Любляна (словен. Ljubljana, произношение  1918 йылға тиклем — Лайбах, нем. Laibach) — Словенияның баш ҡалаһы. Ҡала 17 районға бүленә.

Ҡала
Любляна
слов. Ljubljana
Флаг Герб
Флаг Герб
Ил

Словения

Регион

Урта Словения

Координаталар

46°03′ с. ш. 14°30′ в. д.HGЯO

Эске бүленеш

17 район

Жупан

Зоран Янкович

Беренсе мәртәбә телгә алынған

XII быуат

Элекке исеме

Эмона, Лювигана, Лайбах

Майҙаны

163,8[комм. 1] км²

Ҡала общинаның бейеклеге

295 м

Климат тибы

континенталь

Халҡы

287 000 кеше (2015)

Агломерация

508 607 кеше (2009)

Милли состав

словендар 74 % (2002)

Этнохороним

любляналы, любляналылар

Сәғәт бүлкәте

UTC+1, йәйге UTC+2

Телефон коды

+386 1

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

LJ

Рәсми сайт

ljubljana.si
 (словен.) (инг.)

Любляна (Ер)
Любляна
Любляна

Халҡы — 258,9 мең кеше (2014 йыл), йәки ил халҡының 13 %. Ҡала сиктәрендә 500 меңдән артыҡ кеше йәшәй. Любляна йылғаһы ярының Любляна уйпатында урынлашҡан.

Словенияның төп сәйәси, иҡтисади һәм мәҙәни үҙәге. 40 % — тан артыҡ илдең эске дөйөм продуктын етештерә һәм ҙур компанияларҙың штаб-квартираларының өстән бер өлөшө был ҡалала урынлашҡан. Любляна университетында 50 меңдән артыҡ студент уҡый. Йәмәғәт транспорты автобустарҙан тора.

Град ҡәлғәһе тарихи ҡәлғә, уның аҫтында — Боронғо ҡала урынлашҡан. Антик һәм урта быуат ҡоролмаларының ҡалдыҡтары; барокко стилендәге—XVI-XVIII быуат ансамблдәре, 1895 йылдағы ер тетрәүенән һуң булған модерн, архитектор — Й. Плечниктың XX быуаттың беренсе яртыһындағы төҙөлөштәре.

I быуаттан алып ҡала Эмона тип атала, V быуатта инде унда кешеләр йәшәмәй; урта быуаттарҙа XII быуаттан алып билдәле. 1335—1918 йылдарҙа Гасбургтар дәүләтенә инә һәм Лайбах тип атала, XIV быуатта — Крайнының административ үҙәге. Ә 1918 йылдан алып Любляна — Словенияның баш ҡалаһы.

Исеме үҙгәртергә

Исеменең килеп сығыуы әлегә тиклем дә аңлайышһыҙ. Яңы аңлатыуҙар буйынса (Штих,2010), ljub- славян һүҙе, ә ҡала исеме Ljubíja, йылға исеме Любляница йылғаһынан. Ваҡыты менән Ljubijane Ляблянаға әйләнә. Немецса исеме Лайбах (беренсе тапҡыр XII быуатта) — Laibach Labach тигәндән алынып, бавар теленән «һаҙлыҡ» тип тәржемә ителә. 1146 йылғы документтарҙа Luwigana кеүек билдәле. Тағы бер аңлатыуҙар латин теленән aluviana тип иҫкәртелә.

Тарихы үҙгәртергә

Любляна территорияһында иң боронғо кешеләр яҡынса дүрт мең йыл элек йәшәгән. Боронғо кешеләр һунарсылыҡ, малсылыҡ, шулай уҡ ғәҙәти игенселек менән шөғөлләнәләр. Ер һаҙмат булғанға бында өйҙәрҙе терәк бағаналарҙа эшләйҙәр. Беҙҙең эраға тиклем 1200 йыл тирәһендә хәҙерге Любляна территорияһына ерләү урналары ҡырҙары мәҙәниәтенә ҡараған кешеләр килә. Еҙҙең эраға тиклем X—VIII быуаттарҙа бында иллирийҙар һәм венеттар урынлаша, һуңыраҡ кельттар килә.[1]. Һуңғы бронза һәм иртә тимер быуат араһында — б.э.т. X быуатҡа тиклем был ерҙә бер нимә лә түшәлмәгән урамдарҙа ағас йорттар урынлашҡан, улар күп тапҡыр яңынан үҙгәртеп ҡоролһа ла, урамдарҙың урыны үҙгәрмәгән. Любляница йылғаһының ҡаршы яҡтағы ярында зыярат урынлашҡан.

Антик осор үҙгәртергә

 
Римдарҙың Эмонаһы булған урын

Хәҙерге Любляна биләмәһе элек-электән Любляница йылғаһы ярында, Любляна һаҙамыҡ уйпатында, Дунай бассейнын Адриатик диңгеҙ менән тоташтырған сәүҙә юлдары киҫешкән географик яҡтан уңайлы урында тора. Беҙҙең эраға тиклем I быуатта Любляницаның уң яҡ ярында Замок тауы итәгендәге Эмона (лат.) дип аталган ҡасаба Италия ерҙәренә инә (Colonia Iulia Emona), унда Рим халҡы күпселекте тәшкил итә. Ҡасабаның антик исемен, бәлки римдар килгәнсе ерле халыҡ биргәндер. Беҙҙең эраның 15-се йылына римдәр Любляница йылғаһының ҡаршы яҡ ярында яңы ҡалаға нигеҙ һала. Эмона урамдары тура мөйөш хасил итә, уны төрлө яҡтан алты-һигеҙ метр бейеклектәге стеналар һаҡлай (XX быуат башында табылган), нығытмала 29 башня була. Ҡалала өс мең- биш мең тирәһе кеше йәшәй, улар сығышы менән төньяҡ Италиянан була. Йорттар таштан төҙөлгән, иҙәндәр йылытылған һәм мозаикалап яһалған. Йәмәғәт мунсалары, ҡала һыуүткәргестәре һәм канализация була, ул Любляницаға ағып төшә. IV быуат аҙағынан VI быуат аҙағынаса Эмонда христиан сиркәүе епискобы резиденцияһы урынлашҡан була.

Рим империяһының IV—VI быуаттарҙа тарҡалыуы менән бергә Эмонаның хәле лә мөшкөлләнә. V быуатта Халыҡтарҙың бөйөк күсенеүе ваҡтында Италияның иң ситендә урынлашҡан Эмонаға төрлө халыҡтар көнсығыштан йыш һөжүм итә: бында 408—409 йылдарҙа вестготтар (герман), 452 йылда гундар, 568 йылда лангобардтар (герман), шул уҡ быуатта аварҙар (обр) һәм славяндар туктай. Халыҡ Эмонаны ташлап, Любляна уйпатын уратып торған тауҙарға ҡаса. VI быуаттың икенсе яртыһында Эмона бөтенләй буш ҡала. Бынан һуң биш быуат дауамында был ерҙәрҙә ниндәй ҙә булһа ҡала, йәки ауыл булмаған. Антик Эмона тураһында берҙән-бер иҫтәлек булып, Любляницаның һул яҡ ярындағы емереклектәр генә ҡала.[2]

Урта быуаттар үҙгәртергә

VII—VIII быуаттарҙа Любляна тирә-яғы Авар ҡағанлығы составында була. VII быуатта был ерҙәр бик оҙаҡ йәшәмәгән Само дәүләтенә, унан һуң словендарҙың иң боронғо дәүләтенә — Карантания (баш ҡалаһы- Крнски Град) ингәндер. VIII быуатта Карантанияны германдар баҫып ала һәм ул Франк дәүләтенә инә, ул IX быуатта тарҡалғас— Көнсығыш Франк короллегенең Көнсығыш маркаһына инә , уның урынында X быуатта Изге Рим империяһы булдырыла. Шул уҡ осорҙа көнсығыш маркалар Каринтия һәм Крайна менән бергә Бөйөк Карантанияға берләштерелә, ләкин ул һуңыраҡ тарҡала.

 
Ҡала майҙаны (урам)

1112—1125 йылдарҙа был урында тораҡ пункт булғаны билдәле. Ул Любляницаның һул яҡ ярында, Яңы баҙар риәһендә булғандыр тиҙәр. Һул яҡ ярҙағы Замок тауында Каринтия герцогтары Спанхеймдарҙың замогы була. 1144 йылда документтарҙа Люблянала йәшәгән беренсе кеше иҫкә алына- ул Генрих V Спанхеймдың ҡустыһы Ульрих.

Урта быуаттарҙа ҡала Ҡала майҙаны тирәләй үҫә. Көньяҡта Иҫке майҙан, Итекселәр күпере һәм Водник майҙаны була. 1220 йылда ҡойолған тәңкәлә Civitas Leibacvn тигән яҙыукүренә. 1280 йылда Любляница аша һалынған күпер иҫкә алына, һуңыраҡ уны Иҫке күпер тип атай башлайҙар. Унан һуң Яңы күпер, йәки Итекселәр күпере төҙөлә, ул ҡаланы Яңы майҙан менән тоташтыра (1267 йылдан билдәле).

Каринтияның һуңғы герцогы үлгәс, 1269 йылда оҙаҡ ҡамауҙа тотҡандан һуң уны Богемия короле үҙ ҡулына төшөрә. 1325 йылда Лайбахта Фриулдән килгән йәһүдтәр төпләнә. Господская урамында урындағы аҡһөйәктәр йәшәй. Ҡаланың өс өлөшөнөң дә үҙ стеналары була (Ҡала майҙаны, Иҫке майҙан һәм Яңы майҙан тирәләй стеналар төҙөлә). Урта быуаттар аҙағына ҡалала дүрт меңгә яҡын кеше йәшәгән. XIV быуатта 12 кешенән торған ҡала советы булдырыла.

1335 йылда бөтә Крайна Габсбургтар ҡулына күсә. 1442 йылғы немец хроникаларында ҡала тәүге тапҡыр Крайнаның (Laybach… hauptstat daselbst in Krain;беренсе баш ҡала— Крайнбург,һуңыраҡ — Штейн) баш ҡалаһы тип телгә алына. 1461—1462 йылдарҙа Лайбахта епископлыҡ булдырыла, уның кафедраһы Изге Николай соборында урынлаша. 1472 йылда ҡаланы төрөктәр ҡамауҙа тота. XV быуатта ҡала үҙенең сәйәси һәм иҡтисади әһәмиәте буйынса Крайнаның башҡа ҡалаларын уҙып китә. 1504 йылда император Максимилиан I ҡалаға йыл һайын мэр һайлау хоҡуғын бирә.[3]

Яңы осор үҙгәртергә

1511 йылда ер тетрәүенән һуң ҡала Ренессанс стилендә яңынан төҙөлә, ҡала тирәләй яңы стена ҡалҡа. XVI быуатта ҡалала 5 меңгә яҡын кеше йәшәй, 70 % тирәһе кеше өсөн словен теле туған тел була. XVI быуатта Лайбах протестантизм үҙәгенә әйләнә: бында тәүге словен китабын баҫып сығарған Примож Трубар йәшәй. Ләкин Словенияла католицизм еңә. XVIII быуаттың беренсе яртыһында итальян скульпторы Франческо Робба ижады сәскә ата, ул 9 буйы Любляна бароккоһының төп ҡомартҡыһы — өс словен йылғаһын кәүҙәләндергән фонтан өҫтөндә эшләй.[4] 1701 йылда ҡалала филармония булдырыла. 1754 йылда Лайбахта 9300 кеше йәшәй. 1797 йылда тәүге словен газетаһы сыға.

1809—1813 йылдарҙа Лайбах Наполеондың Иллириялағы провинциялары үҙәге була, словен теле яңы территориаль берәмектең рәсми телдәренең береһе тип таныла.

1821 йылда Лайбахта Изге союз конгресы үтә. Был ваҡиғаның иҫтәлеге итеп ҡаланың үҙәк майҙандарының береһенә Конгрестар майҙаны тигән исем бирелә.

XIX быуаттың икенсе яртыһында мануфактуралар үҫешә башлай, мәҫәлән, 1873 йылда бында тәмәке фабрикаһы төҙөлә. 1849—1857 йылдарҙа уны Вена һәм Триест ҡалалары менән тимер юл тоташтыра.

1860 йылдарҙа Матица ы словенскаой йәмғиәте булдырылғас, Лайбах словендарҙың мәҙәни үҙәгенә әйләнә (Клагенфурт, Грац, Вена һәм Триест).[5]) 1882 йылда ҡала советында словендар күпселекте тәшкил итә, улар Лайбах тарихында тәүге словен милләтле мэр Петер Грасселиҙы һайлай. 1882 йылда тәүге словен банк учреждениеһы— ҡала һаҡлыҡ банкы асыла. 1888 йылда ҡалала электричество, 1890 йылда— һыу үткәргес, 1896 йылда- кинематограф, 1897 йылда — телефон бәйләнеше булдырыла. 1895 йылда Лайбах 9 баллыҡ көслө ер тетрәү ваҡытында ныҡ зыян күрә, ҡаланы тергеҙеүҙе Макс Фабиани проекты буйынса Австрия һәм Чехия архитекторҙары башҡара. Ҡалаға яңы төҫ инә: яңы урамдар, модерн стилендәге яңы йорттар төҙөлә.[6]

Иң яңы осор үҙгәртергә

 
Лайбах һәм Караванке, 1916 йыл

1901 йылда Лайбах урамдарында трамвай йөрөй башлай. 1907 йылда беренсе кинотеатр асыла. Беренсе донъя һуғышы ваҡытында ҡала зыян күрмәй. 1918йылда Сербтар, хорваттар һәм словендар короллеге (һуңыраҡ ул Югослоавия короллеге тип атала) ҡала славянса Любляна тип йөрөтөлә башлай һәм яңы дәүләттең словен өлөшөнөң баш ҡалаһына әйләнә. 1919 йылда ҡалала университет булдырыла, 1938 йылда — сәнғәт һәм фәндәр академияһына нигеҙ һалына. 1929 −1939 йылдарҙа — административный центр Югославияның Дравской бановины Югославии административ үҙәге. Ике донъя һуғышы араһында словен архитекторы Йоже Плечник етәкселегендә ҡала бик ныҡ үҙгәртелә.

Икенсе донъя һуғышы ваҡытында Люблянаға башта Италия (1941—1943 года), ә һуңыраҡ — Германия (1943—1945) ғәскәрҙәре инә. Любляна провинцияһы административ үҙәге тип иҫәпләнә. Ҡаланы 30 км һуҙылған сәнескеле тимерсыбыҡ менән уратып алалар. 1945 йылда Любляна Югославия Социалистик Федератив Республикаһы составындағы Словения Халыҡ Республикаһының баш ҡалаһына әйләнә. XX быуаттың икенсе яртыһында Любляна йылдам үҫә, ҡала халҡы һаны ла бик тиҙ арта. 1991 йылдың 25 июнендә бойондороҡһоҙлоҡ иғлан иткәндән һуң Любляна- үҙаллы Словения Республикаһы баш ҡалаһы.[7].

Символикаһы үҙгәртергә

Любляна гербында ҡыҙыл ҡалҡанда йәшел ер өҫтөндә көмөш төҫтәге замок төшөрөлгән. Замок ике ҡатлы, стенаһы тура мөйөшлө киртләсле, ҡара тәҙрәле, алтын рәшәткәле ҡапҡаһы бар. Өҫкө ҡатта ҡанаттарын йәйеп, алтын тырнаҡлы йәшел аждаһа ултыра, ҡойроғо- спираль рәүешле боролған, ауыҙынан ҡыҙыл теле сығып, күренеп тора. Ҡалҡан сите нәҙек кенә алтын таҫма менән уратып алынған.

Аждаһа—XV быуаттан алып билдәле булған Лайбах ҡалаһының символы. Унан алда XIII быуаттан ҡала мисәтендә ҡанатлы арыҫлан төшөрөлгәне билдәле. Аждаһа — йыланды үлтереүсе Георгий Победоносецтың ғәҙәттәге образына бәйле булырға тейеш. Легенда буйынса Любляница буйында аргонавтарҙың башлығы Ясон ҡанатлы йыланды еңгән.

Любляна флагы ике горизонталь һыҙыҡтан ғибәрәт, өҫкө һыҙыҡ—аҡ һәм аҫҡыһы- йәшел. Флагтың киңлеге менән оҙонлоғо нисбәте 1:2,5. Уртала- герб.

Люблянаның рекламала ҡулланыла торған логотибы бер нисә оҡшаш вариантлы: аҡ фонда зәңгәр квадрат һәм аждаһа символы итеп кәкере һыҙыҡ ҡуйыла. Люблянаның гербы, флагы һәм логотибы 2012 йылдың ҡала советында раҫланған.[8]

Физик һәм географик үҙенсәлектәре үҙгәртергә

Любляна Словенияның үртаһында, Любляна уйпатында көньяҡтан Любляна барьеһы менән төньяҡта Любляна ҡыры араһында; Караванка е тауҙарынан көньяҡтараҡ һәм Юлий Альптарынан төньяҡтараҡ; Любляница йылғаһы ярында, Сава йылғаһына ҡойған урынынан ун километр үрҙәрәк урынлашҡан. Адриатик диңгеҙгә (Триеста) тиклем тура барғанда 65 км ҡала. Европа илдәре баш ҡалаларына тура барғанда алыҫлыҡ: 140 км — Загребҡа, 380 км — Венаға, 440 км— Будапешт һәм Братиславаға, 500 км Сараевоға һәм 531 км — Белградҡа тиклем.

Ҡала майҙаны статистика мәғлүмәттәре буйынса (2013йыл) — 163,8 км².[9]. Площадь муниципального образования — 275 км², из них на зелёные насаждения приходится 127 км²[10]. Муниципаль берәмек майҙаны— 275 км², шуның 127 км² [10] ағас һәм ҡыуаҡлыҡтар алып тора.

Муниципаль берәмектең диңгеҙ кимәленән юғарылығы- 295 метров.[11]. Диңгеҙ кимәленән иң юғары нөктәһе—Яншка ҡалҡыулығы (794 метр), иң түбән урыны— 260 м, Любляницаның Саваға ҡойған ере.Ҡаланың географик координаттары: 46° 03' киңлектә һәм 14° 30' оҙонлоҡта.[12]

Любляна аша Любляница, Градашчица, Кесе Грабен, Глиншчица, Пржанец, Бизовишки Поток, Грабен, Долги Поток йылғалары, шулай уҡ 1782 йылда ҡаланы һыу баҫыуҙан һаҡлар өсөн төҙөлгөн Грубер каналы аға.

Үҫемлектәр донъяһы үҙгәртергә

 
Парк Тиволи

Рожник һәм Головец ҡалҡыулыҡтарындағы ҙур урмандар ике яҡтан өсмөйөш кеүек Люблянаның уртаһына тиклем һуҙыла. Үҙәктән төньяҡ-көнбайыштараҡ ҡаланың иң ҙур паркы — Тиволи паркы урынлашҡан (майҙаны 5 км²). Был Наполеон осоронда булдырылған ландшафт паркҡа исемде Париж паркы хөрмәтенә биргәндәр. Ҡалала аллея һәм скульптуралар XX быуатта архитектору Йоже Плечнику тырышлығы менән булдырылған. Паркта Любляна зоопаркы урынлашҡан. Урманлы Рожник ҡалҡыулығы менән бергә 452 га ер айырыуса һаҡланған тәбиғәт биләмәһе статусына эйә.

Үҙәктән көнсығыштараҡ Замок тауы һәм, Грубер каналы менән айырылған, Головец тауҙары. 1810 йылда нигеҙ һалынған Любляна ботаника баҡсаһында 4500 төрлө үҫемлек үҫә. Ҡала уртаһында, Конгрестар майҙаны янында 1824 йылда булдырылған «Йондоҙ» паркы бар, унан бер нисә аллея йондоҙ нурҙары кеүек төрлө яҡҡа табан һуҙыла. Икенсе донъя һуғышы ваҡытында, окупанттар ҡаланы сәнескеле тимер сыбыҡ менән уратып ала, шул ваҡиғалар иҫтәлегенә 1957 йылда Хәтер һәм иптәшлек юлы булдырыла[13].

2009 йылда ҡала Европаның утыҙ йәшел ҡалаһы араһында 19-сы урын ала, башҡа баш ҡалаларға ул һыу үткәргестәрҙең һәм канализация селтәренең насар эшләүе, ҡайтанан булдырыла торған энергия сығанаҡтарын ҡулланыу кимәле түбән булыуы сәбәпле һәм биналарҙың насар изоляцияланыуы арҡаһында ҡалған баш ҡалаларҙан артта ҡала. Бынан тыш ҡалала CO2 атмосфераға сығарыуҙы әҙәйтеү стратегияһы булмауы, тар юлдарҙа күп йылдар буйы маршрут автобустары әкрен йөрөү сәбәпле пассажирҙар ташыу кәмеүе айырып әйтелә[14].

Халҡы үҙгәртергә

Численность населения
1869—2012 годы, тыс. человек
[15]

2014 йылдың 1 ғинуарына Люблянала 258 873 кеше йәшәгән (бер йыл алдараҡ бынан 15 953күберәк булған). 47 % ир-егеттәр һәм 53 % ҡатын-ҡыҙ[9].

2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу буйынса 74 % кеше үҙен словен тип атаған, 5 % -серб, 4 %- бешнәктәр, 3 % -хорваттар. Халыҡтың 79 % өсөн словен теле-туған тел, бынан тыш серб, хорват, серб-хорват, бешнәк телдәре киң таралған. 40 % -католик; 5 % православ, 5 % мосолман, 19 %динһеҙҙәр һәм атеистар, 17 % дин тураһындағы һорауға яуап биреүҙән баш тартҡан[16]. Люблянала күп кенә христиан ҡорамдары бар (Изге Николай католик соборы, Изге Кирилл һәм Мфодий праволслав сиркәүе һәм башҡалар), шулай уҡ бер мәсет бар.

Любляна агломерация территориаль структураһына инәләр : — ҡала үҙе (ҡала халҡы), — муниципалитет (Любляна ҡала коммунаһы), — ҡала һәм 9 күрше коммуналар ингән Любляна агломерацияһы, — Любляна (Урта Словения районы, ҡала районына 26 күрше коммуна, илдең 25 % халҡы һәм ил территорияһының 12,6 % инә[17]), урбанизацияланған зона (larger urban zone) , 2007—2009 йылдарҙа- 508 607 кеше[18]; -метрополитен районы, 600 меңдән артыҡ кеше[19].

Климаты үҙгәртергә

 
2010 йылдың сентябрендәге ташҡын

Любляна климаты йомшаҡ, континенталь климаттан диңгеҙ климатына яҡын, тауҙар һәм диңгеҙ яҡын булыуы климатты йомшата. Был тирәләрҙең үҙенсәлеге шунда- ҡышын Люблянала температура инверсияһы тип аталған күренеш күҙәтелә,был ваҡытта һалҡын һәм еүеш һауа ер өҫтөндәге тора. Йәй көнө Адриатиканың йылы тәьҫире һиҙелә.

Иң йылы ай— июль, иң һыуыҡ ай— ғинуар. Любляна Европалағы баш ҡалалар араһында иң күп яуым-төшөм булған ҡалаларҙың береһе. Иң күп ямғыр яуған ай — июнь. Майҙан сентябргә тиклем йәшен йәшнәй. Ҡар декабрь- февраль айҙарында яуа. Көҙөн- ҡышын бында томандар йыш була[20].

Любляна бөтә Словения менән бергә сейсмик яҡтан хәүфле Евразия тектоник плитаһының актив көньяҡ сигендә урынлашҡан (Урта диңгеҙ һәм Гималай сейсмик бүлкәттең төньяҡ -көнбайыш сигендә[21]. 1895 йылдың 14 апрелендә ҡала тарихында иң көслө 6,1 магнитудалы ер тетрәү булған, бик күп биналар емерелгән, кешеләр һәләк булған.

Любляна бигерәк тә Люблянца һәм уның иң ҙур ҡушылдығы Кесе Граендә һыу кимәле күтәрелеү сәбәпле булыштыра торған һыу ташыу зонаһында урынлашҡан. Мәҫәлән, 1926 йылдың сентябрендә дүрт көндә 300 мм яуым-төшөм була, был ҡот осҡос һыу ташыуға килтерә[22].

Ҡала климаты
Күрһәткес Ғин Фев Мар Апр Май Июн Июл Авг Сен Окт Ноя Дек Йыл
Абсолют максимум, °C 16,6 21,8 24,6 29,3 33,1 38,0 38,8 38,1 33,0 26,9 21,9 16,7 38,8
Уртаса максимум, °C 3,0 6,2 11,2 15,4 20,8 23,9 26,5 26,1 21,5 15,3 7,9 3,4 15,1
Уртаса температура, °C −0,5 1,3 5,7 10,2 15,2 18,5 20,6 20,2 15,8 11,0 5,0 0,6 10,3
Уртаса минимум, °C −2,7 −1,9 1,4 4,9 9,4 12,7 14,6 14,4 11,0 6,7 1,7 −1,7 5,9
Абсолют минимум, °C −25,4 −23,8 −20,9 −5,3 −2,8 −0,1 4,1 4,1 −0,8 −10,7 −16,4 −20,2 −25,4
Яуым-төшөм нормаһы, мм 71 71 87 103 113 154 117 134 131 147 137 103 1368
Сығанаҡ: Meteo.si

Коммуна райондары үҙгәртергә

 
  1. Бежиград
  2. Центр
  3. Чрнуче
  4. Дравле
  5. Головец
  6. Ярше
  1. Мосте
  2. Поле
  3. Посавье
  4. Рожник
  5. Рудник
  6. Состро[комм. 2]
  1. Шентвид
  2. Шишка
  3. Шмарна гора
  4. Трново
  5. Вич

Любляна коммунаһына ҡаланан башҡа тағы 37 тораҡ пункт инә[23].

Иҡтисады үҙгәртергә

 
Люблянаның эшлекле районы

Социализм осоронда Любляна Югославия составындағы иң алға киткән республика баш ҡалаһы була: баш ҡалала йән башына төшкән ВВП 1981 йылда Югославиялағы уртаса ВВП-ға 260 % тәшкил итә[24]. Шул дәүерҙән бында Litostroj ҡорос етештереү компанияһы (һуңыраҡ машиналар төҙөү) ҡалған, 2000 йылдарҙа ул электр ҡорамалдары етештереүгә күсә.

Баш ҡала дөйөм ВВП-ның 42,6 % етештерә (2009 йыл)[25].

Бында Любляна фонд биржаһы, шулай уҡ Словенияның иң ҙур 300 компанияһының 119 (2011йыл) урынлашҡан, шулай уҡ (килем күләме буйынса): Petrol' нефть', Mercator халыҡ-ара супермаректтар селтәре, Holding Slovenske elektrarne энергетика, Telekom Slovenije' телекоммуникация',Lek фармацевтика , Geoplin газ, Tobačna Grosist тәмәке, Kemofarmacija күмәртәләп дарыу һатыу, Hella Saturnus Slovenija электр ҡорамаллдары етештереү һәм башҡа[26].

2010 йылда ҡалаға 393 мең турист килә, шул иҫәптән сит илдәрҙән дә [27].

Lonely Planet нәшриәтенең 2014 йылғы тикшеренеүҙәре буйынса, Любляна Европаның иң яҡшы ҡалалры иҫәбенә инәгән, ул архитектура, тәбиғәт һәм аш-һыу буйынса ла туристарҙы ылыҡтытырлыҡ урын тип табылған[28].

Мәҙәниәте үҙгәртергә

 
Национальный музей Словении

Любляна халҡы словен теленең горень төркөмөнә ҡараған Любляна һөйләшендә аралаша(слов. ljubljanščina)[29].

Люблянала альтернатив һәм этник музыка халыҡ-ара фестивалдәре даими үтә ( Druga godba, джаз, Ana Desetnica урам театры, Trnfest альтернатив мәҙәниәт, «Город женщин» хәҙерге заман сәнғәте, LIFFE кинофестивале, график биенналеһы, Любляна марафоны[30]. Ҡаланың төп байрамы- 9 май, 1945 йылда Люблянаны немцефц- фашист илбаҫарҙарынан азат иткән көн. Икенсе байрам— 14 апрель,ҡаланың тәүге тапҡыр документтарҙа иҫкә алынған көнө[31].

2010 йылда ҡалала 10 театр, 14 музей, 56 галерея, 4 профессиональ оркестр бар[32]. Иң ҙур тарихи һәм художество ҡомартҡылары словения милли музейында (1821 йылда булдырылған) һәм Словения милли музейында (1918 йылда нигеҙ һалынған) һаҡлана. Башҡа ҙур мәҙәнәи учреждениелар: Словения филармонияһы симфник оркестры һәм Словения милли опера һәм балет театры.

Төп футбол аренаһы—8 мең урынлы « Бежиград» стадионы . Ул Й. Плечник проекты буйынса 1935 йылда төҙөлгән, Люблянаның «Олимпия» командаһының төп базаһы..

Мәғариф үҙгәртергә

  • Любляна университеты 1919 йылда асылған, Словенияның иң ҙур юҡары уҡыу йорто һәм фәнни-тикшереренеү учреждениеһы булып ҡала, унда 60 меңдән ашыу студент уҡый. Университетҡа өс академия: музыка, һынлы сәнғәт һәм театр, радио, кино һәм телевидение академияһы, Словения милли һәм университет китапханаһы. Университеттың медицина факультеты- Словениялағы иң ҙур дауахана кураторы (1975 йылда асылған Любляна университет медицина үҙәге).
  • Словен фән һәм сәнғәт академияһына 1938 йылда нигеҙ һалынған, унда 6 бүлек, шул иҫәптән медицина бүлеге лә бар. Академияла 1981 йылдан фәнни-тикшеренеү үҙәге эшләй.

Һәйкәлдәр үҙгәртергә

Словения ерендә Беренсе һәм Икенсе донъя һуғыштары ваҡытында һәләк булған Рәсәй һәм Советтар Союзы улдарына һәйкәл. 2019 йылдың 1 сентябрендә Икенсе донъя һуғышы башланыуға 80 йыл тулыу сәбәпле һәйкәлдә мәңгелек ут асыла. Утты ҡабыҙыу өсөн Кремль стенаһы буйындағы Билдәһеҙ Һалдат Һәйкәленән ҡабыылған шәмдәлде Рәсәй Федерацияһы оборона министрлығының махсус борты менән Люблянаға алып киләләр[33].

Архитектура үҙгәртергә

Любляна ҡалаһы йондоҙ рәүешле итеп төҙөлгән. Уның уртаһына тиклем көнбайыштан Рожник ҡалҡыулығы һуҙылған, көнсығышта Замок тауы һәм Головец тауы, төньяҡта Сава йылғаһы буйында йәшел зоналар һәм көньяҡта Любляна барьеһы[34]. Иҫке ҡала өҫтөндә ҡалҡып торған замок булғанға, Люблянаны ҡайһы ваҡыт «бәләкәй Прага» тип йөрөтәләр.

Любляна ғәҙәти урта быуат ҡалаһы булараҡ, замоклы тау итәгендә Любляница йылғаһы буйында барлыҡҡа килгән, йылға уны бер нисә быуат буйы дошмандарҙан һаҡлаған. Люблянаны боронғо Эмона менән бер ни бәйләмәй: VI быуатта килгән славяндар боронғо ҡаланың емереклектәрен генә күргән. Һуңыраҡ Урта быуатта Любляна өс айырым стена менән уратып алынған өлөшөтән торған, улар Ҡала майҙаны, Иҫке һәм Яңы майҙан тирәләй үҫкән. Урта быуатта өйҙәрҙе башлыса ағастан төҙөгәндәр, кирбесте XV быуаттың икенсе яртыһынан ғына ҡуллана башлағандар. Беҙҙең көнгәсә иҫән ҡалған урта быуат ҡомартҡыһы— Любляна грады.

XVI—XVII быуаттарҙа ҡала ҡәлғә стеналары эсендә үҫеүен дауам итә. XVI быуатта Люблянаға Ренессанс стиле килеп етә. Хәҙерге Любляналағы Балыҡ майҙанындағы иң боронғо кирбес өй 1528 йылда төҙөлгән тип иҫәпләнә. Замок тауында готика стилендә Изге Юрий капеллаһы төҙөлә. 1586 йылда архитектор Н.Агелиний Люблянаның боронғо фортификация планын төҙөй.

XVII һәм XVIII быуаттарҙа барокко хакимлыҡ итә. Был стилдә Иҫке майҙанда Стичен йортон, Прешерн майҙанында Благовещение сиркәүе, урсулинкалар сиркәүе, Ҡала майҙанында ратуша, Изге Николай кафедра соборы, уны итальян архитекторы Андреа дель Поццо төҙөй; архитектор Габриэль Грубер проекты буйынса төҙөлгән һарай;Өс йылға һәйкәле. 1639 йылда итальян рәссамы Джованни Пьерони ҡәлғә стеналары менән уратып алынған Люблянаны һүрәткә төшөргән. Бер аҙҙан Урта быуат нығытмалары кәрәкмәй башлағас, улар XVIII быуат аҙағында һүтеп алына, ҡаланың айырым өлөшөтәре бер бөтөн булып тоташа. XIX быуатта бароккоға алмашҡа классицизм килә: яңы стилдә Казина һарайы төҙөлә. Был быуаттың икенсе яртыһында эклектика стилендәге биналар төҙөлә: мәҫәлән, Үҙәк аптека менән Словения Милли музейы биналары ошо стилдә төҙөлгән[35].

1895 йылдағы ер тетрәүҙән һуң Люблянаны архитектор Макс Фабиани проекты буйынса яңынан төҙөйҙәр, яңы быуат башында ҡалала модерн стилендәге биналар ҡалҡып сыға. Тап шул осорҙа Президент һарайы, Крайна провинцияһы һарайы (университет ректораты) һәм Йылан күпере (ул дүрт аждаһа— ҡала символы һыны менән биҙәлгән) барлыҡҡа килә. XX быуаттың беренсе яртыһында Любляна словен архитекторы Йоже Плечник идеялары буйынса үҙгәртеп ҡорола. Уның проекты буйынса Тройной мост төҙөлә, Навье һәм Жале зыяраттары тәртипкә килтерелә.

 
Файл:Tromostovje.jpg
 
Файл:Ljubljana fontain.jpg
Град Тройной мост Собор святого Николая Фонтан Трёх рек

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. Приведена площадь города по данным национальной статистики, площадь муниципального образования — 275 км²
  2. Значительная площадь района покрыта лесом, см. раздел 3.4 Плана территориального развития городской общины Любляна 2010 года
  1. Prvi prebivalci Ljubljane (недоступная ссылка — история). // ljubljana.si. Дата обращения: 2013-7-14. Архивировано 15 июль 2013 года. 2013 йыл 26 июнь архивланған.
  2. Штих, 2010, pp. 28—29
  3. Штих, 2010, pp. 30—34
  4. Reformacija, protireformacija, renesansa in barok (недоступная ссылка — история). // ljubljana.si. Дата обращения: 2013-7-14. Архивировано 15 июль 2013 года. 2013 йыл 26 июнь архивланған.
  5. Репе, Божо.  = Podeželska ali urbana Slovenija in njeno glavno mesto // Любляна. — Любляна: Городская община Любляна, 2008. — В. сентябрь. — № XIII. — С. 40.
  6. Ljubljana v 18. in 19. stoletju (недоступная ссылка — история). // ljubljana.si. Дата обращения: 2013-7-14. Архивировано 15 июль 2013 года. 2013 йыл 26 июнь архивланған.
  7. Nemirno 20. stoletje (недоступная ссылка — история). // ljubljana.si. Дата обращения: 2013-7-14. Архивировано 15 июль 2013 года. 2013 йыл 26 июнь архивланған.
  8. Grb, zastava in ime MOL ter znak Ljubljana. // ljubljana.si. Дата обращения: 2013-7-15. Архивировано 15 июль 2013 года. 2013 йыл 27 июнь архивланған.
  9. 9,0 9,1 List of settlements named 'Ljubljana'. // stat.si. Дата обращения: 2014-8-27. Архивировано 15 июль 2013 года.
  10. 10,0 10,1 = Ljubljana. Osebna izkaznica MOL. — Любляна: Городская община Любляна, 2011. — С. 5, 7.
  11. Nadmorska višina  naselij, kjer so sedeži občin (недоступная ссылка — история). // stat.si. Дата обращения: 2013-7-14. Архивировано 15 июль 2013 года.
  12. Ljubljana v številkah 2003-2008. — Любляна: Городская община Любляна, 2010. — С. 13. — ISBN 978-961-6449-30-4.
  13. Ljubljana. Actual Green Supply (недоступная ссылка — история). // urge-project.ufz.de. Дата обращения: 20 июль 2013. Архивировано 25 июль 2013 года. 2007 йыл 24 август архивланған.
  14. Economist Intelligence Unit. Индекс зелёных городов Европы = European Green City Index. — Мюнхен: Siemens AG, 2009. — С. 69.(недоступная ссылка)
  15. По источнику, указанному в словенском разделе Википедии: Krajevni leksikon Slovenije. — Любляна: DZS, 1995. — С. 297.
  16. [1] = Simulacija priseljevanja v Ljbljansko urbano regio. — Любляна: Inštitut za narodnostna vprašanja, 2005. — С. 17, 37, 39.
  17. = Ljubljana. Osebna izkaznica MOL. — Любляна: Городская община Любляна, 2011. — С. 49.
  18. Population and living conditions in Urban Audit cities, larger urban zone (LUZ). Евростат. Дата обращения: 2013-7-2. Архивировано 14 октябрь 2012 года.
  19. Коуч, Крис и др. Расползание городов в Европе: пейзаж, изменения в землепользовании и политика = Urban sprawl in Europe. — Оксфорд, Великобритания (также США и Австралия): Blackwell Publishing Ltd, 2007. — С. 123. — ISBN 978-1-4051-3917-5.
  20. Vreme. Ljubljana (недоступная ссылка — история). // arso.gov.si. Дата обращения: 16 июль 2013. Архивировано 19 июль 2013 года. 2018 йыл 20 октябрь архивланған.
  21. Seismology (недоступная ссылка — история). // arso.gov.si. Дата обращения: 16 июль 2013. Архивировано 19 июль 2013 года.
  22. Добравц, Мина. Оценка угрозы наводнений в городской общине Любляна = Ocena ogrozenosti v mestne obcine Ljubljana zaradi poplav. — Любляна: Городская община Любляна, 2009. — С. 6, 8. Архивированная копия. Дата обращения: 16 июль 2013. Архивировано из оригинала 23 август 2011 года.
  23. О муниципальном и территориальном устройстве городской общины Любляна см. Устав городской общины Любляна: Statut Mestne občine Ljubljana. // uradni-list.si. Дата обращения: 21 июль 2013. Архивировано 25 июль 2013 года.
  24. Радовинович, Радован и др. Atlas svijeta: Novi pogled na Zemlju. — Загреб: Sveučilišna naklada Liber, 1984.
  25. = Ljubljana. Osebna izkaznica MOL. — Любляна: Городская община Любляна, 2011. — С. 5.
  26. Top 300. The Largest Companies in Slovenia (недоступная ссылка — история). // investslovenia.org. Дата обращения: 19 июль 2013. Архивировано 19 июль 2013 года. 2013 йыл 19 июль архивланған.
  27. City of Ljubljana — Profile. — Любляна: Городская община Любляна, 2011. — С. 8.
  28. Названо лучшее место для отдыха в Европе. // regnum.ru. Дата обращения: 2015-3-24.
  29. Mehanizem jezikovnega prilagajanja in variantnost sodobne ljubljanščine (недоступная ссылка — история). // centerslo.net. Дата обращения: 27 июль 2013. Архивировано 13 август 2013 года. 2012 йыл 31 октябрь архивланған.
  30. Festivals of all kinds and sizes. // visitljubljana.com. Дата обращения: 21 июль 2013. Архивировано 25 июль 2013 года.
  31. City of Ljubljana — Profile. — Любляна: Городская община Любляна, 2011. — С. 7.
  32. Ljubljana in figures (недоступная ссылка — история). // ljubljana.si. Дата обращения: 27 июль 2013. Архивировано 13 август 2013 года. 2012 йыл 19 апрель архивланған.
  33. Искры вечной памяти (1 сентябрь 2019). 2 ғинуар 2020 тикшерелгән.
  34. Постановление о территориальном планировании городской общины Любляна = Odlok o občinskem prostorskem načrtu Mestne občine Ljubljana. — Любляна: Городская община Любляна, 2010. — С. 22——26. Архивированная копия. Дата обращения: 21 июль 2013. Архивировано из оригинала 23 июль 2014 года. 2014 йыл 23 июль архивланған.
  35. Сухадольник, Йоже. Stavbni razvoj v Ljubljani (1144—1895) // Kronika. — 1994. — С. 11—25.