Айыу һымаҡтар

(Айыу битенән йүнәлтелде)

Айыу һымаҡтар (лат. Ursidae) — ауыр кәүҙәле, ҙур башлы, оҙонса томшоҡло, йыуан ҡыҫҡа аяҡлы, биш бармаҡлы ҡеүәтле аяҡтарының бөтә табанына баҫып йөрөүсе имеҙеүсе йыртҡыс йәнлектәр ғаиләһе (142).

Айыу һымаҡтар
Һоро айыу
Һоро айыу
Фәнни классификация
Халыҡ-ара фәнни исеме

Ursidae G. Fischer, 1817


Викитөркөмдә
Систематика

рәсем эҙләү
рәсемдәр

Башҡа хайуандарҙан мыҡты кәүҙәһе менән айырыла. Айыуҙар бөтә нәмәне ашаусы йәнлек. Ағасҡа яҡшы үрмәләүсе, йөҙөүсе, йүгереүсе, артҡы аяғында баҫып бер аҙ атлай белеүсе хауан. Ҡойроғо ҡыҫҡа, тәне ҡуйы оҙон йөн менән ҡапланған, ишетеү һәм еҫ һиҙеү һәләте ныҡ үҫешкән. Һүнарға кистән, йә иһә таң алдынан сыға. Ғәҙәттә кешенән ҡурҡа, шулай ҙа кеше өсөн хәүефле булыуы мөмкин. Ҡорт сығыуына иғтибар итмәй.

Рәсәйҙә уларҙың 3 төрө йәшәй: һоро айыу, аҡ айыу (!) һәм аҡтүш айыу.

Һоро айыу, Ҡырымдан тыш, Рәсәйҙең бөтә биләмәләрендә урмандарҙа осрай. Массаһы 300 кг-ға еткән был йәнлек бөтә аҙыҡты ла ашай, ҡышын йоҡоға тала.

Аҡ айыу Арктикала йәшәй. Был — иң эре йыртҡыс, ата айыуҙар 800 кг-ға етә. Аҡ айыуҙар бик шәп йөҙә һәм сума, нигеҙҙә тюлендәр һәм балыҡтар менән туҡлана.

һоро айыуҙың да, аҡ айыуҙың да балалары бик бәләкәй булып тыуа, массалары 1 кг самаһы була.

Айыу

Айыу һоро төҫтә була. Төньяҡта йәшәүсе айыуҙар — төҫтә.