Кишинёв

Молдова Республикаһының баш ҡалаһы

Кишинев (молд. ChișinăuChișinău, А (рум.)(рум.): [kiʃiˈnəw]) — Молдавияның иң эре ҡалаһы һәм баш ҡалаһы. Илдең үҙәгендә Бык йылғаһы буйында урынлашҡан иҡтисади һәм мәҙәни үҙәге. Кишинев Молдавияның административ берәмәгендә айырым статусҡа эйә — ул муниципалитет булып тора. Кишинев ҡалаһынан башҡа, исемдәш муниципалитет составына алты тирә-яҡтағы ҡалалар (Сынжера, Дурлешты, Ватра, Кодру, Вадул-луй-Водэ, Криково) һәм ун өс коммунаға (ауылдарға) берләштерелгән егерме биш торлаҡ пункттары инә.

Муниципий
Кишинёв
Chișinău
Флаг[d] Герб
Флаг Герб
Ил

Молдова

Координаталар

47°01′22″ с. ш. 28°50′07″ в. д.HGЯO

Примар

Дорин Киртоакэ

Беренсе мәртәбә телгә алынған

1436

Муниципий с

1995

Майҙаны

123[1] км²

Халҡы

814147[2] кеше (2016)

Тығыҙлығы

5514 кеше/км²

Агломерация

1 164 700 кеше

Телефон коды

+373 22 xxxxxx
+373 32 xxxxxx[3]

Почта индексы

MD-20xx

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

C -- ---
K -- ---

Рәсми сайт

chisinau.md

Награды

Ленин ордены 1-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены

Кишинёв (Ер)
Кишинёв
Кишинёв

Кишинев беренсе тапҡыр 1436 йылдағы грамотала телгә алына. Ҡала статусын 1818 йылда Рәсәй империяһына ингәндән һуң ала, муниципалитет статусын — 1995 йылда.

Яңы Рәсәй календарында 125 йыл элек билдәләнгән һәм иң киң таралған версия ҡаланың атамаһын иҫке румын исеме Chişla nouă [Кишла ноуэ] — яңы хутор һүҙенә ҡайтара. «Сhişla» һүҙе төрөк теленән алынған — kışla һүҙе, «ҡышлаҡ» («барак») — өй, йорт мәғәнәһендә. Бессарабияла был һүҙ әле лә «ҙур булмаған ҡасаба, хутор» мәғәнәһендә ҡуллана. Атаманың яһалыу характеры арҡаһында (бер өлөшө төрки, икенсеһе — молдаван) хәҙерге тикшеренеүселәр был версияның ғәҙеллегендә икеләнәләр[4]. Кишенёв һүҙенә оҡшаш элементлы топонимдар XV быуатта төрөктәр баҫып алған территорияларҙа табып алынған документтарҙа осрай. Был территориялар бер нисә быуат дауамында күсмә халыҡтарҙың күпләп йәшәгән урыны була, шуның өсөн дә ҡайһы бер тикшеренеүселәр Кишинев ҡалаһының атамаһы төрки сығышлы, ҡыпсаҡ теленән «kesene» ("ерләү урыны, мавзолей "мәғәнәһендә) һүҙенән алынған тип һанай. Күп кенә ерҙәрҙә (мәҫәлән,Украиналағы Полтава өлкәһенең Оржица районы Кишеньки ауылы) боронғо ҡәберлектәрҙән ҡалған тышҡы билдәләре — мавзолейҙар, һәйкәлдәр һәм ҡәберташтар бар. Бындай ҡәберлектәр яңы эраның II мең йыллығы башында Ҡара диңгеҙ янында (Причерноморьела) көн иткән бәшнәктәр һәм ҡыпсаҡтар йәки XIII быуатта был крайҙы баҫып алған татар-монголдарҙан ҡалған булғандыр. Хәҙерге Кишинев тирәһендә бәшнәктәрҙең ҡәберлектәре барлығын археологик ҡаҙыныуҙар иҫбатланы[5].

 
Кишиневта Раштыуа храмы

Башҡа версиялар венгр атамаһы Kisjenő — «кесе Йено» (башҡортса Йәнәй, кесе йәнәй) Йено (йәнәй) — 896 йылда Европаға килгән венгр ҡәбиләләренең береһе менән бәйләйҙәр. Көнбайыш Румыния менән Венгрия сигендә Кишинев-Криш (Kisjenő йәки Chişineu-Criş) ҡалаһы бар, әммә был ике ҡаланы атамаларындағы уртаҡлыҡты раҫлаған дәлилдәр табылмаған.

Советтар Союзы тарҡалғандан һуң Молдавияла торлаҡ пунктарының исемдәрен үҙгәртеү тенденцияһы, атап әйткәндә, урыҫ теленә «Кишинэу» һүҙен әүҙем индереү башланды. Хәҙерге Молдавияла был атама урыҫ телендә йыш ҡына рәсми һәм булмағандарында ла ҡуллана[6]. Рәсәйҙә Кишинёв яҙылышы ҡанунға ингән[7] .

Символдары

үҙгәртергә

1826 йылдың 2 апрелендә Кишиневтың гербы сифатында Бессарабия өлкәһе гербы ҡабул ителә, сөнки Кишинев өлкә үҙәге булып китә. Герб ике өлөшкә бүленгән ҡалҡан формаһында була. Өҫкө өлөшөндә ҡыҙыл ерлектә алтын таж кейҙерелгән ике башлы бөркөт һүрәтләнгән—Бессарабияның Рәсәй империяһына ҡушылыу символы. Бөркөттөң күкрәгендә ҡыҙыл ҡалҡанда аҡ атҡа атланған, һөңгө менән йыланды сәнскән Георгий Победоносец урынлаштырылған. Бөркөттөң уң тәпәйендә факел һәм йәшен ҡуйылған, ә һулаҡайында — лавр веногы. Гербтың аҫҡы өлөшөндә алтын ерлектә элекке Молдавия кенәзлеге гербынан һыу һыйыры (буйвол) башы урынлаштырылған.

Бессарабия губернаһы булдырылғандан һуң 1878 йылда Кишиневтың яңы гербы раҫлана. Зәңгәрһыу төҫтәге ҡалҡанда күҙе, теле һәм мөгөҙө ҡыҙарған буйволдың башы урынлаштырылған, мөгөҙ араларында биш мөйөшлө алтын йондоҙ «балҡый». Баштан уң яҡҡа көмөш биш тажлы роза сәскәһе, ә һул яҡта — мөгөҙҙәре менән ҡалҡандың ситенә ҡаратылған көмөш ай урағы.

Бессарабия Румынияға ҡушылғандан һуң Кишиневтың гербы тағы ла үҙгәртеүҙәргә дусар була. Ҡалҡанда зәңгәрһыу фонда ҡыҙыл төҫтәге бәләкәй ҡалҡан күкрәгенә ҡуйылған алтын бөркөт һүрәтләнгән, бәләкәй ҡалҡанда Молдавия кенәзлеге гербы — үгеҙ башы, йондоҙ, роза сәскәһе һәм ай урағы. Был герб СССР тарҡатылғандан һуңғы Кишиневтың гербы булып ҡалды.

Кишиневтың хәҙерге флагы аҡ төҫтә, аҡ туҡымаға стилизацияланған һары-көрән сәскәләр үреме өҫтөнә ҡаланың гербы һалынған.

Географияһы

үҙгәртергә
 
Кишинёв спутниктан (фото NASA) төшөрөлгән
 
Розалар үҙәнендәге күл

Кишинев Көнсығыш — Европа тигеҙлегендә диңгеҙ өҫтөнән 85 м бейеклектә 46°0′ с. ш. һәм 28°75′ в. д. Молдавияның үҙәк районында урынлашҡан. Ҡала ете ҡалҡыулыҡта тора һәм Днестрҙың уң өҫтәлмәһе — Бык йылғаһы буйына һуҙылған. Кишиневтың бер өлөшө Бык йылғаһының уң ярынан һыу баҫа торған майҙандарҙы (террасалар) биләй. Майҙандар Дурлешты гөрләүеге һәм нисә балкалар (Кесе Әберсә, Оло Әберсә һәм тармаҡланған Мунчешты балкаһы) менән бүлгеләнгәндәр. Бык үҙәненең һул яр бите ике террасанан тора, беренсеһе һөҙәк кенә итеп йылғаға төшә, ә икенсеһе 60 — 90 метр бейеклектә урынлашҡан.

Ҡала майҙаны — яҡынса 120 км², ә муниципиялар бөтәһе бергә — 571,64 км².

Ҡала кодрыларҙың ҡалҡыу урманлы урындарында урынлашҡан. Тупрағы башлыса ҡара тупраҡ, ауыл хужалығы үҫеше өсөн иң яраҡлыһы. Файҙалы ҡаҙылмаларҙан эзбизташ таралған. Тағы ла тәрәнерәк аҡбур ҡомо һәм мергель ята.

Кишинев сиктәрендә Гидигич һыуһаҡлағысы һәм 23 күл бар:

  • «Ла извор» паркында — 3 күл;
  • парк эргәһендә — «Трактор» күле;
  • Михай Витязул урамы — Албишоар урамы мөйөшөндәге күл;
  • Каля Ешило рурамы һәм Полтава шоссеһы сиселешендә бәләкәй күл;
  • дендрологик парта күл;
  • Валя-Морилор күле (элекке Комсомол күле);
  • Урман паркындағы "Иҫке почта"ла 2 күл";
  • Ипподром урамындағы паркта күл;
  • «Рышкань» паркында һәм «Динамо» атыу урынында 3 күл («Һалдаттар күлдәр»);
  • Борис Главан паркында күл;
  • «Розалар үҙәнендә» 3 күл;
  • Ботаник баҡсала 2 бер-береһе менән тоташтырылған 2 күл;
  • «Восьмерка» зоологик баҡсала күл;
  • Узинелор урамында ҙур булмаған күл;
  • Милеску-Спэтару урамындағы күл.
  • Мунчешты урамында (дом 788 йорт күл буйында) Виктория күле
 
Ел йүнәлеше йыл әйләнәһенә, %

Кишинев уртаса — континенталь климатлы йомшаҡ зонала урынлашҡан, шуның өсөн бында уртаса эҫе йәйҙәр һәм уртаса йылы, әммә елле, ҡыштар күҙәтелә.

Ҡалала үткәрелгән беренсе метеорологик күҙәтеүҙәр 1884 йылға ҡарай. Нигеҙендә мғлүмәттәре башлап XX быуат башы мәғлүмәттәренә ярашлы уртаса йыллыҡ һауа температураһы самаһы менән +10,2 °C, ә уртаса йыллыҡ яуым-төшөм күләме— 468 мм тәшкил иткән. 1970 -сы йылдар мәғлүмәттәре буйынса ғинуар айының уртаса температураһы −3,5 °С, июлдә +21,5 °C тәшкил иткән.

Йыл дауамында яҡынса 2215 ҡояшлы сәғәт, шул иҫәптән июль айында 329 сәғәт һәм 54 сәғәт кенә декабрь айында. Уртаса йыл температураһы +9,6 °C, ә яуым-төшөм күләме — 547 мм/м² тәшкил итә. Йәй май башында башлана. Уртаса температура +20…+25 °C, ә ҡаланың үҙәгендә ҡайһы +35…+40 °C була. Ямғырҙар һирәк, әммә бик мул. Ғинуарҙың уртаса температураһы яҡынса −3,2 °C, термометр бағанаһы −10 ос °C һирәк төшә. Яҙ һәм көҙ көндәрендә температура +18…+22 °C араһында бәүелә, яуым-төшөм йәй менән сағыштырып ҡарағанда ғәҙәттә мулыраҡ.

Ҡалала иң һалҡын температура 1954 йылдың 20 февралендә күҙәтелде — 28,9 °C — норманан 20 градусҡа түбәнерәк. Иң юғары температура 2007 йылдың 19 июлендә теркәлде — +39,4 °C.

Ҡала климаты
Күрһәткес Ғин Фев Мар Апр Май Июн Июл Авг Сен Окт Ноя Дек Йыл
Абсолют максимум, °C 15,5 20,7 25,7 31,6 35,9 37,5 39,4 39,2 37,3 32,6 23,6 18,3 39,4
Уртаса максимум, °C 0,9 2,6 8,1 15,4 22,0 25,2 27,5 27,2 21,5 15,1 7,5 2,3 14,6
Уртаса температура, °C −1,9 −0,8 3,7 10,4 16,5 19,9 22,1 21,7 16,3 10,5 4,1 −0,6 10,2
Уртаса минимум, °C −4,3 −3,6 0,2 5,9 11,6 15,2 17,3 16,9 12,0 6,8 1,6 −2,8 6,4
Абсолют минимум, °C −28,4 −28,9 −21,1 −6,6 −1,1 3,6 7,8 5,5 −2,4 −10,8 −21,6 −22,4 −28,9
Яуым-төшөм нормаһы, мм 36 31 34 39 46 65 62 56 62 36 37 39 543
Сығанаҡ: Погода и климат
 
Кишинёв паркы кыш көнөндә

Кишинёв Европаның иң йәшел ҡалаларының береһе тип һанала. Ҡаланың бөтә урамдарында тиерлек ағастар үҫә, йәйгеһен ҡала йәшеллеккә күмелә. Кишиневта бик күп парктар һәм скверҙар, бында 50 артыҡ ағас төрҙәре, ҡыуаҡлыҡтар, лианалар үҫтерелә. Молдавия өсөн тәбиғи булғандарынан тирәк, каштан, акация, саған, тал, йүкә, миләш, ҡайын, шыршы һ.б., шулай уҡ һирәк осрай торғандарҙан — кедр ағасы, канада бундугы, глициния, артышты билдәләп китеп була. Тәбиғи үҫемлектәр яйлап яңы ултыртылғандар менән алмашына бара, улар араһында йышыраҡ каштан, платан, софора, саған, һары сейәнең декоратив формалары (черешня) осрай. Күлдәрҙе тирәләтеп һәм урамдар буйлап төрлө тирәктәр ултыртыла (пирамидаль, канада, гибрид).

Ҡала парктарында ҡоштарҙың 14 төр тирәһе һәм һыу хайуандарының 14 төрө бар. Ҡалала һуҡыр сысҡан, терпе, көҙән, һыуһар, һәм ярғанат осрай. Бынан тыш тейен һәм ялан сысҡандары бар. Ҡалаға төлкөләр һәм ҡуяндар ингән саҡтары билдәле. Ҡоштарҙың араһында күгәрсендәрҙең бер нисә төрө, һайыҫҡан, ҡарға, бараба, ҡара ҡарлуғас, ҡарабаш турғай, сыйырсыҡ, ҡарлуғас, тумыртҡа һәм турғай таралған. Һөйрәлеүселәр төрҙәре бик бай түгел. Ҡәҙимге туҙбаш, кеҫәртке, йәшел әрмәнде, күл баҡааһы, ҡәҙимге тритон һ.б. тап була. Ағастарға һәм ҡыуаҡлығтарға зыян килтереүсе ҡоротҡостар осрай: үлән бете, ҡалҡансыҡ, үрмәксе талпаны, ебәк күбәләге. Ҡайһы берҙә бик күпләп американ аҡ күбәләге һәм божья коровка килеп сыға.

Тарихи документтарҙа Кишинев тәүге тапҡыр 1436 йылдың 17 июлендә Молдавия воеводалары Илья һәм Стефан господар канцелярия башлығына яҙған грамоталарында иҫкә алына. Грамотала Реут йылғаһы эргәһендәге уларға тоғро хеҙмәттәре өсөн бүләк ителгән ерҙәрҙең сиктәре аныҡлана. Совет историографияһына ярашлы хәҙергә Кишинев урынында торлаҡ 1466 йылда молдаван господары Стефан Бөйөктөң үҙенең олатаһы бояр Влайкулға яҙҙан грамотаһында иҫкә алына. Һүҙ Албишоар ҡоҙоғо янындағы Кишинев торлағына хужалыҡ хоҡуғы тураһында бара.

Молдавияла XVI быуаттың уртаһында урынлаштырылған ғосман иҙеүе, төрөктәрҙең һәм ҡырым татарҙарының даими баҫып инеүе, һалымдарҙың үҫеү шарттарында, ҡаланың иҡтисади үҫеше бик яй темптар менән бара, ә ил XVII — XVIII быуат башында бөлгөнлөккә төшә.Башта бояр аҫабалыҡ ере , ә һуңынан 1641 йылдан — Яссы ҡалаһы монастырҙәре аҫабаһы. Кишинёв күп тапҡыр емерелгән. Татарҙарҙың Кишиневҡа иң һуңғы һөжүме 1781 йылда була, Кишиневтың үҙәгендә ошо һөжүмдең ҡорбандарына һәйкәл ҡуйылған[8].

Бессарабия губернаһы (1812—1918)

үҙгәртергә
 
1887 йылдағы Кишинёв планы

Урыҫ — төрөк һуғыштарының һөҙөмтәһендә Днестр, Прут һәм Дунай йылғалары араһындағы территория 1812 йылда Рәсәйгә күсә һәм Бессарабия тип йөрөтөлә башлай. Кишинёв ул ваҡытта Изге Гроб монастыры хужалығында була, рәсми рәүештә ҡала статусын 1818 йылда ала (беренсе примар — ҡала башлығы — Ангел Ноур) һә Бессарабия өлкәһенең үҙәгенә әйләнә, ә инде 1873 йылдан — Бессарабия губернаһы үҙәге. Рәсәйгә ҡушылыу халыҡтың ишәйеүенә, сауҙаның, шөғөлдәрҙең, мәҙәниәттең үҫешенә булышлыҡ итте.

1820 йылдың сентябренән 1823 йылдың июленә тиклем Кишиневта Петербургтан һөрөлгән А. С. Пушкин йәшәй. Бында ул урындағы "Именлек Союзы"на ингән молдаван яҙыусылары К. Стамати һәм К. Негруцци һәм декабристар (М. Ф. Орлов, В. Ф. Раевский, К. А. Охотников, П. С. Пущин һ .б..) менән яҡынлашып китә.

1821 йылда туҡымалар етештереү буйынса беренсе мануфактура ойошторола, 1831 йылда спирт-араҡы заводы төҙөлә. 1861 йылға ҡалала 100 ашыу ҙур булмаған предприятиелар иҫәптә була (емеш-йөҙөм-араҡы-күн-һабын бешереү-кирбес- черепица заводтары, тәмәке фабрикаһы һ. б.). 1871 йылда ҡалала Кишинев коммерциялы банкы асыла.

1903 йылдың 6—7 апрелендә ҡалала Рәсәй империяһы сиктәрендә иң эре йәһүд погромдарының береһе була.

1910 году Кишинёвта 10 мең тирәһе йорт (шул иҫәптән — барыһы 4 өс этажлы йорт), 142 урамдар һәм тыҡрыҡ, 12майҙан, 5 баҡса һәм скверҙар. В начале XX быуат башында бер нисә металл эшкәртеү предприятиелары (Сербов, Ланге һәм Мокану һ.б.) төҙөлә. Сәнәғәттең үҫешенә ҡаланы Дунайү Ҡара диңгеҙ порттары, Көнбайыш Европаһы һәм Рәсәйҙең үҙәк өлкәләре менән бәйләгәнтимер юлдарҙың үткәрелеүе булышлыҡ итте.

Рәсәйҙәге 1905—1907 йылдарҙағы Революция ваҡытында Кишинёвта демонстрациялар һәм сәйәси стачкалар үтә (1905 йылдың 21-22 авгусы, 17 октябре һ. б..). Совет власы Кишинёвта 1918 йылдың 1 (14) ғинуарында урынлаштырыла.

 
Спас-Преображенск соборы
 
Еңеү аркаһы
 
Изге Николай сиркәүе

1917-се йылдағы Октябрь революцияһынан һуң, 21 ноябрҙә күп һанлы халыҡ йыйылыштар барышында, шул иҫәптән Кишиневта ла, Сфатул Церий (Бессарабиялағы дәүләт власы органы) үҙенең эшмәкәрлеген башлай. Край Советы 1917 йылдың 2 декабрендә Молдавия Демократик Республикаһының иғлан итте. Шулай итеп, Кишинев МДР-ҙың баш ҡалаһы булып китә. Кишиневта яңы республиканың бөтә власть органдары төпләнә. 1918 йылдың 11 ғинуарында Ҡыҙыл армия частары бик яҡын Кишиневҡа килеп терәләләр һәм ҡаланы үҙ контроле аҫтына алырға йыйыналар, һәм Сфатул Церий ҡалаға румын хәрби частарын индерергә ҡарар итә. 1918 йылдың 27 мартында Сфатул Цэрий Бессарабияның Румынияға ҡушылыуы өсөн тауыш бирә һәм Кишинев уның составына инә. Ҡушылғандан һуң Сфатул Цэрий үҙенең эшмәкәрлеген 1918 йылдың ноябренә тиклем дауам итә.

Румыния составында (1918—1940)

үҙгәртергә
 
Кишиневта Стефан Бөйөккә һәйкәл (1928)
1919 йылдың 1 ғинуарында Кишиневта Муниципаль Консерватория асылды. 1927 йылда Теологик факультеты асылды. 1928 йылда Рәсәй императоры Александр II (скульптор А. М. Пламадялэ проекты буйынса) 1918 йылда емерелгән һәйкәле урынына ҡала паркына ингән ерҙә Стефан Бөйөккә һәйкәл урынлаштырыла. 1934 йылда Социаль фәндәре Румыния Институтының филиалы, ә 1939 йылда — муниципаль картиналар галереяһы асыла.

Был йылдарҙа ҡала халҡының һаны артмай, һәм 1940 йылдың июнендә Кишиневта барлығы 110 мең кеше йәшәй. Ҡалала йәшерен коммунистик әйәшмаһы эш итә, уны П. Д. Ткаченко, К. Сырбу, И. Фортунэ һ.б. етәкләй. Бөтә румын осороноң дауамында ойошма СССР менән ҡабаттан ҡушылыу маҡсатында хөкүмәткә ҡаршы эшмәкәрлек алып бара. Кишиневта забастовкалар, демонстрациялар, сәйәси манифестациялар үткәрелә. Был саралар бер үк ваҡытта Бессарабияның башҡа ҡалаларында ла уҙғарыла[9].

Молдавия ССР- ы (1940—1991)

үҙгәртергә
 
«Eternitate» Мемориаль комплексы

1940 йылдың 28 июнендә Бессарабия СССР-ға ҡушылдырыла; 1940 йылдың 2 авгусында Молдавия ССР-ы булдырыла; уның баш ҡалаһы итеп Кишинев һайлана. Ҡала 1940 йылдағы ер тетрәүҙән бик ҙур зыян күрә. Республика баш ҡалаһының нәҡ үҙәгендә урынлашҡан Серафим йорто (епархия йорто) тап тулыһынса емерелде.

Ҡаланың артабанғы үҫеше СССР-ға нацистик Германияның һөжүме арҡаһында туҡталып ҡала. 1941 йылдың 16 июлендә немец — румын ғәскәрҙәре Кишиневты баҫып алалар һәм ҡабаттан Румыния составына инә. 1944 йылдың 24 авгусында Ҡыҙыл Армия Кишиневты Яссы-Кишинев операцияһы барышында кире яулап ала. Хәрби ғәмәлдәр, бомбардировкалар һәм ер тетрәү ҡалаға бик ҙур зыян алып килделәр: 174 предприятие емерелгән, 70 % һуғыш алдындағы торлаҡ фонды һ.б. юҡҡа сығарылған була.

Икенсе бөтә донъя һуғышынан һуң ҡала ҡабаттан тергеҙелә һәм үҫә башлай. 1944 йылда барыһы 25 мең кеше иҫәпләнһә, 1950 йылда инде ҡалала 134 мең кеше йәшәй. 1945—1947 йылдарҙа Кишиневты реконструкциялау буйынса генераль схема раҫлана, схеманы эшләүҙә архитектор А. В. Шусев ҡатнаша. Ҡала республиканың эре сәйәси, административ, фәнни һәм мәҙәни үҙәгенә әйләнә һәм үҙенең заманса йөҙөн ала.

СССР Юғары Советы Президиумы 1966 йылдың 7 октябрҙәге Указына ярашлы Кишинев ҡалаһы Ватан алдында күрһәткән хеҙмәте өсөн, коммунизм төҙөүҙә уңыштары, сәнәғәт һәм мәҙәниәт үҫеше өсөн Ленин ордены менән наградланды.

1990 йылдың 5 июнендә МССР-ҙың Юғары Советы Молдавия ССР исемен Молдова Совет Социалистик Республикаһына исеменә алмаштырҙы.

 
Фәндәр Академияһы бинаһы
 
Совет осоронда торлаҡ йорттары
 
Штефан чел Маре бульвары

Молдова Республикаһы (1991 йылдан)

үҙгәртергә

1991 йылдың 23 майында Парламент Молдова Совет Социалистик Республикаһы исемен Республика Молдова тип үҙгәртте. 1991 йылдың 27 авгусында Молдованың бойондороҡһоҙлоғо тураһында декларация ҡабул ителде. Молдавия суверенлы дәүләт тип иғлан ителде. Кишинев баш ҡала булып ҡалды. Ҡалала өс автовокзал (Төньяҡ, Көньяҡ һәм Үҙәк), тимер юлы вокзалы, аэропорт бар. Ҡалала 25 университет һәм Молдавияның фәндәр Академияһы.

Яңы Кишинев
 
 
 

Хакимлыҡ органдары

үҙгәртергә

Примарҙар

үҙгәртергә
 
Молдавияла Парламент йорто

1990 йылда Молдавияла примар институты тергеҙелә. Кишиневтың Беренсе примары Николай Костин булды. Унан һуң — Серафим Урекян.

2005 йылда примарға һайлауҙар үткәреү буйынса 4 ынтылыш булды, әммә улар кеше килмәгәнгә күрә бойомға ашырылманы. 2005 йылдан 2007йылға тиклеммэрҙың ваҡытлыса вазифа бурыстарын башҡарыусы Василе Урсу булды ғинуар, 2007 йылдың 25 ғинуарында Василе Урсу транспорт министры итеп тәғәйенләнә, ә мэрҙың бурастарын башҡарыусыһы Вячеслав Иордан була. 2007 йылдың июнендәге һайлауҙарҙан һуң Дорин Киртоакэ мэр булып һайлана һәм уны 2011 йылдағы һайлауҙарҙа ла ошо урынында ҡалдыралар.

Кишинёв примарының 4 урынбаҫары (вице-примарҙар) бар. Хәҙерге көндә вице — примар вазифаларын Нистор Грозаву, Михай Фуртунэ, Влад Котец һәм Игорь Лупулчук биләйҙәр.

Муниципаль советы

үҙгәртергә

Кишинев муниципаль Советы (МСК) 51 кәңәшсенән тора, улар пропорциональ системаһы буйынса һайланып алынғандар. Һуңғы һайлауҙар 2015 йылдың 14 июнендә үткәрелделә һәм уларҙың һөҙөмтәһендә ошондай составтағы МСК формалаша:

Партия Советниктар һаны Советниктарҙың дөйөм һанынан %
  Молдова Республикаһы социалистар партияһы 19 37,26 %
Файл:Sigla PL.jpg Либераль партия 17 33,34 %
Европа Молдова Халыҡ партияһы 6 11,76 %
  Молдова Республикаһы коммунистар партияһы 3 5,88 %
  Беҙҙең партия 3 5,88 %
Файл:Pldm-logo.jpg Молдова Либераль-демократик партияһы 2 3,92 %
Файл:Pdm logo.gif Молдова Демократик партия 1 1,96 %

2006 йылдың ғинуар — сентябрь айҙарында Кишинёв муниципияһына 4,3 млрд лей берләштерелгән бюджет инде, был 2005 йылдың ошондай уҡ преиоды менән сағыштырмаса 33,9 % күберәк. Шул иҫәптән урындағы бюджетҡа 892 млн лей, госбюджетҡа — 1,8 млрд лей, соцфондҡа — 1,4 млрд лей, мәжбүри медицина страховкаһы Фондына — 217,6 млн лей күсерелгән[10].

2007 йылға Кишиневтың бюджеты 1 млрд 311 млн лей тәшкил итте, шул иҫәптән 1 млрд 266 млн лей — ҡаланың бюджеты, ә 45 млн лей — муниципияларға ингән ҡалған торлаҡ пункттарының бюджеты. 2007 йылдағы сығымдар килемде 19 млн лейға арттырҙылар һәм 1 млрд 330 млн тәшкил итә. Мәр вазифаһын ваҡытлыса башҡарған Василий Урсу ер биләмәләренең һәм Кишинев муниципаль советы контроль пакеты булған предприятиелар акцияларын һатыу буйынса аукциондар үткәреүҙе күҙ уңында тотоуы тураһында белдерҙе. Шулай уҡ ҡалала рекламаға хаҡтарҙың үҫеү ихтималлығы ла бар. Мәғариф өлкәһендә 2006 йыл менән сағыштырғанда сығымдар 40 % ҙурайҙы һәм 568 млн лей тәшкил итте, йәмәғәтселек хәүефһеҙлегенең тотороҡлоғона сығымдар 70,5 млн (+58 %), мәҙәниәткә — 43 млн (+27 %), коммуналь һәм торлаҡ хужалығы — 291 млн (+7,4 %), һаулыҡ һаҡлау өлкәһе — 27 млн (+80 %), транспорт һәм юл хужалығы — 20 млн лей (+11 %)тәшкил итте[11].

Административ бүленеше

үҙгәртергә
 
Дачия проспекты (Ботаника секторы)

Кишинёв Молдавияның административ бүленешендә айырым статусҡа эйә — ул бер үк ваҡытта муниципия булып тора. Кишинёв муниципияһы составына Кишинёв ҡалаһы үҙе, 6 эргә-тирәләге ҡала (Сынжера, Дурлешты, Ватра, Кодру, Вадул-луй-Водэ, Криково) һәм 13 коммуннаға (ауыл) берләштерелгән 25 торлаҡ пункттары инә. Кишинёв 5 секторға (районға) бүленгән:

Секторҙар претурҙар менән идара ителәләр (рум. preturapretura), уларҙың башында преторҙар тора (рум. pretorpretor).

 
Төнгө Кишинёв («Чеканы» районынан күренеш)

1774 йылдың халыҡтың иҫәп алыу һөҙөмтәләре буйынса Кишинёвта 600 ғаилә йәшәгән. Шул иҫәптән: 162 налог түләүсе; 110 ғаилә — урыҫтар, молдавандар һәм украиндар (һәр береҙе өстән бер өлөш); 52 ғаилә — әрмәндәр, йәһүдтәр, сиғандар, гректар, сербтар. 1812—1818 йылдарҙа Кишинёвтың халҡы 7 (600 ғаилә) 18 мең кешегә артһа, быуат аҙағына 110 мең кешегә тиклем артҡан. Ҡала халҡы электән күп милләтле булған, халыҡ һаны башлыса миграция процестары иҫәбенә үҫкән.

Брокгауз һәм Ефрондың Энциклопедик һүҙлегендә Кишиневтың халҡы эргә тирәләре менән 1894 йылда 128 218 кеше булыуы тураһында мәғлүмәт биргән, уларҙың 20 % тирәһе ҡаланан ситтә йәшәй. Халыҡтың яртыһын тиерлек молдавандар тәшкил иткән — 54 890; шунан һан буйынса: йәһүдтәр — 26 120, урыҫтар, гректар, болгарҙар, румындар, әрмәндәр, поляктар һ.б. милләттәрҙең вәкилдәре. Кишинёвта йорттарҙың һаны 1788 йылда 300 тирәһе, XIX быуат аҙағында 10 мең тиерлек.

Рәсәй империяһындағы беренсе халыҡ иҫәбе буйынса 1897 йылда ҡала халҡының һаны (эргә-тирәһеҙ) 108 483 кеше, шул иҫәптән йәһүдтәр — 49 829 кеше (45,9 %), урыҫтар (великорустар)— 29 299 кеше, молдавандар — 19 081 кеше, украиндар (малорустар) — 3393 кеше һ.б.[12].

1910 йылда Кишинёвта 127 мең кеше йәшәй, 10 мең тирәһе йорт (барыһы 4 өс этажлы йорт), 142 урам һәм тыҡрыҡ, 12 майҙан, 5 баҡса һәм сквер булған. 1897 һәм 1912 йылдарҙа халыҡ һаны 1894 йыл менән сағыштырғанда кәмерәк, сөнки урыҫ хакимдары был йылдарҙа Кишинёвтың ҡасабаларын иҫәпкә алмағандар.

1918 йылда Бессарабияны Румынияға ҡушылдырғандан һуң ҡала халҡының һаны үҫмәй, 1940 йылдың июнендә Кишиневта 110 мең кеше йәшәй.

1944 йылда румын-герман төркөмө оккупацияһынан һуң ҡалала барыһы 25 мең кеше тәшкил итә, 1950 йылға унда 134 мең кеше йәшәй. 1959 йылда Кишинёвта йәшәгән йәһүд халҡының һаны 42 900 кеше, 1970 — 49 900, 1979 — 42 400. 1960 йылда — Кишинёвта 215 мең кеше йәшәй. Ҡаланың интенсив иҡтисади һәм социаль үҫеше халыҡтың миграцион хәрәкәтсәнлегенә булышлыҡ итә. Ҡала халҡының һаны бигерәк тә республиканың ауыл халҡы иҫәбенә (60 %), шулай уҡ СССР-ҙың башҡа төбәктәренән килгән специалистар иҫәбенә лә үҫә. Мигранттар ағымы 1980 йылда 1950 йыл менән сағыштырмаса ике тапҡырға күбәйгән. Кишиневта тыуған 500-меңенсе сабыйҙы ҡала 1978 йылдың 28 майында билдәләне.

СССР тарҡалғандан һуң Кишиневта халыҡ һаны кәмей башланы. 1991 йылда ҡалала 676 700 кеше йәшәһә, 2005 йылдың башында халыҡ һаны 589 445 кеше тәшкил итте[13].

2015 йыл башына Кишинев ҡала сиктәрендә 678,2 кеше , ә муниципияла — 809,6 мең кеше (шул иҫәптән ҡала халҡы — 736,1 мең)[2], 2016 йыл башына даими халыҡ һаны[14] муниципияла — 814 147 кеше, шул иҫәптән ҡалала — 739 903 кеше тәшкил итте[15].

2014 йылдағы Молдова халыҡ иҫәбе мәғлүмәттәре буйынса Кишиневта йәшәгән халыҡ 492 894 кеше тәшкил итә[16].

Почётлы граждандар

үҙгәртергә
  • Композитор Дога Е. Д. (1937)
  • Советтар Союзы Геройы Бельский А. И.[17]
  • Советтар Союзы Геройы Жеребин Д. С.
  • Мәскәүҙең экс-мэры Лужков Ю. М.
  • Шарап яһаусы Н. В. Винцентини[18]
  • Архитектор А. О Бернардацци
  • Розалар урамынан театр етәксеһе Ю. А. Хармелин
  • Халыҡ йырҙарын башҡарыусы Зинаида Жуля[19]

Кишинев менән бәйле билдәле кешеләр

үҙгәртергә
  • Аристакисян Артур Саркисович (1961) — Рәсәй һәм молдаван кинорежиссёры, сценарист һәм оператор.
  • Баянова Алла Николаевна (Алла Николаевна Левицкая; 1914—2011) — урыҫ һәм румын йырсыһы, романстар һәм эстрада йырҙары башҡарыусыһы. Кишинёвта тыуған.
  • Мария Биешу (1935—2012) — молдаван совет опера һәм камера йырсыһы, Молдавияның халыҡ артисы, СССР-ҙың Халыҡ артисы, Кишинёв сәнғәт институтының профессоры
  • Леонид Ильич Брежнев (1906—1982) — СССР Юғары Советы Президиумы рәйесе, КПСС-тың Үҙәк комитетының Генераль секретары, 1950—52 йылдарҙа Молдавия Компартияһы Үҙәк Комитетының беренсе секретары.
  • Балан Дан (1979) — поп-йырсы, O-Zone төркөмө экс-солисы.
  • Вербицкая Лариса Викторовна (1959) — совет һәм рәсәй дикторы һәм телевидениела алып барыусы. Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы (2004)
  • Добровольский Игорь Иванович (1967) — совет һәм рәсәй футболисы, СССр-ҙың атҡаҙанған спорт мастеры, футбол буйынса 1988 йылдың Олимпия уйындары чемпионы.
  • Гольденвейзер Александр Борисович (1875—1961) — композитор, пианист, СССР-ҙың халыҡ артисы (1946)
  • Гельма, Марат Александрович (1960) — галерея рәссамы.
  • Златов Семён Владимирович (1893—1969) — румын һәм молдаван композиторы, дирижёры һәм педагогы.
  • Костенко Николай Фёдорович (1913—1993) — молдаван яҙыусыһы.
  • Крецул Олег Васильевич (1975), спортсы. 2001 йылдан дзюдо буйынса Рәсәйҙең йыйылма командаһы ағзаһы һәм Рәсәйҙең халыҡ-ара класлы спорт мастеры (2001), Рәсәйҙең атҡаҙанған спорт мастеры (2003). Күреү буйынса инвалидтар араһында Паралимпия уйындары чемпионы (2008) һәм көмөш призёры (2004). Дуҫлыҡ (2009) ордены, 2-се дәрәжә «Ватан алдында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн» ордены миҙалы (2006), Башҡортостан Республикаһының Халыҡтар дуҫлығы (2008) һәм Салауат Юлаев (2004) ордендары кавалеры[20].
  • Крючкова Светлана Николаевна (1950) — Рәсәй театр һәм кино актрисаһы, Рәсәйҙең халыҡ артисы, Кишинёвта тыуған.
  • Лункевич Сергей Александрович (1934—1995) — молдаван дирижёры, скрипкасыһы, композиторы, СССР-ҙың халыҡ артисы (1976).
  • Лотяну Эмиль Владимирович (1936—2003) — совет кинорежиссёры.
  • Лещенко Пётр Константинович — урыҫ һәм румын йырсыһы. Баласағы Кишиневта үткән.
  • Либерман Авигдор (5 июнь 1958, Кишинёв, Молдавия ССР-ы) — тышҡы эштәр элекке министры, Израилдең оборона министры 2016 йылдан.
  • Майлстоун Льюис — американ кинорежиссёры, лауреат премии «Оскар» премияһы лауреаты за легендарную экранизацию романа Ремарка — Ремарктың «На западном фронте без перемен» романы буйынса легендар экранизацияһы өсөн
  • Мильштейн Цви — рәссам.
  • Николаев Юрий Александрович (16 декабрь 1948, Кишинёв, Молдавия ССР-ы) — рәсәй теле- һәм радиола алып барыусы, Рәсәйҙең халыҡ артисы
  • Олейников Илья Львович (Илья Львович Кляверҙың сәхнә псевдонимы) (1947—2012) — рәсәй комедия жанры эстрада актёры һәм телевидениела алып барыусы, Рәсәй федерацияһының халыҡ артисы (2001), Кишинёвта тыуған.
  • Олешко Александр Владимирович (1976) — театр һәм кино рәсәй актёры.
  • Александр Плэмэдялэ (1888—1940) — бессараб скульпторы Һәм педагогы, Кишиневтың эргәһендәге Боюканыла тыуған (хәҙерге ваҡытта Кишинневтың секторы).
  • Пуришкевич Владимир Митрофанович (1870—1920) — российский политический деятель ультраправого толка, монархист.
  • Пушкин  Александр Сергеевич (1799—1837) — урыҫ шағиры, драматург һәм прозаик, урыҫ әҙәби теленең реформаторы. 1820 йылда Кишиневҡа һөргөнлөккә ебәрелә һәм бында өс йыл үткәрә.
  • Савельев Иван Владимирович (1987) — Рәсәй баскетболисы.
  • Стратан Клеопатра Павловна (2003) — билдәле молдаван поп-йырсыһы.
  • Сулак Николай Васильевич (1936—2003) — йырсы, бер нисә молдаван фольклор коллективтары солисы.
  • Тодираш Арсение (1983) — поп-йырсы, O-ZONE төркөмө экс-солисы
  • Тутышкин Андрей Петрович — урыҫ актеры («Волга-Волга», счетовод Алёша Трубышкин; «Карнавал төнө», бухгалтер; «Дүртәүҙең йөрәктәре», профессор Ершов һ.б.) һәм режиссёр («Малиновкалағы туй», «Ирекле ел»), Кишинёвта тыуған.
  • Черненко Константин Устинович (1911—1985) — СССР-ҙың Юғары Советы Президиумы Рәйесе, КПСС Үҙәк Комитеты Генераль секретары (1984 — 85), 1948—1956 йылдарҙа Молдавия КПСС Үҙәк Комитеты агитация һәм пропаганда бүлеге мөдире.
  • Шимановский Александр Ничипорович (1850—1917) — белорус этнографы; пушкинист, педагог.
  • Щусев Алексей Викторович (1873—1949) — урыҫ һәм совет архитекторы. Уның проекты буйынса Кишинёв Бөйөк Ватан һуғышы осоронда емерелгәндән һуң тергеҙелә.

Иҡтисады

үҙгәртергә

Транспорты

үҙгәртергә
 
Кишинёв аэропорты төндә
 
Тимер юлы вокзалы

Кишинёвта ҡала эсендә пассажирҙарҙы ташыу автобустар[21], троллейбустар[22], маршрут таксилары[23] менән бойомға ашырыла. Ҡала менән башҡа торлаҡ пункттары автобус, тимер юл һәм һауа бәйләнеше аша атҡарыла.

XIX быуаттың аҙағынан Кишиневта трамвай йәрәй башлай. 1913 йылда ул электр тягаһына күсерелә. 1950-се йылдар аҙағына трамвай линиялары селтәре 17 км арттырып ебәрә, ә йыл әйләнеһенә ташылған пассажирҙарҙың һаны 9 млн кешенән артып китте. 1960 -сы йылдар башында троллейбус тулыһынса трамвайҙы ҡыҫырыҡлап сығарҙы.

Беренсе троллейбус 1949 йылда Ленин проспекты (хәҙер Штефана чел Маре бульвары) буйлап тимер юлы вокзалынан медицина институтына тиклем ебәрелә. Хәҙер ҡалала 3 троллейбус паркы. Дөйөм машиналар һаны — 318 тирәһе.

Автобус бәйләнеше Кишиневта 1946 йылдың март айында индерелә. Башта ҡала буйлап ЗИС-154 маркалы автобустар йәрәй. Кишинёв автобус маршруттары менән илдең бөтә ҡалалары һәм күп кенә ауылдары, шулай уҡ Украина, Румыния, Рәсәй, Белоруссия һәм күп кенә Европа илдәре менән бәйләнгән.

Беренсе өала эсендәге маршрут таксилары линияһы 1968 йылда индерелә. Хәҙерге ваҡытта Кишиневта маршрут таксиһы иң уңайлы транспорт төрө булып тора, сөнки бөтә ҡаланы солғап алған һәм автобус — троллейбустарға ҡарағанда йышыраҡ йөрөй.

Беренсе еңел таксилар Кишиневта 1949 йылда барлыҡҡа килделәр. хәҙерге ваҡытта ҡалала 33 шәхси частных таксомотор компаниялары һәм 2 VIP-такси службалары[24]. 2012 йылдың 1 февраленән такси саҡыртыу телефон номерҙары биш знаклы һәм 14 һаны менә башланалар[25]). Алдағы перспективала урамдан тыш тиҙ йөрөтеүсе транспорт — тиҙ йөрөүсе трамвай йәки «еңел метро» булдырыу күҙ уңында тотола[26].

Архитектураһы

үҙгәртергә
 
Кишинёв Примэрияһы бинаһы

Кишинёвтың иң боронғо биналары: Мазаракий сиркәүе (1752), Константин һәм Елена сиркәүе (1777), Әрмән сиркәүе (1803), Благовещен сиркәүе (18071810), Харламбий сиркәүе (1812).

Бессарабияның 1812 йылда Рәсәйгә ҡушылыуынан һуң 1817 йылда ҡаланың үҙәге билдәләнә, беренсе тура һәм киң урамдар барлыҡҡа килде. 1834 йылда Кишиневтың генераль планы раҫланды. Киң урамдарҙың дүрт мөйөшлө селтәре Рәсәй империяһының көньяҡ ҡалаларының төҙөү принциптарына тура килә ине. 1831—1836 йылдарҙа бында Кафедра соборы һәм сиркәү манараһы күтәрелә. Һуңынан собор янында Триумф аркаһы төҙөлә.

XIX быуаттың икенсе яртыһында уҡыу һәм административ биналар төҙөлә, применялись элементы византия, роман һәм готик архитектура, шулай уҡ молдаван төҙөү сәнғәте элементтары ҡулланыла Йорттарҙың күп өлөшө элеккесә бер этажлы булып ҡала. 1862 йылда урамдарға суйырташ түшәҙе башлайҙар. Кишинёвты төҙөкләндереүгә А. О. Бернардацци булышлыҡ итә. XIX быуат аҙағында Кишинёв 5½ саҡрым оҙонлоҡтағы һәм 4 саҡрым киңлектәге дөрөҫ булмаған фигуралы 660 дисәтинә ер биләй. XIX быуат башында ҡала думаһы (хәҙер Примэрия), округ суды (тимер юл идаралығы), ҡала банкы (орган залы), крайҙы өйрәнеү музейы биналары.

1919—40 йылдарҙа Кишинёвта ҙур булмаған кирбестән һәм эзбисташтан өйҙәр төҙөлгән. Бөйөк ватан һуғышы йылдарында 70 % ашыу ҡала торлаҡ фондын юғалта.

Һуғыштан һуңғы йылдарҙа А. В. Щусев етәкселегендәге генераль план (1947) буйынсаЛенин проспекты, реконструкциялана, Йәштәр проспекты һәм Негруцци бульвары һалыналар, административ биналар, шул иҫәптән МССР-ҙың хөкүмәт Йорто, төҙөлә, Вокзал майҙаны төҙөлөп бөтә. Кишиневта яңы сәнәғәт райондары барлыҡҡа килә: Яңы Чеканы, Скулянка һ.б. 1955-70 йылдарҙа яңы торлаҡ райондары үҫеп сыҡты: Рышкановка, Ботаника, Боюканы һ. б. Күп кенә һәйкәлдәр ҡуйыла. Ҡала үҫешендә хәл иткес этәргес көс булып 1971 йылдың СССР Совминдың «Кишинев ҡалаһының артабанғы үҫеше буйынса саралар тураһында» ҡарары тора. Ҡалаға ул ваҡытта союз фондтарынан миллиардҡа яҡын аҡса бүленә. 1980 йылдар уртаһында ҡала үҙәген планлаштырыу проектына конкурс иғлан ителә. Совет Союзының тарҡалыуы масштаблы төҙөлөштәрҙе тормошҡа ашырыуға ҡамасаулай.

Молдавия үҙаллыҡ яулағандан һуң Кишиневта төҙөлөш туҡталып ҡалды. Әммә ваҡыт үтеү менән сиркәүҙәр тергеҙелә, ҡиммәтле квартиралы элиталы йорттар һәм зиннәтле особняктар төҙөлә башланы. Измаил урамы киңәйтелә, «Төньяҡ» вокзалы төҙөлә, тимер юлы вокзалы реставрациялана, күп төрлө магазиндар һәм офис биналары төҙөлә. 2006 йылдың октябрендә Кишиневтың майҙанын киңәйтеү һәм заманса инфраструктура, бизнес-үҙәктәр һәм күп һанлы юл сиселештәре булған яңы секторҙар (Будешты-2 һәм Яңы Ставчены) төҙөү тураһында ҡарар ҡабул ителә. Шулай уҡ ете йыл эсендә Кантемир проспектын яңыртыу планлаштырылған. Кишинев шулай уҡ Европала иң оҙон урам эйәһе — Мунчешт шоссеһы (молд. Șoseaua Muncești).

 
МВД бинаһы
 
Котовскийға һәйкәл
 
Почтамт бинаһы
 
 
 

2005 йылдың аҙағына Кишинев муниципияһында Кишинев 25 меңдән артыҡ баланы тәьмин итерлек 146 балалар баҡсаһы эшләй. 158 университетҡа тиклемге учреждениеларҙа 96 меңдән ашыу бала уҡый. Ҡалала 60 лицей, 40 урта мәктәп, 19 гимназия, 15 мәктәп-балалар баҡсаһы, 14 башланғыс белем биргән мәктәп, 7 махсуслаштырылған һәм 3 киске мәктәп, шулай уҡ 27 мәктәптән тыш учреждениелары (спорт мәктәптәре, балалар ижад үҙәктәре) бар. 2005 йылда һәр уҡыусыға йыл сығымы 1256 лей тәшкил итте (2006 йылда был һан 300 лейға артырға тейеш)[27].

Мәҙәниәт һәм сәнғәт

үҙгәртергә

Театрҙар

үҙгәртергә
 
Кишинев опера һәм балет театры
 
«Зимбру» стадионы
  • Молдова Республикаһы опера һәм балет Милли театры
  • М. Эминеску исемендәге Кишинев милли драма театры (1988 йылға тиклем — «А. С. Пушкин исемендәге Молдавия дәүләт Хеҙмәт Ҡыҙыл Байрағы музыкаль-драма театры»)
  • А. П. Чехов исемендәге Дәүләт урыҫ драма театры
  • «Luceafarul» Республика театры
  • «Розалар урамынан» Дәүләт йәштәр драма театры
  • «Сатирикус И. Л. Караджиале» муниципаль театры
  • «Eugene Ionesco» театры
  • «Ginta Latină» театры
  • «Olga Guțu» театры
  • «А. Матеевич» театры
  • «Гугуцэ» театры
  • «Licuric» Дәүләт ҡурсаҡтар театры

Фестивалдәр

үҙгәртергә
 
Орган залы
  • Орган залында йыл һайын үтә торған «Мэрцишор» Халыҡ-ара музыкаль фестивале концерттары үтә[28], фестиваль 1966 йылда ойошторола, Ҡала банкы бинаһы рекнструкцияланғанға тиклем, 1978 йылда был бина Орган залына әүрелә[29]).
  • Кишинев һәр йыл «Мария Биешу саҡыра» («Vă invită Maria Bieşu») халыҡ-ара опера һәм балет сәнғәте фестивале уҙа. Фестиваль беренсе тапҡыр 1990 йылда үткәрелде, уның ойоштороусыһы билдәле молдаван опера йырсыһы Мария Биешу була. Йыл һайын Рәсәй, Украина, Болгария, Италия, Франция, Австрия, АҠШ һәм башҡа илдәрҙән иң яҡшы опера йырсылары, балет солистары, дирижерҙар Кишиневҡа ошо фестивалдә ҡатнашыр өсөн килә.
  • 2001 йылдан Кишинета «Хронограф» документаль кино фестивале үтә. Фестиваль сиктәрендә төрлө илдәр режиссерҙары төшөргән документаль фильмдарҙы күрһәтеү ойошторола, шулай уҡ иң яҡшы эштәрҙе баһалау ойошторола. Фестиваль «TV 5 Monde» телеканалы һәм ПРООН Молдова тарафынан OWH TV Studio һәм кинематографистар Союзы менән берлектә ойошторола.
  • 2000 йылдан башлап Франция мәҙәниәте Көндәре сиктәрендә Молдовала Кишинев кинотеатрҙарында йыл һайын «TV 5 Monde» телеканалы һәм Канада илселеге патронажы аҫтында француз киноһы фестивале уҙғарыла.
  • 2001 йылдан һәр сентябрь айында ҡалала «Ethno-Jazz» фестивале үткәрелә, унда Молдавия, Рәсәй, Израиль, Польша, Германия, Һиндостан һәм башҡа илдәрҙең джаз коллективтары сығыш яһай.
  • 2004 йылда «Старый мельник» беренсе рок-фестивале үтте һәм ошо ваҡыттан йыл ваҡиғаһы булды. Фестивалде Молдавия һәм Рәсәй һыра компаниялары ойоштора. Фестивалгә Рәсәйҙән һәм Молдавиянан «Ва-БанкЪ», «Сплин», «Браво», «Ногу свело», «Пилот», «Ночные снайперы», «Конец фильма» рок-коллективтары саҡырыла. 2006 йылда фестивалдә 40 меңгә яҡын кеше килгән.
  • 2004 йылдың 25 сентябренән 1 октябргә тиклем Кишиневта БДБ дәүләттәре — ҡатнашыусыларының Икенсе йәштәр Дельфий уйындары уҙҙы. Уйындарҙа БДБ -ның 11 дәүләт — ҡатнашыусыларынан 1000 ашыу 10 йәштән 21 йәшкә тиклем дельфийлар ҡатнашты.

Телевидение

үҙгәртергә
 
Кишинев телевизион вышкаһының күренеше

1958 йылдың30 апрелендә молдаван радиоһы эфирға сыға (хәҙерге «TVM»). 1988 йылдың март айында эксплуатацияға Страшен РТПҮ индерелә, ошо үҙәктән әлеге көнгә тиклем Кишинев һәм уңын тирә-яҡтарына каналдарҙың радиотапшырыуҙары алып барыла. Хәҙерге ваҡытта телепрограммалар Страшендарҙан 100—120 км ашыу радиуста ҡабул ителә.

1990 йылдың октябренән Кишиневта телевидение «TVR-1» румын телевидениеһының беренсе программаһы ретрансляцияһы башланды. 1992 йылдың 1 ғинуарында Рәсәй телевидениеһының ретрансляцияһы (элекке СССР ТВ-ның бөтә союз икенсе программаһы) туҡтатылды. 1992 йылдың 1 февралендә «TVR-1» румын каналы «Останкино-1» каналына, ә «Останкино-1» каналы элекке икенсе программа урынына күсерелә. 1993 йылдың март айында Кишиневта «TV5-Europe» француз телеканалы ретрансляциялана башлай.

1994 йылда Кишиневта"Еврокабель" кабель селтәре эшен башлай, уның хужаһы — молдаван — румын берлектәге предприятиеһы. Башта 8 телеканал булдырылды, һуңынан уларҙың һаны 20-нән ашып китте. 2000 йылға кабель селтәре ҡала территорияһын тулыһынса ҡапланы.

1995 йылда MMDS системаһы буйынса эфир тапшырыуҙарын алып барған «SunTV» молдаван-американ компанияһы булдырыла. 1996 йылдың декабрендә «SunTV» үҙенең төп конкурентын («Еврокабель») йота. Хәҙерге ваҡытта . Хәҙерге ваҡытта «Sun TV» 21, 24, 42, 63 һәм 68 телеканалдарынан кабель һәм эфир пакеттарын тәҡдим итә.

1995 йылдың май айында Кишиневта «ВТВ» каналының техник тапшырыуҙары башланды, ә сентябрҙә «ВДВ» «ТВ6- Мәскәү» программаһын күрһәтә башлай. 14 октябрь, 1997 йылдың 14 октябрендә «NIT» телекомпанияһы «ТВ6- Мәскәү» программаһын һәм үҙенең программаларын күрһәтә башлай.

1995 йылдың авгусында «Каталан ТВ» телекомпанияһы эшен башлай.

1999 йылдың июлендә Кишиневта «PRO TV» румын телеканалы тапшырыуҙарын башлай. Студияның антеннаһы Кишинев телеүҙәгенең манараһында (башня) урынлаштырыла. Студияның хужаһы — «MEDIAPRO» молдаван-румын берлектәге предприятиеһы.

1999 йылдың авгусында Ботаника районындағы бик бейек бинанан «Телеканал 26» тапшырыуҙарын башлай. 2000 йылдың декабрендә Кишиневта һәм Молдавияның башҡа ҡалаларында «Муз-ТВ» Рәсәй музыкаль каналы күрһәтә башлай. 2001 йылдың 21 февралендә «Catalan TV» каналы үҙ эшен туҡтата.

Бөгөнгө көндә Кишиневта метрлы диапазонда «Moldova-1» (3 ТВ), «TV5-Europe» (8 К) һәм «2 Plus» (11 ТВ) каналдары эшләйҙәр. Дециметр диапазонында «Euro-TV Chisinau» (23 ТВ), «СТС-МЕГА» (26 ТВ), «Prime» (30 Т), «PRO TV Chisinau» (37 ТВ), «ТВ» (43 СӨ ТВ), «I. N. T. Тапшырыуҙары юҡ» (49 ТВ), «N4» (51 ТВК) һәм «Realitatea Tv» (53 ТВК) каналдары ташырыуҙар алып бара. 61 һәм 58 частоталы каналдарҙа DVB-T цифрлы пакетының һынау тапшырыуҙары бара. Пакет составына «Prime», «PRO TV Chisinau», «ТВ», «TVC-21», «Муз-ТВ» һ.б. төп баш ҡала эфир радио һәм телеканалдары инә[30].

Шулай уҡ ҡалала эшләй «Alfa TV», «Satelit ТВ», «Альтернатив ТВ» һәм «Sun TV» һ. б эфир-кабель селтәрҙәре эшләй[31].

Цифрлы телевидение

үҙгәртергә

2007 йылдың декабрь башында «Arax» телекоммуникацион операторы Кишиневта «ZEBRA» беренсе кабелле телевидениеһының цифрлы селтәрен эшләтеп ебәрҙе[32]. Бер үк ваҡытта тиерлек «Arax» менән ҙур кабель операторы телевидениеһы «SUN TV» кабель телевидениеһының иң эре операторы шулай уҡ цифрлы тапшырыуҙарын башланы[33].

Кишинев ҡалаһында (2015 йылдың 4 февралендәге мәғлүмәттәргә ярашлы) FM (87.50 — 108.00 МГц 50 кГц йышлыҡ менән) һәм УКВ (65.81 — 74.00 МГц 30 кГц йышлыҡ менән) диапазонлы радиостанциялар исемлеге.

МГц йышлығы

Радиостанция

МГц йышлығы Радиостанция
66.44 *Биләнмәгән йышлыҡ 96,7 Радио Алла (Молдова)
69.44 Бәләкәй Самаритян 97,2 Radio Plai
71.00 *Биләнмәгән йышлыҡ 97,7 Маэстро FM
71,57 Vocea Basarabiei 99.7 Radio Noroc
87.6 Стилле Радио 100,1 Jurnal FM
88.0 Муз FM (Молдова) 100,9 Kiss FM (Молдова)
88.6 Megapolis FM (Молдова) 101,3 Радио Спорт (Молдова)
89,1 Ретро FM (Молдова) 101,7 Хит FM (Молдова)
89,6 Radio Chișinău 102,7 Radio 21 (Молдова)
90,7 Aquarelle FM 103,2 АвтоРадио (Молдова)
91,1 Super Radio 103,7 POLI DISC — Яңы радио
91,6 National FM (Moldova) 104,2 Бәләкәй Самаритян
92,1 Publika FM 104,7 Datina FM
92,8 Univers FM 105,2 Радио 7
93,3 Radio ZUM 105,9 Fresh FM
94,0 Молдова радиоһы 106,4 Европа-плюс Молдова
96,2 Discovery FM 106,9 PRO FM

Иҫкәрмә: Ҡайһы бер радиостанциялар үҙ эфир ваҡытында башҡа радиостанциялар тапшырыуҙарын күрһәтә ала.

 
Бессарабия радиоһы 1940 йылда

Матбуғаты

үҙгәртергә

Хәҙерге ваҡытта Кишиневта түбәндәге баҫмалар сыға: «Кишинев яңылыҡтар», «Кишинев күҙәтеүсеһе», «Коммерсант PLUS», "Комсомольская правда « Молдовала», «Труд 7 Молдовала», «Маклер», «Молдавия ведомостары», «Бойондороҡһоҙ Молдова», «Иҡтисади күҙәтеү», «Кишинев журналы», «Сэптэмына», «Тимпул», «Флукс» һәм башҡалар.

Журналистика бойондороҡһоҙ Үҙәге Молдавия матбуғатының интернет-вәкиллектәре исемлеген яҡлай[34].

Кинотеатрҙары

үҙгәртергә

Беренсе кинокүрһәтеүҙәр Кишиневта 1897 йылда Дворян клубында уҙған. Хәҙерге ваҡытта был урында "Патрия-Чентру"кинотеатры урынлашҡан. Бына нисек итеп үҙенең мемуарҙарында Люмьерҙар фирмаһы вәкиле Феликс Масгиш яҙып ҡалдырған[35]:

В Кишинёве я снял однажды учения нескольких эскадронов, находящихся под командованием генерала французского происхождения — принца Луи Наполеона. Заключительная атака: всадники с пиками наперевес галопом проезжают мимо оператора. Через несколько шагов, по команде принца его высоко поднятой саблей, они резко останавливаются. В этот вечер в Дворянском клубе было гала-представление. Я демонстрирую эту впечатляющую сцену, принц Луи Наполеон поздравляет меня: «Воспроизведя наши утренние маневры в тот же день, — сказал он, — вы совершили чудо своим смешным ящиком».

1906 йылдың ноябренән Кишиневта даими рәүештә ҡәҙимге йорттарҙа кинокүрһәтеүҙәр үткәрелә башлай, ә 1912 йылда беренсе махсус йыһазландырылған «Орфеум» кинотеатры асылған. МССР булдырылғандан һуң кинотеатрҙар селтәре күпкә киңәйә. 1980 -се йылдарға ҡалала түбәндәге кинотеатрҙар эшләй:

  • «Патрия»,
  • «Флакэра»,
  • «Көндөҙгө»,
  • «Бируинца»,
  • «Андриеш»,
  • «Осҡон»,
  • «ВЛКСМ-ға 40 йыл»,
  • «Шипка»,
  • Ткаченко исемендәге кинотеатр,
  • «Москова».

Һуңғыһы 2002 йылда концерт-күңел асыу комплексы итеп реконструкцияланған.

Бөгөнгө көндә

үҙгәртергә
 
Кинотеатр «Патрия-үҙәге», 2006 йыл.
  • «Патрия-Дотянул» (Patria-Emil Loteanu) — Молдавияның төп кинотеатры, 600 һәм 140 урын, ике зал. Кишинев үҙәгендә урынлашҡан. 2012 йылдың октябрендә ябылған[36].
  • «Патрия-Мультиплекс» (Patria-Multiplex) — Кишиневтың ҙур кинотеатры, алты кинозал.
  • «Патрия-Рышкановка» (Patria-Rîşcani) — «Патрия» селтәре кинотеатры (420 урын), Рышкановка районы.
  • «Одеон» (Odeon) — Кишинев үҙәгендәге кинотеатр. Бында ғәҙәттә төрлө милли кино фестивалдәре үтә.

Сәнғәттә

үҙгәртергә

Беренсе тапҡыр Кишинев тарихи документтарҙа Кишинев 1436 йылдың 17 июлендә Молдавия воеводалары Илья һәм Стефан грамотаһында телгә алына. Һуңыраҡ был ҡала тураһында мәғлүмәттәр Мирон Костинда, П. Алеппский һәм Марко Бандини (XVII быуат) юл яҙмаларында, Дмитрий Кантемирҙың "Молдавия тасуирламаһы"нда (XVIII быуат башы) осрайҙар. Кишинев XVIII быуаттағы урыҫ-төрөк һуғыштары ҡатнашыусылары хәтирәләрендә йыш иҫкә алына.

1812 йылда Бессарабияның Рәсәйгә ҡушылғанынан һуң төбәктең тарихына һәм тормошона, айырып әйткәндә, баш ҡала булып киткән Кишиневҡа ҡарата йәмәғәтселетең ҡыҙыҡһыныуы бермә-бер арта. Кишиневтың күп һанлы тасуирламалары барлыҡҡа килә, улар араһында М. Драган, П. Куницкий, А. Защук һәм П. Свиньян эштәрен билдәләп үтергә була. 1820 -сы йылдарҙ башындағы ҡала, уның халҡының көнкүреше һәм ғәҙәттәре тураһында ҡиммәтле тәьҫирҙәрен үҙенең «Бессарабия өлкәһенең хәҙерге торошо» һәм «Бессарабияның торошона ҡайһы бер иҙкәрмәләр» исемле хеҙмәттәрендә Бессарабия губернаторы Ф. Ф. Вигель ҡалдырған. 1820-се йылдарҙа Кишиневта декабристар Орлов, Раевский, Пущин һәм башҡалар йәшәгәндәр. Раевский ҡала тарихы менән бик ныҡ ҡыҙыҡһына, был уның эштәрендә лә сағылыш тапҡан («Кишиневтағы кис» мәҡәләһе һ.б.) . 18201823-се йылдарға бында Пушкин һөргөндә була. Үҙенең хаттарында һәм шиғырҙарында ул биҙәкле итеп юғары кишинев йәмғиәтенең ғәҙәттәре һәм көнкүреше тураһында тасуирлай («Мой друг, уже три дня…», «Раззевавшись от обедни…», «Генералу Пущину» һ.б.) Ҡаланан киткәндән һуң ул күп тапҡыр бик йылы итеп ҡала тураһында Жуковскийға, Вяземскийға һ.б. Кишиневта булған саҡта Пушкин йөҙгә яҡын шиғыр яҙған һәм «Евгений Онегин» романын башлаған[37].

Кишинев 1830-сы—50-се йылдарҙа Кишиневтың тасуирламаһын "1840 йылға Одесса альманахы"нда баҫылған Н. И. Надеждиндың «Бессарабия буйлап прогулкала йөрөү» әҫәрендә, А. Голумбиевскийҙың "1841 йылда Көньяҡ Рәсәй буйлап сәйәхәт итеүсенең көндәләге"ндә, 1848 һәм 1855-1856 йылдарҙа ҡалала булып киткән И. С. Аксаковтың хаттарында, шулай уҡ Л. Н. Толстойҙың хаттарында (Толстой Кишиневта Ҡырымға китешләй 1854 йылдың сентябрендә була һәм Ҡырым кампанияһынан һуң бында ике ай тиерлек йәшәй) табып була.

Кишиневҡа бағышланған иң боронғо музыкаль әҫәрҙәрҙең береһе — фортепьяно менән оркестр өсөн өсөн яҙылған XIX быуаттың уртаһында композитор А. Хлебовский ижад иткән «Кишинев карнавалы» концерты.

Кишинев тураһында иң билдәле йыр — «Днестр көйҙәре» фильмынан композитор Е. Д. Доганың Г. Водэ һүҙҙәренә яҙылған «Минең аҡ ҡалам» 2007 йыл 27 сентябрь архивланған. йыры (был йырҙың көйөн Примэрия бинаһындағы сәғәттең куранттары уйнай)[38]). Бынан тыш Евгений Дога Кишинев тураһында «Ҡала йырлай» (1967) исемле йырҙар йыйынтығын төҙөй һәм Кишиневҡа «Ҡала ритмдары» оркестр өсөн музыкаль пьесаһын бағышлай (1970).

Легендар молдаван төркөмө «Cuibul» лидеры Игорь Дынга һәм хәҙерге ваҡыттағы "Здоб ши здуб"тың продюсеры «Помидор» (1998) альбомында Кишинёв ҡалаһына «Һаумы, минең ҡалам!» йырын бағышлай. 2015 йылдың июнендә ул яңы составта был йырын ҡабатланы[39].

Кинематограф

үҙгәртергә

Беренсе кинояҙыу Кишиневта 1897 йылда Люмьерҙар фирмаһы вәкиле Феликс Масгиш тарафынан эшләнгән. Был фильм һаҡланмаған. «Кишиневта Бессарабияның Рәсәйгә ҡушылыу айҡанлы тантаналар» кинохроника 1912- се йыл менән даталанған.

Совет осоронда Кишинев тураһында бик күп нәфис һәм документаль фильмдары төшөрөлдө.

Кишиневты күрһәткән нәфис фильмдар:

  • 1960 — Ҡала сиктәренән тыш (фильм)
  • 1961 — Кеше ҡояш артынан бара (фильм)
  • 1963 — Урам тыңлай (фильм)
  • 1980 — Ҙур-бәләкәй һуғыш
  • 1981 — Июнь рубежы (фильм)
  • 1993 — Устар (фильм, 1993, Рәсәй)
  • 1997 — Ҡаҡлығыу (фильм, 1997, Рәсәй, Молдова)
  • 2006 — Ҡуян төпкөл өҫтөндә
  • 2010 — Бессарабияла туй
  • 2010 — Котовский (телесериал)

Халыҡ-ара мөнәсәбәттәр

үҙгәртергә
"Үҙәк" районының көньяҡ өлөшө төнгө панорамаһы

Кишинев түбәндәге халыҡ-ара программалары һәм берләшмәләре ағзаһы булып тора:

  • Ҡара диңгеҙенең бассейны илдәре баш ҡалалары ассоциацияһы
  • Баш ҡалалар һәм эре ҡалалар Халыҡ-ара Ассамблеяһы
  • Ассоциация Европа төбәктәренең Ассоциацияһы
  • Француз телендә һөйләшкән ҡалалар Ассоциацияһы
  • Көньяҡ — Көесығыш Европа мэрҙарының Конференцияһы
  • Наркотиктарға ҡаршы мэрҙарҙың Ассоциацияһы

Кишиневта түбәнге халыҡ-ара ойошмаларҙың вәкиллектәре эшләй:

  • Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы үҫеше Программаһы (ПРООН)
  • Европа Советы миссияһы Молдавияла
  • Ҡасаҡтар эштәре буйынса Юғары комиссарҙың Идаралығы (УВКБ ООН)
  • БМО-ның балалар фонды (ЮНИСЕФ)
  • Халыҡ-ара банкы
  • Халыҡ-ара валюта банкы
  • ОБСЕ миссияһы
  • TACIS—Moldova

Илселектәр

үҙгәртергә
Ил Илсе Адресы Телефоны Сайты
  Әзербайжан Намиг Алиев Mihail Kogălniceanu, 64 23-22-77 [1] 2009 йыл 22 сентябрь архивланған.
   Белоруссия Вячеслав Осипенко Mateevici, 83/1 60-29-70, 23-83-00 [2] 2016 йыл 6 март архивланған.
  Болгария Николай Илиев Bucureşti, 92 23-89-10
  Бөйөк Британия Джон Байер (John Beyer) N. Iorga, 18 22-59-02 [3] 2010 йыл 29 ноябрь архивланған.
  Венгрия Дьёрдь Варга (György Varga) Ştefan cel Mare, 131 22-34-04, 22-77-86 [40]
  Германия Ulrike Knotz str. A.Mateevici, 82 20-06-00, 20-06-01 [4]
  Израиль Константин Березовский Şciusev, 104 54-42-82
  Ҡытай Jianwei Gong Mitropolit Dosoftei, 124 29-59-60 [5]
  Польша Артур Михальский (Artur Michalski) Grenoble, 126A 28-59-50 [6] 2010 йыл 26 июнь архивланған.
  Рәсәй Федерацияһы Фарит Мубаракшевич Мухаметшин Ştefan cel Mare, 153 23-49-41/45 [7] 2006 йыл 16 июнь архивланған.
  Румыния Мариус Лазуркэ (Marius Lazurcă) Bucureşti, 66/1 22-81-26 [8]
  АҠШ Уильям Моузер (William H. Moser) Alexei Mateevici, 103 40-83-00 [9] 2014 йыл 3 ғинуар архивланған.
  Швеция Ханс Лундквист (Hans Lundquist) Banulescu-Bodoni, 57/1 23-29-83
  Төркиә Ahmet Ferit ÜLKER V. Cupcea, 60 50-91-00
  Украина Сергей Пирожков (Сергій Пирожков) V. Lupu, 17 58-21-51 [41]
  Италия Энрико Нунциата (Enrico Nunziata) Vlaicu Pîrcalab, 63 26-67-20
  Франция Edmond Pamboukjian Vlaicu Pîrcalab, 6 20-04-00 [10] 2002 йыл 2 июнь архивланған.
  Литва Mindaugas Kacerauskis I. Vasilenco 24/1 22543194
  Чехия Jaromír Kvapil Moara Roşie, 23 20-99-42 [42]

Туғандаш ҡалалар

үҙгәртергә

2013 йыл торошона Кишиневтың 16 туғандаш ҡалалары бар[43][44]:

Вебкамералар

үҙгәртергә

Шулай уҡ ҡарағыҙ

үҙгәртергә
  • Кишинев музейҙары
  • Кишинев һәйкәлдәре

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Население Республики Молдова по возрасту и полу в территориальном аспекте на 2010 год. Лист 12.
  2. 2,0 2,1 Численность постоянного населения Республики Молдова на 1 января 2015 года в территориальном разрезе // Национальное бюро статистики Республики Молдова : Пресс-релиз. — Кишинёв, 14.03.2015.
  3. Resurse de numerotare atribuite | ANRCETI 2012 йыл 3 ноябрь архивланған.
  4. В.Г. Фоменко. Ещё о топониме Кишинёв // Ономастика. — 1969.
  5. Т.М. Обалдуева. Курганы эпохи бронзы на р. Когильник // Изв. Молдавск. филиала АН СССР. — Кишинёв, 1955, №5 (25), стр. 48.
  6. Конституция Республики Молдова на русском языке; Статья 14 — Столица 2010 йыл 20 август архивланған.
  7. gramota.ru, О написании названий государств — бывших республик СССР и их столиц. Распоряжение Администрации Президента Российской Федерации от 17 августа 1995 г. № 1495 2012 йыл 12 февраль архивланған.
  8. Утраченные церкви Кишинёва. allfun.md. Дата обращения: 10 декабрь 2015. 2015 йыл 22 ноябрь архивланған.
  9. История Республики Молдова. С древнейших времён до наших дней = Istoria Republicii Moldova: din cele mai vechi timpuri pină în zilele noastre / Ассоциация учёных Молдовы им. Н. Милеску-Спэтару. — изд. 2-е, переработанное и дополненное. — Кишинёв: Elan Poligraf, 2002. — С. 198—199. — 360 с. — ISBN 9975-9719-5-4.
  10. Краковская В. Растут налоговые поступления в муниципальный бюджет Кишинёва // Salut.Md.
  11. Лупан А. В 2007 году Кишинёв не разбогатеет… // Комсомольская правда в Молдове. — 30.12.2006.
  12. Всё о Бессарабии.
  13. Национальное бюро статистики Республики Молдова. Население по типу местности, населённым пунктам и полу, в территориальном разрезе (2005). Дата обращения: 2 октябрь 2013.
  14. Постоянное население — численность лиц, постоянно проживающих на данной территории, включая временно отсутствующих.
  15. Численность постоянного населения Республики Молдова на 1 января 2016 года в территориальном разрезе по полу и возрасту // Национальное бюро статистики Республики Молдова : Пресс-релиз. — Кишинёв, 07.04.2016.
  16. http://www.statistica.md/public/files/Recensamint/Recensamint_pop_2014/Nota_informativa_Preliminare_Recensamint_2014.pdf
  17. bessnews.ru: Киртоакэ обещал рассмотреть вопрос улицы Бельского 2012 йыл 6 ноябрь архивланған.
  18. Королева Н.С. Винцентини Николай Викентьевич -1893 (2002). Дата обращения: 11 февраль 2013. Архивировано 15 февраль 2013 года.
  19. Зинаида Жуля стала Почетным гражданином муниципия Кишинев
  20. Башҡорт энциклопедияһы — Крецул Олег Васильевич(недоступная ссылка) (Тикшерелеү көнө: 19 май 2020)
  21. Схема и расписание автобусных маршрутов Кишинева
  22. Схема и расписание троллейбусных маршрутов Кишинева
  23. Расписание маршрутных такси Кишинёва
  24. Все службы такси в Кишинёве — такси Молдова
  25. terra.md: Телефоны кишиневских таксопарков 2017 йыл 18 ғинуар архивланған.
  26. В Кишиневе с помощью Белоруссии планируется внедрить «лёгкое метро» и запустить скоростные трамваи. 2018 йыл 12 декабрь архивланған. // Сайт РосБизнесКонсалтинг, 22.03.2011
  27. Наталья Устюгова. Столичная школа как она есть // Независимая Молдова. — 19.10.2005.
  28. В Органном зале музыка играет 2010 йыл 9 сентябрь архивланған. (недоступная ссылка — история) // Сайт газеты «Независимая Молдова», 14.05.2008
  29. Бюджет фестиваля «Мэрцишор» урезали в восемь раз 2010 йыл 8 сентябрь архивланған. (недоступная ссылка — история) // Сайт Наш дом — Кишинёв, 02.03.2010
  30. Каналы Молдовы — телепрограмма 2012 йыл 15 август архивланған.
  31. frocus.net
  32. ZEBRA TV: Первое цифровое ТВ в Кишиневе!(недоступная ссылка) // Сайт «Архив КП в Молдове» 2008 йыл 6 июль архивланған., 06.12.2007
  33. Цифровая революция в телевидении.(недоступная ссылка)
  34. Centrul pentru Jurnalism Independent 2007 йыл 1 июль архивланған. (недоступная ссылка — история)
  35. Виктор Андон. Люди со смешными ящиками // Независимая Молдова. — 28.10.2005.
  36. (видео) Депутаты решили запретить рекламу в кинотеатрах. vesti.md (5 октябрь 2012). Дата обращения: 22 июнь 2013. Архивировано 24 июнь 2013 года.
  37. Трубецкой Б. А. Пушкин в Молдавии. — Киш.: Литература артистикэ, 1990.
  38. Примэрия города 2010 йыл 13 декабрь архивланған. // Сайт Кишинёв — столица Республики Молдова
  39. Cuibul - Orasul (official video Director's Cut) (Jun 11, 2015).
  40. Навигация 2016 йыл 29 сентябрь архивланған.
  41. Посольство Украны в Республике Молдова
  42. Посольство Чешской Республики в Молдове
  43. Oraşe înfrăţite (рум.). Дата обращения: 16 октябрь 2012.(рум.). 16 октябрь 2012 тикшерелгән.
  44. Адриан Панку. Узнай побратимов самых крупных населённых пунктов Молдовы. Tribuna.md (23 октябрь 2013). Дата обращения: 19 май 2014. 2014 йыл 19 май архивланған.
  45. Ашдод и Кишинев стали городами-побратимами
  46. Подписано соглашение о побратимстве Кишинева с Черновцами, point.md (14 октябрь 2014). 21 октябрь 2014 тикшерелгән.

Топографик карталар

үҙгәртергә
  • Şlapac M., Boldureanu A., Nicolae E., Iurcenco N., Râbalco E. Chişinău. — Velmas-Terra Ruxanda, 1996.
  • История Кишинёва. — Киш., 1966.
  • Константинов А. С. Кишинёв. — Киш., 1966.
  • Одуд А. Л. Кишинёв (Экономико-географический очерк). — Киш., 1964.
  • Ульянов В., Пилат И. Исторические и памятные места г. Кишинёва. — Киш., 1957.
  • Юбилейный сборник г. Кишинёва, 1812-1912. — Киш., 1914.
  • Кишинёв — Ҡыҫҡа йәһүд энциклопедияһынан (рус.)
  • Кишинёв. Энциклопедия = Chişinău, Enciclopedie. — Кишинёв: Museum, 1997. — ISBN 9975-906-16-8.
  • Кишинёв: Энциклопедия / Гл. ред. А. И. Тимус; Ред. коллегия: В. С. Зеленчук, С. Б. Лебедев, А. А. Коренев и др. — Кишинёв: Главная редакция Молдавской Советской Энциклопедии, 1984. — 576 с. — 30 000 экз. (пер.)

Һылтанмалар

үҙгәртергә