Таһир
Таһир — башҡорт ир-ат исеме. Башҡа төрки халыҡтарҙа ла Таһир исеме бар. Был исем борондан килә, хатта ислам дине тарихының оҙонлоғо менән тура килерлек. Таһир исеме татарҙарҙа, башҡорттарҙа, үзбәктәрҙә, ҡырғыҙҙарҙа, Кавказ халыҡтарында йыш осрай.
Таһир | |
ғәр. طاهر | |
Әҫәрҙең теле | Ғәрәп теле һәм Төрөк теле |
---|---|
Яҙыу | ғәрәп яҙыуы[d] |
Фамилия с идентичным написанием | Tahir[d] |
Таһир Викимилектә |
Этимология
үҙгәртергәҒәрәп теленән таҙа, пак, ғәйепһеҙ тигәнде аңлата[1]. Версияларҙың береһе буйынса Таһир исеме Мөхәммәт пәйғәмбәрҙең бер улының исеме менән бәйле. Пәйғәмбәрҙең тоҡомоноң исеме менән малайҙы атап, ата-әсәһе уның тышҡы көстәргә айырым иғтибар булыуына, уларҙан ҡурсалауына өмөт итәләр, шуға күрә ул Рәсәйҙең ҡайһы бер төбәктәрендә һәм ислам илдәрендә бик популяр.
Билдәле кешеләр
үҙгәртергә- Рәхимов Таһир Тимерхан улы (25 сентябрь 1953 йыл) — театр һәм кино актёры. Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған артисы (2007), «Чайка» театр премияһы лауреаты (2004).
- Күсимов Таһир Тайып улы (14 февраль 1909 йыл — 10 май 1986 йыл) — башҡорт совет хәрби һәм дәүләт эшмәкәре, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, генерал-майор, Советтар Союзы Геройы (1944).
- Сәйфуллин Таһир Сергеевич (6 май 1932 йыл — 25 июль 2007 йыл) — хор дирижёры, педагог. Башҡортостандың халыҡ артисы (1995), РСФСР-ҙың (1978) һәм БАССР-ҙың (1973) атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре. «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1967).
- Ахунйәнов Таһир Исмәғил улы, әҙәби псевдонимы Таһир Таһиров (15 сентябрь 1923 йыл — 25 ноябрь 2013 йыл) — партия һәм йәмәғәт эшмәкәре, журналист, ғалим һәм яҙыусы. 1967—1987 йылдарҙа КПСС-тың Башҡортостан өлкә комитеты секретары. Башҡорт АССР-ының 6—11‑се саҡырылыш Юғары Советы депутаты. Тарих фәндәре кандидаты (1961). 1943 йылдан КПСС, 1957 йылдан СССР-ҙың Журналистар, 1984 йылдан — Яҙыусылар союздары ағзаһы. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Фәтих Кәрим (1998), Мәжит Ғафури (2005) исемендәге әҙәби премиялар лауреаты. 2‑се дәрәжә Ватан һуғышы (1985), өс Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1971, 1976, 1986), Халыҡтар дуҫлығы (1980) һәм Ҡыҙыл Йондоҙ (1945) ордендары кавалеры.
- Кәримов Таһир Шакир улы (5 ғинуар 1912 йыл — 21 июнь 1978 йыл) — композитор.
- Байышев Таһир Ғәлләм улы (15 август 1886 йыл — 4 ноябрь 1974 йыл) — башҡорт тел белгесе. Филология фәндәре кандидаты (1950). Беренсе донъя һуғышында ҡатнашыусы. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры (1949).
- Ибраһимов Таһир Әсхәт улы (28 октябрь 1962 йыл) — хәрби хеҙмәткәр һәм дәүләт эшмәкәре, 2015—2017 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы Башлығы Хакимиәтенең етәксе урынбаҫары. Полиция генерал-майоры. II дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» орден миҙалы кавалеры.
- Исҡужин Таһир Сәлим улы (1956—2015) — башҡорт хоҡуҡ белеме ғалимы, юридик фәндәр кандидаты (1997), 2004—2015 йылдарҙа Башҡорт дәүләт университеты Хоҡуҡ институтының кафедра мөдире. «Хеҙмәт батырлығы өсөн» миҙалы менән бүләкләнгән, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған юрисы.
- Сәләхов Таһир Теймур улы 29 ноябрь 1928 йыл, Баҡы) — СССР һәм Рәсәйҙең театр рәссамы, педагог, профессор. 1979 йылдан СССР Художество академияһы Президиумы ағзаһы, 1997 йылдан Рәсәй Художество академияһы вице-президенты. СССР Художество академияһы академигы (1975; 1966 йылдан мөхбир ағза). СССР-ҙың халыҡ рәссамы (1973). Социалистик Хеҙмәт Геройы (1989). СССР Дәүләт премияһы (1968) һәм Рәсәй Федерацияһы Дәүләт премияһы лауреаты (2012)[2]. 1964 йылдан КПСС ағзаһы. СССР-ҙың 7-се һәм 8-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты (1966—1974). Әзербайжан ССР-ы Юғары Советы депутаты (1963—1967). 1990—1991 йылдарҙа КПСС Үҙәк Комитеты ағзаһы.
- Имаҡов Таһир Ғилман улы (26 октябрь 1895 йыл — 14 ноябрь 1937 йыл) —дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре. 1919—1920 йылдарҙа Башревкомдың эске эштәр һәм милләттәр комиссары. Беренсе донъя һәм Граждандар һуғыштарында һәм Башҡорт милли хәрәкәтендә ҡатнашыусы. Сәйәси золом ҡорбаны.
- Равиль Таһир (6 май 2003, Тараз, Ҡаҙағстан) — төрөк футболисы, «Истанбул Башакшехир» клубының һаҡсыһы.
- Ҡыуатов Таһир Буранғол улы (1788 йыл — 1849 йыл) — обер-офицер, 1839—1840 йылдарҙағы Хиуа походында ҡатнашыусы, кантон башлығы,4-се дәрәжә Изге Станислав ордены кавалеры[3].
- Ишкинин Таһир Хабрахман улы (17 август 1964 йыл) — журналист, дәүләт хеҙмәткәре. Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең Журналистар союзы ағзаһы (1999). Башҡортостан Хөкүмәтенең Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премияһы лауреаты (2009).
- Камалов Таһир Таузах улы (2 июнь 1962 йыл — 4 ғинуар 2021 йыл) — музыкант, дирижер. Башҡортостан Республикаһының Милли симфоник оркестрын ойоштороусы һәм 1994—2011 йылдарҙа уның художество етәксеһе һәм баш дирижеры. Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (1995).
- Ғабдуллин Таһир Хажмөхәмәт улы (1 май 1940 йыл) — совет һәм партия эшмәкәре, Башҡортостан Республикаһы Юғары Советының республиканың социаль һәм иҡтисади үҫеш мәсьәләләре буйынса комиссия рәйесе. 1990 йылдың 11 октябрендә БАССР-ҙың уникенсе саҡырылыш Юғары Советының өсөнсө сессияһында республиканың дәүләт суверенитеты тураһында Декларация ҡабул иткән Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты.
- Әминев Таһир Мәжит улы (12 декабрь 1961 йыл) — ғалим-педагог, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Педагогия фәндәре докторы, доцент.
Ауылдар
үҙгәртергәМәҙәниәт
үҙгәртергәТаһир һәм Зөһрә ҡиссаһы — бар донъяға киң билдәле «Ромео һәм Джульетта» әҫәренә оҡшаған фажиғәле мөхәббәт тарихы. Был тарихтың тамырҙары көнсығыш әҙәбиәтенә барып тоташа. 1960 йылда дастанды (фольклор йәки әҙәбиәттәге эпик әҫәр) Ырымбур өлкәһе Ҡотош ауылында Кирәй Мәргән яҙып ала.[4]
Шулай уҡ ҡарағыҙ
үҙгәртергә- Таһиртау (рус. Тагиртау) — Рәсәй Федерацияһы Ырымбур өлкәһе Медногорск ҡалаһы ҡала округындағы тау.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Таңһылыу Күсимова. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит. 2018 йыл 16 май архивланған.
- ↑ День России 12 июня отмечается по всей стране 2013 йыл 29 июль архивланған.
- ↑ Ғайса Хөсәйенов. «Ил азаматтары». — Өфө: «Китап», 1998 й. — С. 409-сы б..
- ↑ Библиотека нематериального культурного наследия Республики Башкортостан
Сығанаҡтар
үҙгәртергә- Башҡорт исемдәре / Таңһылыу Күсимова, Cветлана Бикҡолова. — Өфө: Китап, 2005. – 224 бит.
- Күсимова Таңһылыу. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит.
- Сулейманова Р. А. Башкирско-русский словарь-справочник личных имен и фамилий. — Уфа, 2013. — 364 с. ISBN 978-5-91608-111-4.
- Тупеев С. Х. Башкирский именник. Справочник личных имен с написанием вариантов на русском и башкирском языках. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Султанова Р. И. Русско-башкирский словарь — справочник личных имен, отчеств, фамилий. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Төпәев С. Х. Төрки сығанаҡлы һәм төрки элементлы башҡорт исемдәре. — Өфө, 2006.
- Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ
Аҙаштар тураһында мәҡәләләр исемлеге. Әгәр ҙә һеҙ бында Википедияның башҡа мәҡәләһенән яңылыш килеп сыҡһағыҙ, ул һылтанманы дөрөҫләргә кәрәк. Шулай уҡ булған мәҡәләләрҙең тулы исемлеген ҡарағыҙ. |