Сербтар
Сербтар (сер. СрбиСрби) — Сербия, Черногория, Босния һәм Герцеговина, Хорватия, Германия, Австрия һәм башҡа илдәрҙә йәшәүсе көньяҡ славян халҡы. Дөйөм һаны 12-13 млн кеше. Төп дине — православие. Теле — серб.
Үҙ атамаһы |
сер. Срби |
---|---|
Һаны һәм йәшәгән урыны | |
Барлығы: ≈12-13 млн[16][17] | |
Тел | |
Дин | |
Халыҡ |
көньяҡ славяндар |
Туғандаш халыҡтар |
хорваттар, боснаҡтар, черногорҙар, словендар, македондар, болгарҙар |
Этногенез
үҙгәртергәСерб халҡының килеп сығышы турыһында бер нисә теория бар.
Сербтарҙы беренсе мәртәбә Плиний Старший телгә ала, шулай уҡ Клавдий Птолемей беҙҙең эраның 2-се быуатында үҙенең «География»һында Төньяҡ Кавказ һәм Түбәнге Волга буйында йәшәүсе сармат ҡәбиләһе тип яҙа. 4-се быуатта сармат сербттары башҡа славян ҡәбиләләре менән, һундар һәм аландар баҫымы аҫтында Үҙәк Европаға күсенә. Хәҙерге көнбайыш Германия һәм көнбайын Польша ерҙәрендә Аҡ Сербия өлкәһендә урынлашалар. Ҡайһы бер тикшереүселәр мәғлүмәте буйынса Эльба-Зале төбәгендә, башҡа мәғлүмәт буйынса Висла Һәм Одра йылғаларының өҫкө өлөшөндә, өсөнсөләр Эльба-Зале һәм Висла төбәгенең бөтә ерҙәрендә тип иҫәпләй. Сербтар урындағы славян халыҡтары менән ҡушыла. Саксонияла хәҙерге көнгә тиклем Сорбия районы бар (Лужица, Lusatia, Sorbian Łužica, German Lausitz).
Византия императоры Константин Багрянородный II яҙмаһы буйынса, сербтар (берҙәм славян халҡы булараҡ) 7-се быуатта, Ираклий I хакимлек иткән осорҙа, хеҙерге Сербия, Македония, Черногория, Дальмация, Босния һәм Герцеговина ерҙәрендә төпләнә.
Европаны ғосман илбаҫарҙары баҫып алғас, төрөктәр баҫымы аҫтында бөлгөнлөккә төшкән күпселек сербтар Сава һәм Дунай йылғалары буйына төньяҡҡа һәм көнсығышҡа күсенә, хәҙерге Воеводина, Славония, Трансильвания һәм Венгрия ерҙәре. Һуңыраҡ, XVII быуатта меңләгән сербтар Рәсәй империяһына юллана, уларға Новороссияла ерҙәр бирелә, был райондар Яңы Сербия һәм Славяносербия тип атала.
Таралышы
үҙгәртергәСербтарҙың төп йәшәгән ареалы — Сербия, Черногория, Хорватия, Босния һәм Герцеговина. Шулай уҡ башҡа илдәрҙә лә күпләп йәшәйҙәр: Төньяҡ Македония (Куманово, Скопье), Словения (Крайна Белу), Румыния (Банат), Венгрия (Печ, Сентендра, Сегед). Күпселек илдәрҙә серб диаспоралары бар, уларҙың иң билдәләләре Германияла, Австрияла, Швейцарияла, Франция, Рәсәй, Бразилия, Канада, АҠШ , Австралия. Яңы зеландия, Көньяҡ Африка, Аргентина, Боливия, Бразилия , Чили диаспоралаы ҙур түгел, әммә юҡҡа сыҡмайҙар, киреһенсә арта баралар.
Балкан ярымутрыуынан ситтә диаспораларҙа йәшәгән сербтар һаны билдәле түгел, 1-2 миллиондан 4 миллионға тиклем тип иҫәпләй Сербия Республикаһының диаспора министрлығы. Шуға күрә донъялағы сербтар һанын да билдәләп булмай. Яҡынса 9,5 — 12 миллион тип алына. 6.5 миллион серб Сербияның өстән ике өлөшөн тишкил итә. Хәрби конфликт алдынан 1.5 млн серб Босния һәм Герцеговинала, 600 мең Хорватияла, 200 мең Черногорияла йәшәгән. 1991 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәте буйынса Югославиның 36 % серб булған, йәғни 8.5 миллион кеше.
Ҡала халҡы Белградта (1.54 млн серб), Ново-садта (300 мең серб), Шиштә (250 мең серб), Баня-Лукала (220 мең.), Крагуевцта (175 мең.), Сараевола (130 мең) йәшәй. Югославия сиктәренән ситтә Венала сербтар күпләп йәшәй. Чикаго, Торонто сиктәрендә һәм Лос-Анжелес серб йәмғиәте булған мегаполис булараҡ билдәле, Истанбул һәм Париж шул иҫәптә.
- ↑ Official results of 2002 Serbia census
- ↑ (1996 UN census)
- ↑ 2006 figures (PDF)
- ↑ http://www.statistik.at/web_de/static/bevoelkerung_2001_nach_umgangssprache_staatsangehoerigkeit_und_geburtsland_022896.pdf
- ↑ United States — Selected Population Profile in the United States (Serbian (152))
- ↑ Multicultural Canada
- ↑ SCB(Statistics Sweden)
- ↑ 2001 Australia: 2006 Australian Bureau of Statistics: Ancestry by Birthplace of Parent(s) — Australia : 2006 Census (PDF)
- ↑ Ministère des Affaires étrangères: Présentation de la Communauté étatique de Serbie-et-Monténégro
- ↑ Statistiche demografiche ISTAT
- ↑ Statistični urad Republike Slovenije: 7. Prebivalstvo po narodni pripadnosti, Slovenija, popisi 1953, 1961, 1971, 1981, 1991 in 2002
- ↑ [1] (PDF)
- ↑ Agenţia Naţionala pentru Intreprinderi Mici si Mijlocii: Recensamânt România 2002
- ↑ Greece national statistical service: Statistics of Greece 2002
- ↑ Hungarian Central Statistical Office: Population by languages spoken with family members or friends, affinity with nationalities' cultural values and sex
- ↑ rs.one.un.org
- ↑ web.archive.org