Йәһүдилек, Йәһүд дине, Иудаи́зм (бор. грек. Ἰουδαϊσμός) — йәһүд халҡының дини, милли һәм этик ҡараштары, кешелектең иң боронғо монотеистик диндәренең береһе. Йәһүд батшалығына исем биргән Йәһүдә ырыуы атамаһынан, һуңынан, Икенсе ҡорам осоронан (б.э.т. 516 — б.э. 70 бб.), йәһүд халҡының атамаһына әйләнә — йәһ. יהודה‎.

Йәһүдилекға хас билдәләр: шофар (һарыҡ мөгөҙөнән эшләнгән музыка ҡоралы), яд (Тораны уҡыу өсөн күрһәткес таяҡ), Танах, доғалыҡ, шәмдәл, тәһәрәт ҡомғаны.

Күп телдәрҙә «йәһүд» һәм «иври (еврей)» төшөнсәләре бер термин менән йөрөтөлә һәм һөйләшеү барышында уларға айырма яһалмай, был иврилыҡты йәһүдилекдағы аңлатыуға тап килә. Хәҙерге урыҫ телендә «еврей» һәм «йәһүд» төшөнсәләре араһында айырма бар, береһе иври (еврей) милләтен, икенсеһе йәһүдилек диненә ҡарағанлыҡты белдерә, грек теле һәм мәҙәниәтендә лә шундай бүленеш бар. Башҡорт телендә бындай бүленеш күҙәтелмәй. Йәһүдилек ивриҙан күпкә киңерәк төшөнсәгә эйә булған грек һүҙенән — Ioudaiosтан килеп сыҡҡан[1].

Йәһүдтәр — йәһүд булып тыуған һәм йәһүдлекте ҡабул иткәндәрҙе лә эсенә алған этнодини төркөм[2]. 2010 йылда бөтә донъяла йәһүдтәр һаны 13,4 миллион, йәғни Ерҙә йәшәүселәрҙең 0,2%-ы тип иҫәпләнә. Уларҙың 42%-ы Израилдә, 42%-ы — АҠШ менән Канадала, ҡалғандарының күпселеге Европала йәшәй[3].

Йәһүд тигән һүҙҙең баш мәғәнәһе — Йәһүд батшалығы кешеһе[4], һуңғарыраҡ — Рим провинцияһы булған Йәһүдиәлә йәшәүсе, йәки Йәһүдә ырыуына ҡараған исраил[5]. Төньяҡ Исраил батшалығы ҡолағас, халҡы әсирлеккә алып кителә һәм Йәһүдиә батшалығы бөтә халыҡтың вәкиле булып тороп ҡала, шул саҡтан «йәһүд» атамаһы «иври» атамаһына тулыһынса тиерлек тиңләшә[6].

Йәһүдилек 3000 йылдан ашыу мөҙҙәтле мираҫҡа дәғүә итә. Йәһүдилек — иң боронғо монотеистик диндәрҙең береһе[7], бөгөн дә Йәһүдилек — иң боронғо монотеистик диндәрҙең береһе, бөгөнгә тиклем йәшәп килгәндәрҙең дә иң боронғоһо[8][9].

Йәһүдилек тарихы түбәндәге ҙур үҫеш осорҙарына бүленә:

  • «Тәүрат» йәһүдилекы (б.э.т. XX б. — б.э.т. VI б.),
  • Икенсе ҡорам йәһүдилекы (б.э.т. VI б. — б.э. II б.), шул иҫәптә эллин осоро йәһүдилекы (б.э.т. 323 йылдан һуң),
  • Талмуд йәһүдилекы (б.э. II б. — б.э. XVIII б.)[10].

Хәҙерге йәһүдилекға 19-20-се быуаттарҙа барлыҡҡа килгән төрлө «ағымдар» йәки «йүнәлештәр» инә. Иң эреләре — ортодоксаль йәһүдилек (үҙ сиратында хәсидтәрҙе, «литвактарҙы», заман ортодоксияһын, дини сионистарҙы һ.б. эсенә ала), реформистик һәм консерватив ағымдар (нигеҙҙә, АҠШ-та һәм Канадала). Ҡайһы бер илдәрҙә яҡынса реформистикҡа тап килгән ағым либераль йә прогрессив йәһүдилек тип атала, ә консерватив йәһүдилек эйәрсендәрен АҠШ менән Канадала «масорти» тип йөрөтәләр. Бынан тыш, «традицион» йәһүдилекға эйәреүселәр, йәғни «масорти», тип, үҙҙәре ортодокс булмаһа ла, күп йолаларҙы тотҡан һәм ортодоксаль йәһүдилекды хуплаған кешеләр (тәү сиратта Израилдә) атала. Элекке СССР-ҙа ла шулай булған һәм был әле лә дауам итә: йәһүдилек динен тотҡан күптәр көнкүреш кимәлендә уның бөтә ҡанундарын үтәмәй, ләкин үҙҙәрен башҡа ағымдарға индермәй һәм ортодоксаль раввиндарҙы хөрмәт итә. Ләкин СССР тарҡалғас, Рәсәйҙә прогрессив ағымдарға ҡараған общиналар ҙа барлыҡҡа килде.

Хәҙерге заман йәһүдилекында хоҡуҡ, остазлыҡ һәм власть сығанағы булып торған һәм дөйөм танылған институт йәки шәхес юҡ. Хәҙерге ортодоксаль йәһүдилекдың хоҡуҡ сығанағы (Галаха) — төрлө общиналарҙа нығынған традициялар һәм раввин респонстары, улар Танахҡа («Яҙма Тора») һәм Талмудҡа («Ауыҙ-тел Тораһы») нигеҙләнә. Галаха, атап әйткәндә, йәһүдтәрҙең тормошоноң башҡа хоҡуҡ системаларында енәйәт, граждан, ғаилә, корпоратив һәм йола хоҡуҡтары менән көйләнә торған яҡтарын көйләй. XVI быуатта Йосеф Каро төҙөгән Шулхан арух ҡағиҙәләр тупланмаһы ортодоксаль йәһүдилекдың төрлө ағымдарында ҡабул ителгән, ул Галаха белгестәренең күп быуаттар буйына барған хеҙмәт һөҙөмтәһе булып тора. Ашкеназ ивриҙары уны ашкеназ общинаһының йолаларын иҫәпкә алған Моше Иссерлестың (Рамо) һәм шулай уҡ һуңғыраҡ осор төҙәтмәләре һәм аңлатмалары менән ҡабул иткән.

Терминдың килеп сығышы үҙгәртергә

«Йәһүдилек» термины Ἰουδαϊσμός тигән грек һүҙенән (урыҫса әйтелеше — «иудаисмо́с») килеп сыҡҡан, ул йәһүд-эллин әҙәбиәтендә б.э.т. I б. күренә башлай[11]; 8:1) һәм йәһүд динен эллин мәжүсилегенә ҡаршы ҡуя. Ҡайһы бер телдәрҙә тар мәғәнәлә йәһүд динен белдергән «йәһүдилек» термины менән бер рәттән бөтә йәһүд цивилизацияһын, шул иҫәптән, динде лә үҙ эсенә индергән дөйөм термин да бар: урыҫтарҙа — еврейство, алмандарҙа — Judentum, инглиздәрҙә — Jewry йәки Jewish People. Ивритса «йәһүдилек» һәм «иврилыҡ» терминдары — синонимдар. йәһ. יַהֲדוּת‎ (Яһадут) термины Бабил әсирлегенән һуң барлыҡҡа килә. Идишта йәһүдилек ғәҙәттә идиш ייִדישקײט (идишка́йт) термины менән йөрөтөлә, һүҙмә-һүҙ тәржемәлә ул «иврилыҡ» (ивритса идиш ייִדיש, еврейский), йәғни ивриса йәшәү рәүеше тигәнде аңлата.

Символдар үҙгәртергә

Доға уҡыу, шаббат һәм кашрутты тотоу, кипа (баш кейеме) кейеп йөрөү символик мәғәнәгә эйә[12].

XIX быуаттан мөһим символдарҙың береһе — алты ҡанатлы Дауыт йондоҙо[13]. Йәһүдилекдың боронғораҡ символы — ете сатлы шәмдәл (Менора), Тәүратҡа һәм йолаға ярашлы, ул Изге Сатырҙа һәм Йәрүсәлим ҡорамында торған. Өҫкө яғы түңәрәкләтелгән дүрт мөйөшлө ике йәнәш таш таҡта ла йәһүдилек билдәһе булып тора, был һын синагогалар биҙәлешендә йыш осрай. Был таш таҡталарға ҡайһы берҙә тулыһынса йә ҡыҫҡартылып 10 ҡанун йә булмаһа йәһүд алфавитының ошо ҡанундар һаны булып йөрөгән тәүге 10 хәрефе соҡоп яҙыла.

Тәүратта шулай уҡ 12 ырыуҙың һәр береһенең байрағы ла һүрәтләнә. Ғәҙәттә хәҙерге йәһүдтәр сығышы менән, нигеҙҙә, Йәһүдә ырыуынан һәм уның биләмәһендә урынлашҡан Йәһүдиә батшалығынан тип иҫәпләнгәс, арыҫлан — ошо ырыуҙың билдәһе — шулай уҡ йәһүдилек символы булып иҫәпләнә. Ҡайһы берҙә арыҫлан хакимлыҡ таяғы — батшаның хакимлыҡ итеү билдәһе менән һүрәтләнә, был ырыуға үҙенең күрәҙәлегендә Яҡуп пәйғәмбәр батшалыҡ юрай (Башл. 49:10). Таш таҡталарҙың ике яғында — «ҡанундар һағында» — торған ике арыҫлан һыны ла осрай.

Төп һыҙаттары үҙгәртергә

  1. Йәһүдилек бер аллалылыҡ иғлан итә[14][15], уны кешенең Алла тарафынан Үҙ асылына һәм ҡиәфәтенә оҡшатып яралтылыуы тураһындағы тәғлимәт менән тәрәнәйтә — Алланың кешене һөйөүе, Алланың кешегә ярҙам итергә тырышыуы һәм Изгелектең еңәсәгенә ышаныс бының һөҙөмтәһе булып тора.
  2. Алла сикһеҙ Камиллыҡ, сикһеҙ Аҡыл һәм Ҡөҙрәтлелек, шулай уҡ Рәхимлек, Мөхәббәт һәм Ғәҙеллек сығанағы булып тора, ул кешене Яралтыусы ғына түгел, уға Атай ҙа итеп ҡарала.
  3. Тормошто Алла менән Кеше араһында — айырым кеше кимәлендә лә, халыҡ кимәлендә лә (милләт тарихында Тәҡдир), «бер бөтөндө тәшкил иткән кешелек» кимәлендә лә — барған Әңгәмә тип аңлау.
  4. Кешенең (һәр бәндәнең, һәр милләттең һәм тотош кешелектең) Алла Үҙ асылына һәм ҡиәфәтенә оҡшатып яралтҡан рухи йән эйәһе булыуы тураһындағы тәғлимәт, кешенең сикһеҙ һәм бөтә яҡлап рухи камиллашыуынан ғибәрәт булған идеаль тәғәйенләнеше тураһындағы тәғлимәт.
  5. Бөтә кешенең Аллаға мөнәсәбәттә тиң булыуы тураһында тәғлимәт: һәр бәндә Алла Улы булып тора, һәр кемгә Алла менән ҡушылыу йүнәлешендә камиллашыу өсөн юл асыҡ, һәр кемгә был тәғәйенләнешенә өлгәшеү өсөн саралар — ирекле ихтыяр һәм илаһи ярҙам — бирелә.
  6. Шуның менән бергә иври халҡының айырым Миссияһы (йәғни Һайланмалығы) бар, ул Илаһи хәҡиҡәттәрҙе кешелеккә еткереүҙән һәм шуның аша уға Аллаға яҡынайырға ярҙам итеүҙән тора. Был бурысты тормошҡа ашырыу өсөн Алла иври халҡы менән Килешеү төҙөй һәм уға ҡанундар бирә. Алла менән Килешеү юҡҡа сығарыла алмай; ул йәһүд халҡына юғарыраҡ кимәлдәге яуаплылыҡты йөкмәтә.
  7. Йәһүдтәргә Тәүрат аша кешелеккә бирелгән әхләҡи йөкләмәләрҙең мотлаҡ минимумын үтәргә тәҡдим итә: йәһүдтәр бойороҡтарҙы иғлан иткән Биш китаптан 613 өҙөмтәне (мицвот) мотлаҡ үтәргә тейеш булһа, Алланың Нух менән төҙөгән Килешеүенең ҡатнашыусыһы тип һаналған йәһүд түгелдәр Нух улдарының ете ҡанунын үтәргә бурыслы[16]. Шул уҡ ваҡытта йәһүдилек миссионерлыҡ менән шөғөлләнмәй, йәғни прозелитизмға ынтылмай (йәһүдсә — гиюр), һәм йәһүд халҡының милли дине булып тора.
  8. Рухи башланғыстың матди донъя өҫтөнән тулы хакимлығы, шул уҡ ваҡытта матди донъяның да рухи ҡиммәте булыуы тураһында тәғлимәт: Алла — матдилыҡтың тулы Хакимы, уны Булдырыусы: һәм Ул Кешегә матди есеме аша матди донъяла үҙенең идеаль тәғәйенләнешен тормошҡа ашыра алһын өсөн матди донъяла өҫтөнлөк биргән;
  9. Мәсих (Мессия, йәһ. מָשִׁיחַ‎, «мәсехләнгән», йәғни батша) килеүе тураһында тәғлимәт «И перекуют мечи свои на орала и копья свои — на серпы; не поднимет народ меча на народ, и не будут больше учиться воевать … и наполнится вся земля познанием Господа»  (Ис. 2:4). (Мәсих — ул батша, Дауыт батшаның тура вариҫы булып торасаҡ, йәһүд йолаһына ярашлы, тереләй күккә алынған Ильяс (Элияһу) пәйғәмбәр тарафынан батшалыҡҡа мәсехләнәсәк.)
  10. Үлеләрҙең донъя ахырында яңынан терелеүе (эсхатология) тураһында тәғлимәт, йәғни билдәле бер ваҡытта үлеләр үҙ кәүҙәләренә ҡайтасағына һәм ерҙә яңынан йәшәйәсәгенә ышаныу. Үлеләрҙең терелеүе тураһында йәһүд пәйғәмбәрҙәренең күптәре әйтә, мәҫәлән, Иезекииль (Йехәзкел), Даниил (Даниел) һ.б. Әйтәйек, Даниел пәйғәмбәр был хаҡта шулай ти: «И многие из спящих в прахе земли пробудятся, одни для жизни вечной, другие на вечное поругание и посрамление»  (Дан. 12:2).

Йәһүдтәр — йәһүд булып тыуғандарҙы ла, йәһүдилекды ҡабул иткәндәрҙе лә эсенә алған этнодини төркөм[2]. 2010 йылда бөтә донъяла йәһүдтәр һаны 13,4 миллион, йәғни Ерҙә йәшәүселәрҙең 0,2%-ы, тип иҫәпләнә. Бөтә йәһүдтәрҙең 42%-ы Израилдә, 42%-ы АҠШ менән Канадала, ҡалғандарының күпселеге Европала йәшәй[3].

Йәһүд тигән һүҙҙең баш мәғәнәһе — Йәһүд батшалығы кешеһе[17], һуңғарыраҡ — Рим провинцияһы булған Йәһүдиәлә йәшәүсе, йәки Йәһүдә ырыуына ҡараған исраил[18]. Төньяҡ Израиль батшалығы ҡолатылып, уның бөтә халҡы әсирлеккә алып кителгәндән һуң Йәһүд батшалығы бөтә халыҡтың вәкиле булып тороп ҡала, шул саҡтан «йәһүд» атамаһы «еврей» атамаһына тулыһынса тиерлек тиңләшә[19].

Йәһүдилек 3000 йылдан ашыу мөҙҙәтле мираҫҡа дәғүә итә. Йәһүдилек — иң боронғо монотеистик диндәрҙең береһе[7], бөгөнгә тиклем йәшәп килгәндәрҙең дә иң боронғоһо[20][21].

Йәһүдилек тарихы түбәндәге ҙур үҫеш осорҙарына бүленә:

  • «Библия» йәһүдилекы (б.э.т. XX б. — б.э.т. VI б.),
  • Икенсе ҡорам йәһүдилекы (б.э.т. VI б. — б.э. II б.), шул иҫәптән эллин осоро йәһүдилекы (б.э.т. 323 йылдан һуң),
  • Талмуд йәһүдилекы (б.э. II б. — б.э. XVIII б.),
  • хәҙерге заман йәһүдилекы (1750 йылдан хәҙерге көнгә тиклем)[10]

Хәҙерге йәһүдилекға 19—20 быуаттарҙа барлыҡҡа килгән төрлө «ағымдар» йәки «йүнәлештәр» инә. Иң эреләре — ортодоксаль йәһүдилек (үҙ сиратында хәсидтәрҙе, «литвактарҙы», заман ортодоксияһын, дини сионистарҙы һ.б. эсенә ала), реформистик һәм консерватив ағымдар (нигеҙҙә, АҠШ-та һәм Канадала). Ҡайһы бер илдәрҙә яҡынса реформистикка тап килгән ағым либераль йә прогрессив йәһүдилек тип атала, ә консерватив йәһүдилек эйәрсендәрен АҠШ менән Канадала «масорти» тип йөрөтәләр. «Традицион» йәһүдилекға эйәреүселәр, йәғни «масорати»ҙар, үҙҙәре ортодокс булмаһа ла, күп йолаларҙы тота һәм ортодоксаль йәһүдилекды хуплай (тәү сиратта Израилдә). Был элекке СССР-ҙа ла шулай булған һәм әле лә шулай: йәһүдилек динен тотҡан күптәр көнкүреш кимәлендә уның бөтә ҡанундарын үтәмәй, ләкин үҙҙәрен башҡа ағымдарға индермәй һәм ортодоксаль раввиндарҙы хөрмәт итә. Ләкин СССР тарҡалғас, Рәсәйҙә прогрессив ағымдарға ҡараған общиналар ҙа барлыҡҡа килде.

Хәҙерге заман йәһүдилекында хоҡуҡ, остазлыҡ һәм власть сығанағы булып торған һәм дөйөм танылған институт йәки шәхес юҡ. Хәҙерге ортодоксаль йәһүдилекдың хоҡуҡ сығанағы (Галаха) — төрлө общиналарҙа нығынған традициялар һәм раввин респонстары, улар Танахҡа («Яҙма Тора») һәм Талмудҡа («Ауыҙ-тел Тораһы») нигеҙләнә. Йәһүдтәрҙә Галаха тормоштоң ғәҙәттә башҡа халыҡтарҙағы хоҡуҡ системаларында енәйәт, граждан, ғаилә, йәмәғәт һәм йола хоҡуҡтары менән көйләнә торған яҡтарын көйләй. XVI быуатта Йосеф Каро төҙөгән Шулхан арух ҡағиҙәләр тупланмаһы ортодоксаль йәһүдилекдың төрлө ағымдарында ҡабул ителгән, ул Галаха белгестәренең күп быуаттар буйына барған хеҙмәт һөҙөмтәһе булып тора. Ашкеназ йәһүдтәре уны ашкеназ общинаһының йолаларын иҫәпкә алған Моше Иссерлестың (Рамо) һәм шулай уҡ һуңыраҡ осор төҙәтмәләре һәм аңлатмалары менән ҡабул иткән.

Танах үҙгәртергә

Танах — йәһ. תנ"ך‎, өс һүҙҙән яһалған аббревиатура: Тора́ йәһ. תורה‎, Невии́м йәһ. נביאים‎, Ктуви́м йәһ. כתובים‎ — Ҡанун, Тәғлимәт; Пәйғәмбәрҙәр һәм Яҙмалар. Тора Мусаның Биш китабы тип тә йөрөтөлә, сөнки был биш китап, йолаға ярашлы, Муса тарафынан Алланан Синай тауында алынған.

Танахты «Иври Библияһы» тип тә йөрөтәләр (христиандарҙа ул Иҫке Ғәһедтең ҡануни китаптарына инә). Унда донъя һәм кеше яратылмышы, Алла менән килешеү һәм ҡанундар, шулай уҡ иври халҡының барлыҡҡа килгәндән алып Икенсе Ҡорам осоро башланғанға тиклемге тарихы һүрәтләнә.[22] Йәһүдилек һәм уның дини-фәлсәфәүи тәғлимәте христианлыҡ һәм ислам барлыҡҡа килеү нигеҙе була[23].

Иври Библияһы төрлө контекстарҙа туранан-тура йәки ситләтеп Алланы аңлатҡан төрлө исемдәр һәм эпитеттар ҡуллана. Классик тәфсирселәр был исемдәрҙең һәр береһен ҡулланыу үҙенсәлектәренә ҡарата, мәҫәлән, ҡайһы осраҡта рәхимлелек сифаты ҡаты хөкөмдән өҫтөнлөк ала икәнлегенә, аңлатма бирә.

Исемдәрҙе ҡулланыу менән бәйле текст үҙенсәлектәрен өйрәнеү хәҙерге заман Библия тәнҡитенең Документаль гипотезаһы нигеҙенә ятты.

Тора (Тәүрат) үҙгәртергә

То́рa (ивр. תּוֹרָה — тора́, «тәғлимәт, ҡанун» мәғәнәһендә; ашкеназ әйтелешендә — То́йро), Ҡөрьәндә — Тәүрат

  • Ҡағиҙә булараҡ, Тора тип Мусаның Биш китабы (грек. πεντάτευχος) йәки Муса китаптары атала.
  • Биш китаптың үҙендә «Тора» тип йышыраҡ Алланың ҡайһы бер бойороҡтары (Сығ.15:25), ҡайһы бер ҡанундар (Башл.26:5) йәки теге йәки был әйбергә ҡағылышлы ҡанундар, мәҫәлән, «тотош яндырыу ҡануны (Тораһы)» (Лев.6:2), «ғәйеп ҡорбаны тураһында ҡанун (Тора)» (Лев.7:1) һ.б. атала.
  • «Тора» һүҙе шулай уҡ вәғәз йәки ата-әсә кәңәштәре мәғәнәһендә лә осрай.
  • Ҡайһы берҙә Тора тип тотош Танахты атайҙар.
  • Мәғәнәһенең артабан киңәйеүе Яҙма Ҡанун (Тора ше-би-хтав) һәм Ауыҙ-тел Ҡануны (Тора ше-бе-‘ал пе) айырылыуға бәйле: Биш китапта осрай торған күплек формаһындағы торот һүҙе Алла асылышының ошо ике яғына ҡарай тигән билдәләмә ала, ә традиция буйынса улар Мусаға Синай тауында бирелгән тип ҡарала.
  • Иң киң мәғәнәлә Тәүрат тип бөтә ийәһүди ҡанундар тупланмаһын атайҙар.
  • Тәүрат термины шулай уҡ тәғлимәтте лә аңлата — философик, ғилми һ.б. системаны (мәҫәлән, торат Кант — `Кант теорияһы, тәғлимәте, философияһы`; торат а-яхасут — `Сағыштырмалыҡ теорияһы`).

Тораға (Тәүратҡа) комментарийҙар үҙгәртергә

Тора тексы һәм асылы аңлау өсөн ауыр булғанлыҡтан (шул иҫәптән хатта уны өйрәнеүсе кешеләр өсөн дә), быуаттар буйы аҡыл эйәләре уның айырым положениеларын тәфсирләргә тырыша. Ҡайһы бер тәфсирселәр, мәҫәлән, Раши, Яҙма Тораның һәр һөйләменә тиерлек комментарий эшләгән. Йола мәғлүмәттәре буйынса, Муса Синай тауында Алланан Яҙма Тора менән бергә Ауыҙ-тел Тораһын да алған, ул тәрән, йәшерен мәғәнәләрҙе асып һала, Яҙма Тораны тулыландыра һәм «әйтеп еткерелмәгәнде» аңлата. Яҙма Торала телдән әйтелгән Тораның барлығына тура дәлил булмаһа ла, Шмот (Сығыу) китабында былай тиелгән: «Һәм Муса Раббының бөтә һүҙҙәрен яҙып ҡуйҙы…».

Ауыҙ-тел Тораһы быуындан-быуынға телдән-телгә тапшырыла, был II быуатта уның Мишна рәүешендә, һуңынан Гемарала теркәлгәненә тиклем дауам итә, улар бергә Талмудты барлыҡҡа килтерә.

Талмудтың хәҙерге баҫмаларына Тораны тәфсирләгән гаондарҙан (геоним) алып (иртә Урта быуат) XVII быуатҡа тиклемге төрлө быуын аҡыл эйәләренең комментарийҙарын индерәләр.

Комментарийҙарҙың икенсе өлөшө Мидрашҡа инә. Яратылмыш (Брешит Рабба), Левиҙар (Вайикра Рабба) (иртә мидраштар), Сығыу (Шмот Рабба) китаптарына мидраштар бар.

Шулай уҡ Тосефта (Мишнаға аңлатмалар һәм өҫтәмәләр) бар.

Тарих үҙгәртергә

Библия эҙләү археологияһы уңышлы барыуға ҡарамаҫтан, Танах ғәмәлдә исраилдарҙың иң боронғо тарихы тураһында мғлүмәт биреүсе берҙән-бер сығанаҡ булып тора, шунлыҡтан боронғо иври тарихының ҡайһы өлөштәре — ысын, ҡайһылары легенда икәнлеген асыҡлап булмай. Танахта ғына түгел, башҡа сығанаҡтарҙа ла телгә алынған беренсе шәхес — Исраил батшаһы Ахав; уның тураһында б.э.т. 853 й. ҡараған ассирий яҙмаһында һөйләнелә[24]. Шул уҡ ваҡытты Тәүраттан башҡа ике сығанаҡта (Меш батша стелаһы менән Тель-Дан стелаһы) таштағы был яҙыуҙар барлыҡҡа килгәнгә тиклем 100—150 йыл элек кенә йәшәгән Дауыт батша династияһы (Дауыт тоҡомо) телгә алына. Меш стелаһында Мештың Ғомри батша, Ахавтың атаһы, менән яуҙары тураһында әйтелә.

Барлыҡҡа килеүе тураһында фараздар үҙгәртергә

Ғалимдарҙың күбеһе документаль фараз яҡлы, улар раҫлауынса, Тора (Биш китап) бер-береһенә бәйһеҙ бер нисә әҙәби сығанаҡты берләштереү юлы менән төҙөлгән, ә тулыһынса Муса тарафынан яҙылған китап түгел[25][26][27].

Күптәр фекеренсә, Беренсе Ҡорам осоронда Исраил кешеләре һәр халыҡтың үҙ аллаһы булыуына ышанған, ләкин уларҙың Аллаһы иң баш Алла тип һанаған, йәғни монолатрия ҡарашында торған[28][29]. Ҡайһы берәүҙәр, ҡәтғи монотеизм Бабилға ҡыуып алып кителеү осоронда зороастр дуализмына яуап булараҡ үҫешкән, тип иҫәпләй.[30]Танах текстарында гонаһҡа батыуҙа иблис шауҡымы булыуы телгә алына башлай, уға тиклемге сығанаҡтарҙа ул осрамай[31]. Был фаразға ярашлы, тик эллин дәүерендә генә күпселек йәһүдтәр үҙҙәренең Аллаһы берҙән-бер булыуына, ә уларҙың халҡын берҙәм дин туплап тороуына ышана башлай[32]. Джон Дей фекеренсә, Библиялағы Эль, Бәғел һ.б., бәлки, тамырҙары менән гректарҙың аллалар пантеонына нигеҙләнгән иртә ҡәнғән диненә барып тоташалыр[33].

Нью-Йорк университетының иудаика кафедраһы профессоры Л. Шиффман былай тип яҙа:

Ҡайһы бер ғалимдар, патриархтарҙың дин тәғлимәте бары тик монолатрияның бер формаһы ғына булған, тип раҫлай…, ләкин Библия шаһит — патриархтар ысын мәғәнәһендә бер аллалы булған. Шуның менән бергә, һуңғары библияса ҡорбан килтереү системаһының үҫеше иртә исраилдарҙың демонистик көстәргә ышаныуын дәлилләй.[34] Күп аллалы Месопотамия менән Угарит пантеондарын хәтерләтә…[35].

Ортодоксаль йәһүдилек үҙгәртергә

 
Минха, Одессаның Баш синагогаһында көндөҙгө ғибәҙәт ҡылыу.

Ортодоксаль йәһүдилек (бор. грек. ὀρθοδοξία — «дөрөҫ фекер» мәғ.) — йәһүдилекда классик йәһүд диненә эйәргән ағымдарҙың уртаҡ атамаһы. Ортодоксаль йәһүдилек, йәһүд дине ҡануниәте (Галаха) Талмудта нисек теркәлгән һәм Шулхан арухта нисек нығытылған булһа, мотлаҡ шулай үтәлергә тейеш, тип һанай. Ортодоксаль йәһүдилекда бер нисә йүнәлеш бар — литвак, төрлө төркөмдәргә бүленгән хәсидлек, модернистик ортодоксаль йәһүдилек (ингл. Modern Orthodox Judaism), дини сионизм. Диндарҙарҙың дөйөм һаны — 4 миллиондан ашыу кеше.

Литвактар үҙгәртергә

Хәҙерге заман йәһүдилекының ашкеназ тармағындағы классикаға нығыраҡ бирелгән йүнәлеше. Литвактар тип аталалар, сөнки уларҙың төп дини үҙәктәре — йешивалары — Икенсе донъя һуғышына тиклем нигеҙҙә Литвала (Бөйөк Литва кенәзлегенә хәҙерге Литва, Беларусь һәм өлөшләтә Польша менән Украина ерҙәре инә).

«Литва Мәктәбе» хәсидлеккә һәм дини сионизмға ҡарағанда алдараҡ барлыҡҡа килә.

Литвактар бөйөк Талмуд ғалимы булып танылған Вильна Гаонының (Элияһу бен Шлоймэ Залман раввиндың) эйәрсендәре булып тора. Уның фатихаһы менән Воложинда заманса өлгөлө литвак йешиваһы ойошторола.

Рәсәйҙә литвактар РИДООК (Рәсәй йәһүд дини общиналар һәм ойошмалар конгресы) составына инә.

Литвак ағымына ингән билдәле раввиндар, ғалимдар һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәре: раввин Исроэль Мейр а-Коэн (Хафец Хаим), рав Шах.

Хәсидлек үҙгәртергә

XVIII быуатта барлыҡҡа килгән дини-мистик хәрәкәт. Әлеге осорҙа хәсидлек үҙәктәре Израилдә, АҠШ-та, Бөйөк Британияла һәм Бельгияла урынлашҡан.

Ортодоксаль модернизм үҙгәртергә

Ортодоксаль модернизм ортодоксаль йәһүдилекдың бөтә принциптарына тоғро ҡала, шул уҡ ваҡытта уларҙы хәҙерге мәҙәниәт һәм цивилизация, сионизмды дини аңлау менән яраҡлаштыра. Израилдә йәшәгән ортодоксаль динле йәһүдтәрҙең яртыһынан ашыуы уға эйәрә.

XIX быуатта "Заман ортодоксияһы"н раввиндар Азриэль Хильдесхаймер (1820—1899) менән Шимшон-Рафаэль Гирш (1808—1888) эшләй башлай, улар Тора вэ дэрех эрец — Тораның тирә-яҡ (хәҙерге) донъя менән гармонияла булыу принцибын иғлан итә.

Дини сионизм үҙгәртергә

"Заман ортодоксияһы"ның тағы бер йүнәлеше — дини сионизм — 1850 йылда рав Цви Калишер тарафынан нигеҙләнә, XX быуат башында рав Авраам-Ицхак Кук уны тәрәнәйтеп эшләй.

XX быуаттың икенсе яртыһында хәрәкәттең төп идеологтары — р. Цви-Иехуда Кук (Израиль) менән р. Йосеф-Дов Соловейчик (АҠШ).

Хәҙерге замандың күренекле вәкилдәре: р. Авраам Шапира (вафаты — 2007 йыл), р. Элиезер Беркович (вафаты — 1992 йыл), р. Мордехай Элон, р. Шломо Рискин, р. Йехуда Амиталь, р. Аарон Лихтенштейн, р. Ури Шерки, р. Шломо Авинер.

Урыҫ телле йәһүд общинаһында заман ортодоксияһы һәм дини сионизм принциптарына Зеев Дашевский һәм Пинхас Полонский етәкселек иткән Маханаим ойошмаһы эйәрә.

Реформистик (прогрессив) йәһүдилек үҙгәртергә

XIX быуат башында рационализм һәм ҡағиҙәләр системаһын үҙгәртеү — «этик» ҡағиҙәләрҙе һаҡлап, «йола» ҡағиҙәләренән баш тартыу идеяһы нигеҙендә барлыҡҡа килә. Прогрессив йәһүдилек хәрәкәте — ул йәһүдилекдағы либераль ағым. Прогрессив (заманса) йәһүдилек ҡарашынса, йәһүд йолалары даими үҙгәрә һәм үҫә, һәр яңы быуын уға яңы мәғәнә һәм яңы йөкмәтке өҫтәй. Прогрессив йәһүдилек дини йолаларҙы бөгөнгөгә яраҡлаштырып үҙгәртергә ынтыла һәм Галаханы кире ҡаға.

Прогрессив йәһүдилек хәрәкәте үҙен Исраил пәйғәмбәрҙәренең эшен дауам итеүсе тип иҫәпләй һәм ғәҙеллек, рәхимлелек, яҡыныңды хөрмәт итеү юлынан бара. Прогрессив йәһүдилек хәрәкәте хәҙерге заман тормошон йәһүд Тәғлимәте менән бәйләргә тырыша; уның эйәрсендәре меңйыллыҡтар арауығында ла йәһүд йолалары менән йәһүд тәрбиәһе үҙенең көнүҙәклеген юғалтмағанлығына инана.

200 йыл самаһы элек Европала барлыҡҡа килгән прогрессив йәһүдилекдың бөгөн 5 ҡитғала, 36 илдә йәшәгән бер миллиондан ашыу эйәрсене бар. Эйәрсендәрҙең күпселеге АҠШ-та йәшәй, унда ивриҙар өсөн генә түгел, ә универсаль тәғәйенләнешле әхләҡи-этик тәғлимәт сифатындағы реформистик йәһүдилек барлыҡҡа килә. Реформистик йәһүдилек теләгән бер формалағы йәһүдилекды ҡабул иткән йәһүд булмағандарҙы ла, атаһы йә әсәһе яҡлап йәһүд милләтенән булғандарҙы ла йәһүд тип таный.

Бөйөк Британияла идея йәһәтенән реформистик йәһүдилекға яҡын торған хәрәкәт либераль йәһүдилек тип атала. Ә Бөйөк Британиялағы реформистик йәһүдилек идея яғынан АҠШ-тағы консерватив хәрәкәткә оҡшаш. Либераль, реформистик һәм реконструктивистик хәрәкәттәр йәмғеһе бергә прогрессив йәһүдилек тип йөрөтөлә.

Консерватив йәһүдилек үҙгәртергә

Йәһүдилекда хәҙерге осор хәрәкәте, XIX быуат уртаһында Германияла барлыҡҡа килә, ойошҡан формалары XX быуат башында АҠШ-та ла яһала. Тәүҙән үк реформистик йәһүдилек тармағы булып тора.

Консерватив йәһүдилек АҠШ-ҡа йәһүдтәр Көнсығыш Европанан күпләп күскәндән һуң көсәйә, сөнки улар нигеҙҙә реформистик общиналарға береккән традицион (йәғни ортодоксаль) ғаиләләрҙән сыҡҡан йәһүдтәр була. Уларға немец классик реформистик йәһүдилекы ят була, шул уҡ ваҡытта улар йолаларҙы көн дә үтәүҙе күпселек ортодокстар кеүек мотлаҡ тип һанамай. Һөҙөмтәлә, консерватив йәһүдилек айырым хәрәкәт булып китә, шул уҡ ваҡытта уның йоғонтоһо аҫтында күп кенә традицион йолалар реформистик йәһүдилекға кире ҡайта.

АҠШ-та тағы ла Conservadox тип йөрөтөлгән ҡатлам бар, уның дини ғәмәлиәте консерватив һәм ортодоксаль (модернистик) йәһүдилек араһындағы урталыҡта ята. Уның ҡатнашыусылары — ғәҙәттә дини йолаларҙың үтәлешенә ортодоксаль общиналарҙағыса уҡ ҡәтғи ҡарамаған, ләкин консервативтарҙан ҡәтғирәк мөнәсәбәттә булған һәм консерваторҙарҙың реформистарҙан күсергән ғәмәлиәттәрен үҙҙәренә алмаған ғаиләләрҙән сыҡҡан диндарҙар. Шул уҡ төркөмдө йыш ҡына «традицион» йәһүдтәр тип тә атайҙар (уларҙы ультраортодокстарға ла, реформистарға ла, консерваторҙарға ла ҡаршы ҡуйып). Шулай итеп, консерватив йәһүдилек төрлө ҡараштарҙан тора.

Реконструктивистик йәһүдилек үҙгәртергә

Раввин Мордехай Капландың йәһүдилекға цивилизация тип ҡарау идеяһына нигеҙләнә, барлыҡҡа килгән сағында — консерватив йәһүдилек тармағы. Реформистик йәһүдилек менән бергә World Union for Progressive Judaismға инә.

Йәһүдилекдың башҡа ағымдары үҙгәртергә

Изге урындар үҙгәртергә

Изге ҡала — Йәрүсәлим, унда Ҡорам булған. Ҡорам тауы йәһүдилекда мөҡәддәс урын һанала. Йәһүдилекдың башҡа изге урындары — Хеврондағы Махпела мәмерйәһе, унда Библиялағы тәү ата-бабалар ерләнгән; Бет-Ләхәм (урыҫ. Вифлеем) — был ҡалаға барғанда мәрхүм булған тәү әсә Рәхилә (урыҫ. Рахель) юл буйына ерләнгән; Наблус (йәки Шхем; урыҫ. Сихем), унда Йософ (урыҫ. Иосиф) ерләнгән; Цфат (урыҫ. Сафед), унда мистик Каббала үҫеш алған; Тверия, унда оҙаҡ йылдар Синедрион ултырыштары үткәрелгән.

Израилдә йәһүдилекдың статусы үҙгәртергә

Израиль халҡының (5,3 млн) 25 % самаһы ортодоксаль йәһүдилекдың тулы эйәрсендәре булып тора (уларҙың бер яртыһы — литвак йүнәлеше һәм хәсидселек яҡлы, икенсе яртыһы — дини сионизм яҡлы), тағы 35 % самаһы үҙҙәрен өлөшләтә ортодоксаль йәһүдилекға индерә[36][37].

Израилдә дин дәүләткә ҡарамай (йәғни граждандар өсөн мотлаҡ түгел), ләкин ул дәүләттән айырылмаған. Тик дини учреждениелар ҡарамағында ғына булған мәсьәләләр бар (өйләнешеү, айырылышыу, үлем, гиюр — йәһүдилекға күсеү). Шулай уҡ ике яҡтың килешеүе менән «Бет дин» дин хөкөмө суды тарафынан ҡарала ала торған башҡа мәсьәләләр ҙә бар. Һәр осраҡта ла Юғарғы судҡа апелляция бирергә мөмкин. Израилдең ҡайһы бер закондары традицион дин хоҡуғы — Галаха нигеҙендә ҡабул ителгән.

Израилдә шулай уҡ — шәмбе һәм йәһүдилекдағы бөтөн байрамдар (Песах, Шавуот, Рош а-Шана, Йом Кипур, Суккот) ял көнө булып тора.

Башҡа диндәр менән мөнәсәбәттәр үҙгәртергә

Йәһүдилек һәм мәжүсилек үҙгәртергә

Йәһүдилекдың мәжүси диндәргә мөнәсәбәтен Алейну Лешабе́ах доғаһы күрһәтеп тора (хәҙерге тексын Бабил талмудсыһы Рав Аба Арика яҙған, III быуат), йәһүдтәҙең тәүлек әйләнәһендәге дини хеҙмәттәре барыһы ла ошо доға менән тамамлана:

Бөтөн донъя Раббыһын данлау, бар донъяны Яралтыусының бөйөклөгөн иғлан итеү беҙгә йөкмәтелгән. Сөнки ул беҙҙе донъя халыҡтарына оҡшаш итмәгән, ерҙәге ҡәбиләләр кеүек булыуҙы мөмкин итмәгән. Ул беҙгә уларҙың тәҡдирен бирмәгән, уларҙың барыһына биргән яҙмышты беҙгә бирмәгән. Сөнки улар бушлыҡҡа һәм юҡлыҡҡа табына һәм улар ҡотҡармай торған илаһтарға доға ҡыла <…>.

— «Сидур Врата молитвы», урыҫсаға Пинхас Полонский етәкселегендә тәржемә ителгән — М., 1993, 144—145 биттәр.

Йәһүд общинаһына эллиндар динен тағырға маташыу Мәккәбиҙар һуғышына сәбәпсе була.

Йәһүдилек һәм христианлыҡ үҙгәртергә

Тотош алғанда, йәһүдилек христианлыҡҡа йәһүдилекдың нигеҙен донъя халыҡтарына еткерергә тейешле «үҙенән сыҡҡан», йәғни «бүлендек дин», тип ҡарай:

«»  ([[|. ]][[:s:#|]])«<…> һәм Йешуа Ганоцри һәм дә унан һуң килгән исмәғилдәр пәйғәмбәре менән булған хәлдәр Мәсих батша өсөн юл һалыу, бөтә донъяны Бөйөктәрҙән-Бөйөккә хеҙмәт итеүгә әҙерләү булып торҙо, был хаҡта ошолай тип әйтелгән: «Тогда Я вложу в уста всех народов ясные речи, и станут люди призывать имя Господа и будут служить Ему все вместе»  (Соф. 3:9) Ни рәүешле [теге икәү быға йоғонто яһаны]? Улар арҡаһында бөтә донъяға Мәсих, Тора һәм ҡағиҙәләр тураһында хәбәр таралды. Был хәбәрҙәр алыҫ утрауҙарға ла барып етте, һәм сөннәтләнмәгән йөрәкле күп халыҡтар Мәсих тураһында, Торалағы ҡағиҙәләр хаҡында фекерләшә башланы. Был кешеләрҙең ҡайһылары ҡағиҙәләрҙе дөрөҫ, ләкин беҙҙең осорҙа көсөн юғалтҡан, сөнки билдәле бер мөҙҙәткә генә бирелгән булған тип һанай. Икенселәр, ҡағиҙәләрҙе тура мәғәнәһендә түгел, ситләтеп аңларға кәрәк, ти, һәм бына Мәсих килде лә уларҙың йәшерен мәғәнәһен аңлатты.

Рамбам. Мишне Тора, Законы о царях, гл. 11:4

Ләкин ысын Мәсих килгәс, уңышҡа һәм бөйөклөккә өлгәшкәс, бөтәһе лә ата-бабалары яңылыш өйрәткәнен һәм пәйғәмбәрҙәре хата юлға төшөргәнен аңлар.»

Рамбам. Мишне Тора, Законы о царях, гл. 11:4

Христианлыҡты уның IV быуатта эшләнгән тринитар һәм христологик догматикаһы менән бергә илаһҡа табыныу (мәжүсилек) тип аңларғамы, әллә Тосефта шитуф («өҫтәмәләр» менән бергә ысын Аллаға ла табыныу) булараҡ билдәле булған йәһүд түгелдәр өсөн яраҡлы монотеизм формаһы тип ҡабул итергәме — абруйлы раввин әҙәбиәтендә был хаҡта берҙәм фекер юҡ[38].

Христианлыҡ тарихи йәһәттән йәһүдилек эсенән яралған: Ғайса (йәһ. יֵשׁוּעַ‎) үҙе һәм уның эйәрсендәре (апостолдар) йәһүд булып тыуған һәм тәрбиәләнгән; ивриҙар христианлыҡты күп һанлы йәһүд секталарының береһе тип иҫәпләй. Мәҫәлән, апостол Павел өҫтөнән судта Павел үҙен фарисей тип атай, шуның менән бергә был баш ҡаһин менән йәһүд аҡһаҡалдары тарафынан әйтелә.

Йәһүдилек фекеренсә, Насратта (ивр. Нацрат, урыҫ. Назарет) йәшәгән Ғайса бер ниндәй дини әһәмиәткә эйә түгел, һәм уның мәсихлек статусын таныу (шуға ярашлы, «Христос» (Мәсих) тигән титулды ҡулланыу) дөрөҫ түгел[39]. Ул осорҙоң дини йәһүд текстарында Иисус (Ғайса) тип танырлыҡ шәхес бер тапҡыр ҙа телгә алынмай.

Йәһүдилек һәм ислам үҙгәртергә

Ислам менән йәһүдилекдың үҙ-ара мөнәсәбәттәре VII быуатта Ғәрәп ярымутрауында ислам барлыҡҡа килеү һәм таралыу менән башлана. Ислам менән йәһүдилек Ибраһим диндәренә ҡарай һәм Ибраһимдан башланған боронғо дөйөм нигеҙгә эйә. Шунлыҡтан был ике дин араһында уртаҡлыҡтар күп. Мөхәммәт раҫлауынса, ул иғлан иткән дин — саф Ибраһим дине, һуңынан уны йәһүдиҙәр һәм христиандар боҙған.[40]

Йәһүдтәр, христианлыҡтан айырмалы, исламды эҙмә-эҙлекле монотеистик дин тип таный[41]. Ҡағиҙә булараҡ, мосолман илдәрендә йәшәгән йәһүдтәргә үҙ динен тоторға һәм үҙҙәренең эске эштәренә идара итергә рөхсәт бирелгән.[42] Улар торор урын һәм һөнәр һайлауҙа ирекле булған[43] Ислам Андалусияһында (Испания) 712—1066 йылдар йәһүд мәҙәниәтенең алтын быуаты тип аталған. Лев Поляков яҙыуынса, мосолман илдәрендә иври общиналары ҙур ташламалар менән файҙаланған һәм сәскә атҡан. Уларҙың эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлегенә аяҡ салған закондар һәм социаль кәртәләр булмаған. Күп йәһүдтәр мосолмандар яулап алған төбәктәргә күсенер һәм үҙҙәренең общиналарын ҡорор булған[44]. Ғосман империяһы Испаниянан католик сиркәүе тарафынан ҡыуылған йәһүдтәрҙе һыйындырған.

Ғәҙәттә, мосолман булмағандар, шул иҫәптән йәһүдтәр ҙә, мосолман илдәрендә подданный сифатында йәшәгән. Был халыҡтар өсөн Ғәббәсиҙәр осороноң абруйлы мосолмандары тарафынан эшләнгән ҡанундарға нигеҙләнгән зимми статусы булған[45]. Ғүмерҙәре һәм мөлкәттәренең яҡлаулығы менән файҙаланып, улар, йәмғиәт тормошоноң бөтә өлкәләрендә лә бары тик ислам хакимлығын бер һүҙһеҙ танырға һәм махсус һалым (джизйә) түләргә тейеш булған[45]. Шуның менән бергә улар башҡа һалымдарҙан (Зәкәт) һәм ғәскәри хеҙмәттән азат ителгән.

Йәһүдилек динен тотоусы халыҡтар үҙгәртергә

Быуаттар ағышында йәһүд диаспораһында мәҙәни һәм тел үҙенсәлектәре буйынса айырымланған төркөмдәр барлыҡҡа килгән. Күптәре айырым йәһүд этнолекттарында, диалекттарында һәм телдәрендә һөйләшә.

Шулай уҡ ҡарағыҙ үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. [1] Webster, judaic
  2. 2,0 2,1 См., напр., Deborah Dash Moore, American Jewish Identity Politics, University of Michigan Press, 2008, p. 303; Ewa Morawska, Insecure Prosperity: Small-Town Jews in Industrial America, 1890—1940, Princeton University Press, 1999. p. 217; Peter Y. Medding, Values, interests and identity: Jews and politics in a changing world, Volume 11 of Studies in contemporary Jewry, Oxford University Press, 1995, p. 64; Ezra Mendelsohn, People of the city: Jews and the urban challenge, Volume 15 of Studies in contemporary Jewry, Oxford University Press, 1999, p. 55; Louis Sandy Maisel, Ira N. Forman, Donald Altschiller, Charles Walker Bassett, Jews in American politics: essays, Rowman & Littlefield, 2004, p. 158; Seymour Martin Lipset, American Exceptionalism: A Double-Edged Sword, W. W. Norton & Company, 1997, p. 169.
  3. 3,0 3,1 World Jewish Population, 2010. Sergio Della Pergola, Hebrew University of Jerusalem
  4. Иудей // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
  5. Ринекер Ф., Майер Г. Иудеи, йәһүдилек // Библейская энциклопедия Брокгауза. — Christliche Verlagsbuchhandlung Paderborn, 1999. — 1226 с.
  6. Иудеи // Нюстрем Э. Библейский энциклопедический словарь, 1868 г. (репринт М.: Локид-пресс, 2005 г.)
  7. 7,0 7,1 Religion & Ethics - Judaism. BBC. Архивировано 24 июнь 2012 года. (инг.)
  8. Religion: Three Religions, One God Public Broadcasting Service  (инг.)
  9. поиск в books.google.ru по «Judaism is the oldest surviving monotheistic religion»
  10. 10,0 10,1 Judaism // Encyclopædia Britannica. Encyclopædia Britannica Online. Encyclopædia Britannica Inc., 2012.
    The history of Judaism here is viewed as falling into the following major periods of development: biblical Judaism (c. 20th-4th century BCE), Hellenistic Judaism (4th century BCE-2nd century CE), rabbinic Judaism (2nd-18th century CE), and modern Judaism (c. 1750 to the present).
  11. В русском синодальном переводе термин отсутствует, но может быть найден в английском переводе (Библия короля Якова)
  12. Суббота — Ҡыҫҡа йәһүд энциклопедияһынан (рус.)
  13. Маген Давид — Ҡыҫҡа йәһүд энциклопедияһынан (рус.)
  14. Йәһүдилек — Ҡыҫҡа йәһүд энциклопедияһынан (рус.)
  15. Некоторые исследователи считают древнейшей монотеистической религией зороастризм. Однако монотеистичность зороастризма до сих пор остаётся спорным вопросом. Существует также мнение, что первым был атонизм, провозглашенный египетским фараоном Эхнатон (1364—1347 годы до н. э.). Однако монотестичность атонизма, как и зороастризма, ставится под сомнение. Кроме того, есть версия, что Моисей мог жить раньше Эхнатона (правда, существование Моисея не является историческим фактом), и Эхнатон заимствовал монотеизм из йәһүдилека. Ряд исследователей (см. напр. Бертран Рассел, «История западной философии») считает, что религия евреев на ранних этапах своей истории имела форму монолатрии, а монотеизм начал оформляться в VI в. до н. э., после возвращения евреев из Вавилонского пленения (то есть значительно позже жизни Эхнатона).
  16. Ноевых сынов законы — Ҡыҫҡа йәһүд энциклопедияһынан (рус.)
  17. Иудей // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
  18. Ринекер Ф., Майер Г. Иудеи, йәһүдилек // Библейская энциклопедия Брокгауза. — Christliche Verlagsbuchhandlung Paderborn, 1999. — 1226 с.
  19. Иудеи // Нюстрем Э. Библейский энциклопедический словарь, 1868 г. (репринт М.: Локид-пресс, 2005 г.)
  20. Religion: Three Religions, One God PBS  (инг.)
  21. поиск в books.google.ru по «Judaism is the oldest surviving monotheistic religion»
  22. Библия. Влияние Библии на мировую и еврейскую культуру — Ҡыҫҡа йәһүд энциклопедияһынан (рус.)
  23. Библия. Влияние Библии на мировую и еврейскую культуру — Ҡыҫҡа йәһүд энциклопедияһынан (рус.)
  24. Рассел, Бертран — История западной философии — Новосибирск: Сиб. унив. изд-во; Изд-во Новосиб. ун-та, 2001
  25. Yehezkal Kauffman, The Religion of Israel
  26. Robert Alter The Art of Biblical Poetry
  27. E. A. Speiser Genesis (The Anchor Bible)
  28. John Bright A History of Israel
  29. Martin Noth The History of Israel
  30. Ephraim Urbach The Sages
  31. Ephraim Urbach The Sages
  32. Shaye Cohen The beginnings of Jewishness
  33. John Day. Yahweh and the Gods and Goddesses of Canaan , Sheffield Academic Press, 2000. — 282 с.; «Yahweh+and+the+Gods+and+Goddesses+of+Canaan»&hl=en&sa=X&ei=eOmgUJS4H6PR0QX0yYH4CA&ved=0CCwQ6AEwAA#v=onepage&q=canaanite&f=false стр. 30-37, 68-73.
  34. Шиффман, Лоуренс. От текста к традиции: История йәһүдилека в эпоху Второго Храма и период Мишны и Талмуда / Пер. с англ. А. М. Сиверцева. — М.; Иерусалим: Мосты культуры: Гешарим, 2000. — 276 c. [2]
  35. Шиффман, Лоуренс. От текста к традиции: История йәһүдилека в эпоху Второго Храма и период Мишны и Талмуда / Пер. с англ. А. М. Сиверцева. — М.; Иерусалим: Мосты культуры: Гешарим, 2000. — 276 c. [3]
  36. Poll: 7.1 percent of Israeli Jews define themselves as Reform or Conservative
  37. Poll: 7.1 percent of Israeli Jews define themselves as Reform or Conservative
  38. J. David Bleich. Divine Unity in Maimonides, the Tosafists and Me’iri (in Neoplatonism and Jewish Thought , ed. by L. Goodman, State University of New York Press, 1992), pp. 239—242.
  39. Пинхас Полонский. Евреи и христианство
  40. Энциклопедия «Britannica» , 1987, Том 22, стр. 475.
  41. Маймонид — Ҡыҫҡа йәһүд энциклопедияһынан (рус.)
  42. Lewis, Bernard (1984). The Jews of Islam. Princeton: Princeton University Press. стр.10,20
  43. Lewis, стр. 8,62
  44. Поляков, Лев. The History of Anti-semitism. стр.68-71
  45. 45,0 45,1 Бат Йеор. Исторический очерк // «Зимми»: христиане и евреи под властью ислама = The Dhimmi: Jews and Christians Under Islam. — Fairleigh Dickinson University Press, 1985. — ISBN 0-8386-3233-5.

Әҙәбиәт үҙгәртергә

 дней) — история)

  • Фишбейн М. Религиозные традиции йәһүдилека // Религиозные традиции мира. Т. 1. М., 1996.
  • Йәһүдилек от А до Я./ сост. Н. Б. Антонов. М.: АСТ: Восток-Запад, 2007—288 с.

Йәһүдилек тураһындағы ресурстар үҙгәртергә

Һылтанмалар үҙгәртергә