Легенда

ниндәй ҙә булһа тарихи ваҡиға йәки шәхес тураһындағы яҙма риүәйәт

Легенда (лат. legenda «уҡыу», «уҡымлы») — әкиәт булмаған халыҡ ижадының сәсмә төрө. Ниндәй ҙә булһа тарихи ваҡиға йәки шәхес тураһындағы яҙма риүәйәт.

Легенда
Рәсем
Ҡайҙа өйрәнелә storiology[d]
Өлөшләтә тура килә этиологическая сказка[d]
Викимәғлүмәт документацияһы Use 'Mythology' - Q9134 - for stories of Gods and fantastic creatures, 有关上帝和奇特生物的故事,请使用神话(Q9134), Utilisez 'Mythology' - Q9134 - pour des histoires de dieux et de créatures fantastiques һәм Mythologie (WikiData-Objekt Q9134) verwenden, wenn es um Götter, fantastische Wesen, etc. geht.
 Легенда Викимилектә

Киң мәғәнәлә — ысынбарлыҡтағы факттар тураһында дөрөҫлөккә тап килеүе икеле булған хикәйәләү.

Күсмә мәғәнәлә дан менән уратып алынған, әкиәттәрҙә, хикәйәләрҙә һ.б. һүрәтләнеп, һоҡланыу тыуҙырған үткән заман ваҡиғалары. Ҡағиҙә булараҡ, ул өҫтәмә рәүештә, дини һәм ижтимағи пафосҡа эйә.

Легенда — миф төшөнсәһенә яҡын торған синоним; хикәйәнең төп геройҙары — тулы мәғәнәһендә, ҡәҙимге кешеләр, йыш ҡына ваҡиғаларҙа аллалар йәки башҡа юғары көстәр туранан-тура ҡатнаша. Легендала ваҡиғаларҙы йыш ҡына арттырып, ҡабартып күрһәтә, ундә уйҙырмалар өҫтөнлөк ала. Шуға күрә ғалимдар легендаларҙы тарихи ысынбарлыҡ итеп ҡабул итмәйҙәр, шул уҡ ваҡытта уларҙың күпселеге реаль ваҡиғаларға нигеҙләнгән икәнлеген дә инҡар итмәйҙәр.

Легендаларҙың мифтарҙан айырмалы яҡтары:

  • легенда — ысынбарлыҡта булған ваҡиғалар, әммә ваҡыт үтеү менән, уларҙа үҙгәртеүҙәргә юл ҡуйыла. Йыш ҡына легендаларҙа бер геройҙың исеменә икенсе геройҙың исеме өҫтәлә (Илья Муромец), йәки геройҙың портреты танымаҫлыҡ итеп үҙгәртелә (Крали Марко).
  • миф — тулыһынса уйлап сығарылған сюжеттар һәм персонаждар (Прометей; Пандор). Әммә мифҡа әхлаҡи мәғәнә һалынырға мөмкин, шуның менән миф хикмәттәргә һәм мәҫәлдәргә әйләнеп китә ала (Мидас һәм алтын).

Легендалар дини һәм ижтимағи булырға мөмкин.

Легендалар, ҡағиҙә булараҡ, телдән һөйләнелгән хикәйәләр рәүешендә йәшәп килгән, йыш ҡына көйгә һалынып, күсенеп йөрөүсе сәсәндәр тарафынан телдән-телгә тапшырылыр булған. Һуңынан күп легендаларҙың яҙма формалары барлыҡҡа килә.

Билдәле булыуынса, кем тураһында булһа ла легенда барлыҡҡа килә икән, был йәмғиәт тарафынан уның эшмәкәрлеген ҡабул ителеүен аңлатҡан, һәм һүҙ көсө яңы мәғәнәгә эйә булған: танылыу һәм ихтирам яулаған ваҡиға һәм эшмәкәрҙәрҙе шулай атағандар (мәҫәлән, «Рок легендалары»).