Сафакүл районы — Ҡурған өлкәһенең административ-биләмә берәмеге.

Сафакүл районы
Герб (аңлатма)
Герб
Флаг (аңлатма)
Флаг
Ил

Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Статус

муниципаль район

Урынлашҡан урыны

Ҡурған өлкәһе

Берләштерә

13 ауыл биләмәһе

Административ үҙәк

Сафакүл ауылы

Барлыҡҡа килеүе

1940

Хакимиәт башлығы

Йосопов Нияз Марс улы

Район Думаһы сәркәтибе

Бакиров Ғата Сафый улы

Рәсми тел

башҡорт, татар, урыҫ.

Халҡы (2010)

15 284[1] человек (19 урын)

Тығыҙлығы

6,9 кеше/км²

Милли состав

башҡорттар — 43,1%,
татарҙар — 33,2%,
урыҫтар — 20,4%

Конфессиональ состав

Сөнни мосолмандар, православие динен тотоусылар.

Майҙаны

2 280 км² (22 урын)

Сафакүл районы на карте

Ваҡыт бүлкәте

MSK+2 (UTC+6)

Телефон коды

+7 35243

Автомобиль номерҙары коды

45

Рәсми сайты
ОКАТО

37 232

Административ үҙәге — Сафакүл ауылы.

Географияһы

үҙгәртергә

Район Ҡурған өлкәһенең төньяҡ-көнбайыш өлөшөндә урынлашҡан. Силәбе өлкәһе һәм дә Ҡурған өлкәһенең Щучье һәм Әлмән райондары менән сикләшә. Эре һыу ятҡылыҡтары: Туҡмаҡты, Сульфатлы (Шәмелә), Күктөбөҙ, Олобаш. Районда берҙән бер йылға — Сүмләк (Мейәс ҡушылдығы)

Революцияға ҡәҙәре район биләмәһе Ырымбур губернаһының Силәбе өйәҙенә ҡараған. Ҡараһыу, Һарт-Ҡалмаҡ, Сухобор улустары булған. 19191922 йылдарҙа Башҡортостан Автономиялы Республикаһының Ялан кантонына кергән (күрше Әлмән районы менән бергә). Үҙәге Тәңрекүл ауылы булған.

ВЦИК-тың 1923 йылдың 3 ноябрь һәм 12 ноябрь ҡарарҙары нигеҙендә Урал өлкәһенең Силәбе округындағы Һарт-Ҡалмаҡ районы булып тергеҙелә.

Уралоблисполкомдың 1924 йылдың 7 апрель ҡарары менән Һарт-Ҡалмаҡ районы Ялан районы тип үҙгәртелә, үҙәге Мартин ауылына күсерелә.

Уралоблисполкомдың 1926 йылдағы 15 сентябрендәге ҡарары менән район үҙәге Сафакүл ауылына күсерелә.

ВЦИК-тың 1930 йылдың 20 апрелендәге ҡарары менән Ялан кантоны бөтөрөлә. Уның ҙур өлөшө яңы барлыҡҡа килгән Ялан-Ҡатай районына беркетелә. 1934 йылда яңы төҙөлгән Силәбе өлкәһе биләмәһенә керетелә һәм РСФСР-ҙың Юғары Советы ҡарары менән 1940 йылдың 12-17 декабрендә Ялан-Ҡатай районы бөтөрөлә. Ерҙәре Әлмән һәм Сафакүл райондарына бүлеп бирелә.

1943 йылдан — Ҡурған өлкәһе биләмәһендә. 1963 йылдың 1 февралендә район бөтөрөлә. Биләмә Щучье районына ҡушыла. 1965 йылдың 12 ғинуары яңынан тергеҙелә.

Халыҡ иҫәбе
2002[2]2009[3]2010[4]2011[5]2012[6]2013[7]2014[8]
16 95715 40813 12013 05312 58212 15511 673
2015[9]
11 253

Районда 15 678 кеше иҫәпләнә. Күп милләтле район. Халыҡтың иң күп өлөшөн башҡорттар тәшкил итә. Шулай уҡ татарҙар, урыҫтар, ҡаҙаҡтар, немецтар, молдавандар, украиндар ҙа бар. Башҡорт (шулай уҡ ҡайбер ауылдарҙа урыҫтар ҙа бар) ауылдары: Сөләймән, Һарт-Әбдрәш, Оло Солтан, Субботин, Ҡалмаҡ-Әбдрәш, Абултай, Баҡай, Аҙналы, Бикбирҙе, Бормат, Мырҙабай, Баязит һәм башҡалар. Башҡорт-татар ауылдары: Сафакүл, Һөлөклө, Атйетәр, Мансур, Ҡубаҡай, Ҡараһыу. Бер нисә урыҫ ауылы ла бар: Покровка, Киреевка. Элек немец ауылдары ла булған: Блюменталь, Зеньково, Мавлютовка, Япаҡ.

Муниципаль ҡоролошо

үҙгәртергә

Район составына 13 ауыл биләмәһе (ауыл советтары) керә, улар 33  ауылда йәшәйҙәр:


п/п
Ауыл
биләмәһе
Үҙәк Халҡы
(2004), кеше.
Иҫәбе
СНП
1 Атйетәр ауыл биләмәһе Атйетәр ауылы 464 1
2 Бахарев ( Ҡубаҡай) ауыл биләмәһе Боровичи ауылы 885 2
3 Ҡамышты ауыл биләмәһе Ҡамышлы ауылы 1 652 5
4 Ҡараһыу ауыл биләмәһе Ҡараһыу ауылы 590 1
5 Мансур ауыл биләмәһе Мансур ауылы 643 1
6 Мартын ауыл биләмәһе Мартыновка ауылы 862 2
7 Надеждинка ауылы биләмәһе Надеждинка ауылы 953 2
8 Һарт-Әбдрәш ауыл биләмәһе Һарт-Әбдрәш ауылы 1 597 5
9 Сафакүл ауыл биләмәһе Сафакүл ауылы 4 201 2
10 Субботино ауыл биләмәһе Субботино ауылы 846 3
11 Сөләймән ауыл биләмәһе Сөләймән ауылы 1 145 3
12 Һөлөклө ауыл биләмәһе Һөлөклө ауылы 1 191 2
13 Ялан ауыл биләмәһе Ялан ауылы 1 617 4

Иҡтисады

үҙгәртергә

Районда нигеҙҙә ауыл хужалығы продукцияһы етештерелә. Район иҡтисадына мөһим өлөш индереүсе предприятиелар «Зауралье» һәм «Сафакүл» АКХ-лары, улар иген игеү һәм һыйыр малы менән махсуслашҡан. Райондың алдынғы төҙөлөш предприятиеһы «Ритм»

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Численность населения Российской Федерации по городам, поселкам городского типа и районам на 1 января 2010 года
  2. Всероссийская перепись населения 2002 года. Том. 1, таблица 4. Численность населения России, федеральных округов, субъектов Российской Федерации, районов, городских поселений, сельских населённых пунктов - райцентров и сельских населённых пунктов с населением 3 тысячи и более. Архивировано 3 февраль 2012 года.
  3. Численность постоянного населения Российской Федерации по городам, посёлкам городского типа и районам на 1 января 2009 года. Дата обращения: 2 ғинуар 2014. Архивировано 2 ғинуар 2014 года.
  4. Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения Курганской области. Дата обращения: 21 июнь 2014. Архивировано 21 июнь 2014 года.
  5. Курганская область. Оценка численности постоянного населения на 1 января 2009-2015 годов
  6. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям. Таблица 35. Оценка численности постоянного населения на 1 января 2012 года. Дата обращения: 31 май 2014. Архивировано 31 май 2014 года.
  7. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2013 года. — М.: Федеральная служба государственной статистики Росстат, 2013. — 528 с. (Табл. 33. Численность населения городских округов, муниципальных районов, городских и сельских поселений, городских населённых пунктов, сельских населённых пунктов). Дата обращения: 16 ноябрь 2013. Архивировано 16 ноябрь 2013 года.
  8. Таблица 33. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2014 года. Дата обращения: 2 август 2014. Архивировано 2 август 2014 года.
  9. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2015 года. Дата обращения: 6 август 2015. Архивировано 6 август 2015 года.

Һылтанмалар

үҙгәртергә