ая. 1904г. [2]
  • Михайловский А. И. — Преподаватели, учившиеся и служившие в императорском Казанском университете (1885—1903 г.г.) ч. 1-ая. 1908г. [3]
  • Н. Фирсов Казанский университет // Энциклопедический словарь „Т-ва Бр. А. и И. Гранат и К” : энциклопедия. — 1914. — Т. 23. — С. 126—131.
  • История Императорскаго Казанскаго университета за первые сто лет его существования, 1804—1904 / [соч.] Н. П. Загоскина, заслуженнаго ординарнаго проф. — Казань: Типо-литогр. Имп. казанскаго университета, 1902—1904.
    • Т. 1: Введение и ч. 1: (1804—1814). — 1902. — XLV, 567, [24] с.
    • Т. 2: ч. 2: (1814—1819). — 1902 (обл. 1903). — 698, XVIII, VII с.
    • Т. 3: Окончание ч. 2 и ч. 3: (1814—1819 и 1819—1827). — 1903 (обл.1904). — 594, XVI, VI с.
    • Т. 4: Окончание ч. 3: (1819—1827). — 1904 (обл. 1906). — 692, XVIII, VIII с.

Һылтанмалар

үҙгәртергә