Венгр теле (magyar, magyar nyelv, иҫкергән атамаһы — мадьярский язык: мадьяр теле) — венгр халҡының милли (туған) теле. Фин-уғыр телдәре ғаиләһенә ҡарап, манси һәм хант телдәре менән бергә уның уғыр төркөмөн барлыҡҡа килтерә.

Венгр теле
Халыҡтың үҙенә үҙе биргән исеме

Magyar nyelv

Илдәр

Венгрия, Румыния, Словакия, Украина, Сербия, Хорватия, Австрия, Словения

Рәсми статусы

Венгрия Венгрия
Төбәктәге йәки урындағы рәсми тел:
Сербия Сербия:

Румыния Румыния:

    • Секей крайы (танылмаған)

Украина Украина:

Идара итеүсе ойошма

Венгрия Фәндәр академияһының Лингвистика институты

Был телдә һөйләшеүселәр

14 млн

Телде белеүселәр

52

Классификация
Категория

Евразия телдәре

Урал телдәре

Фин-уғыр телдәре
Ууғыр телдәре
Әлифба

латин алфавиты
(венгр алфавиты)

Тел коды
ГОСТ 7.75–97

вен 133

ISO 639-1

hu

ISO 639-2

hun

ISO 639-3

hun

Был телдә Википедия
Венгр теленең Европала таралышы

Европала венгр теленең алыҫ туғандары булып фин һәм эстон телдәре һанала, әммә XIX быуат аҙағына тиклем мадьяр теленең фин-уғыр тел ғаиләһенә ҡарауы шик аҫтында ҡала килде. Икенсе яҡтан, Рәсәй биләмәләрендә йәшәүсе фин-уғыр халыҡтары — коми, мари, мордва һәм удмурт телдәрендә венгр теле менән күп уртаҡ тамырҙар бар.

Венгриянан тыш Украинаның Карпат аръяғы өлкәһендә, шулай уҡ Сербияла (Воеводина автономиялы крайы), Румынияла (Трансильвания тарихи өлкәһе), Словакияла, Хорватияла һәм Словенияла аҙсылыҡта йәшәгән венгрҙар араһында таралған.

Венгр теле — бөгөнгө Европаның һинд-европа телдәренә ҡарамағандары араһынан хәтһеҙ һөйләшеүселәре булған әллә ни күп булмаған телдәрҙең береһе. Беҙҙең эраның 900—1000 йылдары тирәһендә Себер һәм Уралдан Дунай йылғаһы буйҙарына күсенгән боронғо венгр ҡәбиләләре Урта Дунай уйһыулығында һәм Карпат алдында (Трансильванияла) төпләнә. Быға тикем өс-дүрт быуат алда уйһыулыҡ буйлап күсеп йөрөгән славян ҡәбиләләренән айырмалы, венгрҙарҙың был биләмәләргә килеп инеүе сағыштырмаса һуңыраҡ һәм етерлек дәрәжәлә һуғышсан була, сөнки төньяҡтан һәм көньяҡтан — славяндар, көнбайышта — немецтар һәм көнсығышта — валахтар (румындар) менән ресурстар өсөн киҫкен конкуренция шарттарында бара. Был халыҡтар менән аралашыу барышында венгрҙар, валахтар (румындар) кеүек, славян лексикаһының күп элементтарын үҙләштерә, һәм улар хәҙерге венгр теле лексикаһының биштән бер өлөшөнә яҡынын тәшкил итә. XII—XIII быуаттарҙа Венгрия короллеге байтаҡ славян ерҙәрен тулыһынса үҙенә бойһондора.

Төркиә менән 1526 йылғы һуғышта Венгрияның еңелеүе илдәге дини тарҡаулыҡа һәм Венгрия реформацияһына — католик сиркәүенә һәм папа власына ҡаршы дини көрәш формаһын алған феодализмға ҡаршы социаль-сәйәси хәрәкәткә алып килә. Реформация венгр телендәге баҫма әҙәбиәтте тыуҙыра һәм уны артабан үҫтерә, ә уның күпселек өлөшө теге йәки был католик постулаттарға ҡаршы килеү маҡсатында баҫыла. Реформацияның билдәле эшмәкәре Деваи Матьяш венгр телендә «Венгерская орфография» исемле тәүге баҫма хеҙмәт нәшер итә.

1541 йылдан 1699 йылғаса венгрҙарҙың байтаҡ өлөшө төрөк хакимлеге аҫтында көн күрә. Быға тиклем дә шаҡтай төрки ҡатламы булған венгр теленә төрөк теле тағы ла һиҙелерлек йоғонто яһай. Трансильвания яртылаш бойондороҡһоҙ булып ҡала килә, унда венгр протестант әҙәбиәте әүҙем үҫеш кисерә. Венгр ерҙәренең ҙур булмаған өлөшө Австрия ҡулы аҫтында була.

Австрия империяһы составына инеү менән протестанттарға ҡаршы башланған репрессияларҙан һуң венгр теле немец теленең көслө тәьҫиренә эләгә, шулай ҙа, Австро-Венгрияның венгрҙәр йәшәгән өлөшө — Транслейтанияла берҙән-бер рәсми тел булараҡ, аҡрынлап үҙенең өҫтөнлөгөн тергеҙә.

1867 менән 1918 йылдар арауығын хаҡлы рәүештә венгр теленең алтын быуаты тип әйтергә була: был осорҙа ул Үҙәк Европаның Карпаттан алып Адриатик диңгеҙгә тиклемге киң биләмәләрендә лингва франка функцияларын үтәй. Венгр телен үҙҙәре өсөн беренсе һәм икенсе тел итеп һанаусылар өлөшө һиҙелерлек күбәйә, венгр булмаған халыҡтар араһында телде белеүселәр 1880 йылдағы 5,6 проценттан 1915 йылда 15,3 процентҡа тиклем арта. Трансильванияның күп ҡалалары тулыһынса венгр теллегә әйләнә, мәҫәлән, Клуж-Напока йәки, венгрса, Коложвар. Румындарҙың байтағы, хатта Венгрияла йәшәгән немецтар, шул иҫәптән трансильвания сакстары, шулай уҡ йәһүдтәр һәм хатта сиғандар венгр телендә аралашыуға күсә.

Шулай ҙа венгр теленең уларҙан ныҡ айырылып тороуы арҡаһында атап кителгән халыҡтар телдәренең ассимиляцияһы тотҡарлана, быға шулай уҡ венгр теленең ситтән үҙләштерелгән һүҙҙәр урынына үҙ лексикаһын булдырыу тенденцияһы ла йоғонто яһай. XIX быуат аҙағына юғары венгр даирәләре яғынан короллектың аҙ һанлы милләттәре телдәренә ҡарата ассимиляцион ҡыҫым һәм эҙәрлекләүҙәр көсәйә. Трианон килешеүе төп венгр биләмәләренең ныҡ бәләкәйләнеүенә килтерә. 1918 йылдан һуң дөйөм алғанда Венгриянан ситтә венгр телен ҡулланыуҙың һиҙелерлек кәмеүе күҙәтелә.

Венгр әҙәбиәте

үҙгәртергә

Венгр телендә беҙҙең көндәргә килеп еткән яҙма ҡомартҡы — «Надгробная речь и молитва» (Halotti Beszéd és Könyörgés) яҡынса 1200 йыл тирәһендә ижад ителгән. Шул уҡ ваҡытта XVI быуаттың 2-се яртыһына тиклем текстарҙы ҡағыҙға теркәү өсөн венгрҙар башлыса латин һәм немец телдәрен ҡулланған. Шуғалырмы, әле лә венгрҙар араһында иң таралған сит тел булып немец теле ҡала килә, XX быуат уртаһына тиклем венгрҙарҙың күбеһе уны икенсе тел булараҡ яҡшы белә ине. XVI һәм XVII быуаттарҙа милли үҙаң үҫеү һөҙөмтәһендә венгрҙар туған телдәренә тағы ла нығыраҡ өҫтөнлөк бирә башлай.

Хәҙерге венгр теле латин алфавитын ҡуллана. Дөйөм фекергә ярашлы, латин яҙмаһына күсеү венгрҙарҙың христианлыҡты ҡабул итеүе менән бәйле була. Венгр этносы вәкилдәре компактлы йәшәгән биләмәләрҙә үткән быуат аҙағында табылған артефакттар күрһәтеүенсә, уға тиклем венгр руналары (rovás írás, «ровааш иирааш») ҡулланылған. Székely (Секей халҡы)

Хәреф Исеме Фонема
A a a ɒ
Á á á a:
B b b
C c ʦ
Cs cs csé ʧ
D d d
Dz dz dzé ʣ
Dzs dzs dzsé ʤ
E e e ɛ
É é é e:
F f ef f
G g g
Gy gy gyé ɟ
H h h
I i i i
Í í í i:
J j j
K k k
L l el l
Ly ly el ipszilon j
M m em m
N n en n
Ny ny eny ɲ
O o o o
Ó ó ó o:
Ö ö ö ø
Ő ő ő ø:
P p p
R r er r
S s es ʃ
Sz sz esz s
T t t
Ty ty tyé c
U u u u
Ú ú ú u:
Ü ü ü y
Ű ű ű y:
V v v
Z z z
Zs zs zsé ʒ
Бары тик сит телдәрҙән ингән һүҙҙәрҙе яҙыу өсөн
Q q
W w dupla vé
X x iksz
Y y ipszilon

Лингвистик характеристика

үҙгәртергә

Фонетика һәм фонология

үҙгәртергә

Һуҙынҡылар

үҙгәртергә

Венгр телендә 14 һуҙынҡы өн бар. Туғандаш фин йәки күрше немец һәм словак телдәренән айырмалы унда дифтонгылар булмаһа ла, дифтонгоидтар бар (ó, ő, ű өндәре с призвуком u өнөнә, é — с призвуком i оҡшатып әйтелергә мөмкин. Шулай уҡ рус йәки инглиз телдәрендәге кеүек редукцияға бирелгән һуҙынҡы өндәр ҙә юҡ. Венгр телендә һуҙынҡылар рус теленә ҡарағанда анығыраҡ әйтелә, ижектәр асығыраҡ яңғырай. Дөйөм алғанда, венгр теленә көслө артикуляция хас.

Һуҙынҡыларҙың ҡыҫҡалары (a, e, i, o, ö, u, ü) һәм оҙондары (á, é, í, ó, ő, ú, ű) бар: vad ‘ҡырағай (урыҫса ‘дикий’) — vád ‘ялыу’ (‘жалоба’); tör ‘һыҙлай’ (‘ломит’) — tőr ‘кинжал’. А/á һәм e/é һуҙынҡы парҙары, оҙонлоҡҡа өҫтәп, үҙҙәренең күтәренкелеге (икенсе төрлө әйткәндә, һуҙынҡыларҙың «ябыҡлығы» —"закрытость" гласных) менән дә айырыла.

Һуҙынҡылар артҡы (a, á, o, ó, u, ú) һәм алғы рәт (e, é, i, í, ö, ő, ü, ű) һуҙынҡыларына бүленә. Был билдә буйынса барлыҡ һуҙынҡылар бер иш булырға тейеш (Европа телдәре өсөн һирәк булған рәт сингармонизмы күренеше): barnulásotokról ‘һеҙҙең загар хаҡында’ (‘о вашем загаре’) — zöldülésetekről ‘һеҙҙең йәшелләнеү тураһында’ (‘о вашем позеленении’), һәм бының менән бәйле суффикстарҙың күпселеге иң кәмендә ике вариантта йөрөй.

Баҫым көслө, һәр ваҡыт беренсе ижеккә төшә (удмурт теленән башҡа фин-уғыр телдәрендәге, шулай уҡ ҡайһы бер славян телдәрендәге, мәҫәлән, словак телендәге кеүек). Һуҙынҡыларҙың оҙонлоғоноң һәм баҫымдың бер-береһенә бәйле булмауы рус теллеләр өсөн бер ни тиклем ҡыйынлыҡ тыуҙыра, сөнки ҡайһы бер һүҙҙәрҙә баҫым һүҙҙең уртаһына йә аҙағына төшә һымаҡ тойола (рус теленә венгр теленән үҙләштерелгән һүҙҙәрҙә баҫымдың былай күсеүе осрай: тәү һүҙ Ба́латон урынына Балато́н һ.б.).

  • Венгерские литература и язык // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
  • Венгерский язык // Брасос — Веш. — М. : Советская энциклопедия, 1971. — (Большая советская энциклопедия : [в 30 т.]; vol. 1969—1978, вып. 4).
  • Д. И. Ермолович, Имена собственные на стыке языков и культур. Заимствование и передача имён собственных с точки зрения лингвистики и теории перевода. С приложением правил практической транскрипции имён с 23 иностранных языков, в том числе, слоговых соответствий для китайского и японского языков. — М.: Р. Валент, 2001. — ISBN 5-93439-046-5. — Стр. 141—143.
  • Р. С. Гиляревский, Б. А. Старостин, Иностранные имена и названия в русском тексте. — М.: Высшая школа, 1985 (3-е изд.). — Стр. 117—126.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә
 
Википедия