Ҡыуатов Таһир Буранғол улы

Башҡорт кантондары башлыҡтары

Ҡыуатов Таһир Буранғол улы (1788 йыл — 1849 йыл) — обер-офицер, 1839—1840 йылдарҙағы Хиуа походында ҡатнашыусы, кантон башлығы,4-се дәрәжә Изге Станислав ордены кавалеры[1].

Ҡыуатов Таһир Буранғол улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
Тыуған көнө 1787
Тыуған урыны Ырымбур губернаһы, Рәсәй империяһы
Буранғол
Вафат булған көнө 1849
Атаһы Буранғол Ҡыуатов
Һөнәр төрө Кантон, обер-офицер
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
орден Святого Станислава

Биографияһы

үҙгәртергә

Таһир Буранбай улы Ҡыуатов 1788 йылда Ырымбур губернаһы Ырымбур өйәҙе Үҫәргән улусы (хәҙер Ырымбур өлкәһенең Ҡыуандыҡ районы) Буранғол ауылында тыуған[2].

Сығышы менән Ҡыуатовтар дворяндар нәҫеленән. Бүтән туғандары рәтендә Таһир ҙа оҙаҡ йылдар Яйыҡ буйында һалдат хеҙмәтендә була. Казактан урядникка, урядниктан зауряд хорунжийға тиклем үрләй. 20 йылдан һуң есаул чины ала. Кордон хеҙмәте еңелдән булмай. Йыш ҡына башҡорт ерҙәренә ҡырғыҙҙар барымтаға үтеп инә, малдарын ҡыуып алып китә. Таһир барымтасылар менән бәрелештәргә инә.
1809, 1814, 1830 йылдарҙа ҡаҙаҡ урҙалары эсенә оҙайлы походтарҙа ҡатнаша[1].

1812 йылғы Ватан һуғышы ваҡытында яуға аттар ебәрешеп йөрөй, бының өсөн Батшанан рәхмәт хаты ала. 8-се башҡорт атлы полкын ойоштороуҙа ҡатнаша.

Арал буйы нығытмаларын төҙөргә кәрәк-яраҡтар илтер өсөн ылау ҡыуа.

Губернатор бойороҡтарын, попечитель ҡушҡандарҙы үтәп, иген сәсеүҙе киңәйтә, ауылдарҙа аҙыҡ-түлек запасы һаҡлар өсөн мөгәзәйҙәр һалдыра. Был эштәрен оло түрәләр юғары баһалап, уны обер-офицерҙар ҡорона үрләтәләр, почётлы смотрҙарға саҡыралар. Түрәләргә баш биреп бармаған Ҡаһарман ағаһын кантонлыҡтан бушатып, Таһирҙы кантон итеп ҡуялар. Аталары Буранғол Ҡыуатов отставкаға сыҡҡас, кантон менән идара итеү улы Ҡаһарманға күскән була (18171832), 18321841 йылдарҙа икенсе улы Таһир кантон булып тора[2].

1836 йылда ҡырғыҙ-ҡайсаҡ далаһына Бүкәй хан биләмәләренә яу походында була.

  Таһир кантондың ғүмере Рәсәй батшаларына хеҙмәт итеп, кордондарға, яу-походтарҙа,кантондың күҙгә күренмәҫ һанһыҙ эштәрендә губернатор фармандарын үтәп, данһыҙ-ниһеҙ үтә. Халыҡ хәтерендә исеме лә ҡалмаған, сәсәндәр маҡтапмы-яманлапмы йыр ҙа сығармаған. Күрәһең, ни маҡтар, ин яманлар яҡтары булмағандыр:вазифаларын мыштым ғына башҡарған-үткән[1]  

1837 йылда Ырымбурға тәхет вариҫы Александр Николаевич килгән. Таһир Ырымбурҙа кенәзде ҡаршылау тантанаһында ҡатнаша. Башҡорт эскадронын әҙерләп осмотрға сығарған. Тәхет вариҫын шулай хөрмәт иткән өсөн уға обер-офицер чины бирелә, бүтән хеҙмәттәрен дә иҫәпкә алып уны 4-се дәрәжә Изге Станислав ордены менән бүләкләйҙәр.

Наградалары

үҙгәртергә

4-се дәрәжә Изге Станислав ордены (1837)

Шулай уҡ ҡарағыҙ

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. 1,0 1,1 1,2 Ғайса Хөсәйенов. «Ил азаматтары». — Өфө: «Китап», 1998 й. — С. 409-сы б..
  2. 2,0 2,1 Ә.Әсфәндиәров. «Олатайҙарҙың бар тарихы». — Өфө: «Китап», 1996 й. — С. 98-се б..

Һылтанмалар

үҙгәртергә
  • Ғайса Хөсәйенов. «Ил азаматтары». — Өфө: «Китап», 1998 й. — С. 404—410-сы б.б..
  • Ә.Әсфәндиәров. «Олатайҙарҙың бар тарихы». — Өфө: «Китап», 1996 й. — С. 98-се б..