Байышев Таһир Ғәлләм улы

Байышев Таһир Ғәлләм улы (15 август 1886 йыл4 ноябрь 1974 йыл) — башҡорт тел белгесе. Филология фәндәре кандидаты (1950). Беренсе донъя һуғышында ҡатнашыусы. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры (1949).

Таһир Ғәлләм улы Байышев
Тыуған көнө

15 август 1886({{padleft:1886|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:15|2|0}})

Тыуған урыны

Өфө губернаһының Златоуст өйәҙе Хәлил ауылы (хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Дыуан районы, Иҫке Хәлил ауылы)

Вафат көнө

4 ноябрь 1974({{padleft:1974|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:4|2|0}}) (88 йәш)

Вафат урыны

Башҡорт АССР-ының Өфө ҡалаһы

Ил

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССР

Ғилми даирәһе

лингвистика

Альма-матер

Башҡорт дәүләт университеты

Ғилми дәрәжәһе

филология фәндәре кандидаты

Награда һәм премиялары

Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены — 1949

Биографияһы

үҙгәртергә

Таһир Ғәлләм улы Байышев 1886 йылдың 15 авгусында Өфө губернаһы Златоуст өйәҙенең Хәлил (хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Дыуан районы Иҫке Хәлил) ауылында тыуған. Хәлил ауылы мәҙрәсәһен тамамлай һәм 1906 йылдан бында мөғәллим булып эшләй. 1906—1909 йылдарҙа Арый ауылы мәҙрәсәһендә уҡыта[1].

1933 йылда К. А. Тимирязев исемендәге Башҡорт педагогия институтын тамамлай.

1909 йылда хәрби хеҙмәткә алына һәм Иркутск ҡалаһындағы артиллерия часында башта хәрби-фельдшерлыҡ мәктәбендә уҡый, һуңынан рота фельдшеры булып хеҙмәт итә. 1914 йылдан Беренсе донъя һуғышыында ҡатнаша, 1915 йылдың февралендә яралана, әсирлеккә эләгә һәм унан ҡаса. 1915 йылдың йәйендә кире Хәлил ауылына ҡайта. 1916 йылдың башында йәнә хәрби хеҙмәткә алына һәм Кавказ фронтына ебәрелә. Рәсәй империяһындағы 1917 йылғы революциялар осоронда Иранда була[1].

1918 йылдың мартында Башҡортостанға ҡайта һәм Иҫке Хәлил ауылында уҡыта башлай.

1918 йылдың 15—28 октябрендә Башҡортостан автономияһының Дыуан кантоны съезы сәркәтибе ярҙамсыһы була, Дыуан кантон башҡарма комитеты ағзалығына кандидат итеп һайлана.

1920—1925 йылдарҙа Дыуан-Мәсетле ауылында уҡыта һәм бер үк ваҡытта фельдшер пункты мөдире булып эшләй[2].

1925 йылдан Мәскәүҙә баҫылған «Крестьянская газета» («Крәҫтиән гәзите») гәзитенең хәбәрсеһе булып эшләй. 1927 йылдан Башҡорт АССР‑ының Мәғариф халыҡ комиссариат инспекторы вазифаһын үтәй.

1933—1957 йылдарҙа СССР Фәндәр академияһы Башҡортостан филиалы Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында эшләй. Башҡорт диалектологияһы һәм лексикографияһы буйынса фәнни тикшеренеүҙәр алып барған.

Хеҙмәттәре

үҙгәртергә
  • Дөрөҫ яҙыу күнегеүҙәре. — М., 1930.
  • Башкирские диалекты в их отношении к литературному языку/ под ред. Н. К. Дмитриева. — М., 1955. — 112 с.
  • Саратов һәм Куйбышев өлкәләрендә йәшәүсе башҡорттарҙың һөйләше буйынса ҡайһы бер материалдар // Вопросы башкирской филологии. — М., 1959.
  • Поговорим о топонимике и топонимических названиях // Башҡортостан уҡытыусыһы. — 1961, № 4. — 38—41 бб.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

үҙгәртергә
  • Өфө ҡалаһына ҡараған Нагаево ауылында Таһир Байышев хөрмәтенә урам исемләнгән.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. 1,0 1,1 Рәшит Шәкүр. Арҙаҡлы башҡорттар. Ғилми-биографик очерктар. Тулыландырылған 2-се баҫмаһы. — Өфө: Китап, 2005. — 376 с. — ISBN 5-295-02098-3.
  2. Мечетлинский район Республики Башкортостан: энциклопедия / Редкол.: Ю. Ю. Султанов (гл.ред.), Н. Ф. Ахкамова (сост.), Г. К. Бикташева (отв.ред.) и др. — Уфа: Мир печати, 2010. — 284 с.:илл. ISBN 978-5-9613-0148-9
  • Шафиков Г. Г. Непокорное одиночество научного Робинзона // Дыхание жгучее истории. — Уфа: Китап, 1998. — С. 100—144.

Һылтанмалар

үҙгәртергә