Таһиртау

Ырымбур өлкәһе

Таһиртау рус. Тагиртау) — Рәсәй Федерацияһы Ырымбур өлкәһе Медногорск ҡалаһы ҡала округындағы тау.

Таһиртау
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Медногорск һәм Ырымбур өлкәһе

Географияһы

үҙгәртергә

Таһиртау элек Ҡыуандыҡ районында булып, хәҙер Медногорск ҡалаһы ҡала округына ҡараған Ҡыҙрас ауылынан ярты км самаһы йыраҡлыҡта урынлашҡан. Ҡыҙрас ауылы янынан Яйыҡ ҡушылдығы Бесмән йылғаһы аға[1].

Тау урынлашҡан төбәк Ҡыуандыҡ районының анклавы булып тора. Климаты шул төбәккә хас, уртаса-континенталь. Йыл миҙгелдәре аныҡ айырылып тора. Район буйынса уртаса температура +4,0оС -тән +4,8оС-ҡа тиклем үҙгәрә. Йылдың иң һалҡын айы — ғинуар, уртаса айлыҡ температураһы яҡынса −20,5оС — 35 оС. Атмосфера яуым-төшөмө бер йыл эсендә 300-ҙән алып 450—550 миллиметрға етә, шуның менән бергә күпселек өлөшө яҙғы-йәйге осорға (70 процент самаһы) тура килә. Ҡар япмаһы тотороҡло, уның дауамлылығы уртаса 150 көн тәшкил итә[2].

Тасуирламаһы

үҙгәртергә

Таһиртау урындағы әһәмиәттәге геология-геоморфология тәбиғәт ҡомартҡыһы тип иғлан ителгән. 1993 йылда был тау тураһында рәсәй географы, профессор А. А. Чибилев яҙған тасуирлама буйынса, тауҙың майҙаны 25 гектар. Бесмән йылғаһы кимәленән сағыштырма бейеклеге 80 метрға етә. Тау теҙмәһе текә үңерле, түбәһендә ҡаялы тау ҡалдыҡтары бар. Силур Һаҡмар свитаһы саҡматаштарынан тора[3][4][5].

Этимологияһы

үҙгәртергә

Риүәйәт ителеүенсә, Таһиртау менән Айылтау тауҙары Таһир менән Айыл исемле үҙ-ара дошманлашып йәшәгән ике батыр иҫтәлегенә аталған. Был ике тауҙың араһы 1,5 км ғына, тип бәйән итә Ырымбурҙың төбәкте өйрәнеүсе яҙыусыһы, журналист, Ҡыуандыҡ ҡала округының әҙәби тормошон ойоштороусы Сергей Михайлович Стрельников үҙенең «Географические названия Кувандыкского района» тигән китабында. Таһир һүҙе ғәрәп телендә саф, таҙа тигәнде аңлатҡанын да яҙған ул[6]..

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Стрельников С.М. Кувандыкский край в географических названиях. — Златоуст: Издательство С. М. Стрельникова, 1994.
  2. Схема территориального планирования муниципального образования Кувандыкский район. Материалы по обоснованию (2011).(недоступная ссылка)
  3. Гора Тагиртау
  4. Чибилёв А. А., Мусихин Г. Д., Павлейчик В. М., Паршина В. П. «Зеленая книга Оренбургской области: Кадастр объектов Оренбургского природного наследия». Оренбург: Изд.-во «ДиМур», 1996
  5. Чибилёв A.А., Мусихин Г. Д., Петрищев В. П., Павлейчик B.М., Сивохип Ж. Т. «Геологические памятники природы Оренбургской области». Оренбург: Оренбургское книжное издательство, 2000, 400 с.
  6. По легенде, названия гор Тагир-тау и Аил-тау (в 1,5 км отсюда) произошли от имен двух непримиримых врагов — батыров, Тагир и Аил. У тюркских народов действительно есть имена Тахир, Тагир (в переводе с арабского — «Чистый»), тау значит — «гора». «Гора Тагира». — Стрельников С.М. Кувандыкский край в географических названиях. — Златоуст: Издательство С. М. Стрельникова, 1994.
  • Чибилёв А. А., Мусихин Г. Д., Павлейчик В. М., Паршина В. П. «Зеленая книга Оренбургской области: Кадастр объектов Оренбургского природного наследия». Оренбург: Изд.-во «ДиМур», 1996
  • Чибилёв A.А., Мусихин Г. Д., Петрищев В. П., Павлейчик B.М., Сивохип Ж. Т. «Геологические памятники природы Оренбургской области». Оренбург: Оренбургское книжное издательство, 2000, 400 с.
  • Стрельников С.М. Кувандыкский край в географических названиях. — Златоуст: Издательство С. М. Стрельникова, 1994.