Грузия батшалығы — 978 йылда Баграт III тарафынан Грузияның күп өлөшө берләшкәнлдән һуң барлыҡҡа килгән урта быуат Кавказ дәүләте[1]. Төньяҡ Кавказдан Төньяҡ Иранға һәм Көнбайыш Әрмәнстанға тиклем. Әммә башта монголдар, ә һуңыраҡ Аҡһаҡ Тимерҙең 8 яуы Грузия батшалығын бөлдөрә һәм уның тарҡалыуына килтерә.

Грузия батшалығы

груз. საქართველოს სამეფო

Сакартвэлос самэпо
Грузия флагы Герб
Грузия флагы Герб

Грузия батшалығы үҙенең сәскә атыу осоронда һәм вассал дәүләттәр
Грузия батшалығы үҙенең сәскә атыу осоронда һәм вассал дәүләттәр


 
 
 
 
 
 
 
1008 — 1490
Баш ҡала

Кутаиси (1122 йылға тиклем), Тбилиси (1122 йылдан һуң)

Телдәр

Картвел телдәре, шулай уҡ
әрмән, иран, абхаз, грек, төрки

Дин

Христианлыҡ, Грузия православие сиркәүе
шулай уҡ Әрмән апостол сиркәүе һәм ислам

Майҙаны

1213—1245 йй. — 380 000 км² ашыу

Халҡы

яҡынса 5 миллион

Идара итеү формаһы

Феодаль монархия

Династия

Багратиони

Хәҙерге дәүләттәр

ГрузияГрузия
ӘрмәнстанӘрмәнстан
ӘзербайжанӘзербайжан
Рәсәй ФедерацияһыРәсәй
ТөркиәТөркиә
ИранИран

 • 

Давид IV Төҙөүсе

 • 

Георгий III

 • 

Тамара (батшабикә)

Тарихы
 • 978

Батшалыҡты төҙөү

 • 1081-1099

Сәлжүктәр хакимлығы

 • 1121-1245

Алтын быуат

 • 1245-1327

Монголдар иҙеүе

 • 1334-1386

Берҙәмлекте һәм бойондороҡһоҙлоҡто тергеҙеү

 • 1386-1403

Аҡһаҡ Тимер яуҙары

 • 1490

Тарҡалыу

 Грузия батшалығы Викимилектә

1008 йылда Баграт III Багратиони берләшкән Грузияның тәүге батшаһы була.

XI быуаттың икенсе яртыһы дауамында батшалыҡҡа даими рәүештә төрөк-сәлжүктәр һөжүм итә. 1071 йылда улар берләшкән Византия, Әрмәнстан һәм Грузия ғәскәрен Манцикерт янындағы алышта тар-мар итә һәм Грузия батшалығының ҙур ғына биләмәләре сәлжүктәр тарафынан яулап алына.

Давид Төҙөүсе һәм Грузияның көсәйеүе

үҙгәртергә

XII быуат — XIII быуат башына феодаль Грузияның иҡтисады һәм мәҙәниәтенең сәскә атыу осоро тура килә. Батша Давид IV Төҙөүсе 1089 йылда 16 йәшендә тәхеткә ултыра. Власҡа килгәстә үк, Давид сәлжүктәрҙең һөжүмен кире ҡаға алырлыҡ регуляр армия төҙөй. 1096—1099 йылдарҙағы беренсе тәре яуы сәлжүктәрҙең төп көстәрен йәлеп иттерә, бын менән файҙаланып 1099 йылдың аҙағына ҡарай Давид барлыҡ тиерлек (Тбилиси һәм Эретинан башҡа) грузин ерҙәрен ҡайтара ала. 1103 йылда Грузия православие сиркәүен үҙгәртеп ҡора һәм уның католикосын тәғәйенләй. 1103—1105 йылдарҙа Эретин баҫып ала, 1110 һәм 1118 йылдар араһында түбәнге Картлины һәм Әрмәнстандың бер өлөшөн (Сомхити) яулап ала, һөҙөмтәлә сәлжүктәр ҡулы аҫтында ҡалған Тбилиси бөтә яҡтан Грузия батшалығы менән уратып алынған анклавҡа әйләнә.

1121 йылда Дидгори янындағы алышта Давид сәлжүктәрҙең көслө ғәскәренең һөжүмен кире ҡаға ала, бынан һуң Тбилисины яулап ала һәм баш ҡаланы шунда күсерә. 1124 йылда Грузия батшалығы составына көнбайыш Ширванды һәм төньяҡ Әрмәнстанды индерә, шулай итеп барлыҡ тиерлек Кавказ аръяғын берләштерә.

Батша Давид IV хакимлығы осоронда ислам дин әһелдәренә хөрмәт менән ҡараған, мосолман сауҙагәрҙәренә булышлыҡ күрһәткән, мосолман шағирҙары һәм философтары менән дуҫ булған. Шунлыҡтан Грузия христиан дәүләте һәм үҙен Византияның вариҫы тип иҫәпләһәлә, Грузияла йәшәгән мосолмандар бында эҙәрлекләнмәгән.

1125 йылда батша Давид вафат була, уның вариҫтары (Деметре I, Давид V һәм Георгий III) Грузия батшалығының көсәйеүен һәм киңәйеүен дауам итә.

Батшабикә Тамара һәм Алтын быуат

үҙгәртергә

Батшабикә Тамара ғәскәре 1194—1204 йылдарҙа көньяҡта һәм көньяҡ-көнсығышта төрөктәрҙең бер нисә һөжүмен кире ҡаға һәм Көньяҡ Әрмәнстанға баҫып инә. Һуңғыһын ҙур өлөшө, шул иҫәптән Карин, Эрзинджан һәм Ван, Грузия протекторатоы булып китә.

1204 йылда Тәре яуҙары барышында Византия империяһының баш ҡалаһы Константинополь бөлдөрөлгәс, Грузия батшалығы Ҡара диңгеҙҙең көньяҡ-көнсығыш яр буйҙарындағы ҡалаларҙы яулап ала: Трапезунд, Лимнию, Самсун, Синоп, Керасунт, Котиор, Гераклея. Барлыҡҡа килгән Трапезунд империяһы Грузия йоғонтоһонда була[2].

1210 йылда Закариа Мхаргрдзели батшабикә Тамараға Иранға яу менән барырға кәңәш итә. Был яу барышында Грузия ғәскәре Маракд, Тавреж (Тебриз), Мианэ, Зенджан һәм Казвин ҡалаларын талай, Ирандың үҙәгендә урынлашҡан Ром-Гурға тиклем барып етә һәм ҙур табыш менән Грузия батшалығына әйләнеп ҡайта[3].

 
Пьетро Весконтеның диңгеҙ картаһы детале, ул Грузияның Ҡара диңгеҙ буйын һүрәтләй, 1321 йыл
 
Angelino Dulcert диңгеҙ картаһы детале, ул Грузияның Ҡара диңгеҙ буйын һәм Тбилисины һүрәтләй, 1339 йыл
 
Николя де Фер картаһының фрагменты, яҡынса 1705 йыл

Батшалар

үҙгәртергә
  1. Баграт III — батша (9751014);
  2. Георгий I — батша (10141027);
  3. Баграт IV — батша (10271072);
  4. Георгий II — батша (10721089);
  5. Давид IV Төҙөүсе — батша (10891125);
  6. Деметре I (Дмитрий I) — батша (11251154);
  7. Давид V — батша (11541155);
  8. Деметре I (Дмитрий I) — батша (11551156, икенсе тапҡыр);
  9. Георгий III — батша (11561184);
  10. Бөйөк Тамара I — батшабикә (11841213, 1177 йылдан Георгий III менән бергә хакимлыҡ итә);
  11. Георгий IV Лаша — батша (12131223);
  12. Русудан — батшабикә (12231245).

Батшалыҡты бүлеү (12461329)

үҙгәртергә

Көнсығыш Грузия батшалары

үҙгәртергә
  1. Давид VII Улу — (12471270),
  2. Деметре II Самопожертвователь — (1270—1289),
  3. Вахтанг II — (1289—1293),
  4. Давид VIII — (12931311),
  5. Вахтанг III — (1298), (13021308, икенсе тапҡыр)
  6. Георгий V Блистательный — (1299), (13141329, икенсе тапҡыр), (13291346, берләштерелгән Грузия батшаһы),
  7. Георгий VI Малый — (1311—1313),

Көнбайыш Грузия (Имерети) батшалары

үҙгәртергә
  1. Давид VI Нарин — (1245—1293),
  2. Константин I — (1293—1327),
  3. Михаил I — (1327—1329),

Көнбайыш Грузия (Имерети) эриставтары

үҙгәртергә
  1. Баграт I — эристав (13291372),
  2. Александр — эристав (1372—1387), батша (1387—1389),
  3. Георгий — эристав (1389—1392),
  4. Константин — эристав (13961401),
  5. Деметре — эристав (14011455),
  6. Баграт II — эристав (14551463), батша (1463—1466), (14661478 Баграт VI булараҡ берләштерелгән Грузия батшаһы).

Грузияны берләштереү (1329—1490)

үҙгәртергә
  1. Георгий V Блистательный — (13291346),
  2. Давид IX — (1346—1360),
  3. Бөйөк Баграт V — (1360—1393),
  4. Георгий VII]— (1393—1407),
  5. Константин I — (1407—1412),
  6. Бөйөк Александр I — (1412—1442),
  7. Вахтанг IV — (1442—1446),
  8. Георгий VIII — (1446—1466),
  9. Баграт VI — (1466—1478),
  10. Александр II — 1478,
  11. Константин II — (1478—1490, Картли батшаһы)

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Georgia. Encyclopædia Britannica Premium Service. Дата обращения: 25 май 2006.
  2. Вачнадзе М., Гурули В., Бахтадзе М. История Грузии
  3. § 3 2015 йыл 17 февраль архивланған.
  • Вачнадзе М., Гурули В., Бахтадзе М. История Грузии (с древнейших времен до наших дней)

Һылтанмалар

үҙгәртергә