Латыпов Сөләймән Йәнғәли улы

Латыпов Сөләймән Йәнғәли улы (5 март 1954 йыл) — журналист, яҙыусы. 2013 йылдан — «Тамаша» журналының баш мөхәррире. 2002 йылдан Рәсәй һәм Башҡортостан Республикаһы Яҙыусылар союзы ағзаһы.

Латыпов Сөләймән Йәнғәли улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
 Башҡортостан Республикаhы
Тыуған көнө 5 март 1954({{padleft:1954|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:5|2|0}}) (69 йәш)
Тыуған урыны Тимер ауылы, Бөрйән районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Эшмәкәрлек төрө драматург[d], публицист[d], фельетонист[d] һәм журналист[d]
Уҡыу йорто Башҡорт дәүләт университеты
филология

Биографияһы үҙгәртергә

Сөләймән Йәнғәли улы Латыпов 1954 йылдың 5 мартында Башҡорт АССР-ының Бөрйән районы Тимер ауылында тыуған[1].

Башҡорт дәүләт университетын тамамлаған. Башта республика гәзиттәрендә — корреспондент, артабан «Архангельский вестник» гәзитенең баш мөхәррире (2012). 2013 йылдан алып — «Тамаша» журналының баш мөхәррире. Фельетонсы, драматург, публицист.

Проза һәм драматургия өлкәләрендә ижад итә. Башҡорт телендә 5 китап авторы. С. Латыповтың хикәйәләре «Йәштәр көстәре» (1987, 1989), «Бүре күҙҙәре» (1993), «Америка кейәүе — 1» (2000) коллектив йыйынтыҡтарҙа баҫылған. Авторға популярлыҡты «Көнләш, Америка, көнләш!..», «Бур бесәй», «Ҡуян менән арыҫлан», «Амазонкалар», «Күҙ йәштәре фонтаны» һәм башҡа Башҡортостан һәм Татарстан театр сәхнәләрендә ҙур уңыш менән барған пьесалары алып килә[2]. Сөләймән Латыпов 24 пьеса авторҙашы[3].

Профессиональ яҙыусылар араһында ул — берҙән-бер фельетонсы. «Ҡыҙыл таң» республика гәзите биттәрендә уның рубрикаһы бар — «Сөләймән Латыповтың фельетондары» («Сәләм, ҡоҙа»).

«Сит планета теле» (1984), «Оноттом» (2000) фантастик хикәйәләр авторы[4].

Төп әҫәрҙәре:

  • Латыпов С. Й. Америка кейәүе-1: Көлкөлө хикәйәләр, мәҙәктәр/ С. Й. Латыпов. — Өфө: Китап, 2000. — 272 б.
  • Латыпов С. Й. Ир ҡанаты ат булыр. Эләкмәне: Хикәйәләр/ С. Й. Латыпов //Йәш көстәр — Өфө, 1989. — 145—166 биттәр.
  • Латыпов С. Й. Көнләш, Америка, көнләш!..: Пьесалар/ С. Й. Латыпов, Х.Ғ.Латыпова. — Өфө: Китап, 2004. — 208 б.

Сөләймән Латыпов Талҡас драматургтар семинарҙарында (19992008), Драматургия һәм режиссура үҙәгенең семинар-лабораторияларында (Өфө) ҡатнашып, үҙенең оҫталығын шымарта. 2009 йылда «Таков мой взгляд» ҡыҫҡа хикәйәләр конкурсында ҡатнаша[5].

Сөләймән Йәнғәли улы Латыпов уҡыусылары, тамашасылары, театр артистары менән йыш осраша. Пьеса яҙыу — әҙәбиәттең иң ҡатмарлы жанры. Милли драматургия артабан үҫешһен өсөн бындай аралашыуҙарҙың әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ. Үҙе етәкселек иткән гәзит-журналдарҙың йөкмәткеһе өҫтөндә арымай-талмай эшләй[6],[7].

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. https://burzyancbs.ru/node/69 2020 йыл 30 сентябрь архивланған.
  2. [1] 2020 йыл 30 сентябрь архивланған.
  3. [2]
  4. [3]
  5. [4] 2017 йыл 23 март архивланған.
  6. [5]
  7. [6]

Һылтанмалар үҙгәртергә

  • [7] 2020 йыл 30 сентябрь архивланған. Латипов Сулейман Янгалиевич, драматург.
  • [8] «Тамаша» — Бөрйәндә.
  • [9] Театр һәм драматург.
  • [10] Сулейман Латыпов на БСТ, 2012 йыл.
  • [11] ЛАТЫПОВ Сулейман.
  • [12] Латыпов Сулейман Янгалиевич.
  • [13] 2017 йыл 23 март архивланған. Конкурс короткой прозы «Таков мой взгляд».