Сөләймән (исем)
Викидатала элемент юҡ |
Сөләймән — ғәрәптәрҙән төрки телле халыҡтар араһында таралған ир-ат исеме.
Этимологияһы
үҙгәртергәСөләймән — «тыныс», «һаҡсы»; «ҙур балыҡ» мәғәнәләрен аңлатҡан ир-ат исеме. Был исем төрки телдәргә ғәрәп теленән инә, ә ғәрәп теленә боронғо йәһүд теленән ингән[1].
Билдәле шәхестәр
үҙгәртергәСөләймән Әйүп улы Абдуллин — (15 август 1928 йыл — 11 март 2002 йыл) — башҡорт йырсыһы, халыҡ йырҙарын башҡарыусы, 1948—1974 йылдарҙа Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы солисы һәм концерт бригадаһы етәксеһе. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған артисы (1986). Башҡорт АССР-ының Йылайыр кантоны (хәҙер Башҡортостан Республикаһы Ейәнсура районы) Үтәғол ауылында тыуған.
Сөләймән Дауытов — (1827 йыл—1886 йыл) — башҡорт дин әһеле.Ырымбур губернаһы Бөрө өйәҙе Иҫке Балтас улусының (хәҙерге Башҡортостандың Балтас районы) Янбай ауылында тыуған. Милләте — башҡорт.
Сөләймән Йәнғәли улы Латипов (5 март 1969 йыл) — журналист, яҙыусы. 2013 йылдан — «Тамаша» журналының баш мөхәррире. 2002 йылдан Рәсәй һәм Башҡортостан Республикаһы Яҙыусылар союзы ағзаһы.
Сөләймән Муллабаев (10 октябрь 1924 йыл — 20 апрель 2003 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан башҡорт шағиры, уҡытыусы. 1957 йылдан КПСС, 1979 йылдан — СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1995), РСФСР‑ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1973). II дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалеры (1985).
Сөләймән — өсөнсө йәһүд батшаһы, беҙҙең эраға тиклем 965—928 йылдарҙа берләшкән Исраил батшалығының легендар хакимы; ул идара иткән осорҙа Исраил батшалығы һис күрелмәгән кимәлдәге үҫешкә өлгәшә. Дауыт батша менән Бат-Шеваның (рус. Вирсавия) улы. Сөләймән батшалыҡ иткәндә Йәрүсәлимдә йәһүдилек өсөн иң изге урын һаналған Йәрүсәлим Ҡорамы төҙөлә.
Сөләймән I (Күркәм Сөләймән I; 6 ноябрь 1494 йыл — 6 сентябрь 1566 йыл) — Ғосман империяһының унынсы солтаны (1520 йылдың 22 сентябренән), 1538 йылдан — хәлифә. Сөләймән Ғосмандар династияһындағы иң бөйөк солтан булып иҫәпләнә; уның дәүерендә Ғосман Портаһы иң юғары үҫеш нөктәһенә етә. Европала Сөләймәнде йышыраҡ Күркәм Сөләймән тип атаһалар, мосолман донъяһында Сөләймән Ҡануни тип йөрөтәләр.
Фамилиялар
үҙгәртергәСөләймәнов Олжас Омар улы (ҡаҙ. Олжас Омарұлы Сүлейменов; 18 май1936 йыл) — шағир, әҙәбиәт ғилеме өлкәһендә яҙыусы, Ҡаҙағстан Хеҙмәт Геройы, Ҡаҙаҡ ССР-ының халыҡ яҙыусыһы (1990), Ҡаҙағстандың ижтимағи-сәйәси эшмәкәре, дипломат. Һәүәҫкәр лингвистик тикшеренеүҙәр, атап әйткәндә, «Слово о полку Игореве»ҙағы төрки элементтары буйынса тикшеренеүҙәр авторы. Сөләймәновтың ғилми йәмәғәтселек тарафынан инҡар ителгән фекерҙәре төрки донъяһында, шул иҫәптән уға ҡаршы совет осоронда алып барылған сәйәси кампания арҡаһында ла, киң танылыу таба.
Сөләймәнов Әхмәт Мөхәмәтвәли улы (15 март 1939 йыл — 21 ноябрь 2016 йыл) — башҡорт әҙәбиәт ғилеме белгесе, фольклорсы, юғары мәктәп уҡытыусыһы, йәмәғәт эшмәкәре. Рәсәй Гуманитар Фәндәр академияһының тулы хоҡуҡлы ағзаһы (академик, 1995), Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының почётлы ағзаһы (2016), филология фәндәре докторы (1991), профессор (1995). 1995 йылдан Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең Яҙыусылар союздары ағзаһы. Рәсәй Федерацияһының (2006) һәм Башҡортостан Республикаһының (1997) атҡаҙанған фән эшмәкәре, Башҡорт АССР‑ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1991), Башҡортостандың мәғариф отличнигы (1999). Салауат Юлаев исемендәге премия лауреаты (1987) һәм Салауат Юлаев ордены кавалеры (2014). Бөрйән районының почётлы гражданы.
Сөләймәнов Шәриф Сөләймән улы (13 октябрь 1920 йыл — 12 февраль 1994 йыл) — дәүләт, хужалыҡ һәм партия эшмәкәре. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1971—1988 йылдарҙа Башҡорт АССР-ының финанс министры, ете саҡырылыш (IV—XI) БАССР Юғары Советы депутаты. Советтар Союзы Геройы (1943). Отставкалағы полковник.
Сөләймәнов Ғата Зөлҡәфил улы (15 июнь 1912 йыл — 25 июнь 1988 йыл) — башҡорт йырсыһы, ҡурайсы һәм актёр. РСФСР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1978), БАССР-ҙың атҡаҙанған (1953) һәм халыҡ (1963) артисы. Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (1971).
Сөләймәнов Руслан Мөхәмәтхәнәф улы (28 декабрь 1966 йыл) — СССР һәм Рәсәй хоккейсыһы (һөжүмсе), тренер. Шайбалы хоккей буйынса спорт мастеры.
Сөләймәнов Ренарт Вафа улы (27 июль 1937 йыл) — спортсы, ғалим-физик-математик, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Физика-математика фәндәре кандидаты (1966). Пистолеттан атыу буйынса СССР (1976—1991) һәм 2003 йылдан Рәсәй йыйылма командаһының өлкән тренеры. СССР-ҙың атҡаҙанған спорт мастеры (1968), СССР-ҙың атҡаҙанған тренеры (1984), Мехиколағы Олимпия уйындарының бронза призеры (1968). Башҡортостан Республикаһының күренекле спортсыһы (1994).
Сөләймәнов Хәбир Ғибәҙәт улы (17 декабрь 1980 йыл) — башҡорт спортсыһы, профессионал боксёр. Бөтә донъя бокс берлегенең алтын билбауын яулаусы һәм «WBO NABO вакант» титулын алыусы. Кикбоксинг буйынса донъя, бокс буйынса Нью-Йорк ҡалаһы чемпионы.
Сөләймәнова Гүзәл Ғәли ҡыҙы (25 февраль 1927 йыл — 14 апрель 1969 йыл) — башҡорт балет артисы. РСФСР-ҙың (1955) һәм Башҡорт АССР-ының (1953) халыҡ артисы. 1955 йылда Мәскәүҙә башҡорт әҙәбиәте һәм сәнғәте декадаһында ҡатнашыусы.
Сөләймәнова Гүзәл Наил ҡыҙы (10 июнь 1979 йыл) — Рәсәй балет артисы. 1994 йылдан Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры солисы. Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған (2007), Башҡортостан Республикаһының халыҡ (2003) һәм атҡаҙанған (1998) артисы. халыҡ-ара конкурстар лауреаты, Салауат Юлаев исемендәге Дәүләт премияһы (2008) һәм Шәйехзада Бабич исемендәге республика йәштәр премияһы (2000) лауреаты.
Сөләймәнова Сәбилә Ғәйзулла ҡыҙы (5 февраль 1940 йыл) — ғалим-педагог, партия хеҙмәткәре, дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре, юғары мәктәп уҡытыусыһы. 1985—1988 йылдарҙа Башҡорт АССР-ының мәғариф министры. Башҡорт АССР-ының 11‑се саҡырылыш Юғары Советы депутаты. Педагогия фәндәре кандидаты (1981). Башҡорт АССР-ы мәктәбенең атҡаҙанған уҡытыусыһы (1980), РСФСР‑ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1976), Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы (1995).
Топонимдар
үҙгәртергәСөләймән — (рус. Сулейманово) — Башҡортостандың Ауырғазы районындағы ауыл.
Сөләймән — (рус. Сулейманово) — Рәсәй Федерацияһы Ҡурған өлкәһе Сафакүл районы ауылы. Сөләймән ауыл советы составына керә.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Күсимова Таңһылыу. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. 2021 йыл 5 октябрь архивланған. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Кусимова Т. «Исемдәр донъяһында» 2021 йыл 8 сентябрь архивланған.
- З.Ғ.Ураҡсин, Э.Ф.Ишбирҙин. «Туған тел серҙәре». — Өфө: «Китап», 1983 й. — С. 61-се.
- «Башҡортостан ҡыҙы» Ҡунафина Гөлшат «Исемең матур, кемдәр ҡушҡан» 2021 йыл 9 сентябрь архивланған.
Сығанаҡтар
үҙгәртергә- Башҡорт исемдәре / Таңһылыу Күсимова, Cветлана Бикҡолова. — Өфө: Китап, 2005. – 224 бит.
- Күсимова Таңһылыу. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит.
- Сулейманова Р. А. Башкирско-русский словарь-справочник личных имен и фамилий. — Уфа, 2013. — 364 с. ISBN 978-5-91608-111-4.
- Тупеев С. Х. Башкирский именник. Справочник личных имен с написанием вариантов на русском и башкирском языках. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Султанова Р. И. Русско-башкирский словарь — справочник личных имен, отчеств, фамилий. — Уфа, 2004.
- Хисамитдинова Ф.Ғ., Төпәев С. Х. Төрки сығанаҡлы һәм төрки элементлы башҡорт исемдәре. — Өфө, 2006.
- Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ
Аҙаштар тураһында мәҡәләләр исемлеге. Әгәр ҙә һеҙ бында Википедияның башҡа мәҡәләһенән яңылыш килеп сыҡһағыҙ, ул һылтанманы дөрөҫләргә кәрәк. Шулай уҡ булған мәҡәләләрҙең тулы исемлеген ҡарағыҙ. |